Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
25 Июль 2018, 11:58

Төп проектым – балаларым (№3, 2018)

Миңзиә Каспранова-Рәхмәтуллина үҙен телевидение эшмәкәрлеге буйынса төплө, етди журналист булараҡ күрһәтеп тә өлгөргән, өс бала әсәһе лә, яратҡан шөғөлөн бизнес кимәленә еткергән.


Күптән йәш әсәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар ҡыҙыҡһынып уҡырлыҡ, үҙҙәре өсөн ниндәйҙер яңылыҡ, көс-дәрт алырлыҡ берәй нәмә яҙғы килеп йөрөй ине. Әлеге көндә ниндәй әсәйҙе башҡаларға өлгө итеңкерәп күрһәтһәм яҡшы булыр икән, тип оҙаҡ уйландым. Тәбиғи генә итеп, мөмкин тиклем асығыраҡ яуап бирерлек кем бар икән, тип барланым.
Әлбиттә, егәрле лә, бөтмөр ҙә ҡатын-ҡыҙҙар арабыҙҙа бихисап. Кемдер матур күңеле, эске сере менән башҡаларға нур таратып йәшәй, кемдер үҙендә булған көс-дәртен бүтәндәр менән дә бүлешә, әйләнә-тирәләгеләрҙе илһамландыра белә. Интернет заманы булғас ни, ҡатын-ҡыҙҙың хис-тойғо торошон, көндәлек мәшәҡәттәрен белеп, ишетеп тә йәшәгән кеүекбеҙ. Бала тәрбиәләү серҙәре менән уртаҡлашҡандары ла, бешеренеү, бәйләү, тегеү йәһәтенән оһоло булғандары ла, шиғри күңеллеләре лә, Аллаға шөкөр, бик күп. Һоҡланаһың да, үҙҙәренән нимәгәлер өйрәнәһең дә, тигәндәй. Шулай ҙа, бик оҙаҡ ваҡыт бизмәнде улай-былай сайҡатҡылағандан һуң, Миңзиә КАСПРАНОВА-РӘХМӘТУЛЛИНА яғы ауырыраҡ тартты. Үҙен телевидение эшмәкәрлеге буйынса төплө, етди журналист булараҡ күрһәтеп тә өлгөргән, өс бала әсәһе лә, яратҡан шөғөлөн бизнес кимәленә еткергән. Уның социаль селтәрҙәге сәхифәһен асып ҡараһаң, тынғыһыҙ, бөтмәҫ идеялар менән янған егәрле кеше икәнлеге күренә. Икенсе яҡтан ҡараһаң, наҙлыҡай ғына, нәзәкәтле, һылыу гүзәл зат.
Ҡасандыр телевидениеның тынғыһыҙ ҙа, ҡыҙыҡлы ла эшенә бар булмышы менән сумған Миңзиәгә ғаилә ҡороу, балалар табыу нисегерәк йоғонто яһаны икән? Ҡатын-ҡыҙ булараҡ тап ошо мәлдән асылып китте тип әйтә аламы? Тормошҡа ҡараштары үҙгәрҙеме?
Ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше нимәлә? Миңзиәгә һорауҙарым күп ине. Ғөмүмән, бөтә әсәйҙәргә лә ошо һорауҙарҙы бирер инем.

Бар булмышым – әсә булыуҙа


Яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе булып, республиканың бер осонан икенсеһенә командировкаларға сабыулап йөрөгән Миңзиә өсөн бер мәл көндәр буйы бәләкәй фатирҙа ултырыу кәрәклеге ҡот осҡос тәьҫир итә. Декрет ялына сығыу тураһында уйларға ла ҡурҡа ул. Мин эшһеҙ, эш минһеҙ нишләр инде, тип борсола.

19 апрель – уның тәүге тапҡыр әсәй булған көнө! Үҙе әйтмешләй, аҡтың – ҡара, ҡараның аҡ икәнен аңлай башлаған көнө. Донъяһының өҫтө-аҫҡа ауҙарылған һәм бәхете ишелеп килеп төшкән көнө. Ошоға тиклем нисек ошо бәләкәс кенә кешеһеҙ йәшәй алдым икән, тип ғәжәпләнеүе лә тәбиғи. Ниндәй эш, ниндәй репортаждар, ниндәй командировкалар ти ул? Көтөп торһондар әле улар. Миңзиәнең бар донъяһы – ошо кескәй генә йән эйәһе.

Тәүге балаһы тыуғас геройым “бар булмышым – әсә булыуҙа” тигән иман менән йәшәй әле. Тап ошо мәлдәрҙә күңелендә бөтөн кешеләргә ҡарата яратыу хисе уяна. Хатта иң әшәкеләренә лә аңлап ҡарай башлай. Улар ҙа бит ҡасандыр йөрәк ярып сыҡҡан, бер гонаһһыҙ сабый булған, донъяға саф күҙҙәр менән ҡараған, йөрәге асыҡ булған.

Әсәһе менән атаһын нығыраҡ ҡәҙерләй, аңлай башлай, ҡайны-ҡәйнәһенә хөрмәте арта. Балаларын лайыҡлы итеп тәрбиәләп үҫтергән кешеләргә иң юғары баһалар тейеш!

Шулай итеп, Миңзиәнең тормошо ҡырҡа үҙгәреп, бар нәмәгә балалы ғаилә күҙлегенән ҡарай башлай. Көн аша тиерлек кино, театрҙарға йөрөү бөтә, уйламайынса аҡса түгеүгә нөктә ҡуйыла. Хатта, сабыйы алама һауа еҫкәп үҫмәһен өсөн, Шамонин ауылында өй һалып сығалар. Бер нисә йылдан Хәмите, Нурияһы тыуа – күп балалы ғаиләгә әйләнәләр. Әсәйҙең йөрәге йәнә ҙурая, унда, гүйә, бөтә йыһан һыя, тип юҡҡа әйтмәйҙәр, күрәһең.

Миңзиәне яңыса йәшәүгә өйрәткән иң беренсе уҡытыусыһы – улы. Күп нәмәгә өйрәтә уны тәүге балаһы. Сабырлыҡҡа, түҙемлеккә, доға ҡылырға, тиҙ-тиҙ генә өйҙө йыйыштырырға… Ришаты тыуғас үҙен педиатрия факультетын тамамлағандай тоя. Балалар һаулығы буйынса уҡымаған, өйрәнмәгән әҙәбиәте ҡалмай. Ошо урында күп йәш әсәйҙәр үҙҙәрен таныйҙыр әле.

Бәпесенә бер нисә ай булғас ҡына күҙҙәре асыла. Яйлап ысынбарлыҡҡа ҡайта башлай, кешеләр менән аралашыуға, ижадҡа һыуһағанын аңлай. Тынғыһыҙ йән тик кенә ята беләме һуң – һабын ҡойоп, хуш еҫле тәбиғи һабынсыҡтар эшләй башлай.


Матурлыҡ өләшергә килгәнбеҙ


Әммә Миңзиә ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше әсә булыуҙа тигән тәғлимәт менән килешеп етмәй. “Һәр кем, гүзәл зат булһынмы ул, ир уҙаманымы донъяға изгелек, матурлыҡ өләшер өсөн килә. Тирә-яғыңды тағы ла күркәмерәк итеү, гүзәллек тыуҙырыу – йәшәү асылы, минеңсә. Тик шул саҡта ғына кеше бәхетле була ала. Донъяңды сабыйҙарыңдың саф көлөүенә күмәһеңме, әллә вазифаңа яуаплы ҡарауыңдан башҡалар ҙа файҙа күрәме – һәр кемдең үҙ тәғәйенләнеше. Балалар йәшәү рәүешемде үҙгәртһә лә, үҙемде әллә ни үҙгәртмәне. Мин һаман шул уҡ: хыялға бай һәм шикләнеүсән, оҙаҡ икеләнеүсән һәм шул уҡ ваҡытта тәүәккәл, ҡыйыу һәм оялсан да. Донъяға ҙур күҙҙәр менән ҡыҙыҡһынып бағыусы, кешеләргә эскерһеҙ ышаныусы һәм даими яңы шөғөл уйлап табып, ижадҡа һыуһап йәшәүсе тынғыһыҙ бер кешемен.

Баҡсабыҙ булғас, эшһеҙ тик ултырмайбыҙ, көндәлек мәшәҡәттәр менән зыр әйләнәбеҙ. Зарланмайым, киреһенсә, декрет ялының һәр минутын ҡәҙерләргә тырышам. Балаларымдың иң гүзәл сағын үҙемә күҙәтеп, эргәләрендә була алғаным өсөн яҙмышыма ла, иптәшемә лә рәхмәт. Ирҙәр декретта һынала, тигән шаяртыу ҙа бар бит әле. Беҙҙең атайыбыҙ һынауҙы уңышлы үтеп килә, шикелле. Ул – минең төп кәңәшсем, дуҫым, илһам биреүсем. Ниндәй генә идеялар тыумаһын, тәүҙә ирем һәм һеңлем менән кәңәшләшәм. Иптәшем Азат менән икебеҙ ҙә Һыуғояр. Әммә икебеҙ ике төрлө. Мин алһыу болоттарҙа йөҙһәм, ул ныҡлы баҫып ерҙә тора. Минең бөҙрә-бөҙрә идеяларымды ҡайһы берҙә үткер дәлилдәре менән шымартып ҡуя”, – ти бәхетле ҡатын.

Яратҡан кешеңдең дәртләндереп тороуы, кәрәк саҡта арҡа ҡуя белеүе – үҙе ҙур мәртәбә. Ундай әсәй, ҡатын-ҡыҙ үҙен таш диуар артындағылай тыныс, ышаныслы тоя.

Күптәр белеүенсә, тынғыһыҙ Миңзиә торттар, тәрлө бәлештәр бешереп һата. Азат тортты биҙәү эшендә кәңәштәр биреп, үҙенең фекерен белдереп кенә ҡалмай, көткән кешеһенә әҙер ризыҡты алып барып еткерә лә. Һәр эште бергәләп кәңәшләшеп башҡара улар. Йөрәгендә ҡайнар мөхәббәт йөрөткән кеше генә ана шулай тормошҡа ихлас ҡарайҙыр.

Әлбиттә, тормошҡа ҡараш, шәхес булараҡ нисек тәрбиәләнеүең ғаиләлә үк һалына. Миңзиә һәм уның ҡустыһы Нух, һеңлеһе Миләүшә бик матур ғаиләлә үҫә. Әсәһе Рәмзиә менән атаһы Сәфиулла Рәхмәтуллиндар әле Баймаҡта йәшәй. Улар балаларын нотоҡ уҡып тәрбиәләп ултырмай, ә үҙ миҫалында үҫтерә. Ҡустыһы атай тирәһендә йөрөһә, ҡыҙҙар әсәйҙәре менән бешеренә, аш-һыу хәстәрләй. Бәләкәйҙән икмәген дә һалырға, ҡайнатмаларын да әҙерләргә өйрәнәләр.

Студент саҡтағы бер ҡыҙыҡ хәлде лә һөйләп үтте Миңзиә. Бер ҡыҙ ит киҫәге тотоп алған да коридорҙа осраған берәүҙән һорай икән: “Ошоно бешерер өсөн нисә стакан һыу ҡойорға кәрәк?” Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та.

“Баланың ҡулына эш тигеҙмәй, үтә әпәүләп үҫтереү дөрөҫ түгел ул. Беҙ сабыйҙарыбыҙҙы атай-әсәй өлгөһөндә тәрбиәләйбеҙ. Хеҙмәт аша, үҙ миҫалыбыҙҙа. Бында хатта тәрбиәләйбеҙ тигән һүҙ тап килеп тә етмәй. Баланы нисек кенә тәрбиәләһәң дә, үҙеңә оҡшаясаҡ, тигән аҡыллы һүҙҙәр бар бит. Тәү сиратта атай-әсәй үҙе үҫешһен, һәр йәһәттән камиллыҡҡа ынтылһын, ә бала күргәнен күңеленә һеңдереп барасаҡ”, – тип һанай Миңзиә. Уларҙың ғаиләһендә балаға ҡапланып ултырыу тигән күренеш бөтөнләй онотолған. Киреһенсә, балалары ата-әсәһенә яраҡлаша, уларға эйәреп күп нәмәгә өйрәнә, үҫешә.


Идеялар ҡоро һүҙҙә ҡалмаһын өсөн…


Миңзиә шәхесте рухи яҡтан байытыу, үҫтереү тураһында китаптар уҡырға ярата. Һөҙөмтәле, һыналған техникаларҙы яҡындарына, балаларына ла өйрәтә. Яңыраҡ бар донъяға билдәле “Флайледи” системаһын башҡа ҡатын-ҡыҙҙарға ла ныҡлап төшөндөрөү йәһәтенән марафондар үткәрә башланы ул. Бында хужабикәләргә ваҡытты дөрөҫ бүлергә лә, өйҙө “ялт” иттереп тоторға ла, үҙеңә иғтибар бүлергә лә өйрәтә. Ҡатын-ҡыҙҙың шәхес булараҡ үҫешеүенә лә күп иғтибар бүлә. Көн һайын Миңзиәнән төрлө эштәр алып, уларҙы үтәп, һөҙөмтәһен яҙып, уңыштары менән уртаҡлашып торған ҡатнашыусылар бик ҡәнәғәт икән, күп йылы һүҙҙәр яҙалар. Иң ҡыуаныслыһы: ысынлап та өйөнә, балаһына ғына түгел, үҙенә лә, шәхси үҫешенә лә, рухи өлкәгә лә ваҡытты тигеҙ бүлергә, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә өйрәнә ҡыҙҙарыбыҙ.

Йәнә “Шөкөр ҡылыу көндәлеге” тигән техникаһы ла бар Миңзиәнең. Булғанына риза булыуҙы динебеҙ ҙә хуплай бит. Әммә быға күптәр әһәмиәт бирмәй, шикелле, тип һанай Миңзиә. "Зарланырға яратабыҙ. Аҡса етмәй, ҡар юҡ, көн һыуыҡ, етәксе уҫал, күршеләр тиле, юл насар... Ә "Шөкөр ҡылыу көндәлегендә" беҙ әйләнә-тирәбеҙҙәге матурлыҡты күрергә, һәр нәмәне ыңғай ҡабул итергә өйрәнәбеҙ. Балаларыма даими рәүештә: "Аллаға шөкөр, һеҙ бар! Рәхмәт һеҙгә, бәхетле иттегеҙ мине!" – тип әйтәм.

Бөгөн ҡабаланып-ҡабаланып дауаханаға китеп бара инек, дүрт йәшлек Хәмитем: "Әсәй, рәхмәт һиңә булғаның өсөн! Мин һине шул тиклем яратам!" – ти. Ни тиһәң дә күңеленә һеңдереп йөрөй икән балаҡайым. Шунан һуң нисек үҫешмәйһең дә, нисек алға атламайһың инде?!”

Миңзиә башында килеп тыуған һанһыҙ идеялар ҡоро һүҙ булып ҡуймаһын, тормошҡа ашһын тип йәшәй бөгөн.Үҙен гел алға әйҙәгән һеңлеһе менән бергә ниҙәр генә ойоштормайҙар! Сәк-сәк, бәлештәр бешереү, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, кенди-бар, үҫеш марафондары…


Һин – ваҡытҡа хужа!


Уға иң йыш бирелгән һорау: “Өс бала менән нисек өлгөрәһең?” Миңзиә башта йышыраҡ төндә бешеренгән. Әммә тормош үҙен нисек етеҙлеккә өйрәткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Флайледи системаһы һәм тайм-менеджмент буйынса башҡа төр алымдарҙы ныҡлап эшкә егеү һөҙөмтәһе. Ни тиһә дә, БАГСУ-ҙың "Ойошма менеджменты" факультетын ҡыҙыл диплом менән тамамлаған кеше лә бит әле. Ваҡытты дөрөҫ ойошторһаң, күп нәмәгә өлгөрөргә мөмкин, ти ул. Ваҡыт түгел, ә һин уның менән идара итәһең, һин хужа. Ҡыҙҙарға марафондарында тап ошо тәғлимәтте еткерергә тырыша ла инде.

Декрет ялы дауам итһә лә, телевидениены бик һағына Миңзиә. Әмәлгә ҡалғандай, былтыр уны "Бәхетнамә" тапшырыуын алып барырға саҡырғандар. Эйе, тура эфир – көсөргәнешле, ауыр хеҙмәт. Әммә эшен һағынған кешене был туҡтата аламы инде? Риза була. Гөлназ Яҡупова етәкселегендәге "Бәхетнамә" проектын тамашасылар бик ярата. Миңзиә алып барған темалар ҙа телевизор ҡараусыларҙың күңелендә урын таба, шикелле. Тура эфир барышында уға илай-илай үҙ хәлдәрен һөйләгән, ҡунаҡҡа саҡырған осраҡтар ҙа булғылай. Тимәк, тамашасы үҙ кешеһе итеп ҡабул иткәндер.

Шулай ҙа геройымдың төп ижади проекты – бешеренеү. Проектты һеңлеһе менән "#Селтәртәмтомоҫтаханаһы" тип исемләгәндәр. Социаль селтәрҙәрҙә ошондай хештег аша табырға мөмкин.

Ижадҡа һыуһыны әле шунда ҡана. Ҡомарын телевидениенан башҡа йүнәлештәрҙә лә файҙаланырға тырыша, үҙен төрлө юҫыҡта һынай. Әммә ул: “Мин – әсәй. Бөгөн был минең төп эшем, балаларым – төп проектым”, – ти.

Ләкин иң беренсе сиратта әсәйҙең бәхетле булыуы, үҫеше мөһим икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Тик бәхетле әсәй генә аҡыллы, ҡыйыу, маҡсатҡа ирешеүсән, рухи яҡтан сәләмәт бала тәрбиәләй шул.



Читайте нас: