Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
28 Май 2019, 18:10

Гөлназ Ғәлимуллина: “Донъя асыҡ – шуға инандым…”

Сираттағы әңгәмәсебеҙ – “Тамыр” телерадиостудияһы режиссеры Гөлназ Ғәлимуллина. Билдәле булыуынса, һәләтле ҡыҙҙың Боден трагедияһының 10 йыллығы айҡанлы төшөрөлгән “Күл янындағы йорт” фильмы мәртәбәле халыҡ-ара конкурста ҡатнашып, танылыу яуланы – финалға сыҡты. Апрель айында яҡташыбыҙ Лас-Вегаста бүләкләү тантанаһында булып ҡайтты.


Сираттағы әңгәмәсебеҙ – “Тамыр” телерадиостудияһы режиссеры Гөлназ Ғәлимуллина. Билдәле булыуынса, һәләтле ҡыҙҙың Боден трагедияһының 10 йыллығы айҡанлы төшөрөлгән “Күл янындағы йорт” фильмы мәртәбәле халыҡ-ара конкурста ҡатнашып, танылыу яуланы – финалға сыҡты. Апрель айында яҡташыбыҙ Лас-Вегаста бүләкләү тантанаһында булып ҡайтты.
– Гөлназ, йәнә бер еңеүең менән һине! Быға тиклем дә фильмдарың төрлө фестиваль, конкурстарҙа уңыш яулай ине. Шулай ҙа беҙҙе бөгөнгө көнгә һуңғы ҡаҙанышың ҡыҙыҡһындыра. Лас-Вегастан ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттың?
– Рәхмәт! Әлбиттә, ҡәнәғәтлек тойғоһо менән, дәрт, илһам алып ҡайттым. Әйткәндәй, Интернет селтәрендә төрлө мәғлүмәт таралған: кемдәрҙер “гран-при” тигән һүҙ ҙә ысҡындырған. Улай уҡ түгел. Беҙ – финалда. Әммә БСТ каналы өсөн ул ысын мәғәнәһендә “гран-при”ға бәрәбәр. Сөнки финалда беҙҙең менән бер рәттән – CNN, National Geographic, Рәсәйҙән – НТВ, ОРТ каналдары, “Раша тудей”ҙың филиалдары бар.
– Фестивалгә тәҡдим иткән эшең “Күл янындағы йорт” тип атала…
– Эйе, был фильмды былтыр 2 июлгә, Боден күле янындағы авиаһәләкәттең 10 йыллығына тип төшөрөп, көнөндә үк эфирға сығарҙыҡ. Ул маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн ай самаһы ваҡыт талап ителде. Шул арала бер аҙнаға Германияға ла барып ҡайттыҡ. Авиаһәләкәт урынында, самолеттың төп өлөшө төшкән алма баҡсаһында, һәйкәлдәр янында булдыҡ. Трагедияның тере шаһиттары менән аралашып, барыһын да үҙ күҙебеҙ менән күреүгә, үҙ ҡолағыбыҙ менән ишетеүгә өлгәштек.
Фильмды “Күл янындағы йорт” тип атауыбыҙ юҡҡа түгел. Ундағы күренештәр аҡыл үҫеше йәһәтенән артта ҡалған балалар йортонан башлана. Ошонда тәрбиәләнеүселәр һәм эшләүселәр әлеге трагедияның тәүге шаһиттары була. Һәләтле балалар ултырған самолет мөмкинлектәре сикләнгәндәр янына ҡолап төшкән... Бында ниндәйҙер сер һаҡлана һымаҡ. Әммә уныһын Аллаһы Тәғәлә генә белә. Үкенескә күрә, тормошта беҙ аңлап, төшөнөп бөтмәгән нәмәләр күп. Быға бер ниндәй ҙә мәғәнә һалманым. Тамашасы үҙе һығымта яһар…
Йәнә шуныһы мәғлүм булды: һәләкәткә тарыған балаларҙың береһе ниндәйҙер һүрәтендә, алдан күргән кеүек, самолеттан ҡолап төшөүсе һындарҙы сағылдырған. Малай күл янында урынлашҡан, тирә-яғын сәскәләр уратып алған йорт хаҡында хыялланған булған. Һәм шулай килеп сыҡҡан да: Боден күле яры хәҙер уның мәңгелек төйәгенә әүерелгән. Ундағы һәйкәлдәр янына йыл да сәскәләр һалына. Һүрәт һаҡланған. Шулай ҙа кадрҙа ул юҡ. Әсәһе һуңғы сиктә әңгәмәнән баш тартты.
– Әлеге ауыр ҙа, тетрәндергес тә темаға тотонорға нимә мәжбүр итте?
– Был хаҡта һөйләргә теләгем бар ине. Бер кемгә лә сер түгел, 11 сентябргә бәйле трагедияны онотмайҙар. Шул темаға ҡағылышлы фильмдар ҙа төшөрөлә. Башҡортостанда ла ул көн хаҡында йыш телгә алалар. Әммә 2 июлгә бәйле фажиғәне күптәр хәтерләмәй ҙә. Шуға ла һәләкәттә вафат булған балалар тураһында еткерергә, трагедия хаҡында һөйләргә кәрәклеген кем дә булһа әйтергә тейештер, тигән фекер төйнәп йөрөй инем. Күп тә үтмәҫтән нәҡ шул темаға ҡағылышлы фильмға заявка бирелеп, ыңғай яуап алынды һәм был эште миңә йөкмәттеләр. Нисәмә йылдар инде унда һәләк булған балаларҙың яҡты образы менән йәшәй инем. Улар араһында минең йәштәштәрем һәм мәктәптәштәрем дә бар ине бит. Ә инде Германияға барғас, был ваҡиғаның ни тиклем ҡурҡыныс һәм тетрәндергес булғанлығын үҙ йөрәгем менән тойҙом. Фажиғә урынына аяҡ баҫып, реаль тупраҡты тотоп ҡарағас, шаһиттар менән аралашҡас, бында, ысынлап та, кеше факторының әүҙем урын алғанын аңланым: диспетчерҙарҙың яңылышыуы, самолеттарҙың бәрелешеүе, ергә ҡолап төшөүе, балаларҙың үле кәүҙәләре, ата-әсәләрҙең аһ-зары – һәммәһе лә күҙ алдына баҫты. Йәнә шуныһына инандым: ер йөҙөндә кеше хәсрәтен үҙ хәсрәте кеүек күреүселәр бар икән. Ҡайғы уртаҡлашыу өсөн илдәр, ҡитғалар араһындағы сиктәр ҙә кәртә түгел. Германияла был трагедияны беҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ иҫләйҙәр.
Ҡайһы бер ата-әсәләрҙең ул ҡурҡыныс ваҡиғаларға ҡабаттан әйләнеп ҡайтырға теләмәүе, беҙҙең менән аралашыуҙан баш тартыуы аңлашыла, әлбиттә. Ә бит күптәргә, ысын мәғәнәһендә шул көндө яңынан кисерергә, йөрәктең иң түрендә урын алған хәтирәләрҙе барларға, ғүмерҙә лә уңалмаҫ яраларҙы ҡанһыратырға тура килде. Балалары ата-әсәләр өсөн фәрештә образында ҡалған. Әйберҙәре лә шул килеш һаҡлана… Әлеге фильм аша ғүмерҙең ҡабатланмаҫ миҙгел икәнлеген, яҡындар менән бергә булған мәлдәрҙе ҡәҙерләү, яратырға, йәшәргә ашығыу кеүек төшөнсәләрҙе лә еткерергә теләнек.
– Конкурстарҙа ҡатнашырға кем дәртләндерә һине?
– Махсус рәүештә, конкурс өсөн булһын әле, тип фильм төшөргән юҡ, әлбиттә. Минеңсә, ул – мәғәнәһеҙлек. Кешегә нимәлер еткерер, уй-фекерҙәреңде асып һалыр өсөн эшләйһең. Ниндәй ҙә булһа конкурсҡа саҡырыу килеп төшә лә тапшырыуҙы шунда ебәреүҙәре ихтимал. Һинең был хаҡта белмәүең дә бар.
– Һин – Өфө ҡыҙы. Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алдың. Режиссура нимәһе менән ылыҡтырҙы?
– “Тамыр”ҙа эшләүемә 10 йыл инде. Ниңәлер баштан уҡ кадрға сығып эшләү оҡшаманы. Уларҙы уйлап табырға яраттым. Шул йәһәттән режиссура ҡыҙыҡһындыра ине. Тора-бара ҙур булмаған фильм-тапшырыуҙар төшөрөргә баҙнат иттем. Һәм был йүнәлештә байтаҡ эшләп ташланым. Тормош миңә темаларҙы үҙе бирә.
– Тимәк, хәҙер үҙеңде режиссура өлкәһендә таптым, тип иҫәпләйһең. Был йәһәттән кемдәрҙе остазым, уҡытыусым тип әйтә алаһың?
– Эйе, таптым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, әлегә бер ҡайҙа ла махсус белем алманым. Бына һиңә уҡытыусы, уға эйәреп йөрө лә режиссер һөнәренең нескәлектәрен үҙләштер, тиеүсе лә булманы. Барыһы ла үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Шулай ҙа, әленән-әле телеүҙәк бинаһы коридоры буйлап артынан йүгереп йөрөгән бер кеше бар ине. Ул – Майя Ҡорбанова. Уның менән аралашыуҙар эҙһеҙ үтмәне: һөнәри һәм шәхси үҫеш йәһәтенән дә камиллашырға ярҙам итте. Шулай уҡ Шәүрә Урманцева һәм Айгөл Малбаеваларҙан күпкә өйрәндем. Аллаһы Тәғәлә насип итһә, ВГИК-ка уҡырға инергә иҫәбем дә юҡ түгел. Бәлки, яҡын киләсәктә ниндәйҙер ҙур фильмға ла тотонормон әле. Был маҡсатты тормошҡа ашырыр өсөн, ысынлап та, ҙур фекер еткерергә әҙер булырға тейешһең. Әлеге көндәге белемем, тәжрибәм ни бары ваҡ фильм-тапшырыуҙар эшләүгә генә яраҡлы, тигән фекерҙәмен.
– Үҙең нисек уйлайһың, эштәреңдең уңышы ниҙә икән?
– Ихласлыҡталыр.
– Эш мәлендә үҙеңде нисегерәк тотаһың?
– Эштә артыҡ талапсан үә ҡатымын. Әммә коллегаларым тормошта йомшаҡ, асыҡ, алсаҡ, теләһә ниндәй темаға ла һөйләшә алырлыҡ күңелсәк икәнемде һәм миндәге ошо ике образдың бер юлы осраша алмауын белә.
– Режиссерҙың илһамы нисегерәк була?
– Ижад – ул тормош рәүешем. Хатта бөтә байрамдарым да сыҡҡан тапшырыуҙарыма бәйле һымаҡ тойола миңә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ялдың нимә икәнен дә белмәйем. Һәр саҡ уйлап, тимәк, эшләп йөрөйөм. Күргән һәр нәмә башымдағы идеялар ҡумтаһына һалынып бара. Ә ул режиссер өсөн бик кәрәк. Сөнки нәҡ фекер байлығы сюжеттың тәрән мәғәнәле булыуына йоғонто яһай. Илһам төшөнсәһе эске халәтеңә бәйлелер ул. Һин нимәгә өлгәшергә теләйһең? Әйтәйек, үҙем хеҙмәтем аша кеше тормошона ыңғай йоғонто яһау маҡсаты менән янам. Тамашасы ижад емешемде күреп фәһем алған, үҙе өсөн ниндәйҙер һығымта яһаған икән – ошо минең өсөн иң ҙур илһам сығанағы.
– “Тамыр”ҙа тағы ла ниндәйҙер проекттарың бармы?
– Бөгөнгә “Профили” тапшырыуҙар циклын тормошҡа ашырам. Күләм артынан ҡыумайым, миңә сифат мөһимерәк. Әллә нисә эште бер юлы алып барыу яҡлы түгелмен. Хәйер, әгәр ҙә башҡарған хеҙмәтеңә эш тип кенә ҡарайһың икән, ул саҡта күләмде арттырырға, иңеңә бер нисә проект алырға ла мөмкин, ә инде ижад – башҡа процесс. Һәр нәмәне күңелең, йөрәгең аша үткәреүҙе талап итә. Минең юлым шул.
Әйткәндәй, радиотапшырыуҙар әҙерләргә, һәм мотлаҡ тура эфирҙа эшләргә яратам.
– Шекспир сонеттарын тәржемә итеүең хаҡында ла ишетеп беләбеҙ…
– Тап шулай. Һәм ҡасан да булһа айырым китап туплап сығарғым килә. Илһамлы минуттарҙа шиғырҙар ҙа яғҙылайым, әммә һуңғы арала уларҙы матбуғат баҫмаларына тәҡдим иткәнем юҡ – үтә шәхси һымаҡ тойолалар. Хәйер, бөгөнгө көндә тик заказ буйынса ғына эшләйем тиһәм дә хата булмаҫ. Шуныһы ғәжәп, кемдер шиғри юлдар кәрәк тип мөрәжәғәт итһә, тиҙ үк яҙып бирә алам. Әммә үҙемдең фекерҙәремде еткерер өсөн һүҙ байлығым етмәҫ кеүек. Ҡайһы берҙә һүҙҙәр менән түгел, ә кадрҙар менән уйлайымдыр һымаҡ.
– Әйткәндәй, һине федераль телеканалдарға эшкә саҡыралар икән…
– Эйе, 2012 йылда РЕН ТВ каналының документалистика бүлеге етәксеһе Оксана Борковская үҙҙәренә саҡырғайны. Бөгөн килешеү нигеҙендә улар менән хеҙмәттәшлек итәм (әйткәндәй, уңайлы ысул. Хәҙер күптәр шул юлға өҫтөнлөк бирә). Мәскәүҙә төпләнеп ҡалырмынмы-юҡмы – уныһын ваҡыт күрһәтер. Бында ла башлаған проекттарым, әле тотонмаған идеяларым күп. Уларҙы ла тормошҡа ашырырға кәрәк.
– Аңлауымса, ниндәйҙер көтөлмәгән хәл булмаған был һинең өсөн…
– Федераль каналдарҙа эшләү теләге көслө ине. Әммә тормошомдо ҡырҡа үҙгәртергә, ҡапыл Мәскәүгә сығып китергә баҙнатсылығым етмәне. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ниндәйҙер саҡырыу өмөт иттем. Эйе, көтөп ултыралар, ти (көлә). Шуға тәҡдим килгәс, тәүәккәлләргә ҡарар ҡылдым. Шулай ҙа, минеңсә, ҡайҙа эшләүең әллә ни ҙур әһәмиәткә эйә түгел, иң мөһиме – халыҡ өсөн хеҙмәт итеү.
– Сит тарафтарҙа күп йөрөйһөң.Төрлө кешеләр менән аралашаһың. Нимәләр аңланың? Ниҙәр етмәй беҙгә?
– Беҙҙең халыҡҡа ниңәлер уҫаллыҡ һәм көнсөллөк хас. Мәскәү менән сағыштырғанда уҡ шулар һиҙелә ине. Сит илгә сыҡҡас тағы ла нығыраҡ күҙгә бәрелде. Йәнә ялҡаулыҡты еңә алмайбыҙ. Лас-Вегас сүллектә урынлашҡан ҡала. Әммә бай йәшәйҙәр, һәр бер сүп-сарҙан шоу яһарға, төрлө юлдар менән аҡса эшләргә генә торалар һәм маҡсатын тормошҡа ашыра ла беләләр. Ә беҙ булғанды ла юҡҡа сығарабыҙ. Үҙебеҙҙе күрһәтә, мөмкинлектәрҙе файҙалана, ҡалыптарҙан ҡотола алмайбыҙ. Бына шундай күңелһеҙерәк һығымтаға килдем. Тағы ла шуға инандым – баҡһаң, донъя асыҡ икән. Теләк булһа, һәр идеяны тормошҡа ашырырға мөмкин. Ә инде үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнаһаң, күңелгә алама уйҙар оялай башлай.
– Кәңәштәренә ҡолаҡ һалыр, ауыр саҡта эс серҙәреңде бүлешер кешең кем?
– Элек өләсәйем була торғайны. Ә хәҙер йыш ҡына әсәйем менән һөйләшеп, серләшеп алам. Шулай ҙа бөтә донъямды асып һалырҙай кешем юҡ, тип әйтер инем. Хәйер, әҙәм балаһының хатта үҙенә лә әйтергә ҡыймаған серҙәре лә булыуы ихтимал бит...
– Кемгә оҡшарға теләр инең?
– Кумирым юҡ минең. Шулай ҙа геройҙарымдын яҡшы һыҙаттары – үҙе үк өлгө. Ирек Зариповты ғына алайыҡ. Миңә уның хаҡта тәүгеләрҙән булып тапшырыу эшләргә яҙҙы. Шуның менән ғорурланам. Һуңғараҡ документаль фильм төшөрҙөм. Ул, ысынлап та, тормоштоң тәмен белгән һоҡланғыс кеше. Ауыр мәлдәрҙә йыш ҡына Иректе күҙ алдына килтерәм, уның һүҙҙәрен иҫкә төшөрәм.
Ҡыҫҡаһы, көслө ихтыярлы кешеләр менән аралашып, уларға һоҡланып йәшәйем. Әйткәндәй, мин һәр бер геройымды яратырға тейеш, шунһыҙ ихласлыҡ булмаясаҡ.
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, һине спорт стилендә килерһең тип күҙ алдына килтергәйнем…
– Төрлө стилдә лә үҙемде уңайлы тоям. Ҡайһы саҡта бөгөнгө ише махсус рәүештә ҡатын-ҡыҙ образына инеп китәм. Сөнки, әйтеп үтеүемсә, мине ҡаты итеп күрәләр, хатта ҡурҡалар ҙа.
– Шәхси тормош хаҡында һүҙ ҡуҙғатһаҡ…
– Бушлыҡ. Тынлыҡ. Һиллек… Башҡаса өҫтәрлек һүҙ юҡ. Бәғзе ваҡыт үҙемде үтә яңғыҙ итеп тойоп, киләсәгем өсөн хафалана биреп тә ҡуям. Шулай ҙа ул хаҡта артыҡ уйланмаҫҡа тырышам. Был йәһәттән бер героинямдың: “Мин яңғыҙ түгел, ә ирекле” тигән яуабы оҡшағайны. Тимәк, минең дә әлегә иркем ҙур. Ә инде дуҫтарым үҙемдән күпкә өлкән. Улар менән аралашыуы ҡыҙығыраҡ та, еңелерәк тә. Ә иң мөһиме – фәһемлерәк. Яҡындарға килгәндә, бер туғандарым да, ике туғандарым да юҡ. Тормошомда ысын мәғәнәһендә яңғыҙлыҡ бар. Шуға ла балаларымдың күп булыуын теләйем. Ғаилә, мөхәббәт менән янғым килә.
– Әңгәмәң өсөн рәхмәт, Гөлназ! Хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!

Г. БАТЫРШИНА әңгәмәләште, 2011 й.

Читайте нас: