Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
27 Август 2019, 18:21

«Эшемде яратыуҙан уңыш таптым»

Журнал уҡыусылар, ә һеҙ эшегеҙҙе яратаһығыҙмы? Иманым камил, күптәр ыңғай яуап бирмәҫ... Теләмәгән эште башҡарыуы ла, ай-һай, ауыр. Киләһе әңгәмәсем барлыҡ иләҫ-миләҫ уйҙарымды юҡҡа сығарҙы. Был тырыш егет университет тамамлап, юғары уҡыу йортонан уҡытыусылыҡҡа диплом менән бергә ғүмерлек иптәшен, кәләшен дә алып ҡайтҡан. Һуңынан ауылында төпләнеп, ата-бабаларынан күскән ҡул оҫталығын ҡорал итеп алып, Белорет районының Береш ауылында бизнес асып ебәргән. Уның әйтеүе буйынса, яратҡан эше менән шөғөлләнгән кеше мотлаҡ уңышлы һәм бәхетле була. Һүҙ – йәш эшҡыуар Айҙар Марс улы Мораҙымовҡа.

- Айҙар һине эшҡыуар булараҡ беләм, ә ни өсөн тимер ҡапҡа бизнесына тотонорға булдың?

- Бала саҡтан ҡул менән әйберҙәр яһау оҡшай торғайны. Минең олатайҙарым да оҫта ҡуллы – ағас эшкәртеүгә әүәҫ булғандар. Йыш ҡына улар янында мин дә буталып йөрөй торғайным, ҡайһы берҙә үҙемде лә эшкә йәлеп итәләр ине. Уларға ҡарап, үҙем дә кешеләрҙең тормошон еңелләштерергә һәләтле әйбер уйлап табыу тураһында хыялланғаным хәтеремдә. Шулай яйлап ҡул аҫтына индем, бер заман шлакоблок эшләп ҡарарға булдым. Беренсе йөҙ кирбесте яһаным да бер өлөшөн ағайыма һаттым, ҡалғаны миндә үҙенең сәғәтен көтөп ята әле. Тәүге тәжрибә мине яңынан-яңы аҙымдарға илһамдандырҙы. Күп тә үтмәй Барнаулдан өлгөһөн почта аша алдырып, яһалма таш эшләй башланым. Унда бер нисә йыл эшләгәс, әлеге шөғөлөмә – тимер ҡапҡалар яһауға тотоноп киттем.

- Ундай бизнес-идея нисегерәк тыуҙы?

- Барыһы ла ҡәҙимгесә килеп сыҡты. Йортомдоң ҡапҡаһын яңыртырға кәрәк ине. Үҙем эшләп ҡарарға ниәт иттем, миндә стипендия аҡсаһына һатып алынған 220 вольтлы “Ресанта” иретеп йәбештереү ҡоролмаһы бар ине. Башта интернет селтәренә инеп, «Youtube»тан бихисап видеояҙмалар, оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап сыҡтым. Беренсе ҡапҡам ябай ғына, биҙәкһеҙ булыуына ҡарамаҫтан, бик оҙаҡ маташырға тура килде. Минең эшемде күреп, баһалаусылар ҙа табылды. Тиҙҙән бер ағайҙан заказ килеп төштө. Хаҡына килешкәс, ауылдашымдың ҡапҡаһын семәрләп биҙәргә ҡарар иттем. Дөрөҫөн әйткәндә, беренсе заказды әҙерләү ҙә бик күп ваҡытты алды, ун көн тирәһе булышҡанмындыр. Тәжрибә самалы булыу сәбәпле, башта белмәйенсә, ҡалын тимерҙәрҙе бөгөп аҙапланғанмын. Баҡһаң, йоҡарағын, унлығын алырға кәрәк булған икән. Тырыша торғас, ҡапҡаны эшләп ҡуйҙым, үҙем дә, тәүге клиентым да бик ҡәнәғәт ҡалды. Яйлап ҡул шымара башлағас, ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды – төрлө тарафтарҙан мөрәжәғәт итеүселәр табылып торҙо.

- Тимер эше бик еңелдән түгел, ярҙамсыларың да барҙыр?

- Эйе, беҙ өсәүләп эшләйбеҙ. Аллаға шөкөр, бик егәрле, яуаплы егеттәр. Ауылда үҙемә эш урынын да булдырғанмын, әлбиттә, әлегә “текә” станоктарым юҡ, шуға барыһын да ҡул менән башҡарырға тура килдә. Хәйер, бөгөнгө көндә ҡул эше модаға ҡайта башлаған бит, тимәк, беҙ ҙә замандан ҡалышмайбыҙ. Ысынлап та, заводта тыҡылдатып яһалған тауарҙарҙар йәнһеҙ кеүек, ә үҙең эшләгәндәренә һалынған күңел йылыһы шундуҡ һиҙелә.

- Иретеп-йәбештереүсе һөнәренә махсус уҡымаһың да, эш асып ебәрә алғанһың әле.

Өйрәнәм тиһәң, эшеңә атлығып торһаң, мөмкинлектәр бөгөн тауҙай. Мәҫәлән, «Youtube» видеоселтәренән видеояҙмаларҙан үҙ аллы өйрәнергә лә була.

Дауамы «Шоңҡар»ҙың август һанында.

Читайте нас: