Халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле музыка ҡоралдарының береһе – милли ҡумыҙ үҙенең сихри моңо менән бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Уны быуаттар дауамында тыңлағандар һәм әле лә яратып тыңлайҙар. Бөгөнгө көндә ҡумыҙ тауышы бөтә донъяға билдәле. Әлеге бөйөк ҡаҙанышҡа ирешеүҙә ҡумыҙ оҫтаһы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың өлөшө ҙур. Мәсетле районы Һөләймән ауылында ябай колхозсылар ғаиләһендә донъяға килгән ауыл малайына витруоз ҡумыҙсы дәрәжәһенә етеү өсөн ниндәй юл үтергә тура килде икән?
“Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була” тигән аҡыллы мәҡәл бар халыҡ телендә. Кешенең ниндәй ерлектә үҫеүе, тәрбиәләнеүе уның артабанғы яҙмышында, булмышында сағыла. Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы бала сағынан илаһи моң солғанышында йәшәй. “Беҙҙең яҡта гармунда, ҡумыҙҙа уйнау популяр булды. Әсәйем мандолина ҡылдарын оҫта сиртә ине, ғүмер буйына йыр-моңдан өҙөлмәне. Хәтеремдә, ул ауылдан 4 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ялан кухняһында ашнаҡсы булып эшләне. Яҡын ара булмаһа ла, мин бер тотам ҡалмай, уның хисләнеп йырлауын тыңлап барам. Хатта ҡайтыр юлда аяҡ аҫтынан утын йыйғанда ла халыҡ йырҙарын һуҙа торғайны. Әлеге моңға һөйөү осҡондары нәҡ ошо мәлдәрҙә йөрәгемә һалынғандыр, тип уйлайым.
Ул ваҡытта замана ни тиклем ауыр булмаһын, әсәйем ғаиләһенә лә, 11 балаһына ла, йәмғиәт эштәренә лә ваҡыт тапты, мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалманы. Ауылыбыҙҙа фольклор ансамбле менән концерттарҙа йыш сығыш яһаны. Үҙебеҙҙең фамилиябыҙҙы йөрөткән ғаилә ансамбленә лә ул нигеҙ һалды. 5–6 кешенән башланып киткән төркөмдә бөгөн 74 кеше иҫәпләнә”, – тине Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы бала саҡ хәтирәләренә бирелеп.
Ауылда махсус мәктәп булмағанға күрә, малайға музыка ҡоралдарының серҙәрен ата-әсәһе, ағалары аса. Уҡырға төшкәнсе ул гитарала, гармунда уйнарға, көйгә ҡушылып, ҡумыҙҙа “Әпипә”, “Ҡарабай”, “Хәтирә” кеүек башҡорт халыҡ көйҙәрен сиртергә өйрәнеп ала. Атай-әсәһе балаларының ынтылыштарын үҫтерергә, уларҙы әүҙемлеккә өйрәтергә тырыша. Сөнки ундайҙар фекерле, маҡсатлы, тынғыһыҙ булып үҫәсәк тигән ҡарашта була. Бынан тыш уларҙың үҙ урынын табыуына ла һәм йәмғиәтте яҡшы яҡҡа үҙгәртеү сараларын күрәсәгенә лә ышана. Ысынлап та, улдарының тормошо бай була: уҡыуы ла өлгөлө, бөтә мәҙәни сараларҙа ла ҡатнаша, спортта ла ҡалышмай. Хатта мәктәп йыйылыштарында, башҡаларға ла үҙҙәрен асырға ирек бирегеҙ тип, әсәһенә шелтә лә эләккән саҡтары булған.
Спорт рух тәрбиәләү өсөн кәрәк
Бала саҡтан ағайҙарынан үрнәк алып үҫкән малай, әлбиттә, спорт менән шөғөлләнеүҙе ғәҙәти хәл тип ҡабул итә. Йүгереү, саңғыла, һыбай йөрөүҙән, көрәштән тыш үҙенең бала сағын күҙ алдына ла килтерә алмай. Спорт егет затына иң тәүҙә үҙ-үҙеңдә ныҡышмалылыҡ, сәм, рух тәрбиәләү өсөн кәрәк. Тормош бит ул үҙе көрәш, төрлө һынауҙары менән кешенең ныҡлығын, көс-дарманын һынай. Шул сәбәпле бер ярыш, конкурс, һабантуй ҙа Зәйнетдиновтарһыҙ үтмәй. Башта ағалары милли байрамдарҙа еңеп, батыр исемен йөрөтһә, IX кластан Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы ла көрәш майҙанына аяҡ баҫып, еңеүгә өлгәшә.
“Спорт донъяһы ҡатмарлы ла, яуаплы ла өлкә. Алыш ҡаҡ ер өҫтөндә уҙғарыла торғайны. Шуға һин тәү сиратта үҙеңдең һаулығыңды һәм ярышыусының именлеген дә ҡайғыртырға бурыслы. Ауылда бөтәһе лә көрәш техникаһының нескәлектәрен белеп бөтмәй, үҙеңдән ауырлыҡ буйынса тиң булмағандар менән дә көс һынашырға тура килә. Таҙа еңеүгә өлгәшеү сәғәт буйына һуҙылыуы мөмкин. Әлбиттә, был осраҡта имгәнеүҙән бер кем дә азат түгел. Янбаш һыҙлауы, бил өҙөлөү, ҡул-аяҡтар һынған осраҡтар ҙа булғыланы. Баш һелкенһә, әбейҙәр йүкә бәйләп ултырта торғайны.
Еңеү хаҡына бындай ауырлыҡтарға ла түҙә инек. Егет кеше өсөн һабантуйҙан тәкә алып ҡайтыу – оло дан һәм шул уҡ ваҡытта мәшәҡәт тә. Атайым эшләгән һарыҡ фермаһынан иң ҙур тәкәне һайлап, байрамға алып барабыҙ. Аҙаҡ көрәшеп, кире алып ҡайтабыҙ. Кискеһен уны һуйып, ауылдаштарҙы – өйгә, ә йәштәрҙе Әй буйына йыйып һыйлайбыҙ. Шуға ла ҡайһы саҡта атайым: “Беренсе урын тип өҙгөләнмә, икенсене ал, бүләкле лә булырһың, кисен байрамға ла барырһың”, – ти шаярта торғайныJ. Быны мин ғаиләбеҙҙең дәрәжәһен төшөрөү кеүек ҡабул иткәнмендер, күрәһең. Сөнки атайым һәр ваҡыт “Иң яҡшы тракторсы”, “Иң яҡшы зоотехник” исеме менән бүләкләнә ине. Шунлыҡтан, һәр саҡ беренселеккә ынтылдым, хатта I урын өсөн ағайым менән көрәшкән саҡтар ҙа булды”.
Күңелендә милли көрәшкә һөйөү оялаған үҫмерҙе яҙмыш елдәре ауылдан 30 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Мәсәғүт педагогия училищеһына илтә. Киләсәген уҡытыусы һөнәренә бағышларға уйламаған студентҡа шау ҡыҙҙар араһында белем алыуға аҙнаһына бер тапҡыр ғына үткәрелгән баян дәрестәре булышлыҡ итә. Артабан ул белемен камиллаштырыу теләге менән БДУ-ның Башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә.
Бер яҙмышты уртаҡ итеп...
Тормош юлы тигеҙ генә һуҡмаҡтан бармай. Унда текә боролоштар, һикәлтәле урындар, үрҙәр, соҡорҙар ҙа осрай. Ул юлда бихисап кешеләр ҙә тап була: кемдер ваҡытлыса килә, кемдер үҙенә хас уртаҡ яҡтар төҫмөрләп, ғүмерлеккә тотҡарлана ла үҙенең барлығы менән тотош йәшәү рәүешен үҙгәртеүгә сәбәпсе була. Миңлеғәфүр Миңләхмәт улының да хәләл ефетен осратыуы осраҡлы булмағандыр, сөнки уға тап булыуынан һуң бөтөнләй икенсе яҡҡа борола.
“Тормош иптәшем менән беҙҙе сәнғәт таныштырҙы һәм ҡауыштырҙы. БДУ-ла белем алған саҡта “Йәнгүзәл” ансамбле менән Башҡортостан һәм Рәсәй буйлап сығыш яһап йөрөнөк. IV курса уҡығанда мине районыбыҙҙың Йәштәр ойошмаһы президенты итеп һайлап ҡуйҙылар. Ойоштороу мәшәҡәттәре менән ҡайнап йөрөгәндә өс туған ҡустым “Дуҫлыҡ” ансамлендә бейеүсе яҡташ ҡыҙҙар менән таныштырҙы. Гөлгөнәне осратыу минең ғүмерем өсөн ҡыуаныслы ла, боролошло ла булды”, – ти ул йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп.
Бәхетленең байрамы бер көндә тигән кеүек, геройыбыҙҙың диплом яҡлау көнө туй тантанаһына тап килә. Мәжлес ваҡытында Баһауетдин ағаһы: “Яҡташыбыҙ Роберт Заһретдинов кеүек һин дә оҫта ҡумыҙсы булырға, донъяға танылырға тейешһең”, – тип 2 ҡумыҙ бүләк итә. Был теләктәр спорт мастеры кандидаты дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән йәш егеттең киләсәккә ҡорған пландарын селпәрәмә килтерһә лә, күңел түренә ойотҡо һалып ҡуя.
Йәш ғаилә хеҙмәт юлын башта Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла башлап ебәрә. Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы башҡорт мәҙәниәте, милли көрәш һәм ҡумыҙ буйынса дәрестәр бирә һәм беренсе тапҡыр 25 кешенән торған ҡумыҙ төркөмөн ойоштороп ебәрә. Был һәүәҫкәр ҡумыҙсының тәүге емеше, тәүге тәжрибәһе. Шуға ла башланғыс осорҙа һынауҙар, икеләнеүҙәрҙең булыуы ла тәбиғи. Бәхеткә күрә, Хоҙай Тәғәлә уға үҙенең хаҡ юлдан барыуын иҫбат итеү сараһын күрә. Данлыҡлы ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов гимназияға концерт менән килә. Быға тиклем әсәһен оҫта ҡумыҙсы тип һанаған Миңлеғәфүр ағай тәжрибәле белгестең музыка ҡоралдарынан ағылған тауышты ишетеп хайран ҡала. Үҙенең тәжрибәһе менән дә уртаҡлашҡандан һуң, “Һинең ҡумыҙыңдан моңо яңғырап сыға. Тырышһаң, һинән ҙур кеше сығасаҡ” тигән дәртләндереү һүҙҙәрен ишетеү саҡ ҡабынып килгән өмөт усағына бер ҡосаҡ утын өҫтәгәнгә бәрәбәр була.
Яҙмыштың үҙ һынауы, күрәһең, йәш ғаиләне Мәсәғүт ҡалаһында яңы асылған лицей-интернатҡа эшкә саҡыралар. 4 йыл унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте, ҡумыҙ, милли көрәш йүнәлештәре буйынса белем бирә. Күңел талабына тоғро ҡалып, йәнен аямай эшләгән эш кенә яҡшы һөҙөмтә бирә. Шулай итеп, ул “Йыл уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ була, “Йәш ғаилә – 1998” конкурстында ла еңеп сығалар.
Ошо уҡ йылда Миңлеғәфүр Миңләхмәт улына Роберт Заһретдинов менән бергә Австрияға ҡумыҙ конкурсына барыу бәхете тейә. Донъя кимәлендәге сәнғәт өлкәһе менән танышыу уны битараф ҡалдырмай, әлбиттә. Ниһайәт, был байрамдан һуң мөмкинлек офоҡтары киңәйеп китеүен тойоп, етди ҡарарға килә. “Шулай ҙа был мөһим сара алдынан Хоҙай Тәғәлә мине тағы ла бер ҡат һынаны әле. Австрияға юлланған поезд ҡуҙғалып китте. Мин артынан ҡыуып, көс-хәл менән иң һуңғы вагонына менеп өлгөрҙөм. Әгәр ҙә бер минут һуңлаһам... Ҡумыҙсы булмаҫ инемJ”.
Сүкеш һәм һандал ярҙамында эшләнгән донъялағы берҙән-бер бәләкәй генә музыка ҡоралының тауыш сығарыу диапазоны шул тиклем киң. Ул ябай тәбиғәт өндәренән алып ҡатмарлы ауаздар сығарыуға һәләтле. Элек ҡумыҙ көй сығарыуҙан тыш төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн дә ҡулланылған. Хәҙерге ғалимдар уның шифалы үҙенсәлектәрен раҫлай. Беренсенән, уның моңо, вибрацияһы баш ауыртыуын бөтөрә, ҡан баҫымын нормала тота. Икенсенән, быума, бронхит сирҙәренән дауалай, тын юлдарын таҙарта. Ҡумыҙ теле ҡалтырауы теш һәм ҡаҙналарға массаж яһай. Бынан тыш ул балаларҙы әүрәтеү, үҙеңде тынысландырыу өсөн дә файҙалы.
“Күптәр ҡумыҙҙы иң еңел инструмент тип баһалай. Ысынында иһә ул ауырлыҡ буйынса ғына еңел. Унда бер генә тел. Ошо тел ярҙамында бөтә ҡатмарлы көйҙәрҙе сығара һәм халыҡ күңеленә үтеп инерлек итеп башҡара белергә кәрәк. Конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн бихисап талаптар үтәлә: уйнау техникаһын һәм импровизацияны белеү, музыкаллек тикшерелә. Импровизация өсөн бөтә тәбиғәт тауыштарын теүәл башҡарыу мөһим. Ә уларҙы күңел менән тоя алырға кәрәк. Элек атайым һарыҡ фермаһында эшләгән саҡта миңә йәй буйына һарыҡ көтөүен көтөргә тура килде. Башта еңел булмаһа ла, аҙаҡ тәбиғәт ҡосағында йөрөүҙән кинәнес ала башланым. Көнө буйына шишмә сылтырауын, ҡоштар һайрауын, аттар тауышын һәм башҡа төрлө ауаздарҙы ишетеп, аңыма һеңдереп йөрөнөм. Шунлыҡтан ауыл балаһының уларҙы тиҙерәк таныуы һәм еңел ҡабатлауы ғәжәпләндермәй. Уҡыусыларымдың кемдең ауыл, кемдең ҡала мөхитендә үҫеүен ошо яҡлап та айырырға мөмкин”, – тип эшмәкәрле хаҡында һүҙ йөрөтә ҡумыҙсы.
Ысынлап та Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы сәнғәт өлкәһендә үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртмай, башҡаларға ла үҙҙәрен табырға, ҡумыҙ сәнғәтен үҫтерергә ярҙам итә. Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләгән осорҙа ул тыуған ерендә һәм күрше өлкәләрҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ алдында лекция-концерттар менән сығыш яһай, урындағы һәүәҫкәрҙәрҙе ҡумыҙҙа һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәтә, балалар ансамблдәре ойоштороп, йөҙҙәрсә башҡорт балаһына ҡумыҙ буйынса дәрестәр бирә. Уның уҡыусылар даирәһе киң. Иң бәләкәйенә – 4, иң өлкәненә 87 йәш. “Концерт ҡына ҡуйып йөрөһәм – үҙемә файҙа. Ә махсус дәрестәрем йәмғиәтте сәнғәткә яҡынайтыуға, һөйөү уятыуға булышлыҡ итә, милли ҡоралыбыҙҙың үҫеш кимәленә лә ыңғай йоғонто яһай. Ҡумыҙ моңо быуындан-быуынға тапшырылып килергә һәм ул һис ҡасан ағылыуҙан туҡтамаҫҡа тейеш”, – ти геройыбыҙ.
Австрия, Норвегия, Франция, Германия, Польша, Белоруссия илдәрен гиҙеп, байтаҡ ҡына конкурстарҙа еңеүгә өлгәшкән, музыка ҡомартҡыларыбыҙҙы ҡитғаларға еткереүсе кеше Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы. Шуғалыр ҙа ул үҙ эшенә яуаплы ҡарай, һәр ярышҡа ентекле әҙерләнә. Бер ҙур сумаҙан милли кейемдәре, туған еребеҙ хаҡында бай йөкмәткеле панорама ярҙамында тамашасыны йәшәйешебеҙ менән таныштыра. Шуға ла уның сығышы бер ваҡытта ла ялҡытмай.
Ауылдан сыҡҡан ябай малай
Был донъяла кеше ҙур уңыштарға өлгәшеп тә, икенсе яртыһын тапмаһа, балалар баҡмаһа, үҙенең нәҫелен дауам итеүҙе хәстәрләмәһә, бәхетенең бер сите барыбер китек булалыр ул, минеңсә. Бәхет осраҡлы түгел, ул күктән төшмәй, тыумыштан бирелмәй. Һәр кем үҙ бәхетен үҙе ҡоя. Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың был йәһәттән бәхете түңәрәк. Ул ҡатыны Гөлгөнә менән матур ғаилә ҡороп, өс бала тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары Ләйсән БДУ-ның иҡтисад факультетында, улдары Азамат Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт гимназия-интернатында белем алһа, кесе ҡыҙҙары Илүзә балалар баҡсаһына йөрөй. Уларҙың һәммәһе лә башҡор халҡының милли ҡоралдарында уйнай белә. Күптән түгел генә республикабыҙҙа үткән “Ғаилә ҡиммәттәре” тип аталған фестивалдә улар еңеүгә ирешә. Ғаилә ансамбленең утыҙҙан ашыу уйын ҡоралдарында өҙҙөрөүен, осҡон сәсеп бейеүен тамашасы ыңғай баһалай. Зәйнетдиновтар кеүек теленең һәм иленең бәҫен белгән, саф мөхәббәт һәм тоғролоҡтоң серенә эйә ғаиләләр булғанда еребеҙ ҡото ҡурсаулы булыуына шик юҡ.
Бынан тыш ғаилә башлығы “Иң яҡшы атай” исеменә лә лайыҡ. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә атайҙар ролен үҫтереү маҡсаты менән ойошторолған конкурста уның еңеүе юҡҡа түгел. Атай-әсәй өсөн баланы бағыу ғына аҙ, уны иленә тоғро һәм файҙалы кеше итеп тәрбиәләү мөһим. Бының нигеҙендә тәү сиратта милли рух ятырға тейештер. Ул туған тел, туған моң аша һалына, тиһәм, хата булмаҫ. “Һәр иртә һайын “Юлдаш” радиоһын йәки Башҡортостан юлдаш телевидениеһын тоҡандырам. Кеше даими рәүештә үҙенең туған телендә аралашып тормаһы, ул яйлап онотола. Шуға ла балаларыма тәү сиратта башҡорт телен яҡшы кимәлдә белергә тейешһегеҙ тип әйтә киләм. Бәләкәйҙән өйрәнеү хәйерле, сөнки ваҡытты кире ҡайтарып булмай. Урыҫ, инглиз теле икенсел, уны тормош барыбер өйрәтәсәк. Хәҙер балалар баҡсаһында, мәктәптә, йәмғиәттә күберәк урыҫ телендә аралашалар бит. Атай-әсәй өсөн был һылтау булырға тейеш түгел, минеңсә. Туған телде өйрәтеү, уға һөйөү тәрбиәләү өсөн эште үҙ-ара аралашыуҙан башларға кәрәк”, – тип борсолоуҙары менән дә уртаҡлашты геройым. Ысынлап та, яҡшылыҡ та, насарлыҡ та ғаиләнән инеш ала.
Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы ғаилә ныҡлығын һаҡлау, бер-береңде хөрмәт итеү, атай-әсәй дәрәжәһе кеүек төшөнсәләргә етди ҡарай. Шулай ҙа үҙен ауылдан сыҡҡан ябай атай тип һанай. Ниндәй генә вазифала эшләмәһен, ҙур уңыштарға өлгәшмәһен, балалары өсөн асыҡ, аңлаусан, позитив атай булырға тырыша. Улар менән дуҫтарса мөнәсәбәтен һаҡлап ҡалыуҙы тейеш тип һанай.
Уҡыусылары менән дә ихлас аралаша Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы. Уларҙы үҙ балаларылай күреп, ихлас белем бирә. 2007 йылдан башлап ике йыл һайын ҡумыҙсылар төбәге – Мәсетле районында уҙғарылған конкурсҡа күберәк ҡумыҙсылар әҙерләү маҡсаты менән янып йөрөй. Быға тиклем район, төбәк кимәлендә генә үткән сара быйыл халыҡ-ара кимәлгә етә. Быны ҡумыҙ уйнаусылар һанын арттытыу ғына түгел, ә оҫталыҡтарын камиллаштырыу өҫтөндә лә эшләү һөҙөмтәһе тип һанарға мөмкинлек бирә.
Яҡут халҡы брендҡа әйләндергән ҡумыҙға бағышлап, йыл һайын ноябрь айында ҙур Хомус (Ҡумыҙ) көнө уҙғарыла. Улар әлеге музыка ҡоралын бөтә ил буйлап пропагандалай, үҙҙәренең сәнғәтен юғалтмай һаҡлап килә. Нәҡ ошо ҡумыҙ сәнғәте гөрләп үҫешкән, уның өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер ижади кешеләр йәшәгән төбәктә республикабыҙҙың аҫыл ир уҙамандары – Роберт Заһретдинов һәм Миңлеғәфүр Зәйнетдинов “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” тигән данлыҡлы исемгә эйә була. Бөтә донъя буйынса «виртуоз-хомуссы» исемен йөрөтөүселәр ни бары ун һигеҙ кеше. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың алтыһы беҙҙең арала юҡ инде. Әлеге көндә иҫән ҡалған донъя виртуоздары йәшәгән һәр төбәктә ҙур кимәлдәге ҡумыҙ байрамы үткәреү ҡаралған. Киләсәктә ошондай рухлы сара беҙҙең республикабыҙҙа ла гөрләр, геройыбыҙ кеүек, милләттәштәребеҙ араһында ла үҙ халҡын, үҙ мәҙәниәтен ҡәҙерләгән, ихтирам иткән маһир ижад әһелдәребеҙ бермә-бер артыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Бер мәл әсәйем минең сәсемде алырға булды. Атайым эштә булғандыр, күрәһең. Ҡул машинкаһының сәсте туҡтауһыҙ тартыуына бер килке түҙеп ултырҙым. Сәсемдең алғы яғы ҡырылып бөтөүгә сабырлығым да бөттө. Әсәйемдең нимәгәлер боролоуын ғына көтөп ултырҙым да, урамға сығып ҡастым. Иптәш малайҙар минең үҙенсәлекле прическамды күреп тә ҡалды, “Ленин” тигән ҡушамат тағып та ҡуйҙы. Шулай ҙа яңы исемгә бер ҙә үпкәләмәнем, дуҫтарым менән кис ауышҡансы уйнаным. Ошо мәрәкә ваҡиғанан һуң ағайыма ла ҡушамат тиҙ табылды, уны “Сталин” тип йөрөттөләр.
Элек Октябрь байрамы иң ҙур һәм мәртәбәле байрамдарҙың береһе ине. Йыл һайын концерт ҡуя торғайныҡ. Беренсе синыфҡа төшкәс, беҙ ҙә “В честь победы Октября” тигән йыр менән сәхнәгә сыҡтыҡ. Ул ваҡытта ҡайһы бер урыҫ һүҙҙәрен асыҡ ҡына әйтергә тел әйләнмәгән, күрәһең. “В честь” минең ауыҙҙан “Шиш” булып яңғырай. “Шиш победе Октября” тип тырышып йырлауыма тамашасылар көлөп, тағы ла нығыраҡ ҡул саба. Мин иһә үҙемсә һығымта яһайым – йырымды оҡшаталар, йәнәһе. Һәм тағы ла нығыраҡ ҡысҡырып йырлайым.