Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
16 Ғинуар 2016, 21:36

Пушкаларҙы тынысландырыр һөнәр

Дамир Ғәлиуллин нисек Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Пакистандағы атташеһы (кесе дипломаты) булып китте икән? Әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.


Бала ни тиклем бәләкәйерәк, шул тиклем ҙурыраҡ хыялдар менән яна. Уның күңеле ысынбарлыҡ ҡанундарын аңламай ҙа, ҡабул да итмәй. Үҙен кәртәләр менән сикләмәй, бар уй- ниәттәренең тормошҡа ашыуына тамсы ла шиге юҡ. Бөгөнгө геройым – Дамир ҒӘЛИУЛЛИН да, шуҡ, шаян малай сағында уҡ, үҫкәс, дипломат һөнәренә эйә буласағына ышана. Хыялы “Дипломат” фильмын ҡарағандан һуң ярала. Ләкин бындай белгес булыр өсөн, билдәле, кино ҡарау ғына етмәй. Беҙҙең Дамир нисек Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Пакистандағы атташеһы (кесе дипломаты) булып китте икән? Әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.


– Дамир, бәлки, һинең һымаҡ дипломат карьераһына ынтылыусы йәштәребеҙ барҙыр. Бындай һөнәргә ҡайҙа уҡыталар? Һинең юлың ҡайҙан башланды?

– Етенсе класҡа тиклем ауылда уҡығандан һуң, урта мәктәпте Өфө Республика иҡтисад лицей- интернатында тамамланым. Ул ваҡытта күптәребеҙ Өфө дәүләт нефть университетына ынтылды, ә мин, математикаға һәләтем самалыраҡ икәнен аңлап, күберәк китаптар уҡыным, көсөмдө гуманитар фәндәр яғынан нығыттым. Ваҡытында миңә бер аҡыллы кеше Мәскәүҙән ҡурҡмаҫҡа кәрәклеген әйтте, һәм был ышаныс, дәрт, көс бирҙе лә инде. Әлеге көндәге кеүек ҡул аҫтында ғына Интернет юҡ. Ҡағыҙ картам һәм тәүәккәллегем генә ярҙам итте баш ҡала урамдары буйлап “һуҡмаҡ һалырға”. Мин мәктәпте тамамлағанда әле БДИ мотлаҡ түгел ине, Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетына те- йешле имтихандарҙы тапшырып, инеп киттем. Унда политологияны, ғәрәп һәм инглиз телдәрен өйрәндем. Ә магистратураны Мәскәү Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында тамамланым.

– Уҡып бөткәс тә сит илгә сығып киттеңме?

– Эйе, мин тәғәйенләнеш буйынса Пакистанға эләктем. Беҙ студент саҡта уҡ мотлаҡ берәй сит илдең илселегендә практика үтәбеҙ. Мин Ҡаһирәлә стажировкала булдым, Мысыр буйынса диплом эше яҙҙым. Әммә был илдең климаты ауыр булғанға күрә, ҡалырға теләмәнем. Беҙҙе һаулыҡ яғын ныҡлап тикшереп, ниндәйерәк кеше икәнлегебеҙҙе белер өсөн әңгәмәләр үткәргәс кенә эшкә ебәрәләр.

– Пакистандан ниндәй тәьҫораттар?

– Матур ил, кешеләре асыҡ, яғымлы. Уларҙың мәҙәниәте, аш-һыуы һиндтарҙыҡына яҡын. Шулай уҡ йыр, сәскәләр… Тауҙары иҫ киткес гүзәл. Әммә илдең иң матур урындарында ҡурҡыныс аҙым һайын һағалай – бында террор хәүефе юғары. Халҡы беҙгә бик яҡшы мөнәсәбәттә. Рәсәйҙе хөрмәт итәләр, мәҙәниәтебеҙҙе юғары баһалайҙар. Ҡайһы бер шәхестәребеҙҙең китаптарын тәржемә итәләр. Яңыраҡ ҡына Советтар Союзы геройы Муса Гәрәевтең мемуарҙары урду телендә баҫылып сыҡты. Был телгә В. Ленин, К. Маркс, А. Пушкин кеүек даһиҙарҙың әҫәрҙәре лә тәржемә ителгән.

– Һин урду телен дә беләһеңме? Пакистанға өйрәнеп китеүе ҡыйын булманымы?

– Бер аҙ аңлайым ғына. Мин ғәрәп һәм инглиз телдәрен яҡшы беләм. Пакистанда эш өсөн инглиз телен белеү ҙә етә. Кеше бар нәмәгә лә өйрәнә. Ризыҡтары бик ҡырҡыу булғанға күрә, яңы килгәндәр тәүге ике аҙнала ашҡаҙаны менән яфалана. Ундағы климатҡа, тормош шарттарына яраҡлашып китеү өсөн бер аҙ ваҡыт, түҙемлек кәрәк.

– Дипломат булыр өсөн кешегә ниндәй сифаттар мөһим?

– Үҙемдең эшләү дәүеремдә төрлө дипломаттарҙы күрҙем. Бик аралашыусан, позитивтары ла, өндәшмәҫ, шым холоҡлолары ла бар. Сөнки был һөнәр кешеләр менән эшләү тигәнде генә аңлатмай. Ун процент тирәһе йөкләмә генә аралашыу оҫталығы талап итә. Күп осраҡта ҡағыҙҙар менән эш итә белергә кәрәк. Киң матбуғат саралары менән бәйләнеш тә был хеҙмәттең төп өлөшөнә инә.

Дипломат карьераһына ынтылыусы йәш кешелә иң тәү сиратта Тыуған иленә һөйөү булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта эшләргә, туҡтауһыҙ үҫешергә ҙур теләк кәрәк. Үрләгән үрҙәреңдә туҡтап ҡалмаҫҡа, гел алға ынтылырға, өҫтәмә белемдәр алырға, яңы танышлыҡтар булдырырға – был да бик мөһим. Сөнки күп мәғлүмәт ташҡа баҫылған сығанаҡтарға ҡарағанда кешеләрҙән алына.

– Эшең менән тулыраҡ таныштыр әле?

– Дипломат эшкә барған иле хаҡында законлы юлдар менән мәғлүмәт ала – гәзит-журналдар, Интернет, телевидение. Власть структуралары менән бәйләнешкә инә. Телеграммалар яҙа белергә кәрәк. Илдә ниндәй хәлдәр бара һәм яҡын арала буласаҡ – шул хәбәрҙәрҙе Мәскәүгә ебәреп торабыҙ. Был йәһәттән эшебеҙ журналистарҙыҡын хәтерләтә. Беҙҙең бурыс – һуғыш сығыу ихтималлығын булдырмау. Ошондай мәҡәл дә бар: “Дипломат һөйләгәндә пушка тынып торор”. Күптәр, дипломаттар ҡоро һүҙ һөйләүҙән бушамай, һөйләшеүҙәр алып бара, ә һөҙөмтә юҡ, тип әйтеүе ихтимал, әммә һуғыш ҡубыуға ҡарағанда ошо яҡшыраҡ. Беҙ һөйләйбеҙ, артабан тағы ла күберәк һөйләрбеҙ – һуғыш ҡына булмаһын. Ә беҙгә ни әйтеребеҙҙе алдан уйларға өйрәтәләр.

– Бөгөнгө көндә, бер сит телде булһа ла камил белмәй тороп, юғары уңыштарға өлгәшеүең икеле. Нисек тел өйрәнергә? Кемгәлер ул бик ауыр бирелә бит.

– Саҡ ҡына ситкә китеп тарих һөйләге килә. Боронғо дәүерҙә йәшәгән бер батша улы. Ул осорҙа геометрия мөһим фән һаналған. Малай аҡыл эйәһенә барып, был ғилемгә тиҙерәк өйрәтеүен һораған. Ә ул, геометрияла батша юлы юҡ, тигән. Йәғни бер нәмәне лә тиҙ генә, анһат ҡына өйрәнеү мөмкин түгел. Көн һайын саҡ ҡына булһа ла ваҡыт табып, шөғөлләнергә, тырышырға кәрәк. Хәҙер тел өйрәнеү ысулдары бик күп. Мин Интернетта “Ютуб”ты рәхәтләнеп ҡулландым. Унда төрлө университет профессорҙарының лекциялары урынлаштырылған, сәйәсмәндәрҙең сығыштары бар. Тыңлап, тәржемә итергә мөмкин. Хәҙер инглиз телен өйрәнеү буйынса ниндәй генә программалар юҡ. Шулай уҡ кемдеңдер тел өйрәнеүгә һәләте була. Бергә уҡыған егет ғәрәп телен бик анһат өйрәнде, ә миңә ауыр бирелде. Төркөмдәге ете кешенән өсәүебеҙ генә диплом алыуға хәтлем барып етә алдыҡ.

Йәнә бер һабаҡташым, тарихты үтә яҡшы белгәнгә, хатта профессорҙар менән бәхәсләшергә ҡыйыулығы етте, төрлө интеллектуаль тапшырыуҙар- ҙа ҡатнашты, әммә күпме генә тырышһа ла, телдәрҙе өйрәнә алмауы арҡаһында уҡыуын ташларға мәжбүр булды.

– Тағы ниндәй илдәрҙә эшләргә теләр инең?

– Мин мосолман илдәре буйынса белгес, шуға күрә Европала эшләй алмайым. Әлеге көндә һуғыш булыуға ҡарамаҫтан, Сүриәлә үҙемде һынап ҡарарға теләр инем. Әйткәндәй, ун дүртенсе йылға тиклем был илдә илсе булып башҡорт ағайы Азамат Килмөхәмәтов торҙо. Әлеге ваҡытта ул Рәсәйҙең Украина буйынса Бәйләнеш төркөмөнөң махсус вәкиле. Яңыраҡ Президент ҡулынан Сүриә Ғәрәп илендәге эшмәкәрлеге өсөн орден алды.

– Беҙҙе мәктәп йәшендәгеләр ҙә уҡый. Шуға күрә ошондай һорау бирге килә: буласаҡ һөнәреңде бала саҡтан уҡ һайлау нимә бирә?

– Үҫкәс кем булырыңды иртәрәк билдәләп ҡуйыуҙың ыңғай яҡтары бик күп. Исмаһам, ниндәй өлкәлә үҙеңде үҫтерәсәгеңде тойомлау мөһим. Алтын, көмөш миҙал кеүек нәмәләрҙе онотһондар ине. Өс-биш кәрәкле предметты төплө итеп өйрәнгәндә, ҡалған фәндәрҙән “дүртле”, хатта “өслө” лә ярай. Хәҙер бер кем дә билдәгә ҡарамай.

– Һинең кеүек тәүәккәл булыр өсөн нимә эшләргә?

– Сыңғыҙхандың әйткәне миңә бик ярҙам итә: “Ҡурҡһаң – эшләмә, эшләйһең икән – ҡурҡма!” Бар көсөңдө һалып теләгән маҡсатыңа табан атларға кәрәк. Хатта ҡулһыҙ, аяҡһыҙҙар ҙа бар хәленсә тырышҡанда, һау кешегә мөмкин булмаған нәмә юҡ. Ҡоласты киңерәк йәйегеҙ, Мәскәү, Питер, Ҡазан кеүек ҙур ҡалаларға барып уҡырға, карьера яһап ҡарарға ҡурҡмағыҙ. Килеп сыҡмаһа, һәр саҡ кире ҡайтырға мөмкин.


ЭЙЕ. ГЕРОЙЫМ МЕНӘН ӘҢГӘМӘЛӘШ- КӘНДӘН ҺУҢ, СОВЕТ ДИПЛОМАТЫ, СССР-ҘЫҢ ҒӘРӘП ИЛДӘРЕНДӘГЕ ИЛСЕҺЕ КӘРИМ ХӘКИМОВ (ҠЫҘЫЛ ПАША) КЕҮЕК ЕГЕТТӘРЕБЕҘ КИЛӘСӘКТӘ ТАҒЫ ЛА АРТЫР ӘЛЕ, ТИП ЕҢЕЛ ҺУЛАНЫМ. ШУЛАЙ БУЛҺЫН.



-


Читайте нас: