Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
14 Август 2018, 09:21

Зәки Әлибаев: Әҙәбиәттең ҡиблаһы үҙгәрмәй Йәки Ирәмәлгә менеү өсөн дә көс һалырға кәрәк

Әҙәбиәттең киләсәгебеҙҙе ҡотҡара алырлыҡ көсө ҡалғанмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға танылған ғалим, әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, журналист, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы ӘЛИБАЕВ менән яуап табырға тырыштыҡ.

Беҙ билдәле шәхестәрҙең тормоштағы ваҡиғаларға ҡарашын ғына түгел, ә уларҙың ҡабатланмаҫ күңел донъяһын, йәшәү фәлсәфәһен, тойғо һәм кисерештәрен дә белергә ынтылабыҙ. Юҡ, ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн генә түгел, ә үҙебеҙгә ниндәйҙер фәһем һәм тәжрибә алыу өсөн дә, бәлки. Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә лә йәшәү мәғәнәһе, маҡсатҡа ынтылыш, уңыш һәм уңышһыҙлыҡ кеүек темаларҙы урап үтә алманыҡ. Ысынлап та, ни өсөн кемдер маҡсатына өлгәшә, ә кемдер ярты юлдан кире борола? Атай һәм әсәй тәрбиәһе тормош юлында ҡасанға тиклем ҡалҡан була? Ә ҡайһы ваҡыт тик үҙ аҡылыңа ғына таянырға? Әҙәбиәттең киләсәгебеҙҙе ҡотҡара алырлыҡ көсө ҡалғанмы? Эйе, бик күп етди һорауҙар йыйылғайны. Беҙ уларға бөгөнгө геройыбыҙ – танылған ғалим, әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, журналист, филология фәндәре кандидаты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы ӘЛИБАЕВ менән яуап табырға тырыштыҡ.

“Бала саҡ уйындары сәмләнергә өйрәтте…”


– Зәки Арыҫлан улы, һеҙ күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкәнһегеҙ. Холҡоғоҙҙағы маҡсатҡа ынтылыш, тынғыһыҙлыҡ, эҙләнеүсәнлек бала саҡтан киләме?

– Әлбиттә, бала саҡтан. Ғәҙәттә, ғаиләлә баш балаға иғтибар үтә лә көслө – һәр ваҡыт яңылыш аҙымдан ҡурсаларға ынтылалар. Ә бына кинйәләргә ундай тыйыуҙар ҡағылмай тиерлек. Минең менән дә шулай булды. Ниндәй уйын уйнарға теләйем – рәхәтләнеп шуны уйнаным. Хатта ниндәйҙер кимәлдә башҡаларға тыйылғаны ла миңә рөхсәт ителде. Мәҫәлән, ҡышын һарай ҡыйығынан көрткә һикереү. Берәү мотлаҡ имгәнер ине, мине Аллаһы Тәғәлә аралағандыр. Ә һуңғараҡ ҡайҙандыр моделен күсереп алып дуҫ малайҙар менән дельтаплан эшләгәйнек. Әлбиттә, осошобоҙ күп булһа бер нисә минут ҡына дауам иткәндер, шулай ҙа хәтерҙән мәңге юйылмаҫлыҡ ваҡиғаға әйләнде.

– Бындайҙы тормошҡа ашырыу өсөн ныҡышмалылыҡ та кәрәк бит әле…

– Эйе, үҙ һүҙлелек. Беҙҙең ҡатайҙар, бигерәк тә, Инйәр буйында көн итеүсе халыҡ үтә лә үҙ һүҙле. Атайым да шулай була торғайны. Кешегә был турала өндәшмәһә лә, алдына ҡуйғанды үтәмәйенсә тынысланманы. Минеңсә, тап ошо сифат бөгөн күптәребеҙгә етешмәй. Тормоштоң ваҡ мәшәҡәттәренә батмайынса алдыңа ҡуйған маҡсатыңа ынтылыу өсөн үҙ һүҙлелек кәрәк. Инйәрҙе йөҙөп сығыуҙа үҙ-ара ярышыу, туңа яҙғансы боҙҙа хоккей уйнау, сана менән тауҙың иң текә нөктәһенән шыуыу – мин генә түгел, беҙҙең осорҙағы бөтә ауыл малайҙары ошо уйындарҙы уйнап үҫте. Уларҙың һәр береһендә хәрәкәт һәм, иң мөһиме, сәм ятҡанлығын йылдар үткәс яҡшы төшөнәм.

– Атай менән әсәй тәрбиәһе, моғайын, тормош юлында төп нигеҙ булғандыр…

– Ете бала тәрбиәләнгән ғаиләлә тыуып үҫтем. Мин кинйә бала, был мәлдә апай һәм ағайҙарым күптән атай йортонан сығып киткәйне. Уларҙың ҡунаҡҡа ҡайтҡан ваҡыттары ғына хәтеремдә. Йәш араһы ла ҙур ғына. Ә тәрбиә – иң тәүҙә йәшәү рәүеше. Быны хатта психологтар ҙа билдәләй. Мәҫәлән, атайым 76 йәшенә тиклем бесән сапты. Ул бесән сапҡанда беребеҙ ҙә ҡыуышта ултырманы. Үҙе лә, әйҙә, бесән сабырға киттек, тип бер ваҡытта ла әйтмәҫ ине. Ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләгәндә лә уның саҡырыуын көтмәнек. Ул заманда бүрәнәләрҙе ҡул бысҡыһы менән быса инек. Бөтәбеҙ ҙә лысма тиргә батып бергә эшләнек.

Беҙҙең атай менән әсәй оло быуынға, тиңдәштәренә, балаларға ҡарата мөнәсәбәтте үҙ өлгөһөндә күрһәтер ине. Хатта малдарға ҡарата мөнәсәбәттәре лә айырым иғтибарға лайыҡ. Йәй бөтә малдар ҙа урам буйында. Атай атын туҡтатып, урамды арҡыры сығып барған себештәрҙе үткәреп ебәрә. Ябай ғына, әммә шул уҡ ваҡытта иҫ киткес тәрән мәғәнәгә эйә күренеш бит! Үҙем дә бала саҡтан йорт хайуандарын, ҡош-ҡортто яраттым. Улар менән кинәнеп аралашам, һәр береһенә исем ҡушам. Ҡолондо ҡулға эйәләштерәһең, бәрәстәргә “дрессировка” үткәрәһең, Аҡбайҙы санаға “егеп” йөрөйһөң.

Беҙҙең ауылда бер ваҡытта ла урлашыу булмай торғайны. Нисек кемдер бындай хурлыҡҡа төшә ала – ауылдан сығып киткәс, быны хатта башҡа һыйҙыра алмай яфаландым. Бәрәңге сәскән ваҡытта күршенән көрәк алһаҡ, һуңынан ҡайҙа торған тап шул урынға алып барып һөйәр инек. Атай менән урманда йөрөгәндә лә ҡыуыштарҙа эленеп торған сәйнүкте алып сәй ҡайнатабыҙ ҙа, шунда кире элеп китәбеҙ. Ҡыуыш хужаһы ла быға бер ваҡытта ла асыуланмай. Былар бөтәһе лә шул тәрбиә бит. Бары атай менән әсәй беҙгә быны һүҙ менән түгел, ә үҙ өлгөһөндә күрһәтте.

Йортобоҙҙа һәр ваҡыт радио һөйләп торҙо. Ваҡытлы матбуғат та күп килде. Беҙ үҙен бер тапҡыр ҙа күрмәгән журналистың ниндәй темаға мәҡәләләр яҙыуын, ҡайһы яҙыусының ниндәй әҫәрҙәр ижад итеүен белеп үҫтек. Шуныһы ҡыҙыҡлы, ул осорҙа тарихи ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт бик аҙ булды. Әммә әзәйем (ҡартәсәйем) беҙгә XIX – XX быуаттағы ваҡиғалар тураһында һөйләй торғайны. Асҡан ауыҙыбыҙҙы ябырға онотоп тыңлайбыҙ. Әйткәндәй, иғтибарымды һәр ваҡыт уның камзулындағы көмөш тәңкәләр йәлеп итте. Баҡһаң, уны бала сағынан йыя башлаған, һәр тәңкәнең үҙ тарихы булған икән.

Ҡатын-ҡыҙ иңендә йорт усағын ғына түгел, ә рухи нигеҙҙе һаҡлап ҡалыу бурысы ята. Ауылыбыҙҙа икмәк бер ваҡытта ла магазинда һатылманы, уны өйҙә бешерҙеләр. Ә күп балалы ғаиләлә уны көн аша тиерлек мейескә һалырға тура килә. Шул ваҡытта әсәйем беҙгә төрлө китаптар уҡый. Бынан һуң нисек китап уҡымаҫҡа һәм әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынмаҫҡа мөмкин инде?

Әсәйем ауылдағы һәр бер ваҡиғаны тиерлек хәтерендә һаҡланы. Үҙе бер феноменаль күренеш инде. Мәҫәлән, элек баланың тыуған көнөн йыш ҡына хаталы теркәгәндәр, шуға ла дөрөҫөн әсәйемдән килеп һорай торғайнылар. Кем ҡайһы яҡлап беҙгә туған, кемдең һыйыры ҡасан быҙаулаған, партияның шул съезы ҡасан үткән – бөтәһен дә иҫендә тотто. Шуға ла белемгә ынтылышыбыҙ ҙа тап әсәйемдән күскәндер тип уйлайым.


“Кисә кәртә тип уйлағандарым киләсәккә күпер булған”


– Бөгөн ҡайһы берәүҙәр йәштәр әҙәбиәткә битараф тип белдерә. Һеҙҙең бала саҡта нисек ине? Әҙәбиәт донъяһына нисек килеп эләктегеҙ?

– Әҙәбиәт иң тәүҙә мөғжизәле әкиәттәр донъяһынан башланалыр. Уйындан ғына торған тормошоңа әкиәт тылсымы килеп инә һәм күңелеңде яулап ала. Һуңынан “Башҡортостан пионеры”, ”Пионер” кеүек баҫмаларҙан тиҫтерҙәреңдең яҙмаларын уҡыйһың һәм үҙеңдә лә шундай теләк бөрөләнә. Бөтөнләй төҙөк булмаған һөйләмдәрҙән төҙөп ебәрелгән бәләкәй генә әкиәтеңә, йә иһә хикәйәңә Рәмил Йәнбәк, Марс Әхмәтшин, Зөһрә Ҡотлогилдина, Сафуан Әлибаев кеүек оло ағай һәм апайҙарҙан яуап хаты килеп төшә. Тап шул мәлдә һин ошо билдәле яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡый башлайһың һәм был донъя ҡосағына сумаһың. Саҡ ҡына буш ваҡытың булыу менән ҡулыңа китап алырға ашҡынаһың.

Элек мәғлүмәт күпкә аҙыраҡ булды бит. Бер мәл “Ағиҙел” журналында Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романынан өҙөктәр баҫылғайны. Шул етем ҡыҙҙы йәлләп йөрөгәнем хәтеремдә. Бына бит әҙәбиәттең тәьҫир көсө. Бөгөн йәштәрҙе буш ваҡытыңда китап уҡы тип өгөтләйбеҙ. Ә беҙ әҙәбиәтте уҡыу өсөн айырым ваҡыт бүлә инек. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ – класыбыҙҙағы 20-ләгән уҡыусының бөтәһе лә китап уҡыны. Шуға ла бер мине генә түгел, ә тотош быуынымды әҙәбиәт донъяһы ялмағайны. Мәҫәлән, иншаларҙы һәр ваҡыт бөтәбеҙ ҙә илһамланып һәм бер-беребеҙ менән ярышып яҙҙыҡ.

– Башҡорт дәүләт университетын Ҡыҙыл дипломға тамамлағанһығыҙ: уҡыу еңел бирелдеме әллә был тырышлыҡ һөҙөмтәһеме?

– Миңә уҡыу бер ваҡытта ла еңел бирелмәне. Ул осорҙа Башҡорт дәүләт университетында белем биреү тулыһынса рус телендә алып барылды. Башҡорт ауылынан яңы мәктәп тамамлап килгән минең кеүек 17 йәшлек егет һәм ҡыҙҙар өсөн бөтөнләй сит тел. Ә беҙ иһә лекция яҙыу ғына түгел, хатта семинарҙарҙа рус телендә сығыш яһарға тейешбеҙ. Әлбиттә, тырышаһың, әммә тәүге йылда лекцияларыңдың өстән бер өлөшөн төшөнә алһаң ярай! Былар барыһы ла тәүҙәрәк ниндәйҙер кәмһенеү комплексы барлыҡҡа килтерҙе. Әммә шул уҡ ваҡытта башҡаларға ҡарап күңел төпкөлөндә ниндәйҙер сәм дә уянды. Беренсе курстан һуң армияға саҡырыу килде. Төньяҡ флотта өс йыл хеҙмәт иттем. Бында ниндәйҙер тормош инаныстары бөтөнләй селпәрәмә килһә, икенселәре, киреһенсә, нығынды ғына. Тыуған яҡты һағынған мәлдә кубриктағы һалдаттарға Салауат батыр тураһында һөйләй инем. Һәр береһе ҡыҙыҡһынып тыңлай. Кавказ егеттәре имам Шамил тураһында бәйән итә. Шунда был ике бөйөк шәхестең ниндәйҙер уртаҡ һыҙаттарын тапҡандай булабыҙ.

Ә икенсе курстан һуң уҡыу күпкә еңелерәк бирелде. Рус телен үҙләштерҙем, белемдең әһәмиәтен төшөнөү тойғоһо ла юғарыраҡ кеүек. Тәүҙәрәк йонсотҡан шул кәмһенеү комплексын да еңгәнмен. Әйткәндәй, йәш кеше башҡаларға ҡарап үҙен гармонияла тота алмай икән, атай-әсәй йә иһә уҡытыусы ғына бында ярҙамсы түгел. Шуға ла үҙ-үҙеңде дөрөҫ көйләп өйрәнеү мөһим.

– Ә ни өсөн тап фән юлын һайларға булдығыҙ?

– Беҙҙе башҡорт теленең һәм башҡорт әҙәбиәтенең теоретик нигеҙҙәрен булдырған арҙаҡлы уҡытыусылар уҡытты. Бындай шәхестәр биргән белем аң кимәлен ғәйәт үҫтерә. Әгәр ҙә үҙ ижадым менән әҙәбиәткә хеҙмәт итә алмайым икән, өмөттәремдән ваз кисмәй, уға башҡа төрлө хеҙмәт итеп була икәнлеген аңлау тойғоһо мине фәнгә алып килде лә инде. Эйе, әҙәбиәтте тулыһынса төшөнөргә, уны башҡаларға аңлатырға ынтылыш.

Тормошомда тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе – яҙыусы һәм ғалим Роберт Байымов булды. Мәскәү дәүләт университетында Роберт Ғата улы Бикмөхәмәтовтың мәктәбен үткән, әҙәбиәт донъяһында ифрат киң ҡарашлы, ниндәйҙер дәрәжәләр алдында баҙап ҡалмаҫ, ваҡ мөнәсәбәттәрҙән тулыһынса азат кеше ине. Тап шундайҙар тураһында остаздарҙың остазы, тиҙәр.

Мин уның тәүге аспиранттарының береһе булдым – талап үтә лә ныҡ һәм ҡаты. Йәшерәк ваҡытта быны хатта махсус рәүештә тыуҙырылған кәртә тип ҡабул итәһең. Йылдар үткәс төшөнәм – уның талаптары фәнни мәктәпкә илтә торған берҙән-бер дөрөҫ юл булған икән. Шуны үтмәйенсә фәндә бер нисек тә үҙеңде раҫлап булмай. Мәҫәлән, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағанда һөйләмдең генә түгел, хатта фекерҙең дөрөҫлөгө йөҙәр тапҡыр тикшерелә, мең иләк аша үтә. Шуға ла фән иҫ киткес ҡатмарлы, әммә бер килгән кеше уға һуңғы һулышына тиклем аңы һәм булмышы менән тоғро ҡала. Был йәһәттән университеттағы ошо ҙур шәхестәрҙең ярҙамын иҫ киткес юғары баһалайым.

– Бөгөн бик күптәр ваҡыт етмәүгә һылтана. Һеҙ ғалим, уҡытыусы, әҙәбиәтсе, тәнҡитсе, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе. Телевидение һәм радиола, гәзит һәм журналдарҙа әүҙем сығыш яһайһығыҙ. Нисек бөтәһенә лә өлгөрөп була?

– Миңә ҡалһа, кеше һайлаған һөнәренә тәүлектең 24 сәғәтен арнарға тейеш. Әлбиттә, бер нисек тә башҡаларҙан артығыраҡ эшләйем тип маҡтана алмайым. Әммә ниндәйҙер конференцияла сығыш яһайым йә иһә ҡайҙалыр командировкаға юлланам икән, быларҙың бөтәһе лә бер генә маҡсат менән башҡарыла – әҙәбиәтебеҙгә хеҙмәт итеү, уның даирәһен киңәйтеү, тәрәнәйтеү. Хеҙмәтемдең иң ҙур баһаһы – әҙәбиәтте шул тиклем киңлектә төшөндөм тип раҫлай алыу. Хатта “Урал батыр” эпосын ҡағыҙға күсергән абруйлы фольклорсы ғалим Мөхәммәтша Буранғоловтың да хеҙмәте үҙ ғүмерендә ниндәйҙер ҙур дәрәжәләр йә иһә исемдәр менән билдәләнмәгән. Әммә, нисәмә йылдар үтһә лә, һаман да уның фәнни кимәленә хайран ҡалабыҙ. Шуға ла һәр ғалимдың үҫеше уның һуңғы һулышына тиклем барырға тейештер, тип инанам. Ниндәйҙер дипломдар һәм дәрәжәләр генә түгел, ә фәнни тәрәнлек мөһим. Ошоға өлгәшә алмау ғалим өсөн иң ҙур ғазап, минеңсә.

– Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең кимәлен нисек баһалар инегеҙ? Эйе, Советтар Союзындағы гөрләп торған ташҡынды хәтерләтмәй, ә шулай ҙа…

– Әҙәбиәттең кимәлен билдәләүсе төп төшөнсәләрҙең береһе – ул ваҡыт. Бөтәһенә лә үҙ баһаһын ҡуйыусы ваҡыт ғәли йәнәптәренән алданыраҡ нимәнелер йә кемделер баһаларға тырышыу хата буласаҡ. Әҙәбиәттең алтын фондына инәсәк ижад өлгөләрен киләсәктә билдәләйәсәктәр. Шулай ҙа ҡасандыр тулҡын- тулҡын булып ижадҡа килеүселәрҙең бөгөн ҡапыл аҙайыуының туранан-тура сәбәптәре бар. Беренсенән, мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән генә түгел, ә гуманитар фәндәрҙән белем биреү бөтөнләй дүртенсе һәм бишенсе планға күсте. Ҙур хеҙмәт хаҡы алыу өсөн техник уҡыу йортон тамамларға кәрәк тигәнде йыш ишетәбеҙ. Әммә бөтәһе лә икмәк менән генә туҡ була алмай, рухиәттебеҙҙең аҫҡа тәгәрәүе әҙәбиәттә лә көстәрҙең күҙгә күренеп һирәгәйеүенә килтерҙе. Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк, үткән быуаттың 60-сы һәм 70-се йылдары әҙәбиәтебеҙҙең “алтын осоро” булды. Философияла һан сифатҡа әйләнә, тигән фекер бар. Күптең араһында барыбер сифат юғарыраҡ була. Мәҫәлән, ул осорҙа йылына дүрт-биш роман яҙылһа һәм нәшер ителһә, бөгөн иһә ике-өс йылға бер роман ижад ителә. Тимәк, был тәңгәлдә уйланырға урын бар.


“Йәштәребеҙ таҙалыҡҡа һәм сафлыҡҡа һыуһаған!”

– Яңыраҡ берәү миңә: “Бөгөн яҙыусыларыбыҙға маркетинг оҫталығы етмәй!” – тип белдергәйне. Йәғни, етештергән ижадын матур ҡапҡа һалыу һәм уҡыусыларға тәҡдим итә белеү…

– Был йәһәттән минең дә фекерем бар. Әлбиттә, кешенең холҡона шундай оҫталыҡ хас икән, уны хупларға ғына кәрәк. Әммә ҡайһы бер ижадсылар өсөн был бөтөнләй ят, уларға ижадтан башҡаһы кәрәк түгел. Мәҫәлән, Ноғман Мусин ижадынан тыш тағы ла маркетинг менән шөғөлләнһә, уны бөгөнгө Ноғман Мусин булараҡ белер инекме икән? Йә иһә Рауил Бикбаев? Улар бит тап ижады менән генә күтәрелгән һәм үҙ осороноң иң алдынғы ҡарашлы әҙиптәре булып танылған шәхестәр! Эйе, әгәр ҙә кемдер үҙ ижадын халыҡҡа еткереүҙең яңы ысулын таба икән – был ғәйеп түгел. Башҡа берәү өҫтәл артынан тормайынса ғына ижад итә һәм уны хатта нәшриәткә тапшырырға онота икән – был да ғәйеп түгел. Бары ижадсының шәхсән ҡарашы ғына.
Әйткәндәй, ижадсы үҙ мәлендә әҫәренә дөрөҫ баһа ла алырға тейеш. Әле телгә алған яҙыусыларҙың ижад өлгөләрен Әнүр Вахитов, Ғайса Хөсәйенов, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов кеүек ғалимдар баһалап, уҡыусының күңеленә күпер һалған. Ә бөгөн ошо йүнәлештә эштәр юҡ тиерлек, күпер түгел, баҫмалар ҙа һирәгәйә бара. Яҙыусылар бер-береһенең әҫәрен уҡып, үҙ фекерен ишеттереп барһа, яҡшы булыр ине.

Әҙәбиәт тигән ҙур организмда берәүҙе лә ситкә ҡаҡмау һәм эште заман талаптарына яуап бирерлек итеп ойоштора белеү мөһим. Әлбиттә, Совет осоронда махсус план булған һәм яҙыусыларҙың йыл һайын тиерлек китаптары баҫылған. Шул осорҙо һағынып зарланыу түгел, ә бөгөнгөгә яраҡлашып, шул уҡ ваҡытта әҙәбиәтебеҙҙең тарихына, бай традицияларына һәм, иң мөһиме, рухи ҡиблаһына хыянат итмәйенсә эшләү кәрәк. Ә әҙәбиәттең берҙән-бер ҡиблаһы – художестволы юғарылыҡ. Мәҫәлән, һиңә тиклем өлгәшелгән кимәлдән дә түбәнерәк әҫәр ижад итеп “Мин – ижадсы!” тип күкрәк ҡағыу бик үк һөйөнөслө булмаясаҡ. Шуға ла ҡәләм тотҡанға ҡәҙәр кәмендә Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Аҡмулла кеүек классиктарыбыҙҙың тәрәнлеген төшөнөргә тейешһең…

– Бөгөн бик күптәр мәҙәниәткә, әҙәбиәткә, матбуғатҡа дәүләт иғтибары кәмеүенә зарлана. Бының буйынса һеҙ ниндәй фекерҙә?

– Был Рәсәйҙең иң ҙур бәләләренең береһе, минеңсә. Бөгөн шул уҡ мәҙәниәт, әҙәбиәт, матбуғаттың бөтөнләй ят синонимдары барлыҡҡа килде. Матбуғатта – “һары пресса”, әҙәбиәттә – китап магазиндары кәштәләрен тултырған “ялған әҙәбиәт”, телевидениела – бөтөнләй кәрәге булмаған, рухи үҫеште тотҡарлаған ток-шоуҙар һәм тапшырыуҙар.

Баҡсаны ла көн һайын утап тормаһаң, сүп үләне баҫа. Шуның кеүек үткән быуаттың 90-сы йылдарында үҫеп сыҡҡан быуын өсөн ысын әҙәбиәт ялғаны менән буталды. Уларҙың геройы – йылғырлығы менән маҡсаттарына өлгәшеүсе һәм ошо юлда берәүҙе лә аямаусы әҙәм. Шәп иномаркаларҙа елдергән һәм сереп байыған авторитет – уның ҡаршыһында бөтәһенең дә теҙҙәре ҡалтырай… “Бумер”, ”Бригада” кеүек фильмдарҙы хәтерләгәнһегеҙҙер. Был быуын тап шундай геройҙар тураһында кино ҡарап, китап уҡып үҫте һәм уларға “һеҙ бит дөрөҫ түгел!” тип набат һуғыуҙан ғына фәтүә юҡ. Дәүләт системаһында киткән кескәй генә хатаны тиҫтәләрсә йылдар дауамында төҙәтеп булмауы ихтимал. Бөгөн беҙ тап шуның эҙемтәһен күҙәтәбеҙ. Шуға ла үткән быуаттың 90-сы йылдарында тыуып, ябай ғына әкиәттәр урынына ҡурҡыныс япон һәм америка мультфильмдарын, нәфрәткә ҡоролған Голливуд фильмдарын күңелдәренә һеңдереп үҫкән һәм шулар менән аңы тулыһынса томаланған быуын үтә лә йәл.

Яҙғы йылға ташҡын булып бөтә бысраҡлыҡты ағыҙып алып китә. Уға ҡарап шул ваҡытта сылтырап ағып ятҡан саф йылғаны беребеҙ ҙә күҙ алдына килтерә алмай. Шуның кеүек был ҡатмарлы осор ҙа үтәсәк. Беҙ һәр ваҡыт Европаны һәм Американы яманларға өйрәнеп алдыҡ. Юҡ, беҙҙә лә ошо болғансыҡ осорҙо көтөп кенә тороусылар булған. Кемдер һары матбуғат менән аҡса һуҡты, Даръя Донцова кеүектәр үҙ “ижады” менән китап магазины кәштәләрен тултырҙы. Әммә һәр беребеҙҙең һайлау ихтыяры бар икәнлеген дә оноторға ярамай. Шуға ла ысын әҙәбиәт төшөнсәһен йәш быуынға барыбер һеңдерергә тырышырға тейешбеҙ. Был рухи юғарылыҡ “Урал батыр” эпосы тыуған мәлдә яралған бит! Шуға ла уны бөтөнләй юҡҡа сығарыу мөмкин түгел. Шул саҡта ошо ялған әҙәбиәттең, ялған телевидениеның, ялған матбуғаттың ҡоротҡос ауынан ҡотола алырбыҙ. Бының өсөн иң тәүҙә ҡоллоҡ психологияһынан арыныу мөһим.

– Ә улар тап шуны тәрбиәләй…

– Эйе, бында ғәйеп үҙебеҙҙә лә бар – тимәк, беҙҙең быуын был йәһәттән ниндәйҙер яҙыҡлыҡ ебәргән. Киләсәк быуын шунан арынһын өсөн быуындар араһында асыҡтан-асыҡ диалог булырға тейеш. “Беҙҙең заман яҡшы ине, һеҙҙең заман насар” тип раҫлауҙан ғына һөҙөмтә булмаясаҡ. Мәҫәлән, быйыл ғына әллә нисә тапҡыр йәштәрҙең тәбиғәткә сығып сүп-сар йыйып ҡайтыуҙарына шаһит булдым.

– Тимәк, йәштәребеҙ үҙҙәре лә шул таҙалыҡҡа, сафлыҡҡа һыуһаған…

– Эйе, был шул уҡ әҙәбиәттә һәм мәҙәниәттә лә тойола. Мине, 90-сы йылдар менән сағыштырғанда, бөгөнгө йәштәрҙең ҙур бер өлөшөнөң бөтөнләй эсмәүе һәм тартмауы һөйөндөрә. Кеше үҙ асылына барыбер ҡайта бит. Тәбиғәткә яуаплы ҡарау ҙа ошоноң бер сағылышы ғына. Аҡыллы фекер йөрөтөргә ынтылған йәштәрҙең булыуы һоҡланғыс күренеш. Шуға ла үҙебеҙҙә ниндәйҙер тәжрибә бар икән, улар менән бүлешергә кәрәк тип иҫәпләйем. Йә иһә ниндәйҙер өлкәлә тәжрибәбеҙ аҙыраҡ икән, нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, уларҙан өйрәнергә кәрәк.

– Беҙҙең әҙәбиәтте күңелһеҙ булғаны өсөн уҡымайым тигәйне бер йәш кеше. Йәнәһе, ҡыҙыҡ түгел…

– Әлбиттә, һәр әҫәрҙәге текст ни бары форма ғына. Мәҫәлән, Һәҙиә Дәүләтшинаның барлыҡ әҫәрҙәрен һуңғы ике йылда ҡабаттан уҡып сыҡтым. Уҡыған ваҡытта үҙемә бөтөнләй башҡа шәхесте һәм башҡа яҙыусыны асҡан кеүек булдым. Ниндәйҙер идеологик рамкалар һалынғанда ла, текст аҫтындағы төп мәғәнәне тойорға була. Һәҙиә Дәүләтшина ысын мәғәнәһендәге рәссам һәм шул уҡ ваҡытта үҙ әҫәрҙәре артына иҫ киткес ҙур мәғәнә йәшерә алған.

Шуға ла мәктәптә балаларға әҙәбиәтте тәрән аңлаған уҡытыусы уҡытырға тейеш. Математиканан ниндәйҙер мәсьәләләрҙе сисерлек, теоремаларҙы иҫбатларлыҡ уҡытыусы белем бирергә тейеш тип раҫлайбыҙ икән, әҙәбиәте лә ябай уҡытыусы уҡытырға тейеш түгел, моғайын. Пушкин шиғриәтендәге, Толстой әҫәрҙәрендәге фәлсәфәне, Достоевскийҙың күңел трагедияһын төшөнмәйенсә рус әҙәбиәте, рус донъяһы хаҡында фекер йөрөтөп булмай бит. Әлбиттә, уларҙы аңлау өсөн кимәл кәрәк. Киләһе быуынға нигеҙ һала торған уҡытыусының шул кимәле булыуы мотлаҡ. Мәҫәлән, Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей” трагедияһы башҡорт сәхнәһендә бихисап мәртәбә ҡуйылды. Әммә һәр бер режиссер уның буйынса үҙ әҫәрен тыуҙыра. Мостай Кәрим бер ҡасан да “был трагедияны унлаған режиссер ҡуясаҡ һәм уларҙың барыһына ла аңлайышлы булһын” тип ижад итмәгән. Әҫәр берәү – әммә Мостай Кәрим һалған тәрәнлекте төшөнә алыу һәр режиссерҙың үҙ кимәленә бәйле.


“Иген уңһын өсөн ямғыр ҙа кәрәк”


– Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзына ниндәй хыял һәм маҡсаттар менән килгәйнегеҙ? Тәүге осорҙа һеҙҙе ғәжәпләндергән хәлдәр булдымы?

– Ниһайәт, тормошта бер нәмәгә лә ғәжәпләнмәҫкә өйрәндем, буғай. Бер ваҡытта ла үҙемде әҙәби мөхиттән сит кеше тип иҫәпләмәнем. Һуңғы йылдарҙа “Ағиҙел” журналында эшләгән мәлдә бик күп яҙыусылар менән аралашыу һәм уларҙың ошо йәмәғәт ойошмаһының заман талаптарына тура килмәүен таныуы был аҙымға этәрҙе лә инде. Яҙыусылар союзының бер быуатҡа яҡын тарихы бар. Шуға ла йөрәгемдә сәм ҡайнаны – ни өсөн Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла йәшәгән ойошманың киләсәге бөтөнләй өмөтһөҙ тип уйлайҙар? Киләсәк быуын “булғанды ла һаҡлай алманығыҙ!” тип беҙҙе ғәйепләйәсәк бит!

Шуға ла был вазифаға ысынбарлыҡты айыҡ аҡыл менән баһалап һәм яҙыусы ағай-апайҙарыбыҙҙың өмөттәрен күҙ уңында тотоп килдем. Ҡайһы бер әҙәмдәр союз бөтөп бара тип, тел сарлаһа ла, беҙ, бөтмәйәсәк, бары уның эшмәкәрлегендә яңы алымдарҙы ҡулланырға кәрәк, тип яуап бирергә тейеш инек.

– Тап йәш быуын һәм уларҙың идеалдары – тормошобоҙҙо алға һөйрәүсе мотор, тиҙәр. Мәҫәлән, “Шоңҡар”ҙа ла шундайҙар тураһында күп мәҡәләләр баҫыла. Һеҙҙеңсә, ундай йәштәребеҙҙе башҡаларҙан ниндәй сифат айыра?

– Ысынлап та, бөгөнгө быуында ҙур айырма һиҙәм. Ҡараштары асыҡлана төшкән. Тормошҡа икеләнеп баҡмайҙар. Уларҙа ниндәйҙер эпик киңлек һиҙелә. Ә тәрәнлек ваҡыты менән барыбер киләсәк. Шуға ла әҙәбиәткә бөтөнләй ҡағылышы булмаған йәштәрҙең Рәми Ғариповтың, Мостай Кәримдең, Рауил Бикбаевтың йә башҡа шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙарын яттан һөйләүенә, хатта, ғәжәпләнмәйһең. Улар шуның менән йәшәй – был ошо кешеләрҙең күңел донъяһының тулы булыуына бәйле. Миңә ҡалһа, улар үҙҙәрендәге ниндәйҙер кәмселектәрҙе беҙгә ҡарағанда ла күпкә яҡшыраҡ төшөнә. Бында беҙҙең быуын төртөп күрһәтер урынға, артабан үҫешергә мөмкинлек кенә тыуҙырырға тейеш.

– Һеҙ өлгөлө ғаилә башлығы. Балаларығыҙҙы тәрбиәләгәндә ниндәй ысулдар ҡулланаһығыҙ?

– Уларҙы яуаплылыҡҡа өйрәтеү – иң беренсе урында. Һәр саҡ үҙҙәренең һәр ҡылығына яуап биреү кәрәклеген тойорға тейештәр. Өлкәндәренә ҡарата, бәлки, ҡатыраҡ ысулдар ҙа ҡулланғанмындыр. Әммә шуныһы ҡыуандыра – беҙҙең ғаиләлә алдашыу юҡ. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, әммә дөрөҫлөктө, барыбер, кемдер әйтә.

– Алдығыҙҙа торған маҡсаттарға нисек өлгәшәһегеҙ? Мәҫәлән, йәш кешегә был йәһәттән ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

– Маҡсатыңа өлгәшеү өсөн иң тәүҙә дөрөҫ маҡсат ҡуя белеү кәрәк. Артабан һин шуға икеләнмәйенсә барырға тейешһең. Мәҫәлән, алдыңдағы йөҙ метр араны башҡаларҙан алдараҡ үтәм тип белдерәһең икән – аяҡ кейемем ҡыҫа, ыштаным тар йә иһә башҡалар етеҙерәк кеүек аҡланыуҙар булырға тейеш түгел. Ул саҡта һин бер ҡасан да беренсе килә алмаясаҡһың. Хатта икенсе, өсөнсө йә дүртенсе булып килгәндә лә,бөтә ихтыяр көсөңдө ошоға йүнәлтәһең икән, барыбер берәй ваҡыт маҡсатыңа өлгәшәсәкһең. Кемдер тормошта быға бик иртә килә, кемдер һуңыраҡ. Тағы ла шул – маҡсаттарыңа ынтылғанда һәр өлкәлә тәжрибә өҫтәрлек остаз, йә китап бар икәнлеген онотмаҫҡа кәрәк.

Ни өсөн кешеләр уңышҡа өлгәшә? Минеңсә, маҡсатыңа ынтылғанда ваҡланмау мөһим. Мәҫәлән, ҡайҙалыр ашығам икән, юл буйында үҫкән еләк менән һыйланырға ултырмайым бит. Ул саҡта теләгән урыныма барып етеүем бик икеле. Эйе, башлағаныңды аҙағына тиклем еткерергә өйрәнергә кәрәк. Ҡайһы бер йәштәрҙең шәп башланғыстары бар, әммә шуны аҙағына тиклем бойомға ашырырға хәлдәренән килмәй. Яратҡан һорауҙарымдың береһе: һин Ирәмәлдең түбәһенә тиклем менеп еттеңме? Әллә яртыһынан кире боролдоңмо?

– Бөгөн бөтә донъя сәйәсәттән генә торған кеүек. Сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы? Ижадсы унан азат булырға тейешме, һеҙҙеңсә?

– Йәмғиәтебеҙҙәге социаль, мәҙәни, сәйәси, иҡтисади өлкәләр бер-береһенән ҡытай стенаһы менән бүленмәгән бит. Әммә сәйәси ҡараш ижадҡа ҡамасауларға тейеш түгел. Ижадтың үҙ сәйәсәте – бөйөк Һүҙ һәм художестволы юғарылыҡ. Азатлыҡ төшөнсәһе уларҙың асылында. Ана шул сикһеҙ азатлыҡты күңелеңдә кисерә һәм уға ниндәйҙер кимәлдә хеҙмәт итә алаһың икән, шунда ғына һин үҙеңде ижадсы тип атау хоҡуғына эйә.

– Бер ҡасан да яҙлыҡтырмаҫ тормош принциптарығыҙ бармы?

– Берҙән-бер йәшәү принцибым – үҙемә бер ҡасан да хыянат итмәйем. Был нимәлә сағыла? Йылдар дауамында һәр кемдә ниндәйҙер йәшәү ҡағиҙәһе туплана. Мәҫәлән, иҫ киткес етди осрашыуға һуңлап барғанымда ла, светофор аша үтә алмай торған ҡарсыҡты үткәрмәйенсә китә алмаясаҡмын. Осрашыуға һуңлау тураһындағы хафаларыма ҡарағанда күңелемдәге тыныслыҡ мөһимерәк.

– Иртәгәнән нимә көтәһегеҙ?

– Иртәгәнән бер нәмә лә көтмәһәм, бөтөнләй йәшәмәҫ инем. Кешене бихисап ҡаршылыҡтарға ҡарамай артабан хәрәкәтләнергә мәжбүр иткән тап өмөт бит. Иртәгәнән мин һәр ваҡыт иң тәүҙә матурлыҡ көтәм. Шулай уҡ Аллаһы Тәғәлә биргәнде матур ҡабул итә белеү ҙә мөһим. Мәҫәлән, иртәгә ҡойоп ямғыр яуа икән, мин быға бошонмаясаҡмын, сөнки игендәр уңһын өсөн уның ни тиклем кәрәк икәнлеген төшөнәм. Бары үҙем менән зонт ҡына алып сығасаҡмын.



Читайте нас: