Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
19 Август 2019, 19:16

Тойғолар бүләк итеү һәм уларҙы һаҡлап алып ҡалыу – үҙе бер мөғжизә

Фото менән ҡыҙыҡһынам, шуның менән йәшәйем. Уҡыу күптән икенсе планға күсте. Тураһын әйткәндә, бер ҡасан да юғары белем алам тип янманым. Ул ҡағыҙ киҫәге миңә атай-әсәйҙең күңелен тынысландырыр, өмөтөн аҡлар өсөн кәрәк. Мәғариф өлкәһендәге реформалар, киң таралған ришүәтселек юғары белемдең абруйын ныҡ төшөрҙө. Бөгөн һәр кемдең тиерлек юғары белем тураһындағы дипломы бар. Аҡса үҙ хаҡын юғалтҡан һымаҡ, дипломдар ҙа инфляция кисерә. #Шоңҡаржурналы #АйратКамалетдинов

“Фотограф булыу, эй, рәхәттер ул! Иртәнсәк туйға бараһың да, фотоаппарат төймәһен шыҡылдатып, мул аҡса эшләп ҡайтаһың! Көн оҙоно офиста ултырырға ла кәрәкмәй. Кистәрен, стилле кейенеп, дискотека йә концертты төшөрәһең! Һуңынан берәй “текә” ресторанда нәзәкәтле ризыҡ һатып алаһың һәм инстаграмға фотоһын ҡуяһың...”. “Фотограф” тигән һүҙҙе ишеткәс, тәүҙә ошондай уйҙар тыуа. Ысынында ла шулаймы икән? Ошо һорауға яуап эҙләп, Башҡортостанда танылыу яулап килгән фотограф Айрат КАМАЛЕТДИНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

ТЕЛӘГӘН ҺӘР КЕМ ФОТОГРАФ БУЛА АЛА

– Кем ул фотограф?

– Фотограф, тәү сиратта, – кеше. Әммә ябай түгел, ә визуал, йәғни тормошто күберәк күҙҙәр, айырым образдар аша ҡабул итеүсе кеше. “Йомшаҡ бесәй” тигәс, аудиал тәүҙә “мырылдау” ишетә, кинестет күҙәнәктәре менән бесәй йөнөн тойғандай була, дигиталдар башта эстән генә “бесәй” тип ҡабатлап ҡарай. Визиуалдар иһә шунда уҡ үҙенсәлекле бесәйҙе күҙ алдына килтерә. Ғөмүмән, фото сәнғәте психология менән тығыҙ бәйле. Шуға ла фотографҡа мөрәжәғәт итер алдынан кеше тәүҙә уның эштәрен ҡарай һәм үҙенең күңел донъяһына ауаздаш һыҙаттарҙы эҙләй.

– Көләмәс иҫкә төштө. Бер фотограф ҡунаҡҡа барған. “Эштәрегеҙ шундай матур. Фотоаппаратығыҙ бик ҡиммәтле, ахыры” – тигән хужабикә. Фотограф, имеш, бик асыуланған. “Бишбармағығыҙ шундай тәмле. Кәстрүлегеҙ бик ҡиммәтле, ахыры” – тип яуап биргән. Ә һинеңсә, яҡшы фотограф булыр өсөн нимә кәрәк?

– Беренсенән, был тормошҡа үҙенселәкле ҡараш кәрәк. Икенсенән, остазыңдың тәжрибәле булыуы яҡшы. Шул уҡ ваҡытта интернеттан видеодәрестәр аша өйрәнеп, профессиональ кимәлгә сыҡҡан фотографтар ҙа бар. Өсөнсөнән, тәжрибә мөһим, йәғни фотоаппаратыңдың барлыҡ мөмкинлектәрен белеү, композиция төҙөү оҫталығын үҫтереү, яҡтылыҡ менән эш итеп өйрәнеү талап ителә. Һәм, бары тик иң аҙаҡҡы сиратта, яҡшы камера кәрәк. Әммә был мөһим шарт түгел, cөнки телефонға ла оҫта, үҙенселекле итеп төшөргән кешеләрҙе беләм. Хәҙерге технологиялар беҙгә ҙур мөмкинлектәр аса – ҡайһы бер заманса смартфондар затлы фотоаппараттарҙан ҡалышмай. Шуға инаныр өсөн Инстаграмда марафон үткәреп ҡараным. Уның шарттары буйынса кешеләр телефонға төшөрөлгән һәм үҙҙәре иң отошло тип иҫәпләгән фотоларҙы сәхифәләренә һалырға һәм мине билдәләргә тейеш ине. Халыҡ фотолар ебәрә башлағас, хайран ҡалдым: матурлыҡты күрә һәм тотоп ала белеүселәр арабыҙҙа бик күп икән. Тәүге һорауға: “Фотограф – ул кеше”, – тинем, cөнки теләгән һәр кемдең фотограф булып китеүе ихтимал.

“ДОНЪЯНЫ ТӘБИҒӘТ АША ТАНЫП БЕЛДЕМ”

– Донъяға үҙенсәлекле ҡараш тигәндәй, һинең донъяны танып белеүеңә нимәләр йоғонто яһаны?

– Баймаҡ районының Күнзавод ауылында тыуып үҫтем, Темәс мәктәбенә йөрөп уҡыным. Класташтар араһында яҡын дуҫтарым булманы, күберәк яңғыҙ йөрөй торғайным, сөнки ҡыҙыҡһыныуҙарым башҡаларҙыҡынан ныҡ айырыла ине. Мәҫәлән, дәрестәрҙән һуң класташтар машинала ҡайтырға ашыҡһа, мин инде тау, урман аша яйлап үҙ уйҙарым менән ҡайтырға яраттым. Әйткәндәй, өй менән мәктәп араһы ете-һигеҙ километр тирәһе. Һигеҙенсенән һуң уҡыуымды Беренсе Этҡол ауылында Башҡорт республика компьютер лицей-интернатында дауам иттем. Һаҡмар йылғаһында сумып, Ирәндек тауҙарына үрмәләп, урман ҡыҙырып үҫкәнгә күрә, тормошто тәбиғәт аша танып белдем.

– Социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләреңдә шуға иғтибар иттем: тормошто төрлө яҡлап асырға яратаһың. Объективыңа мөһабәт тауҙар ҙа, йондоҙло күктәр ҙә һыйған. Бәләкәй генә һарытүш турғайҙар, ҡояш нурын сағылдырған ысыҡ тамсыһы, ҡәҙимге үрмәксе ауы, ғәҙәттә, иғтибарыбыҙҙан ситтә ҡала, әммә һинең фоторәсемдәрҙә фәлсәфәүи уйҙарға этәрә...

– Тәбиғәт балаһы булғанға күрә лә ҡалала оҙаҡ тора алмайым. Лицейҙан һуң Пермгә уҡырға ингәйнем, әммә ауылды ныҡ һағынғанғас, яҡыныраҡ булһын тип, Магнитогорскиға күстем. Унда ла оҙаҡ йөрөй алмайым. Арыһам, күңелемде ял иттерергә тауҙарға йәки тыуған яҡтарға ашҡынам. Тиҙҙән Айғырға барып ҡайтырға йыйынам. Әле диплом эшен яҙам, иҡтисадсы булып сығасаҡмын.

– Студент сағыңда уҡ үҙеңдең исемеңде булдырыуға өлгәштең, республиканың төрлө төбәгенә эшлекле сәфәрҙәргә йөрөнөң. Эш менән уҡыуҙы бергә алып барырға нисек өлгөрҙөң?

– Фото менән ҡыҙыҡһынам, шуның менән йәшәйем. Уҡыу күптән икенсе планға күсте. Тураһын әйткәндә, бер ҡасан да юғары белем алам тип янманым. Ул ҡағыҙ киҫәге миңә атай-әсәйҙең күңелен тынысландырыр, өмөтөн аҡлар өсөн кәрәк. Мәғариф өлкәһендәге реформалар, киң таралған ришүәтселек юғары белемдең абруйын ныҡ төшөрҙө. Бөгөн һәр кемдең тиерлек юғары белем тураһындағы дипломы бар. Аҡса үҙ хаҡын юғалтҡан һымаҡ, дипломдар ҙа инфляция кисерә.

– Фото сәнғәте менән мауығып китеүең, ғөмүмән, нисек башланды?

– Был һорауҙы йыш бирәләр, һәм мин: “Яҡты донъяға килгәндән алып”, – тип шаяртам. Шулай тиеүемдә бер аҙ дөрөҫлөк тә бар, сөнки тыуған көнөм – 12 июль – Фотографтар көнөнә тура килә.

Фото сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныуым кескәй саҡта уҡ барлыҡҡа килде –атай-әсәйҙең, олатай-өләсәйҙәрҙең аҡлы-ҡаралы иҫке фотоларын сәғәттәр буйы ҡарап ултыра торғайным. Уларҙың тарихы, ниндәй фотоаппаратҡа төшөрөлөүе тураһында һораша инем. Үҫкә төшкәс, өйҙә атайҙың иҫке фотоаппаратын һөйрәлтеп алып йөрөнөм. Фото төшөрмәнем, ә былай ғына баҫҡыслай торғайным. Затворҙың тауышын тыңларға яраттым. Ул фотоаппараттың эсенән нисектер серле яңғырай ине.

Студент булып киткәс, профессиональ фотоаппарат тураһында хыяллана башланым. Миңә оҡшаған Canon 5D Mark II тигәне 60 мең һум самаһы тора ине. Уны һатып алыр өсөн йәйге каникул буйы пилорамда тир түгергә тура килде.

ФОТО СӘНҒӘТЕ ПСИХОЛОГИЯ МЕНӘН БӘЙЛЕ

– Фотографты психолог менән сағыштырыуың урынлы, минеңсә. Танылған матбуған хеҙмәткәрҙәре – фотохәбәрселәр Айрат Нурмөхәмәтов, Эдуард Дилмөхәмәтов, рәссам Нәсих Хәлисов кеүек оҫталарҙың кешеләр менән эшләү алымдарын күргәнем булды. Мәҫәлән, Айрат ағай, берәй ғаиләне төшөрһә, һәр береһен матур итеп ултыртып сыға, кеше күңеленә асҡыс таба белә, кәрәк саҡта: “Ошо нөктәгә ҡарап, беренсе мөхәббәтеңде күҙ алдыңа килтер әле", – тип көлдөрөп, матур тойғолар уята. Нәсих ағай иһә фотоға төшөрөп тора, хәбәрен һөйләп, баҫҡан ерендә бейеп тора. Эдуардтың бер төркөм балаларҙы төшөргән саҡта хас та йәнһүрәттәге Скрудж Макдак булып быжkылдауы һәм тиктормаҫ кескәйҙәрҙе үҙенә ҡарата алыуы һоҡландырҙы. Айрат, ә һин кешеләр күңеленә юлды нисек табаһың?

– “Башҡортостан” гәзите редакцияһында штаттан тыш фотохәбәрсе булып эшләп алғайным, шул саҡта әлеге оҫталарҙың өсөһө менән дә яҡындан аралашып өлгөрҙөм. Бындай мөмкинлекте биргәне өсөн Азамат Юлдашбаевҡа рәхмәт.

Йәнле, йылы кадрҙар килеп сыҡһын тиһәң, геройҙар менән бер тулҡында булырға, дуҫлашырға кәрәк. Яйлап кешеләрҙең эске донъяһын һиҙемләргә, күңеленә төрлө юлдар табырға өйрәнеп киләм. Әйтәйек, берәй сәйәсмән йәки олпат йәштәге ир уҙаманы менән шаярыу урынһыҙ тойолһа, уның ысынбарлыҡтағы етдилеген, эшлеклелеген күрһәтергә ынтылам. “Әйҙәгеҙ, агент 007 һымаҡ тороп күрһәтегеҙ әле”, - тиһәм, геройым шул актерҙы хәтерләй башлай. Уйланған сағын йәһәт кенә төшөрөп алам. Һөҙөмтәлә, торғаны менән Джеймс Бонд килә лә сыға!

Туйҙарҙа миңә, киреһенсә, ихлас көлөү кәрәк. Егеткә: “Кәләшеңдең ҡолағына терпе булып фырылдап күрһәт әле”, - тип әйтәм, мәҫәлән. Егет терпе һымаҡ тын ала башлаһа, икәүләшеп туҡтай алмай көлөргә тотона, тулҡынланыуҙары юҡҡа сыға. Бәлки, ошондай мәлдәр өсөн дә мин эшемде яратамдыр. Тойғолар бүләк итеү һәм уларҙы һаҡлап алып ҡалыу – үҙе бер мөғжизә.

– Диплом алғас, һине алда нимәләр көтә тип уйлайһың?

– Йәйгелеккә туйҙарға заказдар йыйылып китте. Тимәк, яҡын арала Башҡортостан буйлап сәйәхәт көтә. Былтыр эш буйынса 13 мең саҡрым юл үттем, быйыл сәфәрҙәр тағы ла күберәк булмаҡсы. Интернет аша юлдаштар табып, төрлө ерҙәргә йөрөү оҡшай. Ҡайһы берҙә юл ситендә ҡул күтәреп ултырып китәм. Бындай сәфәрҙәр миңә яңы таныштар табырға, һәр кемдең дә күңелендә изгелектең барлығына ышанырға ярҙам итә.

– Айрат, фотоһүрәттәреңдән йәнлелек, ихласлыҡ бөркөлөп тороуының сәбәбен аңланым, шикелле. Бының сере кешеләрҙә изгелек күрә белеүеңдәлер, моғайын.

Нурзиә ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.

ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСЕ

Иң яратҡан жанрым – астрофото, йәғни йондоҙҙарҙы төшөрөү, cөнки йыһан, беҙҙең уйҙар һымаҡ, сикһеҙ!

Һеҙҙең дә әкиәттәгеләй йондоҙло күк фонында төшкөгөҙ киләме? Улайһа, өйрәтәм. Иң тәүҙә фотоаппаратты штатифҡа ҡуям, выдержканы 20 секундҡа көйләйем. Выдержка – ул фотоаппараттағы көҙгөнөң асыҡ килеш ҡалыу ваҡыты. Шул ваҡыт арауығында яҡтылыҡ фотондары матрицаға эләгә һәм дисплейҙа фото булып күрһәтелә. Выдержканан тыш, таймер ҡуям һәм йүгереп барып урыныма баҫам. 20 секунд буйы ҡыбырламай торорға кәрәк.
Читайте нас: