Рафаэль Альберт улы Амантаев 1962 йылдың 19 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
Кесе йәштән үк бейеү сәнғәтенә ғашиҡ була. Башҡорт дәүләт филармонияһының Хореография студияһын тамамлай. 1980—1990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында балет артисы; 1990—1991 йылдарҙа «Восток» концерны концерт коллективында балет артисы; 1991—1992 йылдарҙа «Мунсаҡ» концерт коллективында балет артисы; 1992 йылдан — Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Үҙенсəлекле бейеүсе. Донъяның бик күп ҡитғаларында башҡорт бейеүҙәрен бейегән артист ул.
Рафаэль Альберт улында башҡарыу виртуозлығы («Арагон хотаһы» — «Арагонская хота», «Бесəнселəр», «Гопак») сағыу образлылыҡ («Андалузия кистəре» — «Андалузские вечера», «Бөркөткə һунар уйыны», «Кейəү» — «Жених») менән уңышлы берлəшə. Бөтə Рəсəй яңғыҙ халыҡ бейеүҙəрен башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Һамар ҡалаһы, 1993).
45 йәше лә тулмаған Амантаев хаҡлы ялға сыҡҡас, яңы һөнәр үҙләштерә, төрлө биҙәүестәр, сулпылар, ҡәмәр-ҡайыштар яһай башлай. Рафаэль бер нисә йыл рәттән тотош ансамблдәге бейеүселәргә милли биҙәүестәр, ҡәмәр-ҡайыштар етештерә. Ул етештергән әйберҙәргә һорауҙар арта. Амантаев, шәхси иҫәп асып, үҙенең оҫтаханаһын булдыра. Бөгөн уның «Амантай» ижад үҙәге уңышлы эшләй. Билбау ҡаптырмаһы, алҡа-сулпылар, иҫке салғы киҫәгенән эшләнгән нәҡ боронғоса ағас һаплы башҡорт бысаҡ-хәнйәре, баҡыр беләҙек, барыһы ла Рафаэль Амантаевтың ҡулында зауыҡлы, камил төҫ ала. Амантаев бөгөн башҡорттоң милли яу-һунар ҡоралы булған йәйәһен тергеҙеү өҫтөндә әүҙем шөғөлләнә. Рафаэль - яҙыусы Ғабдулла Амантаевтың ейәне.
Башҡорт Википедияһы.