Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәхес
17 Февраль , 08:15

Әбйәлилдең аҫыл улы ине

Ғүмере иртә өҙөлгән Милләт Ташбулат улын бөгөн дә һағынып иҫкә алалар.

Әбйәлилдең аҫыл улы ине
Әбйәлилдең аҫыл улы ине

Хәкимов Милләт Ташбулат улы (рус. Хакимов Миллят Ташбулатович17 февраль 1949 йыл — 1993 йыл) — комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

 

Милләт Ташбулат улы Хәкимов 1949 йылдың 17 февралендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Һәйетҡол ауылында тыуған. Милләте башҡорт, юғары белемле — 1972 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1977-лә Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1966 йылда тыуған ауылында тракторсы булып башлай. Уҡытыусы бушлып эшләй, шунан Әбйәлил районының Йәнгел совхозында ВЛКСМ комитеты секретары була.

1970—1973 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитетында бүлек мөдире була, икенсе, беренсе секретары итеп һайлана.

1973—1974 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1975 йылда уны Свердловск Юғары партия мәктәбенең ике йыллыҡ курсына уҡырға ебәрәләр. Уны тамамларға 4-5 ай ғына ҡалғас, саҡырып ҡайтарып, Әбйәлил районына эшкә ебәрәләр, һәм уны КПСС-тың район комитетына беренсе секретарь итеп һайлап ҡуялар. Артабан Баймаҡ районында шул уҡ дәрәжәлә эшен дауам итә[1].

1988 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында иделогия бүлеге мөдире.

1989 йылда уны яңынан КПСС-тың Әбйәлил район комитетына беренсе секретарь итеп һайлайҙар. 1991 йылда «Восток» коммерция банкының Әбйәлил районының үҙәге Асҡар ауылындағы филиалында директор булып эшләй[2] 1990 йылда Әбйәлил районы, 149-сы Әбйәлил һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана[3]

1993 йылда вафат була.

 

Талгат Шагманов

Әбйәлилгә командировкаға барғанда Милләт Ташбулат улын яҡындан күреп, аралашыу бәхете тейҙе. Ул үҙенең ябайлығы, кешегә иғтибарлылығы, яғымлылығы менән күңелде арбаны. Район хужаһы булған көйө беҙҙең менән бергә уҡытыусыларҙың асыҡ дәрестәренә йөрөнө. Фекер алышты. Беҙҙең менән бергә бәләкәй ауыл мәктәбендә иҙәнгә ултырып ашаны. Йөрөтөрһөң былай хәҙерге район хужаларын! Ишегенән индерһә, бик хуп. Ә ул рухлы башҡорт ир-уҙаманы ине. Исемен дә белгән һымаҡ Милләт тип ҡушҡандар. Ул, ысынлап та, милләтем, халҡым тип янып йәшәне. Шул арҡала һаулығы ҡаҡшап, арабыҙҙан иртә китте. Бик тә үкенесле хәл. Һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды һине, ырыуҙаш!

Ильгиз Һөйөндөков

Милләт Ташбулатович бик көслө етәксе булған, эштә үҙен аямаған, тип һөйләйҙәр. Уны яҡындан белгән, бергә эшләгән кешеләр менән аралашыу бәхете тейҙе.

 

Автор:
Читайте нас: