Шоңҡар
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
16 Февраль , 20:10

Уны үлгән, тип хәбәр иткәндәр

"Сибайҙан табутты барып алырбыҙ, музыка менән ерләрбеҙ",- тип әйттеләр.

Уны үлгән, тип хәбәр иткәндәр
Уны үлгән, тип хәбәр иткәндәр

Фирҡәт Яҡупов 1960 йылдың 28 февралендә Вәлит ауылында ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. 10 йәшендә атаһы вафат була. 40 йәшендә әсәһе биш бала менән яңғыҙ тороп ҡала.

1979 йылдың майында Фирҡәтте әрме сафына алалар. Дәртләнеп, шатланып китә ул изге бурысын үтәргә. Беренсенән, егет кешегә армияға барыу- бик ҙур ҡыуаныслы ваҡиға. Хеҙмәттә булмағандар үҙҙәрен кәм тоя ине.
Фирҡәт тәүҙә Калининград ҡалаһына эләгә. Унда бер йыл пограничник булып хеҙмәт итә. Шунан, "Һеҙҙе оҙайлы командировкаға ебәрәбеҙ",- тип Афғанстан еренә ташлайҙар. Һалдаттарға бик күп хәрби заданиелар үтәргә тура килә. Шуларҙың береһендә вертолет менән тауҙар араһына төшөрәләр. Дошман ул ерҙәргә мина ҡуйған була һәм күптәр шул "тоҙаҡҡа" эләгеп шартлай. Фирҡәт тә пластик мина ямғыры аҫтында ҡала, ҡаты яраланып иҫен юғалта. Был фажиғә 15 октябрҙә була. Мина яланына эләккән һалдаттарҙы эҙләп табалар ҙа, тиҙерәк Союзға оҙаталар. Ауыр контузия алған Фирҡәтте "үлгән" тип уйлайҙар. Тыуған яҡтарына уның һәләк булыуы тураһында телеграмма юллана: "Һеҙҙең улығыҙ Фирҡәт Якупов хәрби заданиены үтәгәндә батырҙарса һәләк булды".
Хәрби комиссариаттан вәкил, совхоз директоры килеп әсәйҙе, беҙҙе йыуаталар. "Сибайҙан табутты барып алырбыҙ, музыка менән ерләрбеҙ",- тип әйттеләр.
Туғандар, ауылдаштар йыйылып китә... Илаш, һыҡташ, шаңҡып ҡалыу.
Шулай кис етеп, ни эшләргә белмәй ултырғанда, бүлексә управляющийы (хәҙер мәрхүм Мырҙагилде олатай Габитов) килеп инде. "Иламағыҙ, Фирҡәт тере, әле генә военкоматтан шылтыраттылар, уны Дүшәмбе ҡалаһындағы госпиталгә алып килгәндәр",- тип шатлыҡлы хәбәр әйтте.
Ә эш былай була. Мәйеттәрҙе илгә ҡайтарыу өсөн тейәгән ваҡытта Фирҡәттең аяғымы, ҡулымы ҡыбырлап ҡуйғанын күреп ҡалалар һәм ашығыс рәүештә госпитальға оҙаталар. Бына шунда башлана инде мина ярсыҡтарынан бер күҙе, бите йәрәхәтләнгән, усы, тәне тишекләнгән егеттең йәшәү өсөн көрәше.

Ярсыҡтар хатта уның үпкәһенә лә ҡаҙалған була. Ауыр яралар алған һалдат ике аҙна иҫенә килә алмай ята. Уның тере булыуы тураһында телеграмма алғас, әсәй, мин, Сәлимйән ҡустым Душәмбегә самолет менән остоҡ. Барҙыҡ, ул иҫһеҙ, ап-аҡ бинтҡа уралған, танырлыҡ та түгел. Бүлмәләштәре :"Ана, ул Яҡупов",- тип күрһәтә. Иҫенә килеү, аяҡҡа баҫыу өсөн күпме операция, уколдар, перевязка үтергә тура килә уға. Әсәй тиҙерәк Фирҡәттең хәлен яҡшыртырға теләп госпиталгә эшкә урынлаша. Иҙән йыуа, яралыларға ярҙам итә, госпиталдә йәшәй, Фирҡәтте тәрбиәләй. Оҙаҡ ваҡыт үткәс, Фирҡәт аңына килә. Эргәһендә ултырған әсәйҙе таный.
Шулай көндәр үтә, биш ай буйы әсәй Фирҡәтте ҡарап, аяҡҡа баҫтыра. 1981 йылдың мартында ябыҡҡан, йонсоған әсәй менән Фирҡәт өйгә ҡайтып инделәр.
Ҡайтҡас та әсәй Фирҡәтте дауалауын туҡтатмай. Бейә тотоп, ҡымыҙ яһап эсерә, үләндәр йыйып дауалай, балдан өҙмәй. Йәш организм бөтә ауырлыҡты еңеп сыға. Ә бит уның бер күҙе күрмәй, үпкәһенең яртыһы юҡ, ҡолағы насар ишетә.
Тыуған ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн яугир һалдат Ҡыҙыл йондоҙ һәм Ҡаһарманлыҡ өсөн ордендары менән наградлана.
"Яугир интернационалистҡа рәхмәтле афган халҡынан", "Ҡаһарманлығы һәм батырлыҡы өсөн" миҙалдары һәм өс юбилей миҙалдары бар.


Якупов Фирҡәт Зиннур улы тураһында был ҡыҫҡаса мәғлүмәт Мәнеүәрә Якупованың "Дөрләһен хәтер усағы" китабынан алынды.

Автор:
Читайте нас: