Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
19 Декабрь 2017, 11:20

Башҡорт балаһының башҡорт телендә һөйләшеүенән дә тәбиғирәк күренеш юҡ

Социальселтәрҙәр аша Даянды саф башҡорт телендә генә үҙүҫешкә һәм башҡа ҡыҙыҡлыфәлсәфәүи темаларға әүҙем яҙышҡан блогер булараҡ беләбеҙ. Уның менән әңгәмәлә ләһүҙ кешене уңышҡа илтеүсе юлдар, маҡсат ҡуйырға һәм уларҙы тормошҡа ашырырғаөйрәнеү, алған белемеңде тәжрибәгә әүерелдереү кеүек тәү ҡарашҡа үтә ябайкүренгән төшөнсәләр хаҡында барҙы


Ҡаршымда йәш кенә философ ултыра. Исеме ‒ Даян. Фамилияһы ‒ Ғәйетбаев. Өфө башҡорто. Туған телдә ауылдан сыҡҡан минән дә камилыраҡ һөйләшә. Уның телмәр байлығына хайран ҡалырлыҡ. Социаль селтәрҙәр аша Даянды саф башҡорт телендә генә үҙүҫешкә һәм башҡа ҡыҙыҡлы фәлсәфәүи темаларға әүҙем яҙышҡан блогер булараҡ беләбеҙ. Уның менән әңгәмәлә лә һүҙ кешене уңышҡа илтеүсе юлдар, маҡсат ҡуйырға һәм уларҙы тормошҡа ашырырға өйрәнеү, алған белемеңде тәжрибәгә әүерелдереү кеүек тәү ҡарашҡа үтә ябай күренгән төшөнсәләр хаҡында барҙы. Әммә уңыш ошо ҡағиҙәне үтәй белгәндәргә генә йылмая, тигән фекерҙә егет. Бынан тыш Даяндың тормошто яратыуы, ваҡиғаларҙы артыҡ ҡатмарлаштырмауы, тирә-йүндәгеләрҙе нисек бар, шулай ҡабул итә белеүе һоҡландырҙы. Нимәһе ‒ нимә, беҙгә йәштәрҙән тап ана шул тормошҡа еңел ҡарауға өйрәнеү кәрәк, минеңсә. Билдәле ки, һүҙ еңел-елпелек хаҡында түгел. Шик-шөбһәләрҙән, хәүефтән, ҡурҡыу тойғоһонан арынып, мейеләге сиктәрҙе, йөрәктәге биктәрҙе емереп, асыҡ күңел менән йәшәүҙе күҙ уңында тотоуым…

Ҡыҫҡаһы, ҡыҙыҡ тойолһа, ваҡыт табып, йәш замандашыбыҙ менән әңгәмәне күҙҙән уғҙарығыҙ, хөрмәтле йәмәғәт!
‒ Даян, профессиональ кимәлдә саф башҡорт телендә блог алып барыусы бик һирәк замандаштарыбыҙҙың береһеһең (Берҙән-бер тип әйтә алмайым. Саф башҡорт телендә төрлө ҡыҙыҡлы темалар күтәреп сығыусы йәнә бер нисә кешене атарға мөмкин). Яҙмаларыңды башҡортса ғына алып барыуың нимәгә бәйле ‒ телгә тоғролоҡмо, мөхәббәтме, әллә принципмы?
‒ Әлләсе. Башҡорт балаһының башҡорт телендә һөйләшеүенән, тимәк, башҡорт телендә блог алып барыуынан да тәбиғирәк күренеш юҡ, минеңсә.
‒ Шулай ҙа һин бит яҙмаларыңды русса, хатта ки, бик теләһәң, инглиз телендә лә иркен алып барырға һәләтлеһең. Һәм был осраҡта уҡыусыларың һаны ла бермә-бер артасаҡ...
‒ Быға ғәжәпләнергә түгел. Мин башҡорттар өсөн яҙам. Илһөйәрлек тойғоһо, башҡорттарҙы үҫтереү теләге көслө. Әгәр ҙә яҙмаларымды уҡып, кемдер үҙе өсөн фәһемле мәғлүмәт ала икән, ҡыуанам ғына.
‒ Йәшерен-батырыны юҡ, туған телдә бынамын тигән итеп һөйләшә алған кешеләр араһында ла башҡортса аралашырға уңайһыҙланғадар бар. Быны нисек аңларға икән?
‒ Тормошомда бер тапҡыр ҙа башҡортса һөйләшергә уңайһыҙланған сағым булманы. Кемдер туған телендә аралашыуҙан ояла икән, миңә ҡалһа, был кешенең түбән үҙбаһаһына, ундағы кәмселектәр комплексына бәйле. Башҡорт телендә башҡорттар үҙҙәре һөйләшергә оялғас, үҙ-ара русса аралашҡас, телдең үҫеше, киләсәге йәһәтенән ниндәй ыңғай үҙгәрештәр көтөргә мөмкин һуң?! Башҡорттарҙың үҙҙәренә кәрәкмәгән телдең кемгә кәрәк булыуы ихтимал?! Быныһы – бер. Икенсенән, башҡорт теле, башҡорт мәҙәниәте урта быуатта ҡалған тигән фекер менән дә килешәм мин. Бөгөнгө заманаға, яңы технологияларға бәйле һүҙҙәр юҡ бит беҙҙә! Шуға ла, бер ҡараһаң, бәлки, йәштәрҙең үҙ телендә һөйләшмәүенә аптырарға ла кәрәкмәйҙер. Әгәр ҙә туған телебеҙҙе заманаға яраҡлаштырмаһаҡ, юҡҡа сығасаҡ ул. Минең саф башҡорт телендә заманса темаларға блог алып барыуым тап ошо ниәттән сығып башланды ла инде. Ғөмүмән, бик ҡатмарлы тема был. Минеңсә, һәр бер башҡорт үҙе, үҙ теле өсөн яуаплылыҡ алһа, хөкүмәттән нимәлер көтөүҙе ташлаһа, бөтәһе лә ыңғай яҡҡа үҙгәрер ине. Башҡаларҙы (хөкүмәтте, татарҙарҙы, рустарҙы) һүгеүе еңел дә ул, ә үҙеңә үҙгәреүе анһат түгел шул. Ғөмүмән, башҡорттар ғына түгел, донъялағы бөтә кешеләр ҙә үҙ тормошо өсөн яуаплы булһа, ул тиҙ арала ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлай.
‒ Талантлы яҙыусы, драматург Наил Әсхәт улы Ғәйетбаевтың алты балаһының береһеһең. Билдәле кешенең улы булыуы еңелме, әллә, киреһенсә, был һиңә ҡамасаулап та ҡуямы?
‒ Бала саҡта, атайым күренекле шәхес бит әле, тигән уйҙар башыма ла инеп сыҡманы. Уның билдәлелеген әллә ни һиҙмәнем дә. Ул бит һәр саҡ үҙен ғәп-ғәҙәти, баҫалҡы тота, кем менән аралашһа ла тиң күреп һөйләшә. Шуға ла ниндәйҙер абруйлы кешенең балаһымындыр, тигән уй юҡ ине. Үҫә төшкәс, әлбиттә, мин уның ижадсы шул уҡ ваҡытта ябайлығы менән бөйөк кеше икәнлегенә төшөндөм. Бала сағым бик бәхетле үтте. Бының өсөн атайым менән әсәйемә рәхмәтем ҙур. Улар беҙгә ышанып, Һәр ҡайһыбыҙға шәхес итеп ҡарап, тиң күреп һөйләштеләр. Һәр аҙымыбыҙҙы тикшереп торманылар, ҡаты сиктәр ҡуйманылар. Ниндәй ҙә булһа мәсьәләне хәл итер алдынан беҙгә һайлау хоҡуғы бирҙеләр, һуңғы һүҙҙе йыш осраҡта үҙебеҙ әйттек. Ә инде үҙем ир ҡорона ингәс, атайымды тағы ла яҡшыраҡ аңлайым. Аллаға шөкөр, йәш айырмабыҙ ҙур булһа ла, бер-беребеҙҙе аңлап йәшәйбеҙ. Эйе, бәлки, мин дә уның кеүек драматург булһам йәки башҡа берәй ижади һөнәр һайлаһам, үҙемде атайымдың күләгәһе аҫтында йөрөгән кеүек тойор, уңайһыҙлыҡ тойғоһо кисерер инем. Ә былай, ул үҙенең тормошо менән йәшәй, минең үҙ юлым бар. Әйткәндәй, мин геофизика йүнәлеше буйынса физика факультетын тамамланым. Һәм унда уҡырға атайымдың кәңәше буйынса индем. Сөнки үҙемдең ул осорҙа һөнәр һайлау буйынса ҡәтғи генә бер ҡарарым да юҡ ине. Әммә тора-бара геофизика йүнәлеше миңә тап килмәүен аңланым. Һәм ул өлкәлә бер көн дә эшләмәнем. Был осраҡта ла атайым, уҡыған һөнәрең буйынса эшлә, тип теңкәгә теймәне. Минең үҙ-үҙемде, үҙ йүнәлешемде эҙләүемде, үҙ аллы, күңелемә тап килгән заманса һөнәр үҙләштереп, шул йүнәлештә эшләп китеүемде сабыр ғына күҙәтеп, аңлап ҡабул итте. Беләһегеҙ инде, алтынсы йыл инде бер ергә лә бәйле булмайынса, ситтән тороп Интернет аша эшләйем. Әлеге ваҡытта интерфейстрҙың дизайнын төшөрөү йүнәлеше буйынса үҫешәм. Һәм был күңелемә хуш килә.
Ә былай, беҙ атайым менән бер-беребеҙгә бик оҡшағанбыҙ. Икебеҙ ике заманда үҫкәнгә күрә, ҡайһы берҙә фекер айырмалыҡтары осрап ҡуя. Бөгөнгө көндә, Аллаға шөкөр, бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ. Һәм мин быға бик шатмын.
‒ Үҙүҫеш менән ҡыҙыҡһыныусы, блогер, сәйәхәтсе тип яҙғанһың үҙең хаҡында… Ҡайһы илдәрҙә сәйәхәттә булғаның бар?
‒ Кәләшем менән алты илдә булдыҡ. Бер-ике йыл элек ярты йыл Таиланда йәшәп алғайныҡ. Ул осорҙа ла бөгөнгө кеүек үк ситтән тороп эшләнем. Һәм шул аҡсаға донъя күреп йөрөнөк. Таиландтың тирә-яғында булған бөтә илдәрҙе ҡарап, йөрөп сыҡтыҡ. Миңә, ситтән тороп эшләгән кешегә, донъяның ниндәй төбәгендә көн күреп эшләһәм дә зарар юҡ. Шуға йәшәгән урынымдың бөгөн – бер, иртәгә икенсе ерҙә булыуы ихтимал.
‒ Ситтән тороп эшләү кешене бәйһеҙгә әйләндермәйме? Һуң ятып, һуң тороу кеүек кире күренештәргә килтермәйме? Тәүлектең ниндәй мәлендә эшләйһең?
‒ Һәр эштә лә тәртип булырға тейеш. Шуға ла режим һаҡларға тырышам. Мин дә барлыҡ кешеләр кеүек үк көндөҙ эшләйем. Тәбиғәттән шулай һалынған бит. Төнөн мейе ял итергә тейеш. Минеңсә, көндөҙ эшләү һөҙөмтәлерәк тә, һаулыҡ өсөн дә яҡшыраҡ.
‒ Ишетеп белеүемсә, кәләшең урыҫ милләтенән. Яҡындарың быны нисек ҡабул итте?
‒ Әлбиттә, атай-әсәйем, башҡорт булараҡ, мин үҙ милләтем вәкиленә өйләнһәм, айырыуса шат булыр ине. Кәләшемдекеләр ҙә, кейәүҙәре рус милләтенән булһа, нығыраҡ ҡыуаныр ине. Был тәбиғи хәл. Әммә беҙ бер-беребеҙҙе табыштыҡ. Һәм улар беҙҙең бергә булырға теләүебеҙгә ҡаршы килмәне.
‒ Тимәк, ғаилә ҡороу өсөн милләт төшөнсәһе әллә ни мөһим дә түгел тигән фекерҙәһең?
‒ Кем өсөндөр мөһим булыуы ла ихтимал. Тик яҙмыш тигән нәмә лә бар бит әле.
Ә мөхәббәт бармы? Нисек танырға уны?
‒ Мөхәббәт бар. Тик уның беҙ киноларҙа күреп өйрәнгән янып-көйөүгә, ялҡынлы хистәргә ҡоролған мөнәсәбәт менән һис бер уртаҡлығы ла юҡ. Минеңсә, ул ысын мөхәббәт түгел. Ысын мөхәббәт ул – тыныс, йылы тойғо. Ә кинола күрһәтелгән тойғолар менән – һөйөп-көйөп –иғүмер буйы йәшәп булмай. Был осраҡта янып көлгә ҡалыуың да ихтимал. Һәр хәлдә, мин ысын тормошта шулай һөйөп-көйөп бәхетле йәшәгән бер парҙы ла белмәйем.
‒ Ә ир-атҡа ҡатын-ҡыҙҙы аңлауы анһатмы?
‒ Тәбиғәттән шулай һалынған. Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы аңларға тейеш түгел. Мин был мәсьәләне өйрәндем. Әгәр ҙә ир-егеткә ҡатын-ҡыҙҙың тәртибе, уның логикаһы аңлашылһа, ул бер ҡасан да ғашиҡ булмаҫ ине. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙы аңлауы бик ауыр. Әммә мөмкин.
‒ Үҙеңде уңышлы кеше тип иҫәпләйһеңме?
‒ Ә һеҙ беләһегеҙме, уңышлы кешене уңышһыҙ кешенән нимә айыра? Уңышлы кеше ҡуйған маҡсаттарына ирешә. Мин дә маҡсаттар ҡуям, шуларға өлгәшәм, шуға ла уҙемде уңышлы кеше тип иҫәпләйем. Тик, минеңсә, ҡайһы бер үҙҙәрен уңышһыҙ тип уйлаған кешеләр ҙә ысынбарлыҡта уңышлылар.
‒ Үҙеңдең блогыңда уңышҡа өлгәшергә өйрәтәһең. Ә бына үҙең кемдәрҙән өйрәнәһең?
‒ Мин күп уҡыйым. Төрлө өлкәлә уңыштар ҡаҙанған кешеләр менән осрашам. Үҫеш йәһәтенән тренингтар үтәм. Белемде бихисап сығанаҡтарҙан алам. Һәм, иң мөһиме, уларҙы ҡулланырға тырышам. Кире осраҡта уңыш тураһында һүҙҙең булыуы мөмкин дә түгел.
‒ Ә берәй уңышһыҙлыҡҡа тарыһаң, нимә эшләйһең?
‒ Үткән аҙнала блогыма бер пост ҡуяйым тигәйнем. Өлгөрмәнем. “Хаталар юҡ. Барыһы ла тәжрибә!” тип аталырға тейеш ине ул. Миндә тормошҡа шундай ҡараш: кеше ниндәйҙер өлкәлә уңышҡа өлгәшә алмай икән – тимәк, шулай кәрәк. Бәлки, ул бөтөнләй һиңә тап килмәгән юлдыр. Һәм Хоҙай, Йыһан, Ғаләм тиәйекме, ошо рәүешле һинең хаҡта хәстәрлек күрә. Бары шул ғына. Әгәр ҙә ниндәйҙер ниәттәреңде, бик теләһәң дә ,тормошҡа ашыра алмайһың икән, ул юлдан кит тә икенсе юл менән бар. Һәм йыш ҡына шул уҡ уңышһыҙлыҡтар ниндәйҙер тәжрибә бирә. Стив Джобс ойошторған APPLE компанияһының тарихын беләһегеҙҙер, моғайын. Үҙ мәлендә Стив Джобсты үҙе ойошторған компаниянан ситләтәләр. Һәм ул, көс табып, яңы компанияға нигеҙ һала ла өр-яңы технология уйлап табып, үҫешеп китә. Күпмелер ваҡыттан һуң APPLE компанияһы Стив Джобс ойошторған әлеге компанияны һатып ала һәм уны яңынан директор итеп һайлап ҡуялар. Ә нәҡ ошо яңы компанияла уйлап тапҡан технология APPLE -ды өр-яңы бейеклеккә күтәрә лә инде.
‒ Был тарих илһамландыра, әлбиттә. Ә үҙеңдең тормошоңда шундай саҡтар булдымы?
‒ Шундай ҙур хәл-ваҡиғаларҙың булғаны юҡ. Ә бәләкәйҙәре көн дә килеп сыға. Нимәгәлер өлгәшә алмайһың, ҡайҙалыр һуңлайһың һ.б. Мин быларҙың барыһын да яҡшыға юрайым.
‒ Күп уҡыйым, тинең. Улар араһында башҡорт телендәге китаптар бармы?
‒ Мин уҡыған китаптарҙың күбеһе үҙүҫеш темаһына ҡоролған. Башҡорт телендә был йәһәттән китаптар юҡ тиергә лә мөмкин. Әммә Мәрйәм Бураҡаеваның “Арғымаҡ” китабын үҙем дә яратып уҡыным һәм башҡаларға ла кәңәш итәм.
‒ Онотҡанда бер булһа ла аш-һыу бүлмәһендә нимәлер бешергән саҡтарың буламы?
‒ Юҡ, беренсенән, бешерергә әллә ни әүәҫлегем юҡ. Икенсенән, аш-һыу бүлмәһендә уралыу ир-егеткә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙға нығыраҡ килешә, тип уйлайым. Өсөнсөнән, мин хәҙер сәләмәт туҡланыу юлындамын. Башта иттән баш тартҡайным, һуңынан – йомортҡа һәм һөт аҙыҡтарынан. Бөгөн иһә өлөшләтә сей ашауға күстем.
‒ Тимәк, һин йәшелсә-емештәр, төрлө сәтләүектәр менән туҡланырға тырышаһың. Ниндәй маҡсаттан сығып былай эшләргә ҡарар итең?
‒ Мине һаулыҡ темаһы, тормоштоң сифаты ҡыҙыҡһындыра. Ысынлап та, бындай туҡланыуҙың һаулыҡҡа файҙаһы ҙур. Һәм сей ризыҡтар ашап төрлө ауырыуҙарҙан дауаланған кешеләрҙе беләм. Бөгөн аҙыҡ-түлек кибеттәрендә һатылған ризыҡтарға күҙ һалам да, ҡот осоҡос бит! Улар ризыҡ түгел. Ҡырылмаһа ҡырҡ тапҡыр эшкәртелгән. Теләһә ниндәй ҡушылмалар тултырылған. Ҡыҫҡаһы, ризыҡтан бер нәмә лә ҡалмаған. Һәм организм көс-хәл менән уларҙан таҙарынырға тырыша. Кеше организмы шулай ҡоролған ‒ ул теләһә нәмәне эшкәртә ала. Әммә тәбиғи ризыҡ файҙалыраҡ. Ошолар хаҡында етди уйланғандан һуң килдем бындай туҡланыу режимына. Һәм миңә туҡланыу рәүешем оҡшай. Үҙемде ғәҙәти ризыҡ ашап йөрөгәнгә ҡарағанда күпкә һәйбәтерәк тоям. Тик берәүҙе лә тап ошондай туҡланыу рәүешен һайларға кәрәк тип өндәмәйем. Һәр кем үҙ һаулығы өсөн үҙе яуаплы. Һәм ҡарарҙы ла үҙ мөмкинлектәренән, үҙ теләгенән сығып ҡабул итергә тейеш.
Ә инде башҡорттарҙың милли аш-һыуын күҙ уңында тотҡанда, ҡайһы бер шиктәр тыуып ҡуя. Беҙҙең ата-бабалар көн дә бишбармаҡ ашап ултырмағандыр, тигән фекерҙә мин. Байрамдарҙа, ҡунаҡ килгәндә һирәкләп ашағандарҙыр, бәлки. Бауырһаҡ һәм башҡа ҡамыр аштары, хатта ҡымыҙ менән дә шул уҡ хәл. Улар ҙа, миңә ҡалһа, төрлө үҫентеләргә, емештәргә, үлән тамырҙарына һәм башҡа тәбиғи ризыҡҡа өҫтөнлөк биргән. Шуға ла һаулыҡтары ныҡ булған. Бөгөн иһә итте, ысынлап та, самаһыҙ ашайҙар. Һәм бының һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһауына шикләнәм.
‒ Тормоштоң мәғәнәһе нимәлә?
‒ Шатланып йәшәүҙә. Ниндәй ҙә булһа өлкәлә яңы тәжрибә туплауҙа…
‒ Бала сатҡан уҡ шундай позитив, асыҡ күңелле булдыңмы?
‒ Минең хаҡта, ысынлап та, шулай тиҙәр. Әммә төрлө хис-тойғоларға бирелеп китә, хатта уҫал да була алам. Шулай ҙа үҙемдең реакцияларымды танып, уларҙы күҙәтеү аҫтында тоторға тырышам. Ә эмоцияны контролдә т тотоу – ул баҫыу түгел. Мин башта уны баҫырға маташа инем. Ни тиклем нығыраҡ баҫһаң, ул шул тиклем көслөрәк булып ҡабаттан ҡалҡып сыға башлай. Ә бөгөн мин уны үҙемә индермәйем. Ситтән генә күҙәтәм. Ул эмоцияға суммайым. Уны үҫтермәйем. Һөҙөмтәлә, ул яйлап юҡҡа сыға. Ә былай, әлбиттә, барлыҡ кешеләр кеүек асыуланам да, негатив хис-тойғолар ҙа кисерәм.
‒ Төпкөл аң, уның ярҙамында өлгәшеп булған иҫ киткес һөҙөмтәләр хаҡында күп һөйләйҙәр бөгөн. Был йәһәттән төрлө методикалар ҙа бар. Уларға ҡарашың нисек?
‒ Мин быға ыңғай ҡарайым. Ошо йәһәттән бушлай тренингта ҡатнашҡаным булды. Ысынлап та, беҙҙе берҙән-бер сикләгән нәмә – ул инаныстарыбыҙ. Төпкөл аңыңда ниндәй инаныстар тамыр йәйгән, һин тормошто шул күҙлектән генә күрәһең. Башҡа кешенең инаныстары башҡаса. Һәм ул донъяны үҙенсә күрә. Нимәгә инанабыҙ, тормошобоҙға шуны йәлеп итәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа был хаҡта, ысынлап та, күп һөйләйҙәр. Ҡайһы бер кешеләр был методикаларға шикләнеп ҡарай. Шулай ҙа төпкөл аң менән эшләү ул бик көслө ҡорал. Был инде иҫбат ителгән. Минең фекермсә, үҙ төпкөл аңы менән һәр кем үҙ аллы эшләй, инаныстарын үҙ аллы үҙгәртә лә ала.
‒ Журнал уҡыусыларға ниндәй теләктәрең булыр?
‒ Минең иң төп теләк шул, кеше үҙ тормошо өсөн яуаплылыҡ алырға өйрәнһен. Беҙгә бер кем дә һис нәмә лә бурыслы түгел, барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда. Башҡаларҙан ғәйеп эҙләүҙән ҡотолайыҡ. Кемделер үҙ уңышһыҙлығында ғәйепле тип уйлау, йәиһә кемдеңдер нимәлер килтереп биререн көтөп ултырыу кешене бәхетһеҙ итә. Ундай кешенең тормошоноң мәғәнәһе лә булмай. Йәшәйешең һин теләгәнсә бармай икән, маҡсат ҡуйырға ла, шул йүнәлештә кисекмәҫтән эшләй башларға кәрәк.
‒ Бына һин ‒ Даян Ғәйетбаев. Өфө башҡорто. Ситтән тороп эшләйһең. Бер ергә лә бәйле түгелһең. Теләһәң, иртәгә үк донъяның башҡа төбәгенә күсеп китеп төпләнә йәки ваҡытлыса тороп ҡайта алаһың. Һәм ғүмер буйы кәләшең менән икәү генә йәшәмәҫһегеҙ, Хоҙай насип итһә, балаларығыҙ ҙа тыуыр. Сит-ят мөхиттә үҫергә тура килһә, улар башҡорт телен белерме?
‒ Ысынлап та, бер аҙҙан кәләшем менән тағы бер илгә барып йәшәп ҡарарға теләгебеҙ бар. Ә балаларға килгәндә, ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә улар үҙ милләттәштәре менән башҡорт телендә аралашыр. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел.
‒ Бына бит, телде һаҡлап ҡалыу өсөн беҙҙән әллә ниндәй бөйөклөктәр ҙә талап ителлмәй һымаҡ. Үҙ телеңдә рәхәтләнеп аралашыу һәм балаларыңда шул телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү ҙә етә. Ихлас әңгәмәң өсөн рәхмәт, Даян! Уңыштар һиңә!


-
Читайте нас: