19 октябрҙә Өфөлә күренекле композитор Салауат Низаметдиновҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Сарала Башҡортостандың композиторҙар Союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева, мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт бүлеге начальнигы Гүзәл Сөләймәнова, Рәсәй инвалидтар спорт союзы президенты, Дәүләт Йыйылышы депутаты Флүр Нурлығаянов, республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, композиторҙың тол ҡатыны Рәзиҙә Низаметдинова, ҡыҙы Ләйсән, яҡындары ҡатнашты.
Мемориаль таҡтаташ Ленин урамындағы 162-се йорт фасадына ҡуйылған, унда композитор 1997 йылдан 2003 йылға тиклем йәшәгән.
Салауат Низаметдинов (1957-2013) - күренекле башҡорт композиторы, уның бөтә тормошо сәнғәткә ғәжәп хеҙмәт өлгөһө булып тора. Ул ҙур сағыу музыкаль мираҫ ҡалдыра: һигеҙ опера, симфоник, камера, хор әҫәрҙәре, 200-ҙән ашыу йыр һәм романс. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара, 2005-2009 йылдарҙа Башҡортостан композиторҙар Союзы етәксеһе була.