Шоңҡар
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
8 Февраль , 11:50

Йәшләй өҙөлгән ғүмер

19 ғына йәшендә хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән Дим Зөфәр улы Мөғиновтың исеме һәм батырлығы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Йәшләй өҙөлгән ғүмер
Йәшләй өҙөлгән ғүмер

Дим 1980 йылдың 17 мартында Үршиҙе ауылында Гөлсәсәк һәм Зөфәр Мөғиновтар ғаиләһендә тыуып үҫә. Тыуған ауылы мәктәбен тамамлағас, Русский Сарс ауылында урта мәктәптә белем ала. Артабан Асҡын  96-сы һөнәрселек училищеһында водителдәр әҙерләү курсын тамамлай.

1998 йылдың 12 ноябрендә  Рәсәй Ҡораллы көстәр сафына алына. Хәрби хеҙмәтте Кострома ҡалаһында Һауа-десант ғәскәрҙәрендә үтә.1999 йылдың  авгусынан  Төнъяҡ Кавказда контртеррористик операцияла ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡташыбыҙ 19 ғына йәшендә  сираттағы һөжүм ваҡытында күкрәгенә ҡаты яраланып,  22 декабрҙә һәләк була.

Дим Зөфәр улы  Асҡын районы Үршиҙе ауылында ерләнә. Ҡыйыу яҡташыбыҙ үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.

2003 йылда Дим Зөфәр улы Мөғиновтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында үҙе уҡыған Үршиҙе мәктәбенә таҡтаташ эләләр.  Быйыл мәктәп эшмәкәрлеген туҡтатҡас, был таҡтаташты ауыл уртаһында урынлашҡан клуб  территорияһындағы  мемориал комплексҡа күсереп ҡуйырға ҡарар итәләр. Һәм бына кисә, яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу  көнө алдынан, таҡтаташты күсереп эләләр, ошо уңайҙан хәтер кисәһе үткәрәләр.

Үршиҙе ауыл клубы Урмияҙ ауыл Советы һәм мәктәбе менән берлектә  тәрән йөкмәткеле, фәһемле сара үткәрә.

Дим Зөфәр улын иҫкә алырға Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлин, Димдең әсәһе Гөлсәсәк Мәхийәнова, Димдең ҡустыһы Әнфис, һеңлеһе Ләйсән, шулай  уҡ  Урмияҙ мәктәбе директоры Резеда Ибраһимова, уның тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ралия Әхмәтдинова һәм кәңәшсе Миләүшә Абдуллина, Роза Ирғәлина етәкселегендә 7-се класс уҡыусылары, Үршиҙе ауылы халҡы ҡатнаша.

Үршиҙе ауылы клубы методисы Альбина Насырова барыһын да сәләмләп, Дим Зөфәр улының тормош юлын иҫкә төшөрә. Һәр йылды февраль айында Дим Мөғиновтың яҡты иҫтәлегенә ауылдаштар менән йыйылышып, шишмә буйында  саңғы ярышы һәм ҡышҡы уйындар ойоштороуҙары хаҡында ла бәйән итә ул. Быйыл да бындай сараны ойошторорға ниәтләйҙәр.

Илшат Үзбәк улы, Резеда Рәүзәт ҡыҙы ла Дим Зөфәр улының батырлығын һәр саҡ иҫтә тотоп, уның миҫалында  балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә ил тарихына, уның героик үткәненә ихтирам тәрбиәләү, ватансылыҡ тойғоһон формалаштырыу маҡсатында  эште дауам итергә кәрәклеген билдәләй.

 Роза Рафиҡ ҡыҙы етәкселегендә уҡыусылар Тыуған ил, батырлыҡ, тыныслыҡ тураһында шиғырҙар һөйләй.

Димдең класс етәксеһе Дания Исмәғзам ҡыҙы, Димде уҡытҡан уҡытыусы, бөгөн инде хөрмәтле ағинәй Фәнизә Рахман ҡыҙы ла батыр йөрәкле ауылдаштарын тик яҡшы һүҙҙәр, яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала.

“Минең Дим  ағайым шул тиклем сабыр, тыныс холоҡло ине. Әнфис ағайым менән беҙҙе һәр саҡ ҡарап йөрөтөр ине, ҡыштарын шау-гөр килеп урамда уйнауҙар бөгөнгөләй иҫтә. Ул һәр саҡ атай-әсәйемә ярҙамлаша торғайны. Армияға оҙатып ҡалғанда ҡыҙыл туҡыма артына: ”Мин тиҙҙән ҡайтырмын, көтөгөҙ”, - тип яҙып ҡуйғайны. Ул туҡыма музейҙа һаҡлана бөгөн дә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяуһыҙ һуғыш ағайымдың ғүмерен иртә өҙҙө. Уның пландары бик күп ине”, - тип ағаһын иҫкә ала Ләйсән Фларит ҡыҙы.

Кем генә сығыш яһаһа ла, һәр  кем Димдең изге күңелле, тыйнаҡ, тәртипле, кеселекле, тырыш егет булыуын, киләсәккә матур пландар менән йәшәүен билдәләй.

Бына шулай йылы хәтирәләргә бай була илһөйәрлек менән һуғарылған хәтер кисәһе.

Гөлсәсәк апай ҙа улын искә алып, сараға килеүселәргә рәхмәт белдерә.

Сара һуңында барыһы ла бергәләп Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалға беркетелгән таҡтаташ алдына сәскәләр һалып,  Дим Зөфәр улын  бер минут тын ҡалып иҫкә алалар.

19 ғына йәшендә хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән Дим Зөфәр улы Мөғиновтың исеме һәм батырлығы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Наилә  Имаева.

 

 

Автор:
Читайте нас: