Шоңҡар
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
23 Декабрь 2017, 23:51

Башҡара алмаҫлыҡ ғәмәл юҡ

"Нидәй генә эшкә тотонһаң да, дөрөҫ ҡараш булһа, яҡшы килем алырға мөмкин", - ти оптика селтәре хужаһы Динар Шаһиев.


Динар ШАҺИЕВ менән быйылғы йылдың яҙында “Бәхетнамә” тапшырыуында танышҡайныҡ. Әммә осраҡлыҡтарҙың осраҡлы түгеллеген беләбеҙ: тормош ҡай саҡ шундай көтөлмәгән бүләк тә эшләп ҡуйыусан. Тапшырыу күҙлектәр хаҡында ине. Мин, стилист булараҡ, мода һәм күҙлектәрҙең төрө хаҡында һүҙ йөрөттөм, ә Динар, Оптика селтәре хужаһы, файҙалы кәңәштәрен бирҙе. Үҙенең эшмәкәрлеге тураһында һөйләй башлауы булды, тура эфирҙа тәүгә күргән кешегә ҡарата хөрмәт уянды миндә. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, бер нисә уңышлы бизнесы бар, ғөмүмән, эшһөйәр кеше миҫалы булып күҙ алдына баҫты. Эфирҙан һуң ярты сәғәт тирәһе аралаштыҡ, бизнес, илһам, уның уңыштары һәм уңышһыҙлыҡтары, тормошо хаҡында һүҙ алып барҙыҡ.

Нәзәкәтлелек һәм уңышлылыҡ кәүҙәләнеше ине ул, сиктән тыш энергетика бөркөлә үҙенән. Динар бөтәһенә лә күҙлектәр бүләк итте. Ошо күрешеүҙән һуң социаль селтәрҙәрҙә уның ҡайнап торған тормошон күҙәтә башланым. Геройым менән һеҙҙе лә таныштырғым килә, хөрмәтле уҡыусыларым.


“Яҙмышымды үҙем яһайым”


– Динар, эшмәкәрлегең хаҡында ентекләберәк һөйләп үт әле. Тын алышың ниҙән ғибәрәт?

– Бөгөнгө көнгә “Күреү оҫтаһы” оптика селтәренә нигеҙ һалыусымын. Тәүге Оптиканы бер йыл элек Әбйәлилдә асҡайныҡ. Хәҙер Мәсәғүттә һәм Сибайҙа бар. Контакт линзалар, әҙер күҙлектәр, ҡояштан һаҡлаусы күҙлектәр, тирәстәр һатабыҙ. Бушлай күреү һәләтен тикшерәбеҙ, ҡатмарлы күҙлектәрҙе иһә бер тәүлек эсендә эшләп бирәбеҙ.

– Ни өсөн бизнестың бындай төрөнә өҫтөнлөк бирҙең? Килемлерәк эштәр ҙә бар бит?

– Нидәй генә эшкә тотонһаң да, дөрөҫ ҡараш булһа, яҡшы килем алырға мөмкин. Күҙҙәр – кешенең иң мөһим ағзаларының береһе. Элегерәк әлеге бизнес менән бер аҙ таныш инем, ҡыҙыҡһыныуым да булды. Йәй көндәре байрамдарҙа ҡояштан һаҡлаусы күҙлектәр һаттым. Шуға ла Мәскәүҙә уҡығанда йыш ҡына матур Оптикаларға инеп, хаҡтарын ҡарай торғайным.

2016 йылдың сентябрендә атай-әсәйемдәргә, Әбйәлил районына, ҡунаҡҡа ҡайттым. Туғандарым менән аралашҡанда сифатлы күҙлек һәм линзалар алырға яҡындағы ҡалаға йөрөүҙәрен белдем. Ул ваҡытта Магнитогорск ҡалаһында Оптика асырға тигән ниәт менән йәшәй инем. Бынан һуң, пландарымды үҙгәртеп, конкуренция булмаған район үҙәгендә асырға ҡарар иттем. Ихтыяж булмаҫ тип ҡурҡыңҡырағайным, әлбиттә, әммә яңылышҡанмын.

– Геройҙарыма һәр ваҡыт илһам тураһында һорау бирәм. Бизнес уңыш һәм килемдән генә тормай бит, ынтылыш та кәрәк, һынауҙар ҙа ситтән ҡарап тормай. Һине нимә алға әйҙәй, дәрт-дарман бирә?

– Төрлө нәмәләр. Илебеҙҙәге, бигерәк тә Башҡортостандағы мөмкинлектәр илһамландыра. Әлегә маҡсатым: 2019 йыл аҙағына тиклем һәр район үҙәгендә һәм республика ҡалаларында Оптика асыу.

Бизнес аша үҙеңде үҫтереү дәрт өҫтәмәй ҡалмай, әлбиттә. Эшҡыуарлыҡтың яңы ысулдарын белеү, үҙләштереү, уларҙы ғәмәлдә ҡулланыу оҡшай; эшҡыуарҙар менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, клиенттарҙы өйрәнеү ҙә ҡыҙыҡ.

Сифатлы эш һәм хеҙмәтләндереү өсөн һатып алыусыларҙан ишеткән һүҙҙәр йөрәккә май булып яғыла. Кешеләргә ярҙам итеүеңде, тирә-яҡ мөхитте әҙерәк кенә булһа ла яҡшырта алыуыңды аңлауҙан күңелгә рәхәт.

– Һәр тармаҡтың үҙ геройҙары, алдынғылары була. Миҫал итеп ҡуйған кешеләрең бармы?

– Америка эшҡыуары Илон Маскынан үрнәк алам. Ҡояш батареяларын үҫтереүсе, электр автомобилдәрен төҙөүсе, шул уҡ ваҡытта космосҡа инновацион ракеталар осороусы кеше ул.

Үҙемдең иһә, уға оҡшап, Оптика тармағында инновацион берәй нәмә ҡулланып ҡарағым килә.

– Уҡыу һәм мәктәп тормошобоҙҙа мөһим урын биләй. Хатта киләсәгебеҙҙе билдәләүсе лә булып торалыр. Ошондай маҡсатҡа ынтылышлы егеттең ҡайҙа уҡыуы (мәктәптән университетҡа тиклем) ҡыҙыҡһындыра мине.

– VII синыфҡа тиклем Әбйәлил районы Ишҡол ауылында уҡыным. V кластарҙа ауылдың минең өсөн бәләкәй була башлағанын тойҙом. Балалыҡ хыялым: “Ҙур ҡалаға уҡырға барырға. Үҙемде һынап ҡарарға”. Район гәзитендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатына ҡабул итеү имтихандары башланыуы тураһында иғлан күреп ҡалғас, үҙ-үҙемә: “Тормошто үҙгәртергә ваҡыт етте. Һин ошо гимназияла уҡырға тейешһең”, – тинем.

Әммә атай-әсәй был хыялыма ҡаршы торҙо. Шуға ҡарамаҫтан, мине Асҡарға имтихан бирергә алып барырға ағайымды күндерҙем. Бер аҙнанан, ҡабул ителгәнемде белгәс, күктең етенсе ҡатында инем! Барлыҡ туғандарыбыҙ атай-әсәйҙе 13 йәшлек кинйә малайҙарын баш ҡалаға уҡырға ебәрергә өгөтләне. Шулай итеп, 2012 йылда гимназияны тамамланым.

Артабан һөнәр һайлау мәсьәләһе ҡалҡты. Һайланып торорға ваҡыт аҙ ине, Мәскәүгә барып, түләүле нигеҙҙә теләһә ниндәй юғары уҡыу йортона инергә ҡарар иттем. Шул рәүешле Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты студенты булып киттем.

“Менеджмент” факультетының беренсе курсын тамамлағас, 2013 йылда, дөрөҫ йүнәлештә бармауымды аңланым һәм матур май айының бер көнөндә… парға уҡырға килгән ерҙән документтарымды алып ҡайтым. Тап ошо ҡарарым тулыһынса киләсәгемде үҙгәртте. Бер айҙан, үҙ иркем менән әрме сафтарына баҫҡас, мөмкин булмаған нәмә юҡ икәнен аңланым. Бер йыл хеҙмәт итеү дәүерендә үҙемде, нимәгә һәләтле икәнемде һәм киләсәктә ниндәй йүнәлештә үҫешергә икәнен аңланым.

– Белеүемсә, даими рәүештә төрлө семинар, тренингтар үтәһең, үҙ үҫешең өсөн әҙ аҡса түкмәйһең. Был йәһәттән йәштәргә ниндәй кәңәштәр еткерерһең?

– Ысынлап та, Гүзәлиә, хаҡлыһың. Һәр кеше үҙенең үҫеше өсөн аҡса йәлләмәҫкә тейеш, тигән ҡараштамын. Тормошта көтөлмәгән хәлдәр йыш осрай. Кешенең һуңғы тинен, бар байлығын тартып алырға мөмкин. Ә белем һәм тәжрибә уның менән ҡала.

Өс йыл йәш миллиардер Аяз Шабутдиновта белем алам, лидерлыҡ буйынса Радислав Гандапас тренингтарына йөрөйөм, Алексей Рерютиндан һөйләшеү-аралашыу ысулдарына өйрәнәм. Ғәмәлдәге эшҡыуарҙарҙан белем эстәргә яратам, уларҙы шунда уҡ файҙаланам. Шәп һөҙөмтә бирә!

Уҡыусыларға иһә сифатлы аудитория йыйылған танылған спикерҙарҙың тернингыларына йөрөргә кәңәш итер инем. Улар араһында инвесторҙар табыуығыҙ, киләсәк партнерҙарығыҙҙы осратыу мөмкинлеге бар.

– Динар, тормошоңда ғәҙәти булмаған, илһам бирерҙәй хәлдәр байтаҡ – китап яҙырлыҡ хатта. Нисек ҡорос арғымаҡлы булыуың хаҡында һәм икмәкхана тарихын да бәйән итһәң ине.

– Мәскәүҙәге 10000 һум һалып дуҫым менән башлаған бизнесымды уңышлы һатҡандан һуң, 2016 йылдың яҙында, Башҡортостанға ҡайттым һәм миңә мини-пекарняның үҫеш буйынса директоры булырға тәҡдим иттеләр. Был ваҡытта мине сәнәғәт өлкәһендә тәжрибә туплау ғына ҡыҙыҡһындыра ине. Бындай мөмкинлек өсөн һаман да рәхмәтлемен, сөнки был персонал менән эшләү йәһәтенән белемеңде, оҫталығыңды ҡулланыу өсөн идеаль мөхит.

Тәүге машинамды һатып алыр өсөн иһә дүрт ай тырышып аҡса йыйҙым. Алғаныма 20 көн тигәндә… Магнитогорск – Асҡар трассаһында минең ҡатнашлыҡта ҙур авария булды: автомобилде тергеҙеү мөмкин түгел ине.

Был хәлдән һуң 2 вариант бар ине: беренсеһе – хатам өсөн үҙемде бик оҙаҡ әрләргә; икенсеһе – үҙемде ғәфү итеп, ныҡышып эшләргә көс табырға. Үҙемде ҡулға ала алдым, төшөнкөлөккә бирелмәнем. Ике ай эсендә машина алырға тигән маҡсат ҡуйҙым. Һатыу итеүгә өйрәнеү ярҙамында Оптикала килемде арттырҙыҡ һәм яңы арғымаҡлы булдым.

– Нисек уйлайһың, эргә-тирәңдәге мөхит һиңә ныҡ йоғонто яһаймы? Эйе икән, кемдәр улар?

– Кешенең тәртибе, үҙ-үҙен тотошо яҡын-тирәһенән һәм мәғлүмәт сығанаҡтарынан үҙләштерелеүенә ышанам. Мине уратып алған мөхит, башлыса, минән унар тапҡырға күберәк килем алған эре эшҡыуарҙар. Улар менән төрлө конференцияларҙа таныштым. Шундай көслө мөхит һине лә шундай уҡ булырға мәжбүр итә.

– Китаптар – яратҡан темам. Билдәле булыуынса, күп уҡыйһың. Быйыл күпме уҡырға тейешһең? Был юҫыҡта маҡсат ҡуяһыңмы? Ныҡ үҙ иткән 3 китабыңды әйтә алаһыңмы?

– Китаптар – иң яҡшы дуҫтарым, бизнес буйынса иң мөһим һорауҙарға яуапты уларҙа табам. Быйыл 20 китап уҡырға тейешмен. Күберәк эшмәкәрлегемә ҡағылышлы китаптар уҡыйым. Шулар араһынан Деннис Шервудтың “Видеть лес за деревьями”, Генри Нивтың “Организация как система: принципы построения устойчивого бизнеса Эдвардса Деминга”, Эшли Вэнстың “Илон Маск. Tesla, SpaceX и дорога в будущее” китаптарын айырып әйтер инем.

– Оҙаҡ һәм ныҡышмал эшләгән кеше лайыҡлы ял итергә лә тейеш. Яңылышмаһам, сәйәхәт итергә лә яратаһың? Ял ваҡыттарыңды нисек үткәреүең ҡыҙыҡ.

– Тәжрибәле сәйәхәтсемен тип әйтә алмайым, әле башлап ҡына торам. Минең өсөн сәйәхәт итеү мөһим: донъяға яңыса ҡараш тыуа, башта төрлө идеялар барлыҡҡа килә.

Быйыл Праганы һәм Италияның матур ҡалалары – Венеция, Флоренция, Римде, донъялағы иң бәләкәй дәүләт – Ватиканды һәм Стамбулды барып күрергә насип булды. Һәр илдең мәҙәниәте менән таныштым, музейҙарында, собор һәм билдәле майҙандарында булдым.


“Файҙалы үткәрһәң, ваҡытҡа үҙең хужа,

Заяға үткәрһәң, ваҡыт һиңә хужа”


– Иҫ китмәле энергетикалы кешеһең, Динар! Был ярамһаҡланыу түгел, ә күҙәтеүҙәрем аша шундай һығымтаға килдем. Осраҡлы ғына тап булышһаҡ та, ыңғай энергия алып өлгөрҙөм. Сере ниҙә икән?

– Тормошто яратам. Бик асыҡ кешемен. Бәлки, сере ошондалыр? Яңы танышлыҡтар булдырыу еңел, аралашырға яратам. Социаль селтәрҙәр аша бизнесым һәм тормошом тураһында ентекләп һөйләйем, ҡыҙыҡлы хәлдәр менән бүлешәм, нисек селтәр төҙөүемде аңлатам.

– Ҙур потенцияалың барлығы күренә. Ундайҙар бик аҙ, әммә мәғәнә тап шунда ла. Динар, һәр гениаль кеше ҙур ниәттәр менән йәшәй. Һинең дә хеҙмәтең миллиондар эшләүгә генә ҡайтып ҡалмайҙыр бит. Глобаль кимәлдә маҡсаттар ҡуяһыңмы?

– Юғары маҡсат – республика президенты булыу. Шаяртам. Үҙемдең миҫалымда башҡорт йәштәренә ҙур аҡсаны ла ғәҙел юл менән эшләргә мөмкин икәнен еткергем килә. Беҙҙең заманда намыҫһыҙ булыуҙың файҙаһы юҡ. Ваҡытыңды дөрөҫ бүлергә, үҙ эшмәкәрлегең өлкәһендә профессионал булырға, күңел биреп эшләргә кәрәк, һаулығыңды спиртлы эсемлектәргә һәм тәмәкегә алмаштырмау фарыз.

Шулай уҡ Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ потенциалын үҫтереү мөһим.

– Бизнес һинең өсөн…

– Йәшәү рәүеше (стиле).

Әйткәндәй, һинән франшиза алырға мөмкин, ахыры? “Шоңҡар”ҙы уҡыусыларға ташламалар булмаҫмы?

– Әлеге көндә франшиза буйынса ике Оптика эшләй. 5000 халҡы булған районда асыу өсөн 750 000 һум талап ителә. 8 айҙа үҙ хаҡын аҡлай. Декабрь аҙағына тиклем заявка ҡалдырған һәм паушаль взнос (франчайзиҙың франчайзерға түләгән аҡсаһы. – авт.) индергән тәүге өс “Шоңҡар” уҡыусыһына 50 мең һум ташлама яһай алабыҙ .


“Яратып башҡарған эш әрәм булмай”


– Динар, ғаилә – бишек, тәжрибә туплау урыны һәм ул ғына ла түгел… Шундай замандашыбыҙҙың ата-әсәһе кем икән?

– Атай-әсәйем 15 йылдан ашыу эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Уға тиклем атайым – Әхтәр Нәғим улы колхозда 20 йыл водитель булып эшләне, ә әсәйем – Флүзә Мәһәҙей ҡыҙы Универмагта һатыусы булды. 2000 йылдар башында ауылда ҙур булмаған аҙыҡ-түлек магазины асҡайнылар. Мәктәптән ҡайтҡас, кейем алмаштырам да, төштән алып кискә тиклем мин һата торғайным, сөнки минең кеүек яҡшы һатҡан кеше булманы . Ә гимназияла уҡығанда каникул ваҡыттарында һабантуйҙарҙа, байрамдарҙа күсмә сауҙа итеүҙә эшләй инем, хеҙмәт хаҡына. Беҙҙең ғаиләлә ағайыма ла, миңә лә, һеңлемә лә аҡса буштан ғына килмәне, эшләп ала инек: һәр ваҡыт атай-әсәйгә ярҙам итәбеҙ, ә улар эш хаҡы түләй.

V класта йәй көнө эшләп алған тәүге 9000 һумға кейем-һалым һәм уҡыу кәрәк-яраҡтары алдым. Ул ваҡытта үҙең эшләп алған аҡсаға теләгән әйбереңде (ә ғәҙәттәгесә үҫәсәккә түгел) алырға була икәнен аңлау рәхәт ине. Атай-әсәйем мине адвокат итеп күрергә теләне. Юридик факультетты тамамлауымды ныҡыштылар. Бизнестың ауыр икәнен һөйләнеләр. Үҙем дә шулай уйлай инем, эшҡыуарлыҡҡа тотонғанға тиклем. Һөнәрең оҡшай, шөғөлөң күңелеңә ята икән, теләһә ниндәй ҡатмарлыҡты ла еңел артылаһың.

Бәләкәйҙән ныҡышмал, ҡыйыу булырға, аҡса эшләргә өйрәткәндәре өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Уларға үҙемдең хыялдарымды һөйләй инем, ә атайым һәр ваҡыт: “Ҡыҙыл ҡар яуғас, барыһы ла булыр”, – ти торғайны. Һәм мин быға ысынлап ышандым, хыялдарымдың тормошҡа ашасағына шикләнмәй инем, артабан тағы ла нығыраҡ хыял иттем. Шуға ла иң мөһиме – хыялланыуҙан туҡтамау. Улар маҡсатҡа әйләнә, тормошҡа ашырырға ғына ҡала!

– Бөйөк ир артында бөйөк ҡатын тора, тиҙәр…

– Әлбиттә. Тарихыбыҙға күҙ һалһаҡ та шуны дәлилләргә була: ҡайһы бер һуғыштар ҙа ҡатын-ҡыҙ арҡаһында сыҡҡан, шиғырҙар – ҡатын-ҡыҙ өсөн, ә ғәмәл-ҡылыҡтар – мөхәббәт хаҡына. Кәләшем Зөләйха исемле. Һәр башланғысымды хуплап ҡына тора.

– Динар, тормошҡа күҙәтеү яһайыҡ әле. Биш минутҡа булһа ла философ йә аҡыл эйәһе булып алайыҡ…

– Тормош – минең өсөн ниндәйҙер бер мөғжизә. Үҙебеҙҙең ғүмерҙе күбәләктеке менән сағыштырһаҡ, донъяла бик оҙаҡ йәшәйбеҙ. Йыһан масштабында ҡараһаҡ, ялт иткән сағылыш ҡына.

Беҙгә бирелгән ваҡыт ҡәҙерен белеү зарур. Был донъяға ни өсөн килгәнһең – үҙеңә ошо һорауҙы биреп, ғәҙел яуап бирергә кәрәк.

Иртән күҙҙәр янып торһон өсөн ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәргә кәрәк. Буйы менән үҙ юлыңды эҙләргә түгел, ә уны төҙөргә кәрәк. Һәр мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмау фарыз.

Бөйөк кешеләрҙең биографияһын уҡырға яратам. Уларҙың һәр береһенең ҡарамағында тәүлегенә 24 сәғәт булған. Эш һиңә бирелгән ҡәҙерле ваҡытты нисек сарыф итеүеңдә генә.

– Журнал уҡыусыларға ниндәй кәңәштәр бирерһең?

– Октябрь айында 23 йәшемде тултырҙым. Йәш – ҡоро цифрҙар ғына.

7 кәңәш бирәм:
1) Аралашыусан, ғәҙел һәм асыҡ булығыҙ;

2) Күп китап уҡығыҙ;

3) 1, 5, 10 йылға пландар ҡороғоҙ;

4) Хаҡлы түгеллегегеҙҙе тыныс рәүештә танырға өйрәнегеҙ. Хаталаныу – тәбиғи. Ә уларҙы танымау, төҙәтмәү насар;

5) Тормошоғоҙ хаҡында фекер йөрөтөгөҙ, үҙегеҙгә, ғәмәлдәр ҡылыуға иң төп мотивация ниндәй, тигән һорау бирегеҙ. Был һорауға тейешле кимәлдә иғтибар бүлегеҙ;

6) Уйланылған ғәмәлдәр ҡылығыҙ. Аңлы рәүештә мөнәсәбәт ҡороғоҙ. Аңлы рәүештә эшләгеҙ. Тормошоғоҙҙоң киләсәктә бер мәғәнәһе булмаған осраҡлыҡтар теҙмәһенә әйләнеүенә юл ҡуймағыҙ;

7) Кәрәк икән, барыһын да ташлап, яңынан башлағыҙ (Күпме кәрәк, шунса). Бер ваҡытта ла бирешмәгеҙ!


Геройымдың беҙҙең башҡорт йәштәре араһында үрнәк булырҙай иң уңышлыларҙың береһе икәненә иманым камил. Иң мөһиме – ул үҙ эшен республикабыҙҙа ойошторған, ә “бәхет эҙләп” ситкә – алыҫ ҡалаларға, мегаполистарға, илдәргә сығып китмәгән. Кемдер үрнәк алып дәртләнер, кемдер ошондай йәштәр үҫеүенә ҡыуаныр, тигән ышаныстамын.