#МортазаРәхимов етәкселек иткән осорҙа Хәйбулла районында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә социаль-иҡтисади юҫыҡта бихисап эштәр атҡарылды.
Баш ҡаланан иң йыраҡ урынлашҡан Хәйбуллала “зәңгәр яғыулыҡ” һәр ауылға ғына түгел, һәр йортҡа үткәрелде. Газ үткәреү ҙур күләмдә иҫ киткес тиҙ башҡарылды. Был ауыл халҡының тормошон тамырынан үҙгәртте, ошоға тиклем күрелмәгән уңайлыҡтар барлыҡҡа килде.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкселек иткән осорҙа Башҡортостанда меңләгән мәктәп, шул сама балалар баҡсаһы төҙөлдө.
2009 йылда 1000-се белем усағы Бүребайҙа асылды. Әбеш, Таштуғай, Әбүбәкер, Юлбарыҫ, Әбделнасир, Быҙаулыҡ, Ҡараһыу, Сәғит, Йәнтештә мәктәптәр, Аҡъяр тау колледжы сафҡа индерелде, 2-се Аҡъяр мәктәбенә заманса төкәтмә төҙөлдө.
Һәр районда дауаханалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары файҙаланыуға тапшырылды.
Аҡъяр, Аҡнаҙар, Урыҫбай, Бәләкәй Арыҫланғол, Атингән, Мәмбәт, Таштуғай, Быҙаулыҡ ауылдарында күперҙәр төҙөлөүе ауыл кешеһе өсөн оло шатлыҡ булды.
Юлдарға асфальт һалынды. Йәнтеш ауылында балалар һәм әсәләр өсөн "Һаҡмар" республика шифаханаһы үҙ ишектәрен асты.
– Халыҡ яҡшы шарттарҙа йәшәргә лайыҡ, – тигәйне Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы 2002 йылда “Таналыҡ-Аҡъяр” һыу үткәргесен асыу тантанаһында.
Хәйбулла районында һыуһаҡлағыстар төҙөлдө, һыу ҡойоу фрегаттары эшләй башланы. Яңы һыу үткәргестәр һәм таҙартыу ҡоролмалары төҙөлдө. Ауыл хужалығы тармағы һәм тау эшкәртеү производствоһы үҫеш алды.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Мортаза Ғөбәйҙулла улы Хәйбуллала йыш булды, эштәр барышын иғтибар үҙәгендә тотто, ә объект сафҡа индерелгәндә халыҡтың шатлығын да бергә уртаҡлашты.
Был ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә Мортаза Рәхимовтың бөтә күп яҡлы һәм уңышлы эшмәкәрлеге тураһында тулы итеп яҙыу мөмкин түгел.
Ләкин оҙаҡ йылдарға республиканың яҙмышы ошо оло шәхескә ышанып тапшырылғанға күрә, Башҡортостандың күп милләтле халҡы уны һәйбәт белде, хөрмәт итте һәм уның яҡты рухы халыҡ хәтерендә йәшәйәсәк.
Мәрйәм Иманғолова