Бер ниндәй ҙә таянысы, ярҙамсыһы булмаған ябай ауыл балаһы баш ҡалаға килеп тормош ҡороп ебәрә аламы? Ғәҙәттә, ошонда юғары уҡыу йорттарын тамамлағандар эш урыны табып, иптәштәре менән ҡуртымға фатирға төшөп йәшәп китә. Күпмелер ваҡыттан фатирын ала, йорт һала. Ә Өфө аша әрмегә барышлай ғына үтеп киткән ауыл балаһы?
Геройым – Баймаҡ районы егете Фидан Мәжитов үҙен әрме хеҙмәте нығытты, сыныҡтырҙы тип һанай. Хеҙмәтен теүәл үтәгәс, ауылына әйләнеп ҡайта. Ни тиһәң дә яңғыҙ әсәһе, әле ҡул араһына инмәгән ҡустыһы, мәрхүм атайҙан ҡалған әҙме-күпме хужалыҡ. Йорт-ҡураны нығытыу, бесән хәстәрләү уның иңендә. Әрмегә тиклем Силәбелә ветеринарлыҡҡа уҡып сыҡҡан була, ана шул һөнәр буйынса эше лә табылыр, бәлки. Ләкин ауылда ҡапыл ғына тотоноп китерлек, аҡса эшләрлек шөғөл таба алмай. Күп кенә йәштәрҙең эшһеҙлек, эскелек ҡорбаны булып ятыуы күңелен төшөрә. Ғүмерлеккә ошонда ҡалһа үҙе лә шул юлға төшмәҫ тип кем әйтә ала? Юҡ, былай ярамай, тип хәл итә инде ярайһы ғына донъя күреп ҡайтҡан егет. Әҙәмсә йәшәргә кәрәк, ғаилә ҡораһы ла бар. Ул таныш-белештәре аша ишетеп, белешеп ала ла, Мәскәү ҡалаһына эшкә китергә тәүәккәлләй. Ҙур ғына ит комбинатында үҙе кеүек үк ситтән килгәндәр менән ике йыл самаһы тир түгә ул. Ятаҡ бирелһә лә, аҡсаһы арыу ғына түләнһә лә кемгәлер бил бөгөүе, алһыҙ-ялһыҙ эшләтеүҙәре оҡшап етмәй. Әммә әсәһен, ҡустыһын тейешле кимәлдә ҡарай алғанына һөйөнә.
Әмәлгә ҡалғандай, тап ошо осорҙа, атап әйткәндә 2010 йылда, интернет аша буласаҡ тормош иптәше Луиза һылыу менән таныша. Луиза Өфө ҡалаһында уҡып йөрөй, тиҙҙән диплом алып ҡайҙалыр эшкә урынлашыр мәле лә етәсәк. Уның да баш ҡалала ҡалырғамы, әллә ауылды һайларғамы, тип икеләнеп йөрөгән саҡтары. Эштән һуң ҡыҙҙар менән танышырлыҡ та ваҡыты булмаған Фидан ниңәлер үҙен “Ай ҡыҙы” тип исемләгән ҡыҙ менән яҙышырға теләй. Ай ҡыҙы ла Мәскәүҙән хәбәр ебәргән башҡорт егетен яуапһыҙ ҡалдырмай. Көн һайын смс аша хәбәрләшә торғас, егет уның телефон һандарын йыя. Тауыштары, һөйләшеүҙәре буйынса бер-береһен бик оҡшата йәштәр. Фотоһүрәттәренә ҡарап та шул фекерҙәләр. Отпускыһына ҡайтыр алдынан егет Өфөгә һуғыла. Әгәр ҙә бер-беребеҙгә оҡшамаһаҡ, дуҫтар булып ҡалырбыҙ, үпкәләшмәйек, тип һүҙ ҡуйышалар. Тулҡынланып көткән көн дә килеп етә. Ҡыҙ менән егет тәү күреүҙән үк тип әйтерлек бер-береһенә ғашиҡ була.
Оҙаҡҡа һуҙмай туй үткәрәләр. Инде елкәһенә икеләтә яуаплылыҡ алған Фидан тағы уйлана. Ауылға ҡайтып, берәй эш асып, шунда гөрләтеп тормош ҡороп ебәрергәме? Тормош юлында һиңә яҡшылыҡ теләгән кешеләр, йүнәлеш биреп ебәреүселәр осрауы ла бәхет. Оҙаҡ ҡына баш ватып, аптыранған йәш ғаилә башлығына аҡыллы кәңәш биреүселәр табыла. Ғөмүмән, ул күп эщте алдан белешеп, кәңәш-төңәш итеп, уйлап башҡара торған кеше. Һығымтаны, әлбиттә, үҙе яһай, үҙ фекеренә, үҙ ҡараштарына ла урын ҡалдыра. Был аҡыллы кәңәш ошонан ғибәрәт: ауылға ҡайтып төпләнергә бер ҡасан да һуң түгел. Һин тәүҙә баш ҡаланы яулап ҡара. Килеп сыҡмаһа, бер кем дә тотмай, ҡайтып китерһең.
Фидан кәләше Луизаның да ризалығын алғас, ең һыҙғанып Өфө киңлектәрен яуларға тотона. Күңеленә ятҡан, бәләкәйҙән хыялланған хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәтенә, йә һөнәре буйынса ветеринар эшенә барыр ине – эш хаҡының аҙ булыуы шөрләтә. Уға ғаиләһен дә ҡарарға, фатирға ла түләргә кәрәк бит. Тиҙ арала ҙур сауҙа үҙәгенә урынлашып, унда үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә башлай. Һатырға, кешеләр менән иркен аралашырға, төрлө сетерекле хәлдәрҙән сығырға өйрәнә.
Улы тыуғас, ҙурыраҡ фатирҙы ҡуртымға ала, әсәһе менән ҡустыһын да ауылдан күсереп алып килә. Төп эшенән тыш, буш көндәрендә, ялдарында пиццерияла эшләй, суши кафеһында ла үҙен һынап ҡарай. Хәҙер ул пицца, суши кеүек ризыҡтар әҙерләү буйынса оҫталарҙан һис тә ҡалышмай. Уға хатта фатир ремонтлау эштәрен дә ышанып тапшыралар, иҙәнгә кафель һалырға ла өйрәнеп ала. Был, бер яҡтан, тәжрибә булһа, икенсе яҡтан, өҫтәмә килем сығанағы. Төҙөлөштә лә көс һынай, әммә был өлкәлә алдауҙар күп, аҡса ла түләнмәй икән.
Фидандың көсө ташып тора, ул бер генә көнлөк ялдарын да саҡ үткәреп ебәрә. Бар уйы – нисек тә килемде арттырыу, тормошто алға ебәреү, ғаиләне мохтажлыҡһыҙ йәшәтеү.
Икенсе улы тыуғас, тағы ла өҫтәмә килем булыр тигән ниәт менән, баҡсаларға, шәхси йорттарға йөрөп эшләгән бригадаға ҡушыла. Ҡала ситендәге коттедждарҙа йәшәгәндәрҙең баҡсаларын тәрбиәләү, сәскә, йәшелсәләр, ағас-ҡыуаҡтар ултыртыу кеүек эш йөкмәтелә уларға. Ҡый утау, һыу һибеү, түтәл ҡаҙыу кеүек ваҡ эштәрен дә үтәйҙәр. Кемдең эше оҡшамай, башҡаса саҡырмайҙар. Был иһә аҡсанан ҡолаҡ ҡаҡтың тигән һүҙ. Фидан үҙен ландшафт дизайны менән шөғөлләнгән фирмаларға ла, бай йорт хужаларына ла ышаныслы, егәрле, етеҙ егет итеп күрһәтә. Ғөмүмән, ул ниндәй генә эш булмаһын, арлы-бирле, “минән киткәнсе-эйәһенә еткәнсе” үтәүҙе ене һөймәй. Эшләгәс, ҡанын ҡойоп, үҙеңдеке кеүек итеп башҡарырға кәрәк, тип һанай ул. Исем өсөн йөрөгәнсе, бөтөнләй тик ятыуың ҡырҡ тапҡыр яҡшы, ти.
Башҡаларҙан айырылып торған, маҡсатлы, эшенә яуаплы ҡараған егетте тиҙ күрәләр. Хәҙер ул үҙе бригада йыя, өҫтәмә килем алырға теләгән йәштәрҙе йыйып эш урынына алып бара, белмәгәндәрен өйрәтә, ялҡауҙарҙы, эсергә яратҡандарҙы башҡаса саҡырмай.
Фидан үҙенә лә ҡала ситенән ер һатып алып, ана шул байҙар кеүек матур, етеш йәшәргә теләй. Ихлас итеп донъя көткән кешеләр бар икән, тип ғәжәпләнә. Хәҙер инде ландшафт дизайны серҙәрен белгән, ремонт үҙенсәлектәрен өйрәнгән егет үҙ донъяһын да гөл кеүек итеп ҡуйыр әле.
Әлегә ул баш бирмәй эшләй. Уның бер буш көнө юҡ тиергә лә була. Билдәле журналист Азамат Юлдашбаев дөрөҫ әйтә: ир кеше көн һайын эшләргә тейеш, иртәнге туғыҙҙан һуң өйҙә булмаһын ул.
Фидандың йүгермәй сараһы ла юҡ. Өс бала атаһы, әсәһе лә үҙҙәре менән. Ипотекаға алған фатирға ла, ҡуртымда булғанына ла түләргә кәрәк. Әммә Дим биҫтәһендәге (“Серебряный ручей”) фатирҙарын тапшырыуҙы оҙаҡҡа һуҙыуҙары ғына борсой. Өс йыл өмөтләнеп көтәләр инде. Фатирҙарға түләү өсөн генә ай һайын илле мең һум аҡса табырға кәрәк. Күптәр кеүек Себер тарафтарына китергә уҡталып та ҡуя, әммә балаларының үҙ күҙе алдында үҫеүен теләй.
“Ауылға ҡайтмайым әле, – ти Фидан. – Балаларымдың бында тейешенсә үҫеүен, төрлө түңәрәктәргә йөрөүен, яҡшы белем алыуын теләйем. Уларға минең елкәгә төшкән ауырлыҡ эләкмәҫ тә, бәлки. Ни тиһәң дә баш ҡала балалары буласаҡтар бит”, – тип көлә.
Геройымдың үҙ-үҙенә ышанысы һынмаһын, өмөтө өҙөлмәһен, ғаиләһен ҡарар өсөн көс-дәрте, ғәйрәте, һаулығы булһын, тип теләйек.
Эйе, Фидан әлегә ҙур-ҙур дәрәжәләргә ирешмәгән, журналыбыҙҙың күпселек геройҙары кеүек сит илдәр гиҙмәгән,үҙенә ялтырап торған ботинкалар, осло итеп үтекләнгән костюмдарҙа йөрөрлөк шарттар булдырмаған әле. Әммә яҙмышына төшкән йөктө лайыҡлы итеп елкәһендә күтәреп бара, киләсәккә өмөттәре, хыялдары ла юҡ түгел. Уның ғаиләһе ышанысын аҡларға тырышыуы, киләсәктә балаларының күҙенә тыныс ҡарарға ынтылыуы ғына ла оло ҡаҙаныш тип һаналырға хаҡлы, минеңсә.