Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
4 Август 2018, 12:07

Буяу-ҡәләмһеҙ йәнем толҡа тапмай (№4, 2018)

Тәбиғәт ҡосағына сумып, йәнтөйәге, милли ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата һоҡланыу һәм ихтирам тойғоһо менән һуғарылған әҫәрҙәр ижад итергә ярата йәш рәссам Айгөл Ишбердина


Ҡасандыр дәһшәтле һуғыш йылдарының шаһиты булған Көнгәк тауы күптәрҙе үҙенә тарта, илһамландыра. Шул иҫәптән, донъяға ҙур өмөт тулы күҙҙәр менән баҡҡан йәш ҡыҙҙы ла. Ана ул, ғәҙәттәгесә, тау итәгенә мольбертын ҡуйған да, онотолоп һүрәт төшөрә. Ҡулындағы ҡылҡәләменең һәр хәрәкәтенән күҙ алдындағы гүзәллек ҡағыҙға күсә бара, ҡыҙҙың күңеле күтәрелә бара...

Айгөл Ишбирҙинаның үҫмер сағында әлеге күренеш йыш ҡабатлана. Тәбиғәт ҡосағына сумып, йәнтөйәге, милли ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата һоҡланыу һәм ихтирам тойғоһо менән һуғарылған әҫәрҙәр ижад итергә ярата йәш рәссам. Уҡыусыларыбыҙға Мәләүез районы Томансы ауылында үҫкән, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультетында белем алған ҡыҙ журнал биттәре аша таныш. Уның артабанғы яҙмышы, ижады менән ҡыҙыҡһынып, һөйләшергә булдыҡ.


Бала саҡтан йәне-тәне менән рәссамлыҡҡа һәм камиллыҡҡа ынтылған кеше яратҡан һөнәрен ташламайҙыр. “Хоҙай тарафынан бирелгән был ҡөҙрәт кешегә юҡҡа ғына бирелмәй. Һин матурлыҡ өләшергә, тирә-йүндәгеләрҙе лә гүзәллекте күрә белергә, яратырға өйрәтергә тейешһең. Ә был яуаплы бурысты атҡарырға көс-дәрт үҙенән-үҙе табыла, – тип һүҙ башланы Айгөл. – Мин дә бәләкәйҙән ижадҡа тартылдым. Олатайым менән бергәләп һүрәт төшөргәнем хәтеремдә. Тәжрибәле урмансы булараҡ, уның күреү хәтере яҡшы, күҙ үлсәме тос ине. Шуға ла йәнлек-хайуандарҙы оҫта һынландыра торғайны. Бынан тыш макрамэ менән шөғөлләнергә, бәйләм бәйләргә, ғөмүмән, ҡул эштәрен ярата инем. Әммә ҡурылдай сирле булып тыуғас, әсәйем мине музыка мәктәбенә тынлы музыка ҡоралы (кларнет) класына бирергә ҡарар итте. Ә миңә был өлкә бөтөнләй ят. Көс-хәл менән документтарымды художество мәктәбенә тапшырырға күндерҙем. Ярай ҙа шул ваҡытта директор ҙа, әсәйем дә теләгемә ҡаршы килмәне. Юғиһә мин әлеге ижади мөхит донъяһына сума алмаҫ инем.

Башта мин Мәләүез ҡалаһындағы художество мәктәбендә, аҙаҡ Өфө сәнғәт училищеһында рәсем нескәлектәренә өйрәндем. 2003 йылдан йәштәр күргәҙмәләрендә ҡатнаша башланым. Олатайым менән өләсәйемде һынландырған “50 йыл бергә” тип аталған тәүге ҙур картинам Башҡортостандан билдәле рәссам эше менән бер рәттән халыҡ-ара күргәҙмәгә һайланыуы минең өсөн ҙур мәртәбә булды. Сөнки улар рәссам ижадын баһалап ҡына ҡалмай, ә күңел үҫтереүсе, яңынан-яңы асыштарға этәреүсе сара ла. Аҙаҡ әлеге картина байтаҡ урындарға сығарылды. Әммә бөгөнгө көндә ул иң лайыҡлы урында – олатайым менән өләсәйемдең өй түрендә элеүле тора.

Юғары уҡыу йортон тамамлағас, “Йәйғор” үҫмерҙәр клубына уҡытыусы булып эшкә урынлаштым. Төрлө йәштәге балаларға рәсем серҙәрен өйрәтәм. Һикһәнгә яҡын уҡыусымдың һәммәһенә лә тейешле иғтибар бүлеп, һәр кемдең күңелендә бөрөләнгән һәләтен артабан да үҫтерергә һәм камиллаштырырға тырышам. Бынан тыш үҙем дә үҫешәм. Мин тәжрибәм менән уртаҡлашам, улар үҙҙәренең эскерһеҙ, саф күңелдәре аша күргән донъяға ҡараштары, күҙаллауҙары менән бүлешә. Күптән түгел бер уҡыусым башҡорт легендаларына иллюстрациялар төшөрөү теләге тыуыуы хаҡында белдергәйне. Уның был ниәтен хуплап, бергә эш башланыҡ. Ярты йыл тирәһе эшләгән хеҙмәтебеҙ баһаһын алды, 1-се урынға лайыҡ булды. Китап итеп баҫтырып сығарыу мөмкинлеге лә булды. Шулай итеп, уҡыусыларымдың уңыштары, үҙемде ысын педагог булараҡ аса алыуым өсөн ихлас ҡыуанам.


Мине тауҙар илһамландыра


Мөғәллимлек итеү күңелемә яҡын булһа ла, буяу-ҡәләмдәремде ҡулыма алмаһам, йәнем толҡа тапмай. Көнөнә бер эскиз булһа ла төшөрәйем тип, буш ваҡыттарымда оҫтахаға ашығам”, – ти Айгөл бүлмәһенә ымлап. Рәссамдар союзы үҙенең ағзалары өсөн йорттоң иң өҫкө ҡатында булдырған оҫтаханаларға күҙ йүгертеп сыҡтым. Ыҡсым, әммә яҡты бүлмәлә ысын ижади атмосфера тойола. Мольбертта май буяуҙар менән эшләнгән ҙур ғына картина тора. Унда һынланған ҡыҙҙың йөҙөндә геройыбыҙҙың һыҙаттарын сырамыттым. Автопортрет булыр, ахыры. Уның артында бихисап башҡа картиналар теҙелеп киткән. Күпселек тәбиғәт күренештәре сағылыш тапҡан уларҙа.

“Мине быуаттар бәйләнешен сағылдырған тауҙар илһамландыра. Ниндәйҙер йәшерен сер һаҡлаған төҫлө улар. Йыш ҡына пейзаж, сюжет композицияларына мөрәжәғәт итеп, уның асылына төшөнөргә тырышам. Картиналарымды күпселек май буяуҙар йәки төрлө техника ҡулланылған реалистик манерала яҙырға тырышам. Йыш ҡына үҙемдең уй-кисерештәремде тамашасы йөрәгенә портрет жанры аша ла еткерәм. “Хәтер төтөнө” тип исемләнгән өләсәйемдең портреты миҫалында оло быуын вәкилдәренең көслө рухлы, һәр атҡан таңға ышаныс менән бағыусы асыҡ йөрәкле, ҡунаҡсыл булыуҙарын күрһәтергә һәм шул күңел матурлығын, күңел байлығын йәштәргә лә еткерергә ынтылдым. Ғөмүмән, кешенең эске кисерештәрен сағылдырыу өсөн уны йөрәк аша үткәрә белергә кәрәк. Әгәр ҙә һин геройҙарыңа ҡарата ихлас, мәрхәмәтле була белмәйһең икән, тимәк, уҡыусың да уны тейешле кимәлдә аңлап етмәйәсәк, тип уйлайым.

Бөгөнгө көндә йәштәрҙең иман, тәүфиҡ төшөнсәләренән ситләшеүе борсой. Әлеге өҙгөләнеүемде “Ваҡыт йылғаһы” тигән пейзажда ҡалҡып сыҡҡан мәсет образы ярҙамында яҡтырттым. Уны халыҡты яҡшылыҡҡа, шәфҡәтлелеккә әйҙәүсе, үткән менән бөгөнгөнө тоташтырыусы изге символ тип күҙаллайым.

Ҡыҫҡаһы, мин картиналарымды тәрән мәғәнә менән һуғарырға ынтылам. Шуға ла нимәне булһа ижад итер алдынан күп уҡырға, эҙләнергә, тәғәйен тема буйынса оҙаҡ уйланырға тура килә. Әҫәр ижадсының күңелендә яралып, үҫешеп, тамамланған уй-фекерле бер картинаға әүерелгәнсе байтаҡ ваҡыт үтә. Сит-ят мәшәҡәттәргә бүлгеләнмәй, тыныс күңел, тыныс урында ижад итеүе күпкә отошлораҡ. Сөнки етеҙ тиҙлек менән хәрәкәт иткән тормошобоҙҙоң ҡабатланмаҫ матурлығын тойоп, һоҡландырғыс мәлдәрен мәңгеләштерер өсөн иғтибарлы булыу мөһим. Ҡул, ҡылҡәләм ҙур ниәтте тормошҡа ашырыу өсөн бары тик сара ғына.

Рәссам кешегә заказға ла эшләргә тура килә. Әммә ул бөтөнләй башҡа ижад процесы тип әйтер инем. Ғәҙәттә, кеше үҙе теләгән картинаны күрергә теләй. Ул рәссамдың күҙаллауы менән тап килмәүе лә ихтимал. Ҡараштар уртаҡ түгел икән, һөҙөмтәнең дә уңышлы булыуы икеле. Ә миңә фекер менән форманың бер бөтөнгә әүерелеүе мөһим. Тамашасы ҡарашы картиналарымда туҡталып ҡалып, уны уйландыра, ниндәйҙер фәлсәфә ҡороуға этәрә икән, тимәк, үҙ моратыма ирештем тигән һүҙ. Рәссам ижады, ниндәйҙер мәғлүмәт еткереүҙән тыш, кеше күңелен байытырға, дауаларға ла бурыслы тигән ҡараштамын.

Әлбиттә, әлегә мин үҫеш юлы башында торған йәш рәссаммын. 2009 йылда Рәсәй рәссамдары союзына индем, ә 2015 йылда, иптәш дуҫым менән уртаҡ проект булдырып, Шәйехзада Бабич исемендәге премияға лайыҡ булдыҡ. Даими рәүештә күргәҙмәләрҙә эштәрем менән уртаҡлашам, эҙләнәм һәм камиллыҡҡа ынтылам. Әйткәндәй, һуҡырҙар өсөн махсус ойошторолған сараларҙа ла ихлас ҡатнашам. Уларҙың донъяны күреп-белеү, үҙҙәренә генә хас фәлсәфәһе ҡыҙыҡһындыра һәм һоҡландыра.

Алда эшләнәһе ниәттәрем байтаҡ минең. Киләсәктә тамашасым күңеленә йәм өҫтәр, илһамландырыр әҫәрҙәр тыуҙырып, уларҙың абруйын ҡаҙанырға насип булыр тип ышанғы килә”.


Айгөлдөң һөйләүен ҡыҙығып тыңлайым, ә күҙ алдымдан һаман теге ҡыҙ китмәй. Йәйге йылы ҡояш нурҙарына ҡойоноп, эре ҡыҙыл сәскәле күлдәк кейгән ҡыҙсыҡ тау битләүен иңләй. Бала сағынан тыуған яғының гүзәллеген, донъяның хозурлығын күреп-тойоп үҫкән кеше генә тормошҡа йәм өҫтәй алалыр ул.


Читайте нас: