Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
29 Ғинуар 2019, 18:46

Ғаләм мөхәббәткә сарсаған

Өфөнөң Октябрь проспектындағы юл хәрәкәтен күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Етеҙ тиҙлек менән кем уҙарҙан замана арғымаҡтары сабыша. Шуларҙың береһендә, ап-аҡ төҫтәге “Volkswagen”да, һылыу башҡорт ҡыҙы Альбина Вәрис ҡыҙы Богданова елдерә.

Өфөнөң Октябрь проспектындағы юл хәрәкәтен күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Етеҙ тиҙлек менән кем уҙарҙан замана арғымаҡтары сабыша. Шуларҙың береһендә, ап-аҡ төҫтәге “Volkswagen”да, һылыу башҡорт ҡыҙы Альбина Вәрис ҡыҙы Богданова елдерә. Руль артында үҙен бик тә ышаныслы тотҡан сибәркәй юлдағы тынысһыҙлыҡҡа, ығы-зығыға көйәләнмәй генә, ара-тирә яғымлы ҡараштары менән автомобиленең көҙгөһөнә күҙ һала. Ҡыҙҙың йөҙөнән йылылыҡ һәм ниндәйҙер серле яҡтылыҡ ипкене бөркөлә. Үҙ-үҙе менән килешеп йәшәгән, Аллаһы Тәғәлә тарафынан билдәләнгән тәғәйенләнешен тойоп, һалған һуҡмағынан ситкә тайпылмайынса яңынан-яңы бейеклектәр яуларға ынтылған һәм шул уҡ ваҡытта ябай ер кешеһе булып ҡала алған изге күңелле, мөхәббәтле заттарҙа ғына осрай торған эске нур был…

“Үҫмерҙәр китапханаһы” туҡталышына еткәс, әлеге автомобиль Шафиев, һуңғараҡ Блюхер урамдары буйлап түбәнгә табан йүнәлеш ала. Һәр иртә һайын ошо таныш боролоштар аша Альбина Вәрис ҡыҙы үҙенең икенсе йортона әүерелгән эш урынына – баш ҡаланың ун һигеҙенсе һанлы дауаханаһына юллана. Бына йылдан ашыу инде ул әлеге дауалау учреждениеһының мейе ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән неврология бүлегендә терапевт вазифаһын атҡара. Хәйер, табип хеҙмәтен вазифа тип билдәләү урынлы ла түгелдер. Күптәр дауаханаға ауырыу-сырхауҙарынан арыныу теләге менән генә түгел, йән йылыһы, рухи ярҙам эҙләп килә бит. “Һәр табип ауырыуҙы һауығыуына ышандыра алған һиҙгер психолог та булырға тейеш. Кешенең күңел донъяһы сәләмәт сағында ғына дарыуҙар һәм һәр төрлө препараттарҙың ярҙамы тейә. Беҙҙең эш даирәһендә белем генә етмәй. Уларҙы ҡулланырлыҡ һәләтең булыуы ла мотлаҡ. Табиплыҡты тәғәйенләнешең тип тоймаһаң, был өлкәлә хеҙмәт итеү мөмкин түгел”, - тигән фекер йөрөтә йәш доктор үҙе лә. Тимәк, табиплыҡ иң тәүге сиратта Хаҡ Тәғәлә тарафынан бирелгән юғары һәләт. Ә инде ул эшләгән бүлек күпселек соматик ауырыуҙарҙың һөҙөмтәһе булған инсульттар, параличтар кисергән сирлеләрҙе һыйындыра. Терапевтың бурысы - неврологтар, психологтар, логопедтар, психиатрҙар менән берлектә ауырыуҙарҙы дауалауға өлөш индереү.

Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, бер нисә йыл дауамында Башҡорт дәүләт медицина университетының нормаль физиология кафедраһында хеҙмәт иткән фән кандидаты Альбина Вәрис ҡыҙының иң ауыр йүнәлештәрҙең береһе булып иҫәпләнгән әлеге бүлекте һайлауы осраҡлы түгел. Юғиһә, буласаҡ табиптарға белем биреүе лә бик оҡшай уға. Бигерәк тә сит илдәрҙән йыйылған студенттар өсөн теоретик кафедраларҙа инглиз телендә медицина ғилеме буйынса дәрестәр алып барыуы күңеленә хуш килә. Әммә билдәле бер ваҡыт еткәс, ҡыҙҙа кеше һаулығы тураһында хәстәрләү теләге уяна. Студенттарға белем биреү һәйбәт. Шулай ҙа ауырыуҙар менән туранан-тура бәйләнештә эшләү уларҙы һауыҡтырыуға күберәк өлөш индереү теләге, ҡыҙҙы ошо бүлеккә алып килә лә инде.

***

Һөнәрен тәғәйенләнеше тип ҡабул итеүендә ҡыҙҙың ата-әсәһенең дә йоғотоһо барлығына шик тыумай. 25 йылдан ашыу Ишембай районының Маҡар дауаханаһында баш табип йөгөн тартҡан Вәрис Миңнеғәриф улы Богдановты һәм уң ҡулы булған хәләле Әминә Мәжит ҡыҙын ауылдаштары ифрат хөрмәтләй, яҡын күрә. Көн, төн тип тормай, алһыҙ-ялһыҙ эшләүсе оло йөрәкле табиптарҙы кеше күңелен үтәнән-үтә күргән, аңлай алған ышаныслы дуҫ һәм серҙәш тип тә ҡабул итә урындағы халыҡ. Ғөмүмән, ауыл ерендә эшләүсе табиптар айырым маҡтауға һәм һоҡланыуға лайыҡ. Сөнки унда үҙ көсөнә тулыһынса ышанған ҡыйыу йөрәкле ысын шәхестәр генә юллана ала. Ни тиһәң дә, ҡул аҫтында сирҙе билдәләргә ярҙам итеүсе аппараттар булмай тороп, кешене тыңлап, уның тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап дөрөҫ диагноз ҡуйыу һәм дауалау юлдарын эҙләү һәр кемдең дә ҡулынан килмәй, ҙур яуаплылыҡ талап итә. Шуға ла Богдановтарҙы үҙҙәренең белеменә, һиҙемләү тойғоһона таянып эш итеүсе ысын табиптар тип әйтеү һис тә арттырыу түгел. Ә бит уларҙың да ҡала ерендә уңайлы шарттарҙа эшләү мөмкинлеге булған. Әммә үҙ яҙмышы итеп ошо хозур тәбиғәтле Маҡар ауылын һайлағандар һәм быға һис ҡасан да үкенгәндәре юҡ.

Береһе өсөн береһе өҙөлөп торған был һоҡланғыс пар - Ишембай районы Ҡыяуҡ ауылы һылыуы Әминә апай менән Ауырғазы районы Ҡорманай ауылы егете Вәрис ағай Өфөлә табыша. Башҡорт дәүләт медицина институтында белем алған йылдарында уҡ ғаилә ҡорған улар. Тышҡы ҡиәфәттәре менән бер-береһенә оҡшашлыҡтарын күҙ уңында тотоп, ул ваҡытта, йәш егет менән ҡыҙҙы ағалы-һеңлеле тип ҡабул итеүселәр ҙә булған. Өйләнгәс, йәш ғаилә башлығы Вәрис ағай өс урында эшләй, әммә уҡыуын ташламай. Әминәһе лә, ҡыҙҙары Альбина донъяға килеп, аҙнаһын тултырғас та институтта белем алыуын дауам итә. Бүләсәһен ҡарашырға тип Ҡыяуҡтан Өфөгә Әминә апайҙың өләсәһе Хөсниямал ҡарсыҡ килеп етә һала. Ул саҡта йәш ғаилә институт биләмәһендәге ятаҡта йәшәй. Сабый сағында өләсәһе менән йыш ҡына уҡыу йортоноң корпустары буйлап “сәйәхәт” ҡылғанғалыр күрәһең, тиҫтә йылдар үтеп, үҙе Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты булып киткәс, ҡыҙға уҡыу йортоноң һәр мөйөшө таныш һәм үтә лә яҡын булып тойола. Изге йөрәкле Хөсниямал ҡарсыҡ иһә һуңғы көндәренә саҡлы йәненән артыҡ күреп яратҡан Әминә ейәнсәрендә ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер кисерә.

Атаһы менән әсәһе Олотеләктә, Стәрлетамаҡта бер аҙ һөнәри тәжрибә туплап, Маҡар ауылына күсеп килгәндә Альбинаға ни бары өс йәш кенә була. Богдановтар дауахана биләмәһендә урынлашҡан йортта йәшәй башлай. “Бала сағым хәтеремә төшһә, ҡустым Илдар менән икәүләшеп врач булып уйнауыбыҙ күҙ алдына баҫа. Апилканан яһалған йомшаҡ айыуыбыҙ бар ине. Уколдар ҡаҙап көндәр буйы шул уйынсығыбыҙҙы “дауалай” инек”, - тип сабый сағын йылмайып иҫкә ала йәш табип. Әйткәндәй, Альбинаның ҡустыһы Илдар ҙа врач һөнәрен һайлаған. Ул хирург булмаҡсы.

“Барлыҡ уңыштарым, табыштарым өсөн атайым менән әсәйемә рәхмәтлемен. Мөхәббәтле, итәғәтле ғаиләлә үҫтек беҙ. Ә был һыҙаттар кешене бәхетле яһай, тормоштоң яҡшылығын ғына күрергә, һәр бер атҡан таңға ҡыуанып йәшәргә өйрәтә. Ата-әсәләр шуны күҙ уңынан ысҡындырмаһын ине: балаларҙы бәхетле һәм ысын шәхес итеп үҫтерергә теләһәгеҙ, наҙлы һүҙҙәрегеҙҙе, һөйөүегеҙҙе йәлләмәгеҙ”, – тип “Шоңҡар” журналы аша үҙ теләктәрен еткерә Альбина Вәрис ҡыҙы.

***

Медицина - иң ауыр ғилем иҫәпләнә. Шулай ҙа Ишембай ҡалаһының икенсе һанлы башҡорт гимназияһының иң сағыу йондоҙҙарының береһенә әүерелгән уҡыу алдынғыһы Альбинаға институтта белем алыу еңел бирелә. “Мәктәптә барлыҡ фәндәрҙән дә өлгәшергә тейешһең. Бында бер йүнәлештә генә эшләйһең. Өсөнсө курсҡа тиклем теоретик кафедраларҙа шөғөлләндек, унан һуң дәрестәр клиникаларҙа дауам итте”,- тип һөйләне Альбина студент йылдарын хәтерләп.

Талантлы кеше һәр йәһәттән дә һәләтле тиҙәр. Альбинаның ҡулынан килмәгән эш бар микән!? Бейей, матур күренештәрҙе фотоға төшөрөү менән мауыға, сәскәләр үҫтерә, бассейнда йөҙөргә ярата, күлдәк-свитерҙар бәйләй, тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләй… Йәнә… оҫта шашкасы ла… Ҡыҙҙың һәләттәре һәм ҡыҙыҡһыныуҙары бының менән генә сикләнмәй. Исемлекте бик оҙаҡ дауам итергә мөмкин. Туҡта, геройымдың йәнә бер шөғөлө - ижад менән мауығыуы хаҡында телгә алырға оноттом түгелме? Мәктәп йылдарында уҡ күңеленә һеңгән ошо ғәҙәтенә ул бөгөн дә тоғро. Альбина үҙен илһамландырған һәр бер күренешкә ҡарата булған фәлсәфәүи фекерҙәрен ҡағыҙға теркәп бара, йәиһә шиғри юлға һала. Ижад емештәрен туплап, үҙ ҡулдары менән матур ғына йыйынтыҡ та яһаған ул.

Яҙмамды тамамлап, бөгөнгө геройыбыҙҙың журнал уҡыусыларыбыҙға тәғәйенләнгән изге теләктәрен еткермәксемен:

“Ни өсөндөр ғаләм мөхәббәткә сарсаған төҫлө тойола миңә… Ябайлыҡ, ихласлыҡ, ышаныс кәмей, аралашыу, тере аралашыу етешмәй бөгөн. Замана мөмкинлектәре күҙгә-күҙ осрашып һөйләшеүҙе, шул йылы энергетиканы алмаштырырға тейеш түгелдер. Ҡаты күңеллелектән, үҙ файҙабыҙ өсөн генә көн күреүҙән арынайыҡсы”, - тигәйне һылыуыбыҙ. Һәм ул хаҡлы ине…
Читайте нас: