Шоңҡар
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
1 Февраль , 09:55

“Көйөргәҙе йылғаһын һағынып бер булам…”

Ангина менән ауырып, бер йылда ғына унлаған бала үлде. Табиптар юҡ, район үҙәгендә лә улар ике-өс кенә, дарыуҙар ҙа юҡ. Йәл ине бергә уйнап йөрөгән иптәштәремдең үлеүе.

“Көйөргәҙе йылғаһын һағынып бер булам…”
“Көйөргәҙе йылғаһын һағынып бер булам…”

Бына миңә лә, Хоҙай ҡушҡас, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйгә, донъяға билдәле шәхес Марат Тәлғәт улы АҘНАБАЕВ менән осрашырға насип булды. Ябай табиптан академик дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән шәхес быйыл 80 йәшен билдәләне. Илебеҙҙә күренекле күҙ табиптарының береһе, 16 монография, 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, 128 эшенә авторлыҡ патенты алған Марат Тәлғәт улы Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылында донъяға килгән. Өлгәшелгән уңыштары һанап бөткөһөҙ. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, атҡаҙанған табибы. Шул уҡ ваҡытта тормошто яратҡан ябай, оҫта етәксе.



Әлеге һөйләшеү барышында иһә тәбиғәтте ихлас һөйгән балыҡсы, һунарсы икәне лә асыҡланды.

 


– Марат Тәлғәт улы, бала саҡ хәтирәләренә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Балыҡсы ҡомары ҡайҙан килгән Аҙнабаевтарға?


– Эй, бала саҡ хәтирәләре күңелле инде ул! Беҙҙең ауылдың янынан ғына Көйөргәҙе йылғаһы аға, тыныс, ҙур ғына ятыуҙары ла бар. Беҙҙең мәлдә махсус һөҙгөстәр юҡ бит инде. Талдан үрелгән ситәүкә менән һөҙөргә сығып китәбеҙ. Түңәрәк ҡамыш сәскә аттымы, йылға буйынан ҡайтмайбыҙ тиерлек, тик сабаҡ ҡына эләкһен. Уларҙы унға яҡын ырғаҡҡа кейҙерәбеҙ ҙә һыуға ырғытабыҙ. Әҙерәк ваҡыт үткәс, йә йәйен, йә суртан эләгеп ятыр ине. Бер мәл атайым, мин һәм өлкән улым (өйләнгәндән һуң) йылға буйына барҙыҡ. Йәйен эләккән, 5 кило 800 грамм булды. Улым:


– Олатай, был балыҡ ҡойроғо менән башына һуға ла һуға, ниңә эләктем инде, тиме икән? – тип көлдөрөп тә алғайны.

Хәҙер ул улым – профессор, күҙ табибы, Мәскәүҙә Федоров клиникаһында уңышлы эшләп йөрөй. Көйөргәҙе йылға­һының ярҙары текә түгел, матур, туғай­ҙары күп. Ул Юшатырға барып ҡушыла. Яҙ балыҡ күп күтәрелә. Бурыш (беҙҙең яҡ­тарҙа бурыс йәки түбәнауыҙ тип йө­рөтәләр) күп ине ул заманда, хәҙер ҙә бар ул, әммә аҙ. Эре-эре ҡорман, ҡыҙыл­гүҙ, опто ла байтаҡ ине. Атайым, колхоз етәксеһе булғас, балыҡҡа йөрөргә ваҡыты юҡ, шуға беҙҙе уның ҡустыһы – мәктәп ди­ректоры урынбаҫары булып эшләгән Йәүҙәт ағайым өйрәтте. Бына ҡайҙа ул йыбанмаған кеше! Суртанды тотоу серҙә­рен ихлас өйрәтер ине. Атайым ауыл янында быуалар быуҙырҙы, халыҡ рәхәт­лә­неп тотһон тигәндер инде. Көйөр­гәҙе йылғаһы башҡа һыуҙарға ҡарағанда ти­ҙерәк йылына, шуға күрә балығы ла күп ине. Һаман да уны һағынып бер булам.

– Белеүемсә, ҡатынығыҙ ҙа медицина университетында уҡыта, профессор. Балыҡсы, һунарсы булыуы­ғыҙға ул нисек ҡарай?


– Әлбиттә, ыңғай. Тәбиғәткә тамаҡ туйҙырыу өсөн сыҡмайбыҙ инде. Миңә ҡалһа, һыу буйында ултырыу бөтә хәсрәттәрҙе баҫа, бар донъяңды онотоп, төрлө уйҙарға бирелеп ҡармаҡлайһың. Хатта сиселмәгән күп мәсьәләләргә шунда яуап табам, уйлап сығарылған әйбер­ҙәремдең байтағына һыу буйында нигеҙ һалынды. Ғөмүмән, тәбиғәт кешене тормошҡа икенсе төрлө ҡарарға өйрәтә. Мәҫәлән, элегерәк күберәк эләкһә ине тип теләһәң, хәҙер иһә ашарлыҡ бер-ике табан тотаһың да, етте, тиһең, яйлап һаҡсыл ҡараш менән йәшәй башлайһың.

– Марат Тәлғәт улы, студент ваҡытығыҙға ла күҙ һалайыҡ әле.


– Матур, дәртле саҡтар… Студенттар отряды менән төрлө тарафтарҙа эшләргә тура килде. Учалы районындағы бер хәл күңелгә уйылып ҡалған. Эштән һуң балыҡҡа китеп барһам, бер ағай тап булды ла: “Ҡустым, шул урынды емләгәйнем, бар, отолмаҫһың”, – тине. Ысынлап та, бик яҡшы эләкте, 8-9 кило самаһы булыр. Күп тә тотҡан булыр инем, әммә һыуыт­ҡысҡа һигеҙ кило ғына һыя. Учалының балыҡсылар бригадиры: “Өфөнән килеп беҙҙең балыҡты тотоп бөтәләр инде”, – тип көлөмһөрәп ҡуйҙы.

Талҡаҫ күлендә эре-эре алабуғалар то­торға яратам. Ваҡ балыҡты кейҙереп ырғы­таһың да эреләрен һөйрәп сыға­раһың.


Бер ваҡыт Әбйәлилдә ял ваҡытында Үләнде күлендә суртандар тоттом. Шунда Рамаҙан ағай Өмөтбаев, Әхмәт ағай Лотфуллин менән әңгәмә ҡора-ҡора сәй эсеп ултырабыҙ. Улар тыуған яғы тураһында эй ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләй, икеһе лә һүҙгә маһир, үҙҙәре шундай ихлас. Мин әҙерәк ултырҙым да, йылтырманы алып, Йәнгел йылғаһына киттем. Арыу ғына өс суртан эләктерҙем. Ҡайтып сәғәткә ҡараһам, 40 минут самаһы ваҡыт үткән, ә теге иптәштәрем һаман сәй өҫтәленән тормаған.

– Юҡ, үҙең тотмағанһыңдыр: был ваҡытта суртандарҙы эләктереп булмай, – тиҙәр.


Беләм шаяртҡандарын. Балыҡтарҙы ҡатындарыбыҙ таҙарта һалып, ҡурып та бирҙе. Иҫләй башлаһаң, йәшлек хәти­рәләре шул ҡәҙәр күп ул…

– Балыҡты күп тоторға ярата­һығыҙмы?


– 50-се йылдар уртаһында тота инек, әлбиттә. Үҙебеҙ үргән ауға ла эләктерә торғайныҡ. Әммә хәҙер тәбиғәткә ҡараш бөтөнләй икенсе. Ҡанундар ҙа үҙгәрҙе, балыҡ та әҙәйҙе. Һыу буйында рәхәтләнеп бер-ике табалыҡ балыҡ тотһаң, шул еткән. Саф һауала ҡоштар һайрауын тыңлап, балыҡтарҙың уйнағанын күрһәң, шул еткән.

– Ҡыш балыҡҡа йөрөйһөгөҙмө?


– Элек йыш бара инем, хәҙер юҡ. Беренсенән, алыҫҡа йөрөргә кәрәк, икенсенән, ҡышҡы кейем, балыҡсы йәшниге оло кешегә ауыр бит инде, ҡар йырып йөрөү беҙҙең йәштәгеләрҙең эше түгел. Әлбиттә, юлда йөрөгәндә йылға-күл буйҙарында балыҡсыларҙы күреп, үҙемсә һағыныу кисерәм.

– Марат Тәлғәт улы! Ниндәй ваҡи­ғалар һеҙҙе табип һөнәрен һайларға этәрҙе? Әллә был яҙмыш ҡушыуымы?


– Тормошта яҙмышҡа һылтанып ҡына ятып булмай шул. Был һөнәрҙе һай­лауымда ике ваҡиға сәбәпсе.

Мин 1945 йылда 1-се класҡа уҡырға төштөм. Балаларҙың тамағына булмағас, башаҡ сүпләргә йөрөйҙәр ине. Аяҡта йүнле кейем юҡ, ас, баҫыуҙарҙан өшөп ҡайталар. Ангина менән ауырып, бер йылда ғына унлаған бала үлде. Табиптар юҡ, район үҙәгендә лә улар ике-өс кенә, дарыуҙар ҙа юҡ. Йәл ине бергә уйнап йөрөгән иптәштәремдең үлеүе.

Икенсе тетрәндергес осраҡ.


Бер йылы ҡыш бик ҡаты килде. Кейем юҡ. Бала бала бит инде, иптәштәре менән тышта уйнағыһы килә. Күптәр шулай үпкәһенә һалҡын тейҙереп үлеп китте. Бер туған ҡустым Румил да саҡ үлемдән ҡалды. Миңлебай ағай хәрби фельдшер ине. Ермолаевкаға пенициллин килгән тип, уны һыбай беҙгә лә килтерҙе. Бер нисә укол эшләгәс, ҡустымдың хәле еңеләйҙе. Шунан һуң, Миңлебай ағайым­дың кәңәшен тотоп, табип һөнәрен һайларға булдым.

– Марат Тәлғәт улы, һеҙ балыҡсы шөғөлөнә өҫтөнлөк бирәһегеҙме, әллә һунарсығамы?


– Икеһен дә берҙәй яратам, хөрмәт итәм. Тик мине борсоған мәсьәләләр күп. Мәҫәлән, элек күл-быуалар колхоздар ҡарамағында ине, ярайһы уҡ эштәр башҡарылды, селбәрә ебәрҙеләр, әҙме-күпме халыҡҡа һаттылар. Беҙҙә ҙур итеп һыу һаҡлағыстар төҙөргә күнеккәндәр. Сит илдәге һымаҡ йылғаларҙа баҫҡыслы, бигүк тәрән булмаған быуалар эшләһәләр, бик яҡшы булыр ине. Ҡуртымға алынған күлдәрҙә генә хәл арыуыраҡ, ә хужаһыҙ ҡалғандарының киләсәге юҡ хәлендә. Бөтә ерҙә лә ҡытай ауҙарына штрафты арттырһалар йәки бөтөнләй тыйһалар, шунда, бәлки, ыңғай күренештәр булыр.

Һунарсылыҡҡа килгәндә, йәй аҙағында миҙгелде асалар ҙа ҙурайтып та етмәгән ҡуян балаларын аталар. Эттәр ҙә тотоп ашай уларҙы. Борон аҡыллыраҡ булған­дар: ныҡлап ҡар ятмайынса, һунар рөхсәт ителмәгән.

– Һеҙ ғүмер буйы кешеләргә хеҙмәт иткәнһегеҙ. Изге ғәмәлдәрегеҙ үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын. Һеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

"Башҡортостан" гәзитенән. Архив, 2019 йыл. 

 

Автор:
Читайте нас: