Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
2 Август 2019, 13:39

Күңелендә ҡояш йөрөткән ҡыҙ

"Шоңҡар" геройы «Иволга» форумында грант отҡан! Яңыраҡ ҡына Башҡортостан йәштәренең ике миллион һум күләмендә грант алып ҡайтыуы хаҡында хәбәр иткәйнек, шулар араһында июль һанындағы «Шәп замандаш» рубрикаһынан Айгөл Нуриева ла бар. Волонтер ҡыҙ «Үҙенсәлекле балалар» проектына 290 мең һум алыуға өлгәшкән. Айгөл етлекмәй тыуған сабыйҙарға, уларҙың әсәләренә ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнә. Уның проекты буйынса 100 ғаиләгә ярҙам буласаҡ. #Шоңҡаржурналы #ИВолга

Дөрөҫ ҡуллана белһәң, интернет шәп нәмә инде ул. Ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙарға яуап та табырға, эшкә лә өйрәнергә, киләһе геройым кеүек шәп йәштәр менән танышырға ла мөмкинселек бирә. Бала табыу йортонда уҡ ата-әсәһе тарафынан баш тартылған сабыйҙар, ауырыу балалар тураһында яҙылған ваҡиғаларҙы уның сәхифәһендә йыш осратырға була. Уларҙы күҙ йәштәрһеҙ уҡыу мөмкин түгел. Таныш булығыҙ: быйыл ғына БДМУ-ның педиатрия бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлаған, былтыр Рәсәйҙә иң шәп өс ирекмәндәрҙең береһе булараҡ билдәләнгән, оло йөрәкле һылыуҙарыбыҙҙың береһе Айгөл НУРИЕВА.

Барыһы ла бәхетле булыр ине...

Айгөл – Илеш районының Үрге Йәркәй ауылынан. Тыуған ауылында Тәлғәт Рахманов исемендәге урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлай һәм һөнәр һайлар ваҡытта, ҡайһы яҡҡа китергә белмәйенсә өс юл сатында аптырап ҡалған мосафир хәлендә ҡала. “Балаларҙы яраттым. Шуға ла улар менән бәйле булған һөнәр буйынса уҡырға барасағымды белә инем. Башланғыс класс уҡытыусыһымы, әллә балалар табибы булырғамы, тип оҙаҡ ҡына уйландым. Журналистика ла күңелемә яҡын ине. Ошо ваҡытта биология уҡытыусыһы Хәйҙәрова Рәйсә Рәшит ҡыҙы ярҙамға килде. “Айгөл, һин ярҙамсыл, һәр нәмәгә етди, яуаплы ҡараған кеше бит. Белем алыуға ынтылышың да ҙур, отҡорлоғоң да бар. Шуға ла мин һине балалар табибы сифатында ғына күрәм. Әммә үҙең дә ныҡлап уйла. Күңелең ятҡан һөнәр буйынса уҡыу, эшләү үҙе ярты бәхет бит ул. Әгәр ҙә һәр кем Аллаһы Тәғәлә тарафынан күптән билдәләнеп ҡуйылған тейешле һөнәр эйәһе булып халҡына хеҙмәт итһә, Ер ҙә үҙ күсәрендә шәберәк, көйлөрәк әйләнер, әҙәм балалары ла күпкә бәхетлерәк булыр ине”, – тине. Ошо һөйләшеүҙән һуң бар икеләнеүҙәр юҡҡа сыҡҡандай тойолдо. Аллаға шөкөр, дөрөҫ йүнәлеш буйынса барғанмын һәм киләсәктә лә халҡыма намыҫлы хеҙмәт итермен, тип ышанам”, – ти ул.

Миллион ҡыҙыҡһындырмай

Айгөл тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй торған йәштәрҙең береһе. Студент сағында йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, тағы ла нығыраҡ әүҙемләшә. Үҙе йәшәгән дөйөм ятаҡтың студсовет председателе, мөдир ярҙамсыһы була. Һуңынан, хеҙмәт юлын шәфҡәт туташы булып башлағай. Кеше хәленә инә белгән, һәр кем менән уртаҡ тел табып, йылы мөнәсәбәттә булырға тырышҡан ҡыҙҙ элекке эш урынынан ебәрмәй ҙә торалар. Әммә алған белеме буйынса үҙен һынап ҡарау Айгөл өсөн мөһимерәк була. Башта “Яратҡан балам” (“Любимый малыш”) реабилитация үҙәгендә, үткән йылдан алып Республика перинаталь үҙәктең етлекмәй һәм төрлө ауырыуҙар менән тыуған балалар бүлегендә шәфҡәт туташы булараҡ медицина өлкәһендә бар күңелен һалып эшләй.

Бөгөнгө көндә уҡыуын ординатурала дауам итергә уйлай. “Йәш белгес булараҡ районға ҡайтып эш башлаһаң, миллион һум күләмендә аҡса бирәсәктәр, ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа йәшәйәсәгең тураһында ла баш ҡатырырға тура килмәйәсәк бит”, – тигәс, “Миллион ҡыҙыҡһындырмай, – тип яуап бирҙе. – Минең өсөн иң мөһиме – алдыма ҡуйған маҡсаттарға ирешеү. Бында эшләй башлағас та неонатолог, йәғни етлекмәй тыуған балаларҙы дауалаусы табипҡа уҡырға уйлаған инем. Әммә һуңғы ваҡытта балалар неврологы булыу теләге көсәйҙе. Сөнки неанотолог бер нисә ай ғына сабыйҙарҙы ҡарай ҙа, һуңынан уларҙы белмәй ҙә, күрмәй ҙә тиерлек. Ә миңә ниндәйҙер ҡаршылыҡтар менән донъяға килгән сабыйҙарҙың һаулығы, артабанғы йәшәү рәүеше ҡыҙыҡһындыра. Балалар неврологы иһә уларҙы ун һигеҙ йәштәре тулғансы үҙ күҙәтеүе аҫтында дауалай ала.

Дауамы "Шоңҡар" журналының июль һанында.

Читайте нас: