Донъя тарихында кеше мәнфәғәте өсөн ҡылынған ғәжәйеп батырлыҡтар, ҡаһарманлыҡ фәҡәт изге күңелле, оло йөрәкле ир-егет исеме менән бәйле булыуын, миһырбанһыҙ, шәфҡәтһеҙ бәндәләрҙең үҙенән көсһөҙҙәрҙе, ҡыйырһытылғандарҙы яҡлап хәтәр аҙымдарға бара алмауын һәр ҡайһыбыҙ аңлай торғандыр. Эйе, игелекле ир-аҙаматтарға ғәҙеллек, һиҙгерлек, бала йәнлелек, ышаныслылыҡ менән бергә иҫ киткес ҡыйыулыҡ та хас шул. Бөгөн таныштырасаҡ геройым – Белорет ҡалаһында урынлашҡан 44-се янғын һүндереү часында хеҙмәт юлы үткән Илнур Инсаф улы Шәйәхмәтов та тап шундайҙарҙан.
Ҡаһарманлыҡ, тәүәккәллек, түҙемлек талап иткән, ғүмер, һаулыҡ өсөн хәүефле һөнәр һайлаған, бынан тыш ушу аталмышлы спорт төрөндә ғәйәт ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән, сәләмәт балаларҙан тыш, мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән дә йәмәғәт башланғыстарында ушу буйынса күнекмәләр алып барған Илнур Шәйәхмәтов, һис шикһеҙ, заманыбыҙ геройы, батыры ла.
Инсаф Мөхәррәм улы һәм Әнисә Зиннәт ҡыҙы Шәйәхмәтовтарҙың татыу, мөхәббәтле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән Илнур әле кескәй генә сағынан уҡ теремеклеге, таһыллығы, ғәҙеллеге менән тиҫтерҙәре араһында ихтирам яулай. Мәктәптә йүгереү, саңғы буйынса спорт ярыштарында алдынғылыҡ бирмәгән егет, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалына уҡырға ингәс, үҙенә йәнә бер яратҡан шөғөл таба. ”Спорттың универсаль төрөнә ҡараған ушу тәүге күнекмәләрҙән үк күңелемә ятты. Был һүҙ ҡытай телендә “һуғыш сәнғәте” тигәнде аңлата. Физик һәм рухи йәһәттән сыныҡтырған, йән-тән сәләмәтлеге биргән шөғөлдән 2000 йылдан бирле айырылғаным юҡ”, - ти Илнур әңгәмә барышында.
Тәүге белеме буйынса хоҡуҡ белгесе ул. Был өлкәлә бер тиҫтәләй йыл тәжрибә лә туплаған. Әммә маҡсатҡа ирешеү өсөн күп осраҡта әрһеҙлек, йылдамлыҡ, хәйләкәрлек тә талап иткән һөнәрҙе һис кенә лә хушһынмай егет. Бала саҡ хыялы – ҡасандыр үҙҙәре йәшәгән йорт янында урынлашҡан янғын һүндереү часында эшләү теләге лә һаман тынғы бирмәй. Көткәнгә – түш ите тигәндәй, өс йыл самаһы резервта тороп, ниһайәт, маҡсаты тормошҡа аша – 2012 йылдан бирле Илнур янғын һүндереүсе.
Бөтәһе лә йөрьәт итерҙәй еңел һөнәр булмаһа ла, мәрхәмәтле яҡташым хеҙмәте менән бер ыңғай ушу буйынса күнекмәләр алып бара. “2008 йылда башланым был эште. Һау-сәләмәт балалар ғына түгел, тренировкаларға мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ-малайҙар ҙа килде. Белгестәр менән кәңәшләшеп, физик һәм психик йәһәттән тиҫтерҙәренән бер ни тиклем айырылып торған уҡыусыларыма махсус күнекмәләр программаһын төҙөнөм. Әлбиттә, балалар менән эшләү еңелдән түгел. Кескәйҙәрҙең күңелен яулар, ниндәйҙер өлкәлә уңышҡа ирешер өсөн һин үҙ эшеңдең оҫтаһы, бына тигән шәп психолог, тәрбиәсе, ысын дуҫ һәм кәңәшсе булырға тейешһең. Ә инде үҙенсәлекле балалар менән шөғөлләнгәндә яуаплылыҡ икеләтә арта. Әммә хеҙмәтеңдең емешен, ҡаҙаныштарын, ыңғай һөҙөмтәләрен күреү – оло бәхет. Юлың ни тиклем ҡатмарлы, һикәлтәлерәк – еңеүҙәрең дә шул тиклем үк ләззәтлерәк, татлыраҡ бит!” – ти бөркөт ҡарашлы геройым.
2017 йылдан ушу буйынса күнекмәләр ҡаланың мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән Реабилитация үҙәгендә үтә. Инвалид балалар бушлай шөғөлләнә. Рухи йәһәттән төшөнкөлөккә бирелгән, аҡтыҡ көсөн, аҡсаһын сарыф итеп, бәләкәсенең сәләмәтлеген саҡ ҡына булһа ла яҡшыртырға тырышҡан атай-әсәйҙәрҙең хәлен күреп, аңлап тора Илнур Инсаф улы. Ушуҙың умыртҡа һөйәгенә, тын алыу системаһына, хәрәкәт итеү ағзаларына, психик торошҡа ыңғай тәьҫир итеүен үҙ тәжрибәһенән сығып белгән тренер ДЦП диагнозлы, быума, өйәнәк менән яфаланыусы, умыртҡа һөйәге ҡыйшайған балаларҙы һис һүҙһеҙ ҡабул итә.
Ун йыл арауығында Илнур Шәйәхмәтов ҡулы аҫтында шөғөлләнгән бихисап спортсылар республика һәм төбәк-ара үткән ярыштарҙа чемпион һәм призер титулдарына эйә. Үҙе лә Башҡортостан Республикаһының 4 тапҡыр бронза призеры һәм 12 тапҡыр чемпионы, Тольятти ҡалаһы ҡала округы Кубогы еңеүсеһе, Волга буйы федераль округының ике мәртәбә көмөш призеры булған шәп спортсы бит! 2018 йылдан ушу буйынса 2 Дан (Дуань) дәрәжәле спорт мастеры кандидаты ла. “Малайҙар менән бер рәттән ҡыҙҙар ҙа теләп йөрөй. Уларҙың ныҡышмаллығына, тырышлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Араларында бик өмөтлө генәләре лә бар. Мәҫәлән, IV класта уҡыған Әмилә Зәйнетдинованың уңыштары әле үк һөйөндөрә. Ушуға осраҡлы ғына рәүештә килеп эләккән ҡыҙыҡай һәр күнекмәне түҙемһеҙлек менән көтөп ала”, - ти тренер ғорурланып. Ушу дауалау физкультураһының бер төрө булараҡ, тәнде-йәнде сәләмәтләндерергә ярҙам итә. Мәҫәлән, Илнур Шәйәхмәтовтың тәжрибәле ҡулы аҫтында шөғөлләнеп, сколиоздан арынғандар бар.
Шәхси тормошо ла тулы ҡанлы Илнурҙың. Тормош иптәше Гөлшат, улы Ильяс, ҡыҙы Вилмира менән үҙ көстәре арҡылы төҙөп сыҡҡан сынъяһау матур йортта бәхет вә мөхәббәт солғанышында йәшәй улар. Эш-шөғөлө ни тиклем генә ауыр, ваҡыт яғы нисек кенә тығыҙ булмаһын, ғәзиздәре өсөн йәнен фиҙа ҡыла ғаилә башлығы. Ял көндәрендә бергәләп аквапарк, кинотеатрҙарға йөрөү, урман-тауҙар гиҙеү, бергәләп спорт менән шөғөлләнеү күптән инде матур традицияға әйләнгән. Шуныһын да әйтергә кәрәк, һөйөклө ҡатыны Гөлшат менән дә Илнур тап ушу аша таныша. Ҡасандыр тыуған ҡалаһында практика үтеп, бер ыңғай ушу буйынса күнекмәләр алып барған егет тренировкаға килгән йәшел күҙле һылыуҡайға иғтибар итмәй ҡалмай, әлбиттә. Тик ул мәлдә яҡындан танышырға, нишләптер, форсат сыҡмай. Институт тамамлап, әрме сафтарында хеҙмәт итеп, тыуған ҡалаһына ҡайтҡан Илнур бер көн килеп йәнә Гөлшатты осрата... Был юлы иһә ғүмерлеккә. Һөнәре буйынса иҡтисад белгесе булған Гөлшат Урал ҡыҙы ла әүҙем тормош яҡлы. Донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, бейеү, фитнес менән шөғөлләнә; һөйгән йәренең һәр изге башланғысын ҡеүәтләп, хуплап тора. Әлбиттә, юрист һөнәрен янғын һүндереүсегә алыштырып, Өфө авиация техник институтында янғын хәүефһеҙлеге буйынса уҡып сығып та, әлеге көндә Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында ситтән тороп физик культура һәм спорт бүлегендә педагогик белем алған, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған, әленән-әле төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡан, тәүлек әйләнәһенә нәүбәткә баҫҡан ир кеше менән бары сабыр аҡыллы, көслө рухлы, үҙ аллы ҡатын-ҡыҙ ғына тормош ҡора алалыр. “Хәләлемдең түҙемлегенә, тыныслығына, зирәклегенә хайран ҡалам. Ғәҙәттә, ир менән ҡатын бер ҡарашта, бер фекерҙә булһа ғына донъялары алға бара, мөнәсәбәттәре ныҡлы була, тиҙәр. Минеңсә, бындай союзда барыбер кемеһенеңдер хоҡуҡтары сикләнәлер, моғайын. Ҡараштар төрлө булып та, үҙ фекерен икенсе яртыһына көсләп таҡмаған, бер-береһен ихтирам иткән парҙар барыбер күпкә бәхетлерәктер. Шөкөр, был йәһәттән икебеҙ ҙә уңдыҡ”, - ти Илнур ҡыуанысын йәшермәй.
Ҡыл да ҡыбырлатмайынса диван һаҡлап ятыусыларҙың фәтүәһеҙ көнитмеше лә аңына һыймай ир кешенең. “Ғүмерҙең һәр минуты хәрәкәттә, файҙалы эштә үтһен ул. Иңемә алған йөкләмә арҡылы кемгәлер ярҙам күрһәтә алыуым миңә оло кинәнес бирә, йәшәйешемде мәғәнәлерәк итә...”
Ғүмер тигән оҙон юлдың яртыһын да үтмәгән, шулай булыуға ҡарамаҫтан, хаҡ, төплө фекер йөрөткән, кеше мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәгән яҡташымдың һәр һүҙен йотлоғоп, кинәнеп тыңланым мин. Эйе, ирмен тигән ир кеше тап ошондай изге күңелле, тынғыһыҙ, ҡыйыу вә тәүәккәл булырға тейештер. Бер ҡалыпҡа һалынған күңелһеҙ һәм тын тормоштоң ни икәнен дә белмәй, камиллашыу һәм үҫеш юлын ғына хуплап, тыумыштан уҡ яҙмыш һынауына дусар кескәйҙәрҙе үҙ көсөнә, изгелеккә инандырған Илнур ише оло йөрәкле ерҙәштәребеҙ булғанда, кешеләргә – ышаныс, иртәгәгә өмөт бар.