Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
2 Июль 2019, 20:58

Урал батыр рухлы егет

Дуҫтар, һеҙ 20 йылдан республикабыҙҙың башлығы кем булырын беләһегеҙме? Мин беләм, бына ул, янымда ултыра. Ниәтем – һеҙҙе уның менән таныштырыу. Ишембай районы Сәлих ауылының йәш бөркөтө, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Ислам Төхвәтуллинды күптәр “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе еңеүсеһе лә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты ла, ун биш меңгә яҡын кеше яҙылған Инстаграмдың блог хужаһы булараҡ та белә.

Дуҫтар, һеҙ 20 йылдан республикабыҙҙың башлығы кем булырын беләһегеҙме? Мин беләм, бына ул, янымда ултыра. Ниәтем – һеҙҙе уның менән таныштырыу. Ишембай районы Сәлих ауылының йәш бөркөтө, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Ислам Төхвәтуллинды күптәр “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе еңеүсеһе лә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты ла, ун биш меңгә яҡын кеше яҙылған Инстаграмдың блог хужаһы булараҡ та белә. Тәүге көндән үҙен курсташтарына “Мин – Башҡортостандың буласаҡ президентымын”, тип шаяртып танытҡан егеттең холоҡ-фиғеленә, башҡарған эштәренә, фекеренә ҡараһаң, ысынлап та, шулай тойола.

Башҡорт филологияһы факультетының икенсе курсында уҡып йөрөйөм. “I курстарҙы студентлыҡҡа бағышлау” кисәһендә бер егет ярһып Бабичтың “Башҡортостан” шиғырын һөйләй, күҙҙәре уттай яна, муйын тирәһендәге тамырҙары ҡалҡҡан. Ислам менән тәүгә танышыуым шулай булды. Эйе, Ислам – шиғыр һөйләү оҫтаһы. Иманым камил, ул республикала үткән барлыҡ сәсәндәр бәйгеһен еңеп сыҡҡандыр. Уның сығышын тыныс ҡына ҡарап булмай, күҙҙәрендә ут дөрләгән ҡыйыу ҡарашлы егет һәр кем йөрәгенә осҡон сәсә, рухландыра. Был тиклем рухты, ҡыйыулыҡты ҡайҙан алыуын үҙенән һораным. “Ул һыҙаттар миңә Урал батыр рухын тәрбиәләгән кадет мәктәбендә һалынғандыр. Бәләкәй саҡтан “Урал батыр” эпосы менән ҡыҙыҡһындым, икенсе класта уҡ уны тулыһынса уҡып сыҡтым. Урал батыр менән Салауат Юлаевты бутағаным әле лә хәтеремдә. Өләсәйем миңә халҡыбыҙҙың батырҙары хаҡында легенда-риүәйәттәрҙе һөйләй торғайны. Ямандан яҡшыны айырырға, ир-егет ниндәй булырға, кеше үҙендә ниндәй сифаттарҙы үҫтерергә тейеш – быларҙың барыһын да шуларҙан белдем. Миңә шәхес булып үҫергә “Урал батыр” эпосы, “Ҡөрьән”, “Әхмәт Зәки Вәлиди хәтирәләре” ярҙам итте. Һәр башҡорт минең менән килешер, тип уйлайым”.

Мәҡәләмдең башында Исламдың республика президенты булыу теләген яҙып үткәйнем. Ул ҡыйыу егеттең бала саҡ хыялы икән һәм уны бер кемдән дә йәшермәй: “Бала саҡта һеңлем менән телевизор ҡарап ултырғанда: “Ҙурайғас, Рәхимов булам”, – тип барыһын да көлдөргәнмен. Әйткән һүҙемә хыянат итмәҫмен, тип ышанам”. Хоҙайҙың “Амин” тигән сағына тура килһә, ни эшләп булмаһын ти?!

Ислам тағы ла хәрби булырға ниәтләй, хәйер, ул бихисап егеттәрҙең хыялылыр. Бәләкәй кластарҙан кадет мәктәбенә уҡырға инергә ҡарар итә һәм көн һайын йүгереү, турникта ҡалҡыныу буйынса күнекмәләр яһай, уҡыу буйынса ла яҡшы өлгәшә. Ишембайҙағы А.В. Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының башҡорт кадет мәктәбенә тәүге йылды һынауҙарҙы үтә алмағас, алдына ҡуйған маҡсаты егеткә юғарыраҡ кимәлдә әҙерләнеп барырға көс бирә. “Йүгереү буйынса иң беренсе булып килеүем бөгөнгөләй иҫемдә. Еңеүҙең татлы тәмен тәүгә шунда татыным. Офицер аҙаҡ та: “Вот все еще помню, Тухватуллин на финише как рванул”, – тип мине маҡтай торғайны”, – тип Ислам хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Тулыһынса "Шоңҡар" журналының июнь һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: