Беренсе Президент Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында йырсы Юрий Шатуновҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Кисә уҙған таҡтаташты асыу тантанаһы күренекле яҡташыбыҙҙың тыуыуына 50 йыл тулыуға арналды.
Сарала уҡыусыларҙан тыш, Мәскәүҙең «Наш Шатунов» фан-клубы ағзалары, шулай уҡ йырсының дуҫтары һәм башҡа ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты, тип хәбәр ителә гимназияның «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөндә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 1982-1984 йылдарҙа Юрий Шатунов Күмертау мәктәбендә белем алған. Ул саҡта уҡыу йорто Ю.А. Гагарин исемендәге 2-се мәктәп-интернат тип йөрөтөлгән. Гимназияға таҡтаташ ҡуйыу идеяһын Мәскәү фанаттары тәҡдим иткән. Артистың һүрәте төшөрөлгән мемориаль таҡтаташты Новосибирскиҙа эшләгәндәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек «Башинформ» Күмертауҙа, Юрий Шатуновтың тыуған яғында, 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының музыка кабинетына йырсының исемен биреүҙәрен хәбәр иткәйне.
Фото: 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты