Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы (1 ғинуар 1950 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-башҡорт теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1994—1999). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (2008) Һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2014). Ким Әхмәтйәнов исемендәге (2010), Рәми Ғарипов исмеедәге (2016) премиялар лауреаты.
Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының[1] Әбйәлил районыны Рәхмәт ауылында тыуған.
1970 йылда Белорет педагогия училищеһын, 1974 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай.
1976 йылда СССР Фәндәр академияһының Тел белеме институтының аспирантураһына ҡабул ителә.
1978 йылдан алып 1985 йылғаса Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән хәҙмәткәр. 1980 йылда кандидатлыҡ, 1993 йылда докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
1987 йылдан БДПИ-ның башҡорт филологияһы факультетында кафедра мөдире, 1992 йылдан шул уҡ факультеттың деканы була, 1993 йылдан — профессор.
1995—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министры була, 1998 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтында директор урынбаҫары, 2005 йылдан — директор.
100-ҙән ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән: (рус.)
Әмир Аһарони Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында. Һулда институт директоры Фирҙәүес Хисаметдинова. 25.04.2015
Ҡатын‑ҡыҙҙар союзы (1996— 98), Башҡорт ҡатын‑ҡыҙҙары йәмғиәте (1997—2003), БР Хөкүмәте ҡарамағындағы БР Дәүләт телдәре советы (2003 й. алып) рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) рәйесе урынбаҫары (2015 й. алып).
Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен ойоштороусылар рәтендә булды һәм ойошмала бер нисә йыл етәксе булды. Ул етәкселек иткән йылдарҙа Йәмғиәт Башҡортостан райондары һәм ҡалалары көнө, милли байрамдар, конкурстар, фәнни-ғәмәли конференциялар, балалар йорттарына хәйриә ярҙамы күрһәтеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм башҡа төрлө йәмәғәт саралары үткәреүҙә әүҙем ҡатнашты, йыйынтыҡтар сығарҙы. Уның тырышлығы менән «Мең йыллыҡтар араһында башҡорт ҡатын-ҡыҙы» тигән белешмә донъя күрҙе[2].
Башҡорт Википедияһынан