Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
21 Август 2023, 13:10

Был шәхес ысынлап та ҙур бүләккә лайыҡ!

"Беҙ Рафаэль Ибраһим улын күптән беләбеҙ, хөкүмәттә уның уҡыусылары бихисап. Уның эшләү дәүере республика өсөн емешле һәм файҙалы булды. Хөрмәтле Рафаэль Ибраһим улы, һеҙҙең бөтә наградаларығыҙ ҙа бар, хөрмәт йөҙөнән һеҙҙе Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградаларға ҡарар иттек".

Был шәхес ысынлап та ҙур бүләккә лайыҡ!
Был шәхес ысынлап та ҙур бүләккә лайыҡ!

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә БР хөкүмәтенең элекке премьер-министры Рафаэль Байдәүләтовты 80 йәшлек юбилейы уңайынан Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнеләр. Республика башлығы дәүләт эшмәкәренең Башҡортостан үҫешенә ҙур өлөш индереүен билдәләне:

- 16 августа күренекле дәүләт эшмәкәре, 1999 йылдан алып 2008 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры вазифаһын биләгән Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтовҡа 80 йәш тулды, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ Рафаэль Ибраһим улын күптән беләбеҙ, хөкүмәттә уның уҡыусылары бихисап. Уның эшләү дәүере республика өсөн емешле һәм файҙалы булды. Хөрмәтле Рафаэль Ибраһим улы, һеҙҙең бөтә наградаларығыҙ ҙа бар, хөрмәт йөҙөнән һеҙҙе Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградаларға ҡарар иттек.

Бүләкләүҙе бөтә зал аяғүрә алҡышланы.

- Минең хеҙмәтемде юғары баһалағанығыҙ, награда өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерергә рөхсәт итегеҙ. Был беҙҙең хөкүмәттең һөҙөмтәле эшләүе менән аңлатыла. Мин кисергән тойоғоларҙы һүҙҙәре менән еткереү мөмкин түгел. Был тәрән ҡәнәғәтлек һәм ғорурлыҡ. Икенсенән, был икеләнеү - бөгөн донъяла, беҙҙең ил тирәләй ниндәй ваҡиғалар бара. Мин республика етәкселегенә сәләмәтлек, көс-ҡеүәт, ҡуйылған бурыстарға ирешеүен, яратҡан республикабыҙҙың һәм уның күп милләтле халҡына ныҡлыҡ һәм үҫеш теләйем, - тине Рафаэль Байдәүләтов. 

Автор: Ләйлә Аралбаева.

Автор:
Читайте нас: