Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
20 Июль 2019, 19:48

Күңелдәрендә ҡояш йөрөткән ер ҡыҙҙары

Яҡшы кешеләр менән осрашҡандан һуң һеҙҙең дә күңелегеҙгә ҡояш инеп оялаған һымаҡ буламы? Минең дә… Әле иһә шул ҡояштың нурын бөтә кешелек менән утаҡлашҡым килә. Сөнки уны биктә тоторға ярамай, ул кешелек өсөн яралған. Хәйер, мин күҙ уңында тотҡан ҡояштың уйы, һүҙе, холоҡ-фиғеле – бер, тик ҡиәфәте генә икәү. Аптыранығыҙмы? #Шоңҡаржурналы

Яҡшы кешеләр менән осрашҡандан һуң һеҙҙең дә күңелегеҙгә ҡояш инеп оялаған һымаҡ буламы? Минең дә… Әле иһә шул ҡояштың нурын бөтә кешелек менән утаҡлашҡым килә. Сөнки уны биктә тоторға ярамай, ул кешелек өсөн яралған. Хәйер, мин күҙ уңында тотҡан ҡояштың уйы, һүҙе, холоҡ-фиғеле – бер, тик ҡиәфәте генә икәү. Аптыранығыҙмы? Башта үҙем дә ғәжәпләнгәйнем. Ә хәл Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға килгәс булды: ниндәйҙер йомош менән декан бүлмәһенә инеп, сәркәтип вазифаһын башҡарыусы Алина Даян ҡыҙы менән әңгәмәләшеп алғас, хужаның урынбаҫарҙары ултырған бүлмәгә барырға тура киләсәге асыҡланды. Кабинеттан сығып коридор буйлап бер нисә секундтай атлағас, кәрәкле бүлмәгә килеп тә еттем. Эскә үткәс, ундағы хеҙмәткәрҙәр араһында әлеге лә баяғы Алина Даян ҡыҙын күреп, ҡабат сыҡтым, һуңынан йәнә ишекте асып ҡарайым, яңылышмағанмынмы, йәнәһе. Юҡ икән, һаман да ултыра… Ул һис тә Алина Даян ҡыҙы түгел икән, уҡытыу методикаһы буйынса белгес һөнәрен башҡарыусы Алита Даян ҡыҙы, имеш.
Эйе, игеҙәк икәндәренә төшөнгәйнек инде, тик баштараҡ икеһен бутамай ғына мөрәжәғәт итеүе ҡыйыныраҡ ине. Хәйер, уларҙы айырып ыҙаларға кәрәкмәй ҙә, башта уҡ әйткәнемсә, икеһе лә бер иштән фекер йөрөтә. Бәләкәйҙән үк шулай булалар. Әйткәндәй, ҡыҙҙар, Баймаҡ районы Йомаш ауылында һәүәтемсә генә тормош көтөүсе Гөлдәр һәм Даян Хисмәтуллиндарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Өләсәй тәрбиәһендә үҫкәнгәме, уларға тәүфиҡ-иман, әхлаҡ-әҙәп сифаттары айырыуса хас. Кескенә саҡтарында әсәләренә оҙаҡ ваҡыт дауаханала ятырға тура килә. Ә инде һуңынан уны танымай илап ебәргән ҡыҙҙарына ҡарап, Гөлдәр апайҙың, берҙән, йөрәге әрнеһә, икенсенән, оло тормош даръяһының ҡаршы иҫкән елдәренә бирешмәҫтәрен аңлағандыр. Ҡыҙҙар һис ҡасан да бер-береһенән айырылмай. Бәләкәй саҡтан тик бер иштән кейенеүҙе өҫтөн күрәләр. Күлдәктәренең кескенә төймәһе икенсе төҫтә булғанын һиҙеп ҡалһалар ҙа, зыҡ ҡубалар икән. Ә әсәйгә ни кинәнес кенә ҡыҙҙарын суҡтай итеп бер төҫтән кейендереү, бындай бәхет һәр хеҙмәт дәресе уҡытыусыһына тәтемәй шул. Шуға күрә, ахыры, ҡыҙҙар ҙа, әсәләренә оҡшап, икеһе лә ҡул эштәренә оҫта булып үҫә. Һәм бөгөн дә, баҙар иҡтисадының бәкәлгә һуҡҡан заманында, моң түгел, күлдәк-маҙарҙы үҙҙәре тегә лә кейә, махсус белемле профессионалдарың ары торһон. Хәйер, юҡ һөнәре юҡ уларҙың, кескәй саҡтан шиғыр, әкиәт, көләмәстәр яҙып, һүрәт төшөрөп, башватҡыс төҙөп, халыҡ бейеүҙәрен башҡарып “Сәңгелдәк” тапшырыуы, “Йәншишмә” гәзите, “Аҡбуҙат” журналы менән бәйләнеш тоталар. Шуныһы ҡыҙыҡ: бала саҡтарында фотоға төшмәйбеҙ, юғиһә кире сыға алмай ҡуйырбыҙ, тип ҡурҡып илаған ҡыҙҙар, бөгөн тормоштоң иҫтәлекле мәлдәрен мәңгеләштереүҙе иң мауыҡтырғыс ғәҙәт итеп алған.
Үҙ ваҡытында “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрселәре булараҡ Ҡара диңгеҙ буйында ял итеү бәхете лә тәтей уларға. Әммә, шул етеп торор тиҙәрҙерме, башҡаса сит илгә сығыу теләктәре юҡ икән. Тыуған ауылға йышыраҡ ҡайтып, йәнтөйәктең ҡабатланмаҫ матурлығына һоҡланыу, атай-әсәй янында булыуҙы өҫтөнөрәк күрәләр.
Әйткәндәй, тыуған тәбиғәттең хозурлығы ҡыҙҙарға тәьҫир итмәй ҡалмай, улар Өфөгә барып, “Сәңгелдәк” тапшырыуына төшөп ҡайтҡас, яҙмыштарын ҡырҡа үҙгәртергә ҡарар итә. Бишенсе синыфтан һуң рәссам булыу ниәте менән ары уҡырға Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Ркспублика художество гимназияһына киләләр. Һәм отолмайҙар ҙа, тап ошо белем усағының парталары артында башҡорт йәмғиәтендә шәхес булып йәшәү сифаттарын үҙләштерә лә инде улар. Шул уҡ ваҡытта, шуҡлыҡтары ашып-ташып торған ҡыҙҙар, әүҙем тормош алып бара торғас, өлгөрмәй киткән саҡтарындағы мутлыҡтарын иҫләп көлөшә хәҙер. Бер мәлде рус әҙәбиәте дәресенән уҡытыусылары бөтә синыфҡа өҫтәлмә рәүештә икешәр шиғыр ятлап килергә ҡуша. Уларын тәнәфес ваҡытында ғына һөйләргә мөмкин бит инде. Ҡыҙҙарға был ярап ҡала, шунлыҡтан береһе – С. Есениндың, икенсеһе А. Блоктың шиғырын ғына ятлай һәм алмаш-тилмәш килеп, бер-береһе булып шиғыр һөйләп, яҡшы билдә алып та ҡуялар. Шулай шаярыуы күңелле, әлбиттә, әммә был хәл ғәҙәттәренә инмәй ҡыҙҙарҙың. Улай ҡыланыуҙы кәрәкмәгән сифат тип һанайҙар. Әммә үҫеп, водитель танытмаһын алырға ваҡыт еткәс, бер-береһенә йәнә ярҙамға ашығалар. Шөкөр, бөгөн икеһе лә танытмалы, икеһе лә дан иттереп йүгәнләй белә тимер атты. Ә бит кескәй саҡтан Алина – әсәһе, Алита күбеһенсә атаһы янында булырға ярата. Береһе өйҙә ул-был иткәнсе, икенсеһе колхоз тракторын йөрөткән атаһы алдында руль тотоп китеп барған була. Ысынлап та, тәү ҡарашҡа Алита саяраҡ, ҡыйыуыраҡ, ә Алина тынысыраҡ, баҫалҡыраҡ күренә. Әммә аңламаҫһың был игеҙәктәрҙе, холоҡтары барыбер күсеп йөрөй тиерһең, бала саҡтарында, сер итеп кенә әйткәндә, әҙерәк һүҙгә килешеп китһәләр, тыныс, баҫалҡы тигән Алинабыҙ үҙенән бер нисә минутҡа ҙурыраҡ апаһын илатып та ҡуйғылаған. Ә инде өй буйлап баҫтырыш, ыҙғыш китһә, әсәләренең, өйгә ҡайтып тауыш ҡуптармаһағыҙ, Өфөлә урын бөткәнме һеҙгә, тигән шелтәһенән һуң икеһе лә баҫылып ҡалған икән. Әйткәндәй, интернатта ыҙғышыу ҡайҙа ти, бер-береһенә ауыр һүҙ ҙә әйтмәй улар. Гимназияны уңышлы тамамлағас, ҡыҙҙар Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алырға ҡарар итә. Тик бына рәссамлыҡты ғына ҡалдырырға тура килә уларға. Башта ошо уҡ БДПУ-ның һынлы сәнғәт һәм шул уҡ ваҡытта башҡорт филологияһы факультеттарына һынау тоталар. Үкенескә күрә, икеһенә лә түләүле бүлеккә генә эләгәләр. Атаһы менән әсәһе быға ҡаршы төшә. Ауыл ерендә хөрт йәшәмәһәләр ҙә, бер түгел ике баланың сығымын нисек күтәрәһең? Әсәй кеше, уҡырға тип ҡанатланған балаларының өмөтөн өҙөп ҡуймайым тип, бер аҙ эшләп тороп, киләһе йыл йәнә имтихандар тапшырып ҡарарға өгөтләй. Шулай ҙа ҡыҙҙар был кәңәште ҡабул итмәй. Хәҙер көлөп иҫк алһалар ҙа, ул саҡта ер-һыу иланыҡ, тиҙәр. Бер генә баланы күндерергә мөмкин дә бит, ә бына икәүҙе еңерһең еңмәй ҙә. Атай-әсәйгә әҡыҙҙары менән ризалашмай сара ҡалмай – игеҙәктәр Башҡорт филологияһы факультетының көндөҙгө түләүле бүлегендә уҡый башлай һәм бер нисә ай үтеүгә өлгөр, яҡшы тәрбиәле, тик юғары билдәләргә өлгәшкән ҡыҙҙарҙы түләүһеҙ бүлеккә күсерәләр. Бына бит донъяның хикмәте, яңылышмай, факультеттың ул саҡтағы деканы Кәримов Ҡәүи Кәрим улы. Ҡыҙҙар барлыҡ өмөттәрҙе аҡлай, бөтә сараларҙа ла ҡатнашып өлгөрә. Ә инде һуңғы курсҡа еткәс, береһе – сәркәтип вазифаһына, икенсеһе уҡытыу методикаһы буйынса белгес итеп эшкә алына. Университетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, өҫтәүенә, аспирантурала белем алған был аҡыллы ҡыҙҙар гелән тормош тулҡынының иң кәттәһендә ҡайнай. Мөхәббәт тигәнең дә ҡапыл килә уларға. Кем әйтмешләй, “никах менән әжәл һорап йөрөмәй”. Бына шуға ла, ғүмерҙәренең һәр минутының ҡәҙерен белеп ихлас йәшәргә өйрәнгән игеҙәктәргә тормоштарының ахырынаса бергә барыр юлдаштарын бәхетле итеү бурысы йөкмәтелгән. Алинаһы инде ике йыл кейәүҙә булһа, Алитаның да күптән түгел никах туйы үтте.
Алда күпме йырланмаған йырҙары, татылмаған хистәре, тапалмаған юлдары бар уларҙың. Ә яуланған бейеклек?! Бөгөн улар яулаған бейеклекте тойоп ҡарау өсөн, үҙҙәре кеүек яҡты маҡсатлы, ихлас йөрәкле булырға, был тормошҡа балалар сафлығын юғалтмаған эскерһеҙ күңел менән бағырға кәрәк. Уны тойоу өсөн ябайлыҡ, ихласлыҡ, эскерһеҙлек, эшһөйәрлек, яҡындарыңа, дуҫтар-туғандарыңа һәр саҡ мөхәббәтле йөрәк йөрөтөү талап ителә. Үҙҙәре лә бит, тик атай-әсәйҙең фатихаһында ғына йәшәйбеҙ, тиҙәр. Ғаиләлә үк нигеҙ һалынған, тик көслөләргә генә хас сифат – камиллыҡҡа ынтылған ҡыҙҙарға йәмғиәттә лайыҡлы шәхес булып йәшәү бер ни түгел. Әйткәндәй, был донъяның матурлығын күңел күҙе аша күрергә, уны кескәй йөрәктәренә ҡабул итергә ярҙам иткән, тәү башлап ижад тулғағын бүлешкән шәхестәр – Зөһрә апай Ҡотлогилдина һәм Зөбәржәт апай Миңлебаеваларға сикһеҙ рәхмәтле ҡыҙҙар. Һайлаған юлдарына ҙур этәргес булған уларҙың кәңәштәрен инде хәҙерге көндә бергә эшләгән коллегалары, элекке уҡытыусылары – башҡорт филологияһы факультетының уҡытыусылар коллективы дауам итә. Факультеттың деканы Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова, ғилми етәкселәре, ғөмүмән, фән донъяһында терәк-таяныс булған Зөләйха Әхмәт ҡыҙы Хәбибуллина һәм, әлбиттә, ата-әсәләре алдында бурыслыбыҙ, ти ҡыҙҙар. Уларҙың өгөт-нәсихәте, кәңәштәре үҙҙәренә, халҡыбыҙ алдында тик таҙа намыҫ менән үтәлгән бурыс, милли ғорурлыҡ сифаттарын һеңдергән рәхмәт һүҙе булып кире әйләнеп ҡайтыуына иманым камил…
Ә тормош үҙ яйы менән бара, алда әле яңы һынауҙар, яңы талаптар, яңы үрҙәр… Ә хыялмы? Ябай бер ер ҡыҙы булып, милләте алдында намыҫлы хеҙмәт итеү. Улары ла тормошҡа ашмаҫлыҡ түгел: сөнки күңелдәрендә ҡояш йөрөткән Алина Даян ҡыҙы Хәлилованың һәм Алита Даян ҡыҙы Лоҡманованың ҡояшҡа тиң ғүмерҙәре һеҙҙеке, башҡорт халҡы…

Таңсулпан РӘСҮЛ.

Читайте нас: