Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
6 Июнь 2019, 14:58

Һөнәрле кеше – ҡораллы

Ер йөҙөндә нисә кеше – шунса яҙмыш. Тормош берәүҙәргә еңел генә бирелһә, икенселәренә был донъяла үҙ урындарын табыр өсөн ауырлыҡтар аша үтергә тура килә. Әлбиттә, сынығыу мәктәбе аша үтеп уңышҡа өлгәшкәндәргә хеҙмәт емешеңде татыу икеләтә, хатта унлата ҡәҙерлерәктер ҙә. Атаһы Себерҙә эшләп йөрөгәндә һаулығы насарайып ҡайтып, әсәһе икенсегә бәпәй көтөп ултырғанда, ғаиләләрендә матди ауырлыҡтар һиҙелә башлағас: “Минең балаларым бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәһен өсөн баш күтәрмәй эшләйәсәкмен”, – тип үҙ-үҙенә һүҙ биргән Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы егете Илмир Илфаҡ улы Йосопов та тырышлығы, сәмселлеге менән уңышҡа, бәхеткә юлды бөгөн үҙе ярған, бер ниндәй ярҙамһыҙ үҙ көсө менән төҙөгән бизенсынан тәүге табыштарын алып ҡыуана.

Биргән антҡа тоғро ҡалып
Бала сағында биргән антына тоғро ҡалған егет хеҙмәт юлын иртә башлай. 12-13 йәштәр самаһында кирбес бушатып хәләл эшләп алған аҡсаның тәмен белеп ҡалғас, йәйге каникулында дуҫ малайҙары менән ауылда ҡайҙа төҙөлөш буйынса эштәр барлығы хаҡында белешә. Нигеҙ ҡорғанда төҙөүсе ярҙамсыһы булып иртәнге туғыҙҙан киске туғыҙға тиклем эшләп көнөнә 100 – 150 һум аҡса ала. “Бәләкәй Рузалина һеңлем менән өйҙә ултырған әсәйемә, хәҙер ауыр эштәрҙә эшләй алмаған атайыма ул ваҡытта мин алып ҡайтҡан эш хаҡы ҙур ярҙам булғандыр инде. Әле лә әсәйем шул мәлдәрҙе иҫләһә, күҙҙәренә йәш тула”, – тип хәтерләй Илмир.
Туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң Үрге Йәркәйҙә урынлашҡан һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Бында ла уҡыуҙан тыш ваҡытын бушҡа үткәрмәй. Теләге булған, тырышҡан кешегә бер яйы сығып ҡына тора. “Тарттырылған түшәмдәр ул ваҡытта модаға ингән саҡ ине. Шуның менән шөғөлләнгән күрше Марат ағай үҙе менән заказдарына йөрөтә башланы. Башта кәрәк-яраҡ биреп тороп, ярҙамсы вазифаһын ғына үтәнем. Эштең бар нескәлектәренә төшөнөп алғас, икәүләшеп эшләй башланыҡ. Яңы өй һала инек. 18 йәште, эй, шунда үткәрге килә бит. Иш янына – ҡуш тигәндәй, был юлы ла минең хеҙмәт хаҡы ғаилә бюджетын тулыландырыуға ярап ҡалды. Көндөҙ уҡыуҙа, эштә йөрөһәм, һуңынан ҡара төнгә тиклем яңы өйҙә ремонт яһаным. Тыуған көнөмә бер ай самаһы ваҡыт ҡалғас күсендек”, – ти маҡсаттарына ирешә белгән егет.
Читайте нас: