Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
7 Август 2019, 12:40

Телебеҙ хаҡына

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова Мәскәү ҡалаһында Рәсәй Федерацияһының туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән осрашыуҙа булды. Һөйләшеүҙәр фондтың директоры Владимир Владимир улы Соболев менән алып барылды. Осрашыу барышында артабан да хеҙмәттәшлек итергә һәм бергә проекттар эшләргә килешеү төҙөлдө. #БашФонд #Шоңҡаржурналы

Башҡортостан хөкүмәте тарафынан 2018 йылда уҡ булдырылһа ла, Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фондының эшмәкәрлеге киң йәмәғәтселеккә быйыл ғына күренә башланы. Бының үҙ сәбәптәре бар, устав булдырыу, маҡсаттарҙы билдәләү генә түгел, бина алыу, штат йыйыу кеүек донъяуи эштәр ҙә бюджеттан тыш аҡсаға йәшәгән ойошма өсөн бер көндә генә хәл ителмәгәне аңлашыла. Әммә бөгөн был бурыстар атҡарылып, фонд, ниһайәт, тәғәйенләнешен үтәүгә ихлас тотондо.

Һәр эштең, яңылыҡтың артында тәғәйен тынғыһыҙ шәхестәр тора. Тап уларҙың ярһыу рухы донъяны алға этәрә лә инде. Биш йыл самаһы элек интернетта “Өфө фейсбуксылары йәмғиәте” тигән ярым шаяртып аталған нарыҡлау барлыҡҡа килгәйне. Билдәле селтәрҙә бер тупҡа тупланып, Башҡортостан, башҡорт теле яҙмышына битараф булмаған кешеләр үҙ-ара йәнле аралашты, бәхәсләште, һәм ошо виртуаль дуҫтар тиҙҙән ысынбарлыҡта ла күрешеп, берегеп, төрлө саралар ойоштора башланы. Артур Иҙелбаев, Камил Буҙыҡаев, Зөһрә Бураҡаева, Инзирә Шәмсулла ҡыҙы, Әлиә Айсина, Шәүрә Ғәббәсова, Рәйес Ғәбитов: һанай китһәң, улар күптәр, һәм иң ҡыуаныслыһы, ошо ҡаҙанда ҡайнап, уларҙың һәр береһе яңы идеялар тыуҙырып, кемеһелер үҙе брендҡа әйләнеп, бәғзеләре үҙҙәре яңы бренд булдырып, бөгөн башҡорт йәмғиәтен алдынғыраҡ итеү өҫтөндә әүҙем эшләй. Шул ҡор ағзаһы, рәссам Айгөл Рәшитованың үҙенең “Арт-клуб”ында башҡорт телен өйрәнеүселәр курсын булдырыуы, фейсбуксылар йәмғиәтенән Гөлназ Йосопованың, Фиданиә Әхмәтйәнова, Фәнзилә Ғәзизоваларҙың шул курста йәмәғәт башланғысында уҡытыусы булып эшләп йөрөүҙәре лә бөгөн тарихыбыҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө.

Йылдан ашыу ололарға башҡорт теле дәрестәрен бушлай алып барған фиҙакәр йәш мөғәллимә Гөлназ Йосопованың быйыл февралдә Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды етәксеһе итеп ҡуйылыуы башҡорт фейсбуксылары тарафынан тәбиғи үҫеш баҫҡысы тип ҡабул ителде. Ә бына фейсбук һәм инстаграмды бик күҙәтеп бармағандар иңдәренә шундай оло яуаплылыҡ йөкмәтелгән был йәш ханым кем әле, тип тә ҡыҙыҡһына торғандыр.

Гөлназ Рауил ҡыҙы Ауырғазы районы Түбәнге Ләкәнде ауылынан. Әсәһе ғүмер буйы колхозда һауынсы, атаһы ат ҡараусы булған. Оло ғаиләлә етенсе бала булып донъяға килгән ул. Яңыраҡ ҡына әсәһенең 80 йәшен билдәләгәндәр. Атаһының вафатына иһә 12 йыл үтеп киткән. Ғәжәп, бала сағында Гөлназ бер ҙә әсәһенә эйәреп һыйыр һауырға түгел, ә атаһы менән ат көтөргә йөрөгән. Эргәләге поезд станцияһынан төшөп, тирә-яҡ ауылдарға ашыҡҡан сәфәрселәр атаһына йыш ҡына ошо малайыңдың сәсен ниңә оҙон итеп үҫтертәһегеҙ, алығыҙ әле, тип әйтеп үтер булған. Юртаҡтар бәйгеһендә ҡатнашып, дәрестән һуң ағалары йомош ҡушмаҫ элек китап ҡосаҡлап, йәшенеп уҡып буй еткерә ул. Бигерәк тә башҡорт әҙәбиәтен, халыҡ әкиәттәрен ярата. “Йәшәгән, ти, батырҙар” тигән китапты туҙҙырғансы ҡабатлап уҡыным, тип көлә үҙе. Әсәһе төпсөк ҡыҙына аҙна һайын ҡайтып йөрөрһөң, тип Стәрлене һайларға кәңәш итә. Шулай итеп, Гөлназ Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт филологияһы факультеты студенты булып китә, башҡорт теле, әҙәбиәте һәм тарих уҡытыусыһы һөнәрҙәренә эйә була. Ишембай егете …. менән ғаилә ҡора. Хеҙмәт юлын Нуриман районы Яңы Күл мәктәбендә башлап, Павловка ҡасабаһында дауам итә. Өфөгә күскәс, 38-се, 94-се мәктәптәрҙә тарихтан, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. …. исемле ун өс йәшлек үҫмер ҡыҙға әсәй ҙә ул.

“Әсәйем Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл ҡыҙы. Ғаиләлә һәр ваҡыт башҡортса һөйләште. Түбәнге Ләкәнде типтәр ауылы иҫәпләнә, атайым беҙҙең менән төньяҡ-көнбайыш диалектында, халыҡ телендә әйткәнсә, татарса аралашты. Ләкәнделә уҡытыусыбыҙ ҙа Күгәрсендән килен булып төшкән Миләүшә апай Сафина ине, шуға телмәрем саф башҡортса формалашҡандыр инде. Аҙаҡ Үтәймулла мәктәбен тамамланым. Иң оло ағайым татарса һөйләшә, сөнки ул үҙебеҙҙең мәктәптә туғыҙынсыға тиклем татарса уҡыған. Эльвира апайым бишенсенән күрше Үтәймуллала белем алғас, күберәк башҡортса һөйләшә, әммә татар һүҙҙәрен дә ҡуша. Илдус ағайым менән мин башҡортса, ҡалғандарыбыҙ татарса аралаша. Бының менән нимә әйтергә теләйем – телмәрҙе күп осраҡта мөхит формалаштыра. Бөгөн диалектта һөйләшкән башҡорттарҙы татар тип ситләтмәй башлауҙарына һөйөнәм. Әле, ҡыҙғанысҡа күрә, тыуған ауылымда мәктәп ябылған һәм күрше-тирә биш башҡорт ауылынан балалар яртылаш татар, яртылаш сыуаш ауылы һаналған Нағаҙаҡҡа йөрөп уҡый. Был хәл борсолдормай ҡалмай. Ә телде өйрәтеү һәр кемдең үҙенән торалыр. Оло еҙнәм урыҫ милләтенән, Мәскәүҙә йәшәнеләр, әммә балалары Настя менән Денис йәй һайын ауылда булды, хәҙер башҡортса шытырлатып һөйләшәләр. Ошо миҫалда ғына ла телевизор ғәйепле, баланы башҡортса өйрәтә алманым тиеүҙәренең һылтау ғына икәнен иҫбатлай алам”, – ти Гөлназ һылыу. Әлбиттә, бик килем килтермәгән, әммә күңелеңә ятҡан эш менән шөғөлләнеү өсөн тылыңдың ныҡлығы мөһим. Ул яҡлап уңған Гөлназ, хәләл ефете ғаиләне етеш йәшәтеүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә алып ҡына ҡалмаған, кәләше алып барған йәмәғәт эштәрендә лә һәр саҡ оло ярҙамсы.

Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды автономиялы, коммерцияға ҡарамаған ойошма. Ойоштороусылары –Башҡортостандың Мәҙәниәт, Мәғариф, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Республика Халыҡтар дуҫлығы йорто. Яңы етәксе февралдә генә килеүенә ҡарамаҫтан, тиҙ арала бина мәсьәләһен хәл итеүгә өлгәшкән. Фонд штаты биш кешенән торасаҡ. Әлеге көндә мәғариф өлкәһе менән бәйле проекттарҙы алып барыусы Фәнзилә Ғәзизова, Йәш яҡташтар берлеге етәксеһе, фондта йәштәр йүнәлешен алып барыусы Байрас Азаматовтар уңышлы эшләп йөрөй. Тағы ла пиар һәм фән буйынса бар йөрәктәрен һалып хеҙмәт итерлек белгестәр эҙләйҙәр. Бюджеттан тыш финансланған ойошма булғас, күберәк гранттар алырға тырышырға, спонсорҙар йәлеп итергә уйлайҙар.

Әле фонд тормошҡа ашыра башлаған проекттар араһында “Рәсәй-24” каналында барған, телевидениела эшләгән рус милләтле билдәле алып барыусылар ҙа ҡатнашҡан “Матур башҡорт теле” интерактив тапшырыуы, БДУ менән берлектә атҡарылған, етмеш мең кешене йәлеп итә алған Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант иң әһәмиәтлеләренән. Әйткәндәй, диктантта быйыл ун биш ил ҡатнашҡан. Улар хаҡында хәбәрҙар булмаған кеше юҡтыр. Йәнә лә башҡорт телен белмәүселәр өсөн махсус уҡыу әсбаптары һәм дәүләт ойошмаларында эшләүселәр өсөн эшлекле башҡорт теле курстары программаһы, шулай уҡ документтарҙы башҡорт телендә тултырыу өсөн өлгөләр тиҙҙән әҙер буласаҡ. Улар нигеҙендә башта хакимиәт хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус курс башларға иҫәп тоталар. Хужалар ыңғай өлгө күрһәткәндә, уларға барса райондар ҙа ҡушылыр ине, тиҙәр. Әлбиттә, Айгөл Рәшитова менән башлаған локаль курстарҙы ла яңы форматта үҫтереү хаҡында пландар ҡоролған.

Тағы бер хәтәр яңылыҡтары бар, башҡорт телен белмәүселәр һәм насар белеүселәр өсөн телефондарға ҡуйыласаҡ өйрәтеүсе мобиль ҡушылма ла бына-бына әйләнешкә сығарыласаҡ. Әле Украина белгестәре һәм үҙебеҙҙең ирекмән тәржемәселәр уны мөхәррирләү менән мәшғүл. Август айында йәнә лә бер шәп нәмә көтә беҙҙе, фонд тарафынан әҙерләнгән мобиль телефондарға тейәп буласаҡ “Әлләсе” уйыны әйләнешкә инәсәк. Тимәк, ниһәйәт, кәрәҙле телефондарыбыҙҙа башҡортса уйындар ҙа урын аласаҡ, оло һөйөнөс был! Бығаса Йәш яҡташтар ойошмаһы үткәреп килгән “Аҫылташ” форумын да быйыл бергә үткәрергә килешкәндәр, телебеҙҙе үҫтереү фонды унда үҙ майҙансығын ҡуясаҡ. Башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар эшләүсе “Баштой” берлеге менән дә уртаҡ пландар күҙалланған. Мәскәү егеттәре нигеҙләгән “Башлайк” проекты менән дә тиҙҙән башҡорт телен өйрәнеү өсөн әҙер ҡулланма булһын тип, видеодәрестәр төшөрөп Ютубҡа һалыу тураһында килешкәндәр. Башҡорт телендә ижад иткән блогерҙар өсөн махсус курстар ойоштороу ҙа милли контентты үҫтереүгә ҙур этәреш бирәсәк, ти Гөлназ Йосопова. Яҡшы фотоаппарат, видеокамера ла алғандар, идеялы йәштәргә бында килеп үҙ проекттарын тормошҡа ашырырға мөмкинлектәр бар. Фонд ишектәре бөгөн һәр кемгә асыҡ. Барса тәҡдимдәрҙе лә тыңларға ризалар. Кемдәре менәндер артабан бергә эш алып барырбыҙ, һис юғында мөрәжәғәт итеүселәрҙе кәрәкле белгестәр менән таныштырырбыҙ һәм үҙебеҙҙән дә кәңәштәр бирербеҙ, тиҙәр улар.

Йәш коллективтың ҡыҫҡа арауыҡ эсендә башҡарған эштәренә һоҡланырлыҡ. Әгәр ҙә фонд артабан дә ошолай әүҙем һәм ныҡыш эшмәкәрлек итһә, уның үҙ маҡсатына ирешеп, уға тоғро ҡалырына ышаныс ҙур. Әммә киңерәк юҫыҡты үҙ ҡоласына алған оло проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн башҡорт, рус, төрөк, иҫке төрки, инглиз телдәрен белгән бик күп ирекмәндәр талап ителә. Ул ирекмәндәрҙе фонд әллә ҡайҙан ситтән эҙләй алмай, ә тап һеҙгә, “Шоңҡар” ише милли баҫмаларыбыҙға тоғро булған рухлы йәштәргә таянырына ышана.

“Ҡайһы хеҙмәттәргә фонд тарафынан түләү мөмкинлеген дә эҙләйсәкбеҙ. Бөгөн күп нәмә оло матди сығымдарға барып төртөлә. Ошо шарттарҙа фекерҙәштәргә таянмаһаҡ, был тиклем эштәрҙе атҡарып сығыуға ышаныс булмаҫ та ине. Мәҫәлән, алда телгә алынған Азат Ҡаҙаҡбаевтың “Башлайк” ойошмаһы менән төшөрәсәк видеодәрестәр хаҡында уйланып йөрөй инем. Үҙем эшләп киткән 94-се мәктәп директоры Наталья Викторовнаға аҙыҡ-түлек тураһында төшөрөргә ресторан эҙләргә микән тип кәңәш иткәйнем, арендаға урын эҙләп яфаланма, ниндәй темаға төшөрәм тиһәгеҙ ҙә, беҙҙең кабинеттар һеҙҙең өсөн һәр саҡ асыҡ, тине. Бына шулай, башҡорт теле өсөн янып-көйөп, ярҙам ҡулы һоноусылар араһында төрлө милләт кешеләре бар. Тап шундай ихлас дуҫтарыбыҙ арҡаһында фондтың эшен ҡуҙғатып ебәрергә өмөт итәбеҙ ҙә инде. Бер-ике йыл башлап китеү өсөн тырышһаҡ, аяҡҡа баҫып эшләп китербеҙ тип уйлайым, эшләһәк булдырырбыҙ, эшләмәһәк булмай, бөгөнгө көндә бөтә нәмә лә кешеләрҙең үҙҙәренән тора”, – ти фонд етәксеһе.

Исеменән үк күренеп тора, ойошманың төп маҡсаты – башҡорт телен билдәлерәк итеү, уны ҡулланыу даирәһен киңәйтеү. Ул, мәғариф министрлығынан айырмалы рәүештә, мәктәп программаларына ҡағылмай, әммә йәмғиәттә телебеҙҙең киңерәк ҡулланылһын, үҫешһен өсөн хеҙмәт итә. Һуңғы осор етәкселектең башҡорт теленә йөҙ менән боролоуы ла дәүләт тарафынан ойошторолған фондтың киләсәге яҡты булырына ҙур өмөттәр уята.

Гөлназ Рауил ҡыҙының: “ Беҙҙең, йәшлектәре 90-сы йылдарға тура килгән быуында туған телгә, милли рухи байлыҡтарыбыҙға бер ни тиклем илтифатһыҙлығы һиҙелә. Беҙгә проекттар тәҡдим иткән ҡыҙҙар-егеттәр иһә, бөтөнләй икенсе. Улар үҙҙәре лә телгә һаҡсыл ҡарай, йомош менән сыҡһаң, түләүе бармы, юҡмы тип тормай, шундуҡ эшкә тотона. Төп терәгебеҙ – йәштәр”, – тигән һүҙҙәре фондтың кәрәклеген дә, уның төп таянысы кемдәр икәнлеген да асыҡ күрһәтә. Яңы быуындың алдағыһынан арыуыраҡ булыуынан да ҙур һөйөнөс бармы икән милләт өсөн? Тарих ҡабатлана, тәүге башҡорт хөкүмәтен дә, Беренсе Республиканы ла тап башҡорт йәштәре булдырған, күтәргән. Бөгөн дә йәштәр ҡалҡына, тимәк, тел һаҡланыр, тел үҫер!

Читайте нас: