Гөлнур Ҡасҡынова
Яҡты һыны мәңге хәтерҙә (2)
ҺӘҘИӘ ДӘҮЛӘТШИНА
ҺАМАР БАШҠОРТТАРЫ ХӘТЕРЕНДӘ
2014 йылда Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусылары һәм студенттарының Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районына фольклор экспедицияһы мәлендә Һәҙиә Дәүләтшинаның ауылдаштары менән күрешеү, уларҙың яҙыусы тураһындағы иҫтәлектәрен яҙып алыу бәхете тейҙе беҙгә. Ауылдың иң оло кешеләренең береһе Хөббихужина Фәрихә Ғабдрахман ҡыҙы ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән ихлас бүлеште.
"1930 – 1932 йылдар тирәһе булғандыр. Сәмсеҡәмәр исемле ҡыҙ менән уйнап йөрөйбөҙ. Бер ваҡыт уларға ирле-ҡатынлы ҡунаҡтар килеп төштө. Матур ине ҡатыны: билдәре өҙөлөп тора, ҡаштары ҡыйылып киткән, ап-аҡ йөҙлө. Килешле костюм-күлдәк кейгән. Капрон яулығын матур итеп бәйләп, суҡлап ҡуйған.
– Инәй, Сәмсеҡәмәрҙәргә бер матур ҡыҙ килгән. Ире менән, – тип һөйләйем, өйгә ҡайтып.
– Ул Һәҙиә Дәүләтшина, Исмәғил бабайҙың яҡын туғаны, – тине инәйем.
Һәҙиә апайҙың яңғыҙы ғына килеп киткәне лә хәтерҙә ҡалған.
1955 йылдар тирәһендә яҙыусының әсәһе Гөлйәүһәр әбей килеп китте. Мин был ваҡытта уларҙың ҡәрҙәше Исмәғил улы Ильясҡа кейәүгә сыҡҡан инем инде. "Һәҙиә үлгәс, аптырап сығып киттем. Ағай-энемде күреп, бәләкәс (әҙерәк. – Г. Ҡ.) күңел күтәреп киләйем, тинем", – тип һөйләгәйне Гөлйәүһәр инәй.
Өс көн булды ул беҙҙә. Күберәк ҡәйнәм менән һөйләшеп ултырҙылар. Гөлйәүһәр әбей һәйбәт кенә ине. Ҡәйнәм минең турала ниндәйҙер бер һүҙ әйткәс, әбей әрләп тә ташланы уны: "Һыңар балаңдан рәхәт күреп ултыраһың: намаҙ уҡыйым тиһәң, ҡомғаныңа һыу ҡойолған. Сәйең ҡайнаған. Ашайһың да ҡыйшаяһың. Һин миңә киленде яманлама. Мин бит күреп, һынап ултырам. Килен яҡшы, үҙең яманһың. Тик ултыр". Минең ҡәйнәм уның еңгәһе ине бит.
Аҙаҡ әбей Диңгеҙбай, Ташбулат ауылдарына барырға булып, хушлашып беҙҙән китеп барҙы.
Янғол байҙың ("Ырғыҙ" романындағы Ныязғол бай образының прототибы. – Г. Ҡ.) өйөндә бәләкәй генә сағымда бер тапҡыр булдым. Өсөнсө бисәһе инәйемдәрҙе ҡунаҡҡа саҡырған ине. Урта буйлы, матур ғына бер ҡатын ине Мәхүбә әбей. Мишәр икән, тигәндәре хәтерҙә ҡалған. Бер малайы кәмит күрһәтәм, тигән булып, ҡағыҙ алып, күҙ, танау, ауыҙ урындарын тишеп мәрәкәләп йөрөгәне, минең унан ҡурҡып илауым иҫтә ҡалған". Бына шундай хәтирәләр һаҡлай күңелендә туғыҙ бала әсәһе, 89 йәшлек Фәрихә инәй.
Фәрихә инәйҙең бикәме Сәмсеҡәмәр Исмәғил ҡыҙы Хәтипова Имеләй (Ҡыпсаҡ) ауылында йәшәй. Ул 1922 йылдың 29 сентябрендә Хәсән ауылында тыуған. Янғол байҙың кесе ҡатыны Мәхүбә Сәмсеҡәмәр Исмәғил ҡыҙының кендек әбейе булған.
– Һәҙиә апай – атайым яғынан беҙгә туған. Минең атайым Хөббихужин булып йөрөһә лә, Аралбаев фамилиялы булырға тейеш булған (Гөлйәүһәр инәйҙең дә ҡыҙ фамилияһы Аралбаева. – Г. Ҡ.). Һәҙиә Дәүләтшина 1935 йылда Һәҙиәт исемле бер туған ҡустыһы менән килгәйне. Бер 10 көн торҙолар беҙҙә. Аҙаҡ Өфөгә ҡайтып киттеләр. Күпмелер ваҡыттан ҡустыһы зым-зыя юғалған. Һәҙиә апай: "Ҡустым юҡ булды. Әллә һеҙгә барҙымы?” тип, борсолоп хат яҙғайны беҙгә.
Ғөбәй еҙнәм Ташбулаттыҡы ине. 1934 йылда, мин бишенсе класта уҡығанда, уның менән хат алыша торғайныҡ. Көлә-көлә яуап яҙған була торғайны еҙнәм. "Һин үҫеп етһәң, үҙем кейәүгә бирәм", – тип тә яҙғайны. Апайым ҡайҙалыр киткәнендә, "Ул ҡайтмаһа, балдыҙ, һине алам да ҡуям", – тип шаярып яҙғаны иҫтә ҡалған.
1948 йылда Һәҙиә апай икенсе ире Зәйнулла менән Хөббөниса әбейҙәргә ҡунаҡҡа килделәр. Мин Ҡыпсаҡ ауылына кейәүгә сыҡҡан инем. Һәҙиә апайҙарҙы саҡырып ҡунаҡ иттек. Ул замандың һыйы ла әллә ни түгел инде: күкәй ҙә ҡоймаҡ. Шулай ҙа матур, күңелле итеп ҡунаҡ булыштыҡ.
Гөлйәүһәр апайҙы 1952 йылда Диңгеҙбайҙың Йомағужа тигән кешеһе бортлы машинаға ултыртып алып килгәйне. Кис төшкән ине. Электр уты ла юҡ, бер шәм генә. Гөлйәүһәр апай өйгә кергәс, артынан мин дә керҙем. "Эй, туғаным, кил әле! Исмәғил ағайыма ғына оҡшаған бер кеше икәнһең", – тип, алдына ултыртып, яратып-яратып алды ул мине.
Апайым еңгәләре менән күрешергә теләгәс, биш-алты әбейҙе ҡунаҡҡа саҡырып алдым иртәгеһенә. Аҙаҡ Тольяттиҙа торған Мәрйәм ҡыҙым барып күрҙе уны Өфөгә, 10 класты бөткәс. Гөлйәүһәр апайым: "Һин Исмәғилдең бер затымы әллә?" – тип сырамытҡан уны шунда уҡ.
Һәҙиә апайҙы миңә оҡшаған тип әйтә торғандар ине. Минең бабай ҙа, Зәйнулла еҙнәм дә: "Был тиклем бер-берегеҙгә оҡшарһығыҙ икән?!” – тип аптырашҡандар ине 1948 йылда ҡунаҡ булышҡанда (Ысынлап та, ап-аҡ йөҙлө, һөйкөмлө Сәмсеҡәмәр инәйҙе күргәс тә, "Һәҙиә апай ҡартайғансы йәшәһә, тап ошондай әбей булыр ине" тигән фекер тыуа. – Г. Ҡ.). Бына ошоларҙы бәйән итте беҙгә Сәмсеҡәмәр Исмәғил ҡыҙы берсә көлөмһөрәп, берсә һағышланып.
ҺӘҘИӘНЕҢ ЯРАТҠАН ЙЫРЫ
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Аткина (ҡыҙ фамилияһы Аралбаева) Миңнур Әбелхәким ҡыҙы – танылған яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның яҡын ғына туғаны. Яҙыусының әсәһе яҡлап ҡартатаһы Арыҫлан һәм Миңнур апайҙың ҡартатаһы Сәйетбаттал бер туған ағалы-ҡустылы булғандар. Сығыштары Һамар өлкәһенең Ҡыпсаҡ ауылынан.
Миңнур апай – ата-әсәһе Башҡортостанға күсеп килгәс тыуған бала. Әммә яҡташтары нигеҙ һалған Үҙән ауылында түгел, ә ошо уҡ Баймаҡ районы Аҡморон ауылында 1938 йылда донъяға килгән. Атаһы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозынан раскулачиваниенан ҡасып ошонда төйәкләнгән була.
– 1958 йылдың август айында уҡырға инергә тип, Өфөгә килдем. Фатирға Гөлйәүһәр апайға (Һәҙиә Дәүләтшинаның әсәһе) төштөм. Ул был осорҙа Фрунзе урамында яҙыусы Бәшәр Хәсәндең ҡатыны Рәхилә апай янында йәшәп ята ине.
Имтихандарҙың һөҙөмтәләрен көткән арала ваҡытты нисек үткәрергә белмәй интегәм. “Ырғыҙ” романы был ваҡытта китап булып баҫылып сыҡҡайны инде, уны йотлоғоп уҡып сыҡтым. Романдың прототиптары тураһында ла һөйләштек Гөлйәүһәр апай менән. Гөлйөҙөм ысынбарлыҡта Зөһрә исемле ҡатын булған икән, уны ҡаҙаҡ далаларына алып китәләр, аҙаҡ эҙһеҙ юғала. Ә Аралбаева Диләфрүз – ул Һәҙиә үҙе (Гөлйәүһәр апайҙың да, минең дә ҡыҙ фамилиябыҙ Аралбаева бит). Айбулат менән Гөлйөҙөмдөң балалары һуңынан ҙур кешеләр булып китә, Ленинградта йәшәйҙәр. Әйткәндәй, романдағы Ниязғол байҙың (Янғол Йомағолов) Ғизелбанат исемле ҡыҙын да күрҙем мин Гөлйәүһәр апайым янында.
Тағы ла нимә уҡырға тип аптыранғанымды күреп, апай: “Һәҙиәнең тағы бер китабы бар”, – тине. Яҙмалар тултырылған әҙәм көсө еткеһеҙ тоҡто аҡтарып, эҙләнә башланы. Китап тиһә лә, ул ҡулъяҙма икән. Ғәрәп графикаһында яҙылған, “Ат ҡарағы” тип атала ине. Был графиканы насар белгәс, уҡый алманым. Шунда бер генә битен булһа ла һалып алһамсы! – тип әсенә Миңнур апай.
Йылдар үткәс, “Мораҙым” повесының авторын билдәләү буйынса үткәрелгән суд ултырышына Миңнур апай бара алмай. “Балаларым бәләкәй булды, белемем дә етерлек түгел ине, апайымды яҡлаша алманым”, – ти ул. Был хәл – апайҙың бәғерен әлеге көнгә тиклем әсетеп торған бер яра.
– Мин уҡырға инә алманым. Ауылға ҡайтып китергә йыйындым. Гөлйәүһәр апай: “Тиҙҙән миңә фатир бирәсәктәр, яныма йәшәргә килерһең. Мин һиңә хат аша хәбәр итермен”, – тип саҡырып тороп ҡалды.
Йыл аҙағында апайға Крупская урамындағы бер йортта 4 бүлмәле фатирҙың бер бәләкәй генә йоҡо бүлмәһен бирҙеләр. Декабрь айында мин дә бында килеп урынлаштым. Хәҙер миңә эшкә төшөргә, пропискаға торорға кәрәк. Ошо мәшәҡәттәр менән йүгергеләй башланым.
Гөлйәүһәр апайҙың эргәһенә ҡыҙының таныштары хәл белергә йыш ҡына инеп сығалар ине. Бер көн ап-аҡ сәсле матур бер ҡатын килеп инде, мунсанан ҡайтып килә икән. Мин туҡмас ҡырҡып тора инем. Ул минең эшемә ҡарап торҙо ла, “Ҡайһылай, ҡыҙым, матур киҫәһең туҡмасты!” – тип маҡтап та ҡуйҙы. Ултыра торғас үҙенең кемлеген дә танытты: Дауыт Юлтыйҙың ҡатыны Фатима апай икән. “Һәҙиә апайың менән күп ауырлыҡтарҙы бергә үткәрҙек,” – тине ул. Мин Дауыт Юлтыйҙың “Ҡан” романын уҡығанлығым хаҡында әйттем.
Гөлйәүһәр апай менән Минһажев урамында торған танышына барҙыҡ бер көн. Ямал исемле был ҡатын (ул ниндәйҙер институтта уҡыта ине) апайымдан ҡыҙына пианино һатып алыр өсөн бурысҡа аҡса алып торған булған. Ул беҙҙе бик ҡыуанып ҡаршы алды, матур итеп ҡунаҡ итте. “Тик әлегә ҡулымда аҡсам юҡ, иртәгә өйөгөҙгә үҙем индерермен”, – тине. Беҙгә килгәнендә Ямал апай: “Һәҙиәнең гонорарын үҙеңә яҙҙыр, юҡһа, аҡсаһын инәйҙән алдап алып бөтөрәләр”, – тип иҫкәртте. Был һүҙҙәр ерлекһеҙ түгел ине, сөнки бер яҙыусы һәм Мәскәүҙән килгән тарихсы Гөлйәүһәр апайҙың күпмелер аҡсаһын алып киткән булалар быға тиклем.
Ямал апай Яҙыусылар союзында Һәҙиә апайҙы күреүе тураһында ла һөйләне. “Хәлһеҙ ине үҙе, бер баҫҡыс менә лә ял итә, бер баҫҡыс менә лә туҡтай”, – ти.
Ул осорҙа йәш кенә ҡыҙ булған Миңнур апай Гөлйәүһәр инәйҙән байтаҡ мәғлүмәттәр белә. Инәй үҙенең тыуған ауылы Ҡыпсаҡта күршелә генә Сурин фамилиялы егете булыуын, әммә уның менән ҡауыша алмауҙарын, Ильясов Лотфуллаға кейәүгә бирелеүен дә хикәйә итә.
– Ғөбәй кейәүенең үҙен, улдары Сибәғәт менән Һәҙиәтте Мәскәүгә алып барыуы тураһында ла әйтте апай. Япа-яңғыҙы тороп ҡалыуына әсенеп ултыра торғас, көлөп ҡайһы бер нәмәләрҙе иҫләп ҡуя ине: “Һәҙиәнең Йылайыр совхозында сыҡҡан гәзит редакцияһында эшләгән сағы. Балам яурынына шәл һалып, көнө-төнө кәкрәйеп яҙышып ултыра. “Ҡуйсы-ҡуйсы! Нимә яҙаһың шул тиклем?” – тип һораһам, көлөп кенә: “Ғәйбәт!” – тип яуап биргән була”.
Ғөбәй еҙнәйҙе һәм Һәҙиә апайҙы 1937 йылда кем ошағы буйынса ҡулға алыуҙары тураһында йыш ҡына һөйләр ине Гөлйәүһәр апай. Һәҙиә Дәүләтшина 5 йыл төрмәлә йөрөп ҡайтҡандан һуң, теге кешене осрата.
Хәл белергә килгән тиһәм,
Ҡыҙыҡһынып килгән шпион, –
тигәнерәк мәғәнәлә шиғыр ҙа яҙа ул был хәл тураһында.
Һәҙиә апайҙың яратҡан йырҙары “Тәфтиләү” менән “Зәлифәкәй” була. Рәшит Ниғмәти ҙә үҙҙәренең тыуған яғында сыҡҡан “Зәлифәкәй”ҙе бик яратҡан. Йырҙың тарихы ошолай: Диңгеҙбай ауылында Әбделкәрим тигән кешенең Зәлифә исемле ҡыҙы була. Зәлифә менән Алламорат атлы егет бер-береһен яратыша, ләкин улар араһына Яҡуп исемле егет төшә. Яҡуп мал биреп, Зәлифәнең ағаларын һатып ала һәм ағалары һеңлеләрен Яҡупҡа ҡушалар. Яҡуп үҙенең теләген тормошҡа ашырғас, ҡыҙға әйләнеп тә ҡарамай. Алламорат та унан баш тарта. Зәлифәне йәлләп, халыҡ ошо йырҙы сығара.
Был йырҙы Гөлйәүһәр апай ҙа йыш ҡына йырлай ине.
Өфөлә эшкә инергә ниәтләгән Миңнур апай пропискаға тора алмай. Сәбәбе: Ахун исемле комендант Гөлйәүһәр инәй менән бер фатирҙа торған мәрйәнең яҡын дуҫы булып сыға. Улар йәш ҡыҙҙан инәйҙең аҡсаһын, бүлмәһен ҡыҙғаналар икән. “Пропискаға торор өсөн министрлыҡтан рөхсәт кәрәк” тигән һылтау менән Миңнур апайҙы кире боралар. Тамам аптыранған ҡыҙ менән Гөлйәүһәр инәй Фатима Мостафинаға мөрәжәғәт итәләр. “Ахун пропискаға ҡуйһын”, – тигән күрһәтмә лә ярҙам итмәгәс, Миңнур апай 1959 йылдың февраль айында ауылға ҡайтып китергә мәжбүр була.
– Гөлйәүһәр апайҙың бар байлығы боронғо, өс йоҙаҡ менән бикләнмәле һандыҡ ине. Ҡалайҙан эшләнгән бал һауыттарында ул замандың тимер һумлыҡтарын һаҡлай торғайны. Һандыҡтың яртыһын Һәҙиә апайҙың ҡулъяҙмалары биләй ине. Унда ниндәй яҙыуҙар ятҡаны менән ҡыҙыҡһынған булһамсы! Ҡуй инде, йәшлек менән бер нәмә лә аңламағанмын.
Апайымдың бер тиненә лә теймәнем. Ҡайтыр өсөн билет алырға тип 50 һум урынына 100 һум биргәс, артығын ҡайтарып бирҙем. “Башҡа берәү булһа, шуны әйтмәҫ ине”, – тип көлдө аҙаҡ Гөлйәүһәр апай. “Һәҙиә апайыңдың иҫтәлеге булһын”, – тип ҡул сәғәте алып бирҙе ул миңә. Ул осорҙа сәғәтте бик һирәк кешеләр генә таға ине.
Миңнур Әбелхәким ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшинаның яратҡан “Зәлифәкәй” йырын үҙе лә бик оҫта башҡара. Был моңло йырҙы йырлағанда Һәҙиә апаһының да әсе яҙмышын күңеленән үткәрә, өҙөлөп ҡалған моңдо әҙибәбеҙ өсөн дә дауам итә ул.
Дауамы бар.