Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
16 Май 2019, 21:23

"Геройҙарым – ябай кешеләр"

– Һәйбәт актер пластилин һымаҡ булырға тейеш, тип өйрәттеләр беҙҙе. Ролдәрҙең һәр береһендә үҙ булмышыбыҙ. Шуға ла улар тормошомдан алынған кеүек. Ҡайһы бер нәмәләрҙе генә, мәҫәлән кешенең пластикаһын, тышҡы ҡиәфәтен башҡаларға оҡшатырға тырышаһың.

Бер нисә йыл элек Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрына “Студенттар” спектаклен ҡарарға барҙым. Тамашалағы төп геройҙарҙан тыш, студент ролен уйнап йөрөгән егет хәтеремдә уйылып ҡалды. Оҫта актер массовкала ла айырыла, тамашасы иғтибарын йәлеп итә ала икән, тигән уй менән ҡайтып киткәйнем ул саҡ театрҙан. Һуңғараҡ был йәш актерҙың Рәмзил СӘЛМӘНОВ булыуын асыҡланым. Хәҙер иһә уның менән аралашыу бәхете лә йылмайҙы. Хөрмәтле журнал уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға талантлы актер Рәмзил Рәсих улы менән ҡорған ижад, театр, тормош тураһындағы әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

– Рәмзил, актер һөнәрен һайлауығыҙға нимә булышлыҡ итте?
– Тыуған ауылым Буранғол мәктәбендә уҡыған осорҙа ла, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында белем алғанда ла театр түңәрәктәрендә шөғөлләнә, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша торғайным. Шуға күрә, мәктәпте тамамлағандан һуң, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетына имтихандар тапшырҙым. Ғаиләлә минән башҡа сәнғәт кешеләре юҡ. Әсәйем ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне, атайым – шофер. Был һөнәрҙе һайлауыма нисек ҡаршы төшмәгәндәрҙер, белмәйем. Актер тормошо мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡ, күп яҡлы булыуы менән ылыҡтырҙы. Бала саҡта телевизорҙан сағыу, романтик һинд фильмдарын мауығып ҡарай торғайным. Шуға күрә, башҡа төр һөнәр һайлаһам, тормошом Митхун Чакрабортиларҙыҡы кеүек ҡыҙыҡлы, тулы булмаҫ кеүек тойолдо (көлә).
– Студент йылдары күңелеңдә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
– Студент йылдарынан иҫтә ҡалған иң яҡты, матур хәтирәләрем тәүге дәрестәр, актерлыҡ оҫталығының нигеҙен тәшкил итеүсе төшөнсәләрҙе башлап өйрәнеү менән бәйле. Беренсе курста актер һөнәрен үҙләштерергә генә тотонғанда төрлө күнегеүҙәр, этюдтар эшләү, хайуандар донъяһын күрһәтеү, пантомима күнегеүҙәре мауыҡтырғыс була торғайны. “Һиҙәм”, “Күрәм”, “Беләм” тигән актер өсөн мөһим төшөнсәләрҙе әллә ниндәй ҙур асыш яһаған кеше кеүек ауыҙ асып тыңлап ултырғаным хәтеремдә.
– Ошо ун йыл эсендә театр үҙгәреш кисерҙеме икән?
– Театр үҫеште, тип иҫәпләйем. Әлбиттә, мин килгәндә хәлдәр алама ине, хәҙер яҡшырҙы, тип тә әйтә алмайым. Ошонда ҡайнап йәшәгәс, ниндәйҙер ҙур булмаған үҙгәрештәр ҙә тойола. Репертуар байый, спектаклдәр йышыраҡ уйнала, күберәк ҡуйыла, йылдан-йыл төрлө фестивалдәргә йөрөйбөҙ. Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап ятҡан театр түгел беҙ. Рус һәм башҡорт труппалары составында уйнаған кеше булараҡ, уларҙың эшен сағыштырып, үҙемсә баһа ла бирә алам. Икеһенең дә үҙенсәлектәре, яҡшы һәм кире яҡтары бар. Башҡорт труппаһына килгәндә, был коллективҡа берҙәмлек хас. Бәғзе саҡта ана шул татыулыҡ эшкә зыян килтереп тә ҡуйғылай. Дуҫ булып, күңелле итеп спектакль өҫтөндә эшләйбеҙ ҙә, ҡайһы бер етешһеҙлектәргә иғтибар итмәйбеҙ. Етди ҡараш етешмәй китә. Ә рус труппаһында татыулыҡ, бәлки, әҙерәктер ҙә, әммә эшкә йәбешеп яталар. Уларҙың башҡарған хеҙмәтенә ҡарашы икенсе төрлөрәк. Ике труппа составында ла төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашырға тура килә, коллективтарыбыҙҙың ижад емештәре республика, Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлдәрҙә лә танылыуға өлгәшә. Әйтәйек, А. Приставкиндың “Ночевала тучка золотая”, М. Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”, Т. Джюдженоглуҙың “Ҡорон” спектаклдәре “Театр яҙы”, “Туғанлыҡ” фестивалдәрендә еңеү яуланы. Республикала үткән “Театр яҙы – 2009”ҙа А. Приставкиндың үрҙә телгә алған әҫәрендә Алхузур ролен башҡарғаным өсөн “Иң яҡшы йәш актер” номинацияһында махсус приз алдым. Ә бына “Ҡорон” менән сит тарафтарға ла йыш йөрөйбөҙ. Ғүмеремдә тәүге автографымды ла ошо спектаклдән һуң ҡуйҙым.
Етешһеҙлектәргә килгәндә һуңғы дүрт-биш йыл эсендә башҡорт театрының оло проблемаға әүерелгән һәм мотлаҡ хәл ителеүҙе талап иткән бер мәсьәләне атап китер инем. Ул да булһа балалар өсөн әкиәттәрҙең дә русса ҡуйыла башлауы. Аңлайһығыҙҙыр бының сәбәбе администраторҙарҙың башҡортса тамашаларға кеше йыя алмауында.
– Театрҙа эшләү дәүерендә донъя, рус, башҡорт классикаһы, милли драматургия репертуарҙарынан алынған спектаклдәрҙә ҡырҡтан ашыу роль башҡарып өлгөргән актер һеҙ. Тыуҙырған образдарығыҙҙың ниндәй ҙә булһа дөйөм һыҙаты бармы?
– Һәйбәт актер пластилин һымаҡ булырға тейеш, тип өйрәттеләр беҙҙе. Ролдәрҙең һәр береһендә үҙ булмышыбыҙ. Шуға ла улар тормошомдан алынған кеүек. Ҡайһы бер нәмәләрҙе генә, мәҫәлән кешенең пластикаһын, тышҡы ҡиәфәтен башҡаларға оҡшатырға тырышаһың. Ә бына эске донъяһы һинеке булып ҡала. Минеңсә, булмышыңды ролдәрҙә сағылдыра алһаң, образ уңышлы килеп сыға. Сит кешенең күңел донъяһын күрһәтәм тиһәң, ҡыйыныраҡ. Нисек кенә ҡаршылашһаң да аҙаҡ барыбер үҙеңдекенә күсеп китәһең.
Драматик образдар күңелемә яҡыныраҡ. А. Володиндың “Биш кис”ендә – Ильинды, А. Вампиловтың “Өлкән улым” спектаклендә Бусыгин ролен яратып уйнайым. Әлеге сәхнә әҫәрҙәрен комедия тип ҡабул итһәләр ҙә, геройҙарым – драматик образдар. Әйткәндәй, дөрөҫ ҡоролған спектакль булһа, барлыҡ ролдәрҙе лә уйнауы еңел ул. Шулай ҙа, “Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа” спектаклендәге Шомбай кеүек шаян характерлы геройҙарҙы һынландырыу өсөн үҙ өҫтөмдә күберәк эшләргә тура килә. Сөнки ундай образдарҙы уйнаған кеше тәбиғәте менән шулай шуҡ, йылғыр булырға тейештер. Комик характерҙағы тәүге ролем “Gо! Баламышкин”дағы Ринат исемле аферист егет ине. Спекталдең башынан аҙағына тиклем кешеләрҙе алдап, көтөлмәгән хәлдәргә тарытып, төп иғтибарҙы үҙемдә тоторға тейешмен. Был эш минең өсөн ауыр бирелде. Ҡыҙғанысҡа күрә, спектакль да уңышҡа өлгәшмәне.
Әлбиттә, геройҙарым тормошсан, араларында йәштәргә үрнәк булырҙай шәхестәр ҙә бар. Мин тыуҙырған образдар батырҙар, юлбашсылар ҙа, бөгөнгө заман геройҙары ла түгел. Хәҙер тамашасыға ябай кешеләр үрнәк күрһәтергә тейеш. Уйнаған ролдәремдең кемгәлер тормошта юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итеүе мөһим. Был йәһәттән миҫал итеп Мостай Кәримдең “Йәләлетдин атай” спектаклен килтерәйем. Әҫәр һуғыш ваҡытында детдом балалары яҙған хаттарҙан тора. Ә беҙ спектаклдә уларҙы хәҙерге көндәгеләре менән аралаштырып уҡыйбыҙ. Бөгөн дә балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең һаны кәмемәгән, киреһенсә, артҡан ғына. Был сәхнә әҫәре тамашасыны ошо мөһим мәсьәлә хаҡында уйландыра. Бындай спектаклдәрҙе тамашасы бирелеп китеп ҡарай икән, тимәк, актер булараҡ ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшкәнбеҙ, тигән уй күңелде йылыта.
– Үҙегеҙҙе режиссер булараҡ та һынап ҡарау теләге тыуғаны юҡмы?
– Ундай хыял да бар. Әммә ул әлегә бик төптә, күңелдә ята. Репетициялар мәлендә режиссерҙарҙың эшенә ҡарап, мин дә булдыра алыр инемме икән, тип уйлап ҡуйғаным бар. Тик ул маҡсатты тормошҡа ашырыр өсөн ниндәйҙер ҙур этәргес көс тыуырға тейеш. Бәлки, берәй спектакль ҡуйып, кешеләргә нимәлер әйтергә теләһәм, шунда режиссерлыҡҡа уҡырға һәм был эшкә тотонорға баҙнат итермен.
– Ир-егеттең йәшәү мәғәнәһе нимәлә тип уйлайһығыҙ?
– Тормошомдоң мәғәнәһе – янымдағы кешеләрҙе бәхетле итеү. Уларҙың йөҙө йылмайыуҙан балҡып торорға тейеш. Һәм иң мөһиме күңелдәре тыныс булһын. Аллаға шөкөр, ата-әсәйем иҫән-һау, бер туған ағайым, ҡустым һәм һеңлем бар.
– Кемде үҙегеҙгә үрнәк итеп ҡуяһығыҙ?
– Үҙемде һәр ваҡыт атайым менән сағыштырам. Йыш ҡына уға оҡшағанмындыр, тип уйлайым. Шулай ҙа ихласлығым, эште бирелеп эшләүем, күңел донъям әсәйемә тартҡандыр, тим. Әле атап үткән сифаттар актер булараҡ сәхнәлә образдар тыуҙырырға ярҙам итһә, көндәлек мәсьәләләрҙе тап атайымса хәл итәм. Тормошта үҙ урыныңды белеп йәшәргә, иң мөһиме, балаларға өлгө булырға кәрәклекте төшөндөрөүсе ул. Әйтергә кәрәк, атайым ауылдаштар араһында ла абруй ҡаҙанған кеше. Һәммәһе лә уға “ағай” тип яҡшы мөнәсәбәт күрһәтә, кәңәш һорап килә. Ул һүҙгә әллә ни әүәҫ түгел. Эстән генә уйланған, ҡайғырған осраҡтары ла барҙыр. Әммә беҙгә быны күрһәтеп йөрөмәй. Шул уҡ ваҡытта, һәр осраҡта ла һүҙ менән дә эш менән дә ярҙам итә, атайҙарса, ысын ир-аттарса хәстәрлек мөнәсәбәт күрһәтә белә. Шуның өсөн рәхмәт уға.
Былай үҙем өсөн иң мөһиме – берәүгә лә зыянлыҡ ҡылмау. Кешене алдау, кемдәндер үҙ файҙаңа нимәлер эшләтеп алыу ят миңә. Балаларыма ла ошоларҙы аңғартып, уларҙы кешелекле итеп үҫтерергә ине.
– Әңгәмәне йомғаҡлап журнал уҡыусыларға еткерергә теләгән һүҙҙәрегеҙҙе лә әйтеп ишеттерһәгеҙ ине.
– Был донъяға тыуғанбыҙ икән, уны лайыҡлы үтергә тейешбеҙ. Шуға күрә, төшөнкөлөккә бирелмәй, юғары маҡсаттар менән йәшәргә яҙһын, яныбыҙҙа һәр саҡ изге кешеләр булһын. Бының өсөн үҙебеҙгә лә мөмкин тиклем күберәк яҡшылыҡ ҡылырға кәрәк. Шуға күңелдәр бысранмаһын, тип теләр инем. Һөйөп, һөйөлөп йәшәйек.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.