Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
19 Август 2023, 12:45

Күренекле профессор, тарихсы Ирек Аҡмановҡа - 90 йәш

Ирек Аҡмановтың әленән-әле Мәскәү юлын тапауы һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. БДУ-ның тарих факультетында 1991 йылда уҡ кандидатлыҡ, 1996 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлау советы асылды.

Күренекле профессор, тарихсы Ирек Аҡмановҡа - 90 йәш
Күренекле профессор, тарихсы Ирек Аҡмановҡа - 90 йәш

 

Башҡорт дәүләт университетының, ҡорт айырған умарта һымаҡ, геүләп торған мәле. Ҡайҙа ҡарама — йәп-йәш кенә егеттәр, ҡыҙҙар. Берәүҙәре мәрмәр баҫҡыстан йүгерә-атлай өҫкө ҡаттарға күтәрелә. Йөҙҙәрендә – борсолоу, өмөт сатҡылары. Икенселәре ашыҡмай ғына түбән төшә. Улар араһында ҡояштай балҡып килеүселәр ҙә бар, башын түбән эйгәндәре лә етерлек... Өҙөп-өҙөп кенә әйтелгән һорауҙар, шундай уҡ яуаптар яңғырап ҡуя.

– Йә, нисек?
– Бик ҡаты һорайҙармы?
– «Бишле»!
– Дөйөм дәүләттеке инде...
– «Өслө» инде улай булғас?
– Ы-ы...
Икенсе ҡатҡа терәлгән урында кинәт бер уҙаман пәйҙә булды. Уға барыһы ла иғтибар итә ҡуйҙы. Ыҡсым кәүҙәле. Ҡупшы ғына итеп, артҡа тараған шоморт ҡара сәс. Ҡулында һарғылт плащ һәм шундай уҡ төҫтәге портфель. Сәсем туҙып китмәһен тигән кеүек башын текә тотоп, егеттәрсә өҙә баҫып килә был. Күренеп тора, ашыға. Шулай ҙа “Тарих факультеты” тигән алтаҡта беркетелгән яҡҡа боролоп, ике ағым уртаһында хасил булған тере коридорҙан үтеп барышлай, йәштәр ауыҙынан ара-тирә яңғыраған һүҙҙәр ҡолағына салыныуға, йоҡа ирендәренең мөйөшө менән генә йылмайғандай итеп ҡуя. Күрәһең, был саҡта ул үҙенең дә абитуриент сағын хәтерләгәндер.

Юл башы

...Ейәнсура районы үҙәге булған Иҫәнғолдан ҡарағанда, төпкөлдөң дә төпкөлөндә, Ырымбур өлкәһе сигенә олғашҡан тәңгәлдә, Йылантауға һырынып ҡына ултырған Ырыҫҡол тигән бер ауыл бар. Буласаҡ тарих фәндәре докторы, Халыҡ-ара төркиәт академияһы (1997) һәм Рәсәйҙең гуманитар фәндәр академияһы (1998) академигы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), Рәсәйҙең почетлы юғары белем хеҙмәткәре (1998), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Аҡманов ана шул ауылда донъяға килгән.
...Ауыл уҡытыусыһы булып эшләгән Ғайса Ғәлиәхмәт улы менән өйгеше (был төбәктә хужабикәне шулай атап йөрөткәндәр) Хәнифә Ҡазый ҡыҙы түлле заттар булған: Иректән тыш, улар тағы туғыҙ балаға йән биргән. Шул ишле ғаиләлә, Ғайса ағай ғына түгел, асылда, бөтәһе лә тыумыштан уҡытыусы була. Педагогия өлкәһенә илтеүсе һуҡмаҡҡа Ирек Аҡмановты һуғышҡа тиклем Ғайса ағай директорлыҡ иткән Байыш мәкә икәнен раҫлаусы танытманан тыш, ҡулына “Маҡтау ҡағыҙы” ла тотторалар.
– Был ҡағыҙ ябай ҡағыҙ түгел. Әкиәттәрҙә теләһә ниндәй ишекте лә аса алған тылсымлы асҡыс һымаҡ, уның ярҙамында урта белемле һөнәр эйәһен әҙерләй торған махсус уҡыу йортоноң теләгән береһен астыра алаһың. Тик беҙ һинең ата юлынан китереңә өмөт бағлайбыҙ, – тиҙәр уға. Бығаса ауылынан ары бер ерҙе лә күрмәгән ун биш йәшлек Ирек бына шулай Ырымбур педагогия техникумына юлыға.
— Барһам, – тип хәтерләй хәҙер Ирек Ғайса улы, – урыҫ телендә генә уҡытыла торған уҡыу йорто, имеш. Урыҫ һүҙҙәрен башҡорт мәктәбе программаһы талап иткән кимәлдә генә беләм бит инде. Әммә мәктәбем биргән “Маҡтау ҡағыҙы”ның ҡөҙрәте менән мине имтиханһыҙ-ниһеҙ алдылар. Алыуын-алдылар. Тик тәүге яҙма эштә үк эләктем бит: егермеләп хата ебәргәнмен. Әлеге лә баяғы урыҫса һүҙ байлығының етмәүе. Урыҫ студенттар менән аралашыу, тырышыуым һөҙөмтәһен бирҙе. Ярты йылда алдынғыларҙы ҡыуып етеп, техникумды тамамлағанда, “с отличием” тигән билдәһе булған диплом тотторҙолар. Бының менән юғары уҡыу йорттарының теләгән беренә инергә була. Тик ҡайһыныһын һайларға?
М.В. Ломоносов исемендәге данлыҡлы МДУ-ның тарих факультетына ебәрә документтарын. Саҡырыу көтә был. Хәбәр-хәтер тойолмай. Ахырыһы, юлға сыға егет. Баҡтиһәң, йәйәүле почта саҡырыу ҡағыҙын мәлендә килтереп еткерә алмаған икән. Шуға хыял йорто булған МДУ-ла уны:
– Вы, молодой человек, опоздали на собеседование, – тип ҡаршы алалар. Егет юғалып ҡалмай, барыһын да бәйнә-бәйнә аңлатып бирә.
– Ладно! Мәскәү менән яуһыҙ берләшкән Башҡортостан икән, әйҙә алайыҡ, – тинеләрме икән, нисектер, һәр хәлдә, уға ла студент билеты тотторалар, дөйөм ятаҡтан урын да бирәләр.
МДУ-ла Иреккә өр-яңы донъя асыла. Күбеһе СССР, донъя тарихы буйынса дәреслектәр яҙған, танылған монографиялар авторҙарынан, мәшһүр профессорҙарҙан дәрес алыу бәхете тейә. Китапханалар бай. МДУ-ныҡыларҙан тыш, Ленин исемендәге Бөтә Союз китапханаһы. Уларҙа һәр тема буйынса кәрәкле хеҙмәтте табырға була. Етмәһә, эргәлә генә дәүләт архивы. Тәүге курстан уҡ Башҡортостан егете уларҙың иң әүҙем уҡыусыһына әүерелә... Һөҙөмтәлә, биш йыл үтеүгә Өфөгә ҡыҙыл дипломлы тарих белгесе сифатында ҡайтып төшә.
И.Ғ. Аҡманов эшкә ҡайтҡан Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты, уның бәхетенән, шул йылды “Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты” тип үҙгәртелә. Ең һыҙғанып, тарихтан дәрес бирергә ниәтләнгән йәш белгесте, аңлашылмаған сәбәптәр һәм һылтауҙар арҡаһында, тарих-филология факультетында ҡолас киреп ҡаршы алыусы табылмай. Шулай ҡаңғырып йөрөгәнендә, әмәлгә ҡалғандай, уға башҡорт теле кафедраһы мөдире Жәлил Кейекбаев осрай. Осрай ҙа, ғәҙәтенсә, киң йылмайып:
– Көн дә ошо тирәлә әйләнәһең. Ҡайһы яҡ егетеһең, мырҙам? – тип өндәшә.
— Былай Ейәнсурананмын да ул...
— Һуң?
– Әле бына МДУ-ның тарих факультетын тамамлап ҡайтҡайным... – тигәндән һуң, әйтергәме-юҡмы тип тора бирә лә, – ҡыҙыл дипломым да бар, – тип өҫтәп ҡуя.
— Шунан?
— Бында урын юҡ, тиҙәр.
– Алай икән... Муйыны ғына булһын – ҡамыты табыла ул уның. Ана, күрәһеңме коридор осондағы асыҡ ишекте?
— Күрәм.
– Күрһәң, былай ҡаңғырып йөрөмә. Шунда инеп сыҡ, мырҙам, – ти ҙә үҙе шул яҡҡа уҙа.
Торараҡ барһа, ни күрә: ишектә ике алтаҡта: “Башҡорт теле кафедраһы. Мөдире — профессор Ж.Ғ. Кейекбаев”, “Башҡорт әҙәбиәте кафедраһы. Мөдире – доцент Х.Ш. Зиннәтуллина”.
– Ҡапылда, мырҙам, миндә лаборант булып эшләп тор, – тип Жәлил ағай уны үҙ янына ала. Шунда өс ай эшләүгә, профессорҙың юллауы буйынсамы, нисек, Аҡмановты КПСС тарихы кафедраһына лаборант итеп тәғәйенләйҙәр. Жәлил Ғиниәт улының кафедраһында бындай вазифаны нисек атҡарырға өйрәнгәс, эше шыма ғына бара. Шуға ла:
– Әкренләп аудитория менән эшләргә күнекмә ала тор, – тип уға, лаборантлыҡтан тыш, ассистенттар ғына атҡара торған бурысты ла йөкмәтәләр. Ул КПСС тарихы буйынса семинар дәрестәре алып бара башлай.
– Шуныһы ҡыҙыҡ. Өс ай филологтар менән эшләгәндән һуң миңә тағы филологтар менән эш итеү форсаты тейҙе. Был юлы уҡытыусы сифатында, – тип хәтерләй ул саҡты профессор.
– Кемдәр ине инде ул саҡта янып торған йәп-йәш буйҙаҡ уҡытыусының уҡыусылары? – тип һорауыма ул былай тип яуап бирҙе:
– Улармы? Бик булдыҡлы булды улар. Үҙ-ара һүҙ ҡуйышҡандармы ни, бөтәһе лә тиерлек бөгөн – фән докторы, профессор. Фольклорсы Барый Әхмәтшин, философ Дамир Азаматов, телселәр Эрнест Ишбирҙин, Венера Латипова, Кәрим Ишбаев һәм башҡалар бына шул төркөмдән үҫеп сыҡты.
Шулай берсә лаборант, берсә уҡытыусы сифатында сирҡаныс алыуына ике йыл тулыуы була – Ирек Аҡмановҡа МДУ-лағы тыуған йорт кеүек ҡәҙерле тарих факультетына яңынан әйләнеп ҡайтырға форсат сыға.
Бында Аҡмановтың икенсе тапҡыр килеүе аспирантура менән бәйле. КПСС тарихы кафедраһында лаборант һәм ассистент сифатында файҙаланыу йәш белгесте төрлө яҡтан һынау өсөн кәрәк булған, күрәһең. Шунда һынатмағас, Мәскәүҙә лә һынатмаҫ был егет, тигәндәрҙер, моғайын. Юғары квалификациялы ғилми кадрҙарҙы, усҡа һығып, бармаҡ араһынан ғына сығарғандай итеп, бөртөкләп кенә әҙерләү йолаһы хөкөм һөргәндә, БДУ етәкселегенең уға МДУ-ның тарих факультетындағы аспирантураға йүнәлтмә биреүен шулай ғына аңлатырға мөмкиндер.
1945 йылдың февралендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты “Башҡортостан партия ойошмаһында агитация-пропаганда эшенең торошо һәм уны яҡшыртыу саралары” тигән ҡарар ҡабул итә. Унда тарихсыларыбыҙ һәм ҡайһы бер әҙиптәребеҙ үткәнде дөрөҫ сағылдырмауҙа, феодаль хандарҙы идеаллаштырыуҙа ғәйепләнә. Сүп өҫтөнә – сүмәлә, тигән кеүек, ВКП(б)-ның XIX съезында (1952) Азербайжан компартияһының беренсе секретары Багиров, Сталинға ярамһаҡланып, Төньяҡ Кавказ халыҡтарының Шамил етәкселегендәге хәрәкәтенең милли-азатлыҡ көрәше тип баһаланыуы – сәйәси хата, тип сығыш яһай. Былай ҙа, “һайт!” тигәнгә “тайт!” тип әйтергә әҙер торған тарихсылар шул “ура патриоттың” патетик сығышын башҡорт ихтилалдарын яңынан баһалауға сигнал кеүек ҡабул итә. Башҡортостан тарихы буйынса СССР Фәндәр академияһының Тарих институты эмиссары Н.В. Устюгов етәкселегендәге авторҙар коллективы, был мәсьәлә буйынса байтаҡ белгестәребеҙҙең 30–40-сы йылдарҙағы тәғлимәтте яҡлауына ҡарамаҫтан, башҡорт ихтилалдарын, Салауат Юлаев ҡатнашҡанынан башҡаларын, тулыһынса Рәсәйгә, урыҫ халҡына ҡаршы йүнәлтелгән реакцион хәрәкәт тип баһаланы. Уларҙың был ҡарашы “Очерки по истории Башкирской АССР” тигән коллектив монографияла сағылыш тапты. Был ҡарашты устюговсылар Союз кимәлендә таралған китаптарында ла яҡтырта һәм шуның рәсмиләштерелеүенә өлгәшә.
Тап шундай шарттарҙа КПСС-тың ХХ съезы фәндең, шул иҫәптән тарих фәненең дә, объективлашыуына этәргес бирҙе. Шул форсаттан файҙаланып, И.Ғ. Аҡманов башҡорт болалары тарихы тураһындағы теманы ең һыҙғанып өйрәнергә тотона. Уның ошо тәңгәлдәге күҙәтеүҙәре мәҡәләләрендә сағыла, тора-бара 1704 – 1711 йылғы башҡорт ихтилалы тарихы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы булып ойоша. Унда был хәрәкәттең батша башҡорттарҙы иҙеүгә ҡоролған сәйәсәтенә ҡаршы, тимәк, Башҡортостанда йәшәүсе ҡәүемдәрҙең барыһының да мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелеүен раҫлай. Ысынлап та, академик Любавский әйтмешләй, Рәсәй халыҡтары араһынан азатлыҡ хаҡына иң күп ҡорбан килтереүсе башҡорттар быуаттар буйы бер туҡтауһыҙ алып барған көрәше арҡаһында, батша властары, шул аҫаба халыҡҡа ғына түгел, крепостной иҙеүҙән, христианлаштырылыу хәүефенән һәм башҡа ҡыҫымдарҙан ҡасып, ата-бабаларыбыҙға килеп һырынған ҡәүемдәргә-әтәмбәйҙәргә лә феодаль иҙеүҙең ауыр ысул һәм формаларын индерә алмай. Асылда, шул арҡала башҡорт менән татар ғына түгел, тотош Рәсәй мосолмандары бөгөн исламға инаныусы булып ҡала. Бөтә йөкмәткеһе менән йәш ғалимдың был хеҙмәте устюговсылар тәғлимәтен инҡар итә. И.Ғ. Аҡмановтың диссертацияһы МДУ-ның тарих буйынса ғилми (хәҙергесә әйткәндә, диссертация) советы ултырышына асыҡ яҡлауға сығарыла. Диссертанттың рәсми һәм рәсми булмаған оппоненттарының сығыштары, тотош дискуссия формаһын алып, үҙе үк тарихи ваҡиғаға әүерелә. Һөҙөмтәлә исемдәре донъяға мәғлүм корифейҙарҙан торған ғилми совет ултырышы башҡорт егетенең диссертацияһына юғары баһа бирә. Был иһә устюговсылар тәғлимәте илебеҙҙең иң күренекле тарих үҙәге тарафынан, тимәк, рәсми рәүештә инҡар ителеүен аңлата.
Йәш ғалим ил тарихы әһәмиәтендәге тәүге уңышы менән генә сикләнеп ҡалмай. Кандидатлыҡ диссертацияһында үткәргән һәм Үҙәктә хуплау тапҡан тәғлимәтен шул уҡ советта уңышлы яҡлаған докторлыҡ диссертацияһында, “Башкирские восстания 1735 – 1736 гг.” (1977), “Башкирские восстания ХVII – первой трети ХVIII вв.” (1978), “Социально-экономическое развитие Башкирии во второй половине ХVI – первой половине ХVIII вв.” (1981), “Башкирия в составе Российского государства в ХVII – первой трети ХVIII вв.” (1991), “Башкирские восстания ХVII – начала ХVIII вв.” (1993), “За правдивое освещение истории народов” (1995), “История и современность” (2008) китаптарында һәм күп һанлы ғилми мәҡәләләрендә артабан тәрәнәйтә.
Шуны билдәләп үтәйек: уның 270 ғилми хеҙмәте араһында 11 монография бар. Устюговсыларҙан ҡырҡа айырмалы, уларҙың авторы, берҙән, бабаларыбыҙҙың Рәсәй дәүләте составына, яуланыу һөҙөмтәһендә түгел, ә килешеү нигеҙендә инеүен (мәғлүмәт сараларында бер Мәскәү чиновнигы раҫлауынса, Тарихи Башҡортостан менән Мәскәү дәүләтенең берләшеүен) раҫлай.
И.Ғ. Аҡмановтың йәмәғәтселек эшмәкәрлеге лә Мәскәү менән Башҡортостандың традицион договорлы мөнәсәбәтенең әһәмиәтен аңлатыуға, шуға нигеҙләнеп республикабыҙ суверенитетын һаҡлауға, тарихыбыҙҙы боҙоп күрһәтеүҙәргә етди яуап биреүгә йүнәлтелгән. Башҡорт милли үҙәге “Урал”, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йыйындарының делегаты булыуын, уның башҡарма комитетында ағза итеп һайланыуын ул ана шундай эшмәкәрлеге менән аҡлай килә.
Тарих фәне буйынса юғары ғилми дәрәжә алыу маҡсатында хәҙер, аспирантура, докторантура эҙләп һәм диссертация яҡлар өсөн әллә ҡайҙа сығып йөрөйһө түгел. Ирек Аҡмановтың әленән-әле Мәскәү юлын тапауы һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. БДУ-ның тарих факультетында 1991 йылда уҡ кандидатлыҡ, 1996 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлау советы асылды. Бөгөн тарих факультетының алтын ҡаҙығы булараҡ танылған профессорҙар Марат Ҡолшәрипов, Нәзир Ҡолбахтин һ.б. ошонда уҡ диссертация яҡлап, тарих фәндәре докторы булыуға өлгәшә.
Ирек Аҡманов ғилем юлына алып сыҡҡан һәм артабан үҙаллылыҡҡа фатиха биргән тарих фәндәре кандидаттарын һанай китһәң, гәзиттең байтаҡ урынын биләр ине, сөнки ундай шәкерттәре бөгөн утыҙ икегә барып етте. Ул әҙерләгән ғилми кадрҙар эшһеҙ ҡалғаны юҡ.
Тағы бер яңылыҡ. МДУ-ға бармайынса ла, ундағы уҡыу планын һәм программаны БДУ-ла уҡ үҙләштереп була. Ни өсөн тигәндә, бында ла үҙәк вуздағы уҡытыу системаһы индерелгән.
Рәсәй ғилеменең ғорурлығы иҫәпләнгән был вуз бер Ирек Ғайса улы яҙмышында ғына түгел, тотош Аҡмановтар династияһы өсөн дә шундай уҡ әһәмиәткә эйә. Ул үҙенең ғүмер юлдашы буласаҡ ҡыҙҙы ошо уҡыу йортонда осрата. Түбәнге Ләмәҙҙән (Иглин районы) Нәғимә атлы илгәҙәк ҡыҙ ҙа МДУ-ға килгән була. Ул, химия факультетын тамамлап, аспирантурала уҡып, Өфөгә фән кандидаты булып ҡайтып төшә. Доцент Нәғимә Әхмәтйән ҡыҙы байтаҡ йылдар БДУ-ның химия факультетында органик химия кафедраһына етәкселек итә. Улдары Айтуған атаһы юлынан китә: БДУ-ның тарих факультетын тамамлай. Әйткәндәй, ошо факультетта ассистент сифатында эшләгән ваҡытында Ирек Ғайса улынан дәрес алған. Тарих фәндәре докторы, профессор Айтуған Ирек улы бөгөн — БДУ-ның Рәсәй тарихы кафедраһы мөдире. Ни тиһәң дә, үлән үҫкән ерендә үҫә.

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.

Архив. 2013 йыл. 

 

Күренекле профессор, тарихсы Ирек Аҡмановҡа - 90 йәш
Күренекле профессор, тарихсы Ирек Аҡмановҡа - 90 йәш
Күренекле профессор, тарихсы Ирек Аҡмановҡа - 90 йәш
Автор:
Читайте нас: