Был донъяға һәр әҙәм үҙ яҙмышы, үҙ тәҡдире менән тыуа. Хоҙай Тәғәлә тарафынан өләшелгән ошо тәғәйенләнешеңде ваҡытында табып үтәү – ҙур мәртәбә. Яҡын-тирә, иленә мөмкин тиклем күберәк изгелек, файҙа килтергән кеше үҙен дә, шул иҫәптән йәмғиәтте лә бәхетле итәлер, минеңсә.
Екатеринбург ҡалаһының Олимпия резервы училищеһында белем алған, бик күп еңеүҙәргә өлгәшкән, самбо буйынса “Рәсәй спорт мастеры” исеменә лайыҡ булған Дәүләкән егете – Әмир Әхмәҙышин ошоға асыҡ миҫал.
Ир-егеттәрҙең төп бурысы – үҙен, яҡындарын яҡлау һәм ҡурсалау. Баланы бәләкәй сағынан уҡ спортҡа ылыҡтырыу уның физик көсөн генә үҫтереп ҡалмай, ә ихтыярлылыҡҡа, сыҙамлылыҡҡа өйрәтә. Малайҙар тәбиғәте менән – көрәшсе, булмышы менән еңеүсе булырға тейеш. Ошондай ҡараш менән йәшәй Әмирҙең ата-әсәһе. Улдарының да көслө, батыр йәнле, сая булып үҫеүен теләп, уға ҡоралһыҙ спорт төрө – самбо йүнәлешен һайлай. Шулай 8 йәшлек Әмир Дәүләкән ҡалаһындағы “Самбо – 75” балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә уҡырға төшә. Өмөттәре аҡлана атай-әсәйҙең – улдары тиҙ генә ылығып китә. Бер аҙ шөғөлләнгәндән һуң, етди ярыштарҙа ҡатнашыу кимәленә етә. Тәүге тапҡыр ул район мәҙәниәт йортонда ойошторолған мәктәп беренселегендә ҡатнашып, еңеүгә өлгәшә. Әмирҙең физик әҙерлеге менән ул ваҡытта тренеры Алексей Никитин шөғөлләнә. Ғөмүмән, 10 йыл эсендә Әмир өс спорт төрө – самбо, дзюдо һәм билбау көрәше буйынса “Спорт мастеры кандидаты” исеменә лайыҡ була. Бынан тыш 18 йәшкә тиклемге егеттәр араһында билбау көрәше буйынса Рәсәй кимәлендә еңеүсе һәм призер тип табыла, шул уҡ спорт төрөндә донъя беренселеген дә яулай. Дзюдо буйынса ла уңыштары байтаҡ Әмирҙең. Ул өс тапҡыр Башҡортостан беренселегендә еңеп, өсөнсө урын ала. Волга буйы федераль округы буйынса 18 йәшкә тиклемге егеттәр араһында ла ныҡышмалылыҡ һәм оҫта көрәш күрһәтеп, көмөш миҙалға эйә була, ә 21 йәшкә тиклемгеләр араһында өсөнсө урынға сыға. Самбо буйынса Башҡортостан һәм Волга буйы федераль окруы беренселеген дә бирмәй. Шулай итеп, Әмир республикабыҙға байтаҡ еңеүҙәр алып ҡайта. Тыуған ерендә тырыш егеттең спорт карьераһы ныҡлы тамыр йәйеп ебәрә. Рәсәй кимәлендә лә танылыу алыу теләге менән янып йәшәй егет. 2016 йылда ул Екатеринбург ҡалаһында урынлашҡан Олимпия резервы училищеһына белемен камиллаштырырға инә. Әлеге көндә Әмир Омск ҡалаһында уҙғарыласаҡ ярыштарға ныҡлы әҙерлек эштәре алып бара. Әйткәндәй, быйыл уның бала саҡ хыялы тормошҡа аша – РФ-ның спорт министрлығы уға самбо буйынса “Рәсәйҙең спорт мастеры” исемен тапшыра. Ошо уңайҙан үҙебеҙҙең яҡташыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
“Дөрөҫөн генә әйткәндә, бер ниндәй ҙә сер юҡ кеүек. Бөтәһе лә үҙеңдән тора. Бер ниндәй сәбәптәргә һылтанмай, көн һайын күнекмәләрҙе үткәреү, үҙ көсөңә ышаныу, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле булыу зарур. Тренерҙар күрһәткән йүнәлештән тайпылмай, хыялыңа табан көн һайын аҙым яһарға кәрәк. Әлбиттә, атай-әсәй, туғандар, дуҫтарҙың терәген тойоу ҙа ҡанат ҡуя спортсыға. Ҡайҙа ғына барһам да яҡындарым минең өсөн борсолоп тора, ә еңеүҙәрем өсөн ихлас ҡыуана. Улар – ышаныслы терәгем, рухи сығанағым”, – ти Әмир. Әйткәндәй, ул күп балалы ғаиләлә тыуған. Әсәһе – Әлфиә Минәхмәт ҡыҙы мәктәптә уҡытыусы, атаһы – Салауат Минимәхмүт улы Себерҙә ҡалайсы булып эшләй. Әмир – баш бала, уның Рената һәм Ралина исемле һеңлеләре бар. Өлкәне – VII класта, ә кесеһе быйыл уҡырға төшкән. Нескә күңелле, хисле ҡыҙҙар икеһе лә вокал менән шөғөлләнә.
Кешегә иң ҙур этәргес бирә торған көстәрҙең береһе – ғәҙәт. Спорт физик торошто, һаулыҡты һәм туҡланыуҙы ла даими контролдә тотоуға булышлыҡ итә. “Минең һәр иртәм тәмле һәм файҙалы аш менән башлана. Аҙаҡ спорт күнекмәләре үткәрергә юлланам. Тренировкаларҙың байтаҡ өлөшөн һеңерҙәрҙе яҙылдырыу хәрәкәттәренә бағышлайбыҙ, дөрөҫ йығылырға, ташларға өйрәнәбеҙ. Сөнки тейешле әҙерлек алған, тәжрибәле көрәшсе үҙенең дәғүәсеһен имгәтергә һәм үҙе имгәнергә тейеш түгел. Ауырттырыу алымдарын ҡулланыу оҫталығын да камиллаштырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ. Дәрестәр тамамланғас, тамаҡ ялғап, бер-ике сәғәт ял итеп алғандан һуң, киске күнекмәләр башлана. Киске сәғәт 10-да йоҡларға ятабыҙ.
Көн һайын ошо режимдан талпыймайбыҙ, ныҡлы шөғөлләнәбеҙ. Спорт хәҙер минең өсөн күптән инде йәшәү рәүешемә, ғәҙәтемә әйләнгән. Хатта тормошомдо унан башҡа күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Ярыштарҙа ҡатнашыу минең өсөн ҙур мәртәбә. Сөнки улар миңә яңы офоҡтар аса: дуҫтар, фекерҙәштәр табам, минән дә ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшкәндәргә ҡарап, үҙемде баһалайым, киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуям”, – ти Әмир спорттың бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөңдә эшләү икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып.
Спорт йәрәхәттәрһеҙ булмай
Кеше ниндәй генә спорт төрө менән шөғөлләнмәһен, ул бөтә яҡлап тиҫтерҙәренән тиҙерәк өлгөрә. Сөнки үҫеш процесы үҙ ағымына ғына ҡалдырылмай, ә билдәле бер йүнәлеш буйынса алып барыла. Һәр кем үҙ тәбиғәтенә ярашлы физик йөкләмә өҫтәп, организмын нығыта, ихтыяр көсөн тәрбиәләй. Айырым әйткәндә, самбо, көрәш техникаһын үҙләштереү менән бер рәттән, кешене башҡаларға ҡарата ғәҙел, тотанаҡлы булырға ла өйрәтә һәм үҙ-үҙенә ышаныс тойғоһон арттыра. “Шәхсән үҙемә бер нисә мәртәбә урамда үҙемде яҡларға тура килде. Һис шикһеҙ, шул мәлдәрҙә самбо менән шөғөлләнеүем ярҙам итте. Әммә мин көсөмдө ундай мәғәнәһеҙ яғалашыуға сарыф итергә яратмайым, конфликттар тыуҙырыуға юл ҡуймайым”.
Спорт кешеһенең ҡиәфәте, көс-ғәйрәте, оҫталығы бөтәһендә лә һоҡланыу тойғоһо уяталыр, әммә һәммәһе лә әлеге еңеүҙәр артында ниндәй ҡаршылыҡтар ятҡанын күҙ алдына килтерә алмайҙыр. “Спорт – ул тәү сиратта дисциплина һәм тәртип. Йәрәхәттәр алыу ҡурҡынысы һәр ваҡыт һине һағалап тора. Ысын спортта уларһыҙ булмайҙыр ҙа. Самбо төрө иһә бармаҡтар, яурын, тубыҡтарға зыян килтереүе ихтимал. Шуға ҡарамаҫтан, ысын спортсылар ауыртыныу-һыҙланыуҙарын күрһәтеп, зарланып бармай. Кире осраҡта һин ҙур еңеүҙәр яулап, хөрмәт пьедесталының иң юғары баҫҡысына менеү тураһында хыяллана ла алмайһың”, – тип һөйләй Әмир тормошоноң икенсе яғы тураһында.
“Бөтә нәмәнең үҙ мәле, тигән кеүек, спортта ла һәр кеше үҙ ваҡытында дан-шөһрәткә күмелә. Кемдеңдер “алтын йәше” үҫмер сағында үҡ етә, ә кемдер ир ҡорона еткәс кенә аяҡ баҫа. Нисек кенә булмаһын, профессиональ спорт – ул ауыр хеҙмәт, ныҡлы әҙерлек емеше. Бында ниндәйҙер осраҡлыҡҡа өмөт итергә ярамай. Көтмәгәндә уңыш йылмайыуы һине чемпион итә алмай. Үҙ өҫтөңдә туҡтауһыҙ эшләгән осраҡта ғына маҡсатҡа ирешергә мөмкин”.
Әлеге ваҡытта геройыбыҙға ни бары 19 йәш, шуның 11-ен ул спортҡа бағышлаған. Тәжрибә лә, еңеүҙәр теҙмәһе лә бай. Тормошо спорт менән тығыҙ бәйләнеп китеүенә, үҙен ошо өлкәлә табыуына, улын йәлләмәй, көрәшкә биргән атаһына сикһеҙ рәхмәтле. “Шуныһы аяныслы: бөгөнгө көндә кибеттәрҙә араҡы гантелдәргә ҡарағанда ҡиммәтерәк тора. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, ни өсөндөр һуңғыларына ихтыяж аҙыраҡ. Йәштәр спорт менән бергә йәшәһен ине. Хәҙер сәләмәт тормош модала бит. Әгәр ҙә мәктәптәрҙә көрәш буйынса дәрестәр ҙә алып барылһа, икеләтә файҙалы булыр ине, минеңсә. Беренсенән, балалар бәләкәйҙән һау-сәләмәт булып үҫер, ә икенсенән, илебеҙҙең данлыҡлы кешеләре рәтенә лә инерҙәр ине, бәлки.
Әлбиттә, бөтәһенә лә билдәле спортсы булып китергә тимәгән. Үҙҙәре өсөн генә шөғөлләнеүсе егеттәребеҙ ҙә байтаҡ. Уларҙы күреп ҡыуанам, һау булыу ниәтен, сәләмәт тормош алып барыуҙарын хуплайым. Илебеҙгә ошондай көслө һәм айыҡ йәштәр кәрәк! Борондан килгән шундай һүҙҙәр бар бит: “Көслө булғың килһә – йүгер, матур булғың килһә – йүгер, аҡыллы булғың килһә – йүгер!” Спорт бер ҡасан ла кешене насарға өйрәтмәйәсәк, кире йоғонто яһамаясаҡ” .
Атай-әсәйҙәргә кәңәш итеп…
Геройыбыҙҙың миҫалында уңышлы булыу мөмкинлеген күргән күп кенә атай-әсәйҙәрҙә лә сабыйҙарын спортҡа бағышлау теләге тыуыр, бәлки. Шәхсән үҙемдең дә улым үҫеп килә. Уның да сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуы яҡлымын. Әммә эште нимәнән башларға һуң? Ошо һорау менән Әмиргә мөрәжәғәт иттем: “Әгәр ҙә балағыҙҙың көрәш йәки көрәш сәнғәтендә шөғөлләнеүен теләйһегеҙ икән, эште әҙҙән (бәләкәйҙән) башлағыҙ. Башта бассейнға йәки гимнастикаға йөрөтөп алырға кәңәш итер инем. Мускулдарын нығытып, тәнен сыныҡтырып алыу файҙалы булыр. Ошондай әҙерлек эштәренән һуң, 7-8 йәштәр тирәһендә, ныҡлап көрәшкә тотоноу отошло булыр” .
Баҡтиһәң, Әмирҙең өлкән һеңлеһе Рената ла, ағаһы кеүек самбо көрәшенә битараф түгел икән. Бер аҙ үҫкәс, әлеге ваҡытта I класта ғына уҡыған кеселәрен дә спортҡа ылыҡтырыу теләге бар Әхмәҙышиндар ғаиләһенең.
Спортсының буш ваҡыттары бармы?
Көнөнә кәм тигәндә ике тапҡыр күнекмәләр залында шөғөлләнеүҙән, уҡыу, дәрес әҙерләүҙәрҙән тыш спортсы егеттең буш ваҡыты ла күп ҡалмай. Шулай ҙа уңайы сыҡҡан һәр минутын файҙалы итеп ойошторорға тырыша ул. Көрәштән бер аҙ арыныр өсөн саф һауала, киноға, театрҙарға йөрөүҙе хуп күрә Әмир. Хоббиҙары ла байтаҡ ҡына, шуларҙың иң-иңдәренең береһе – бокс. Спортсының шөғөлдәре лә ошо юҫыҡта икән!
“Өмөтһөҙ – шайтан” тигән кеүек, киләсәккә күҙаллауҙарым да бар минең. Үҙемдең көрәш мәктәбен асыу хыялы менән йәшәйем. Илебеҙгә шәп ҡыҙҙар һәр егеттәр әҙерләү теләге ҙур миндә. Тормош – асылмаған китап кеүек, бөтөнләй көтөлмәгән үҙгәрештәр булыуы ла ихтимал. Кем белә, бәлки, бала саҡ хыялым да тормошҡа ашыр – Башҡортостаныбыҙҙың башлығы ла булып китермен”, – ти Әмир эс серҙәре менән бүлешеп.
Әлеге ваҡытта Әмирҙең йөрәген бер кем дә әсир итмәгән. Киләсәктә кәләш ролендә аҡыллы, ғәҙел, тәрбиәле һәм насар ғәҙәттәре булмаған ҡыҙҙы күрергә теләй.
Әйткәндәй, журнал баҫылыр алдынан Әмир Таулы Алтайҙа уҙғарылған самбо буйынса Бөтә Рәсәй турнирында ҡатнашып, еңеү менән ҡайтты. Геройыбыҙ киләсәктә республикабыҙҙың, илебеҙҙең бөйөк улына әүерелер тигән ышаныста ҡалабыҙ. Уға һайлаған йүнәлешенән тайпылмай, теләктәренең бойомға ашыуын теләйбеҙ.
Әмир кеүек типһә, тимер өҙөрлөк, маҡсаттарына ынтылыусан башҡорт егеттәре арабыҙҙа күберәк булһын ине!