Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
24 Октябрь 2019, 21:42

Сажидә Игебаева: “Риелторҙар күп, әммә ысын белгестәр иҫәпле генә...”

Күсемһеҙ милеккә бәйле мәсьәләләр һәр кемде борсой. Кеше үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла торлаҡ һатып ала. Һәм был маҡсатты тормошҡа ашырғанда, ғәҙәттә, төрлө һорауҙар, көтөлмәгән хәлдәр килеп сығыусан. Ундай саҡтарҙа беҙ йыш ҡына белгестәргә, юристарға, күсемһеҙ милек һатыу менән шөғөлләнеүсе агенттарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Ул кеше ышаныслы булһын, мутлашыусылар тырнағына эләгеп ҡуймаһаҡ ине, тип хафаланабыҙ... Бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға байтаҡ йылдар ошо өлкәлә эшләп, шәхси агентлыҡ ойоштороуға өлгәшкән Хәйбулла ҡыҙы Сажиҙә Игебаева менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.#Шоңҡаржурналы

Күсемһеҙ милеккә бәйле мәсьәләләр һәр кемде борсой. Кеше үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла торлаҡ һатып ала. Һәм был маҡсатты тормошҡа ашырғанда, ғәҙәттә, төрлө һорауҙар, көтөлмәгән хәлдәр килеп сығыусан. Ундай саҡтарҙа беҙ йыш ҡына белгестәргә, юристарға, күсемһеҙ милек һатыу менән шөғөлләнеүсе агенттарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Ул кеше ышаныслы булһын, мутлашыусылар тырнағына эләгеп ҡуймаһаҡ ине, тип хафаланабыҙ...

Бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға байтаҡ йылдар ошо өлкәлә эшләп, шәхси агентлыҡ ойоштороуға өлгәшкән Хәйбулла ҡыҙы Сажиҙә Игебаева менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Сажидә, шуға иғтибар иттем, һуңғы арала интернет киңлектәрендә башҡорт телендә күсемһеҙ милек мәсьәләләренә бәйле әүҙем эшмәкәрлек алып бараһығыҙ...
– Эйе, был өлкәгә бәйле мәсьәләләрҙе башҡорт теленә тәржемә итеү анһат түгел. Шулай ҙа интернет ҡулланыусылар менән туған телдә аралашыуҙар алып барғы килә. Сөнки беҙгә, нигеҙҙә, үҙебеҙҙең милләттәштәребеҙ мөрәжәғәт итә. Һәм, шуныһы ғәжәп, бында эшләгән агенттарҙың барыһы ла башҡорттар. Махсус һайлап алмайбыҙ. Үҙенән-үҙе шулай тура килә...
– Шәхси агентлыҡ ойоштороуығыҙ, интернет киңлектәрендә әүҙем эшмәкәрлек алып барыуығыҙ эшегеҙҙә ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшеүегеҙ хаҡында һөйләй. Был өлкәләге эшмәкәрлегегеҙ ҡасан башланды?
– Был өлкәгә мин, дөрөҫөн генә әйткәндә, тормошомдоң ауыр осоронда, сараһыҙлыҡтан, аҡсаһыҙлыҡтан интеккән мәлдә килдем. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлағандан һуң, тыуған яғыма ҡайтып, байтаҡ йылдар төрлө вазифаларҙа эске эштәр органдарында эшләнем. Һуңынан был өлкәне ҡалдырып, үҙемде шәхси эшҡыуарлыҡта һынап ҡараным. Бәләкәй генә магазин да тоттом. Йыр-моңға әүәҫ булғас, туйҙар ҙа алып барҙым. Аҡъярҙа фатирым да бар ине, тик ниңәлер күңелем генә унда толҡа тапманы. Өфө үҙенә тартҡас, уйланым-уйланым да, ике йәшлек улымды әсәйемә ҡалдырып, берәй аҡсалыраҡ эшкә урынлашайым тип, баш ҡалаға юлландым. Әммә Өфөнөң Өфөһөндә лә күңелеңә ятышлы эш табыуы анһат түгел икән. Үҙ һөнәрең буйынса урынлашырға мөмкин, тик ул аҡсаға тамаҡ аҫрап булмай. Тартып һуҙһаң, яңғыҙыңа, бәлки, етәлер ҙә... Ә мин, баламды бер үҙем үҫтергәс, ике кешелек хеҙмәт хаҡы алырға тейешлегемде аңлайым. Өфөлә бер-ике ай йәшәп, аҡсалы эш тапмағас, туйҙар үткәреп булһа ла көн күрермен әле тип, яңынан Аҡъярға ҡайтыу хаҡында уйлана башланым. Унда, исмаһам, фатирым бар. Әммә шул саҡта бер танышым күсемһеҙ милек һатыу менән шөғөлләнеүсе агентлыҡта эшләүе, ябайса әйткәндә, риелтор булып урынлашыуы хаҡында хәбәр итте лә мине лә үҙе янына саҡырҙы. Сер түгел, беҙҙә риелторҙарҙы йыш осраҡта мутсы тип уйлайҙар. Хәйер, мин дә улар хаҡында шундайыраҡ фекерҙә инем. Шуға ла башта был тәҡдимдән баш тартып маташтым. Әммә баяғы танышым: “Барып эшләп ҡарағандан бер нәмә лә юғалтмайһың бит, һинең ҡулыңдан килер һымаҡсы”, – тип дәртләндергәс, тәүәккәлләнем. Ҙур агентлыҡ ине. Һөйләшеп ҡаранылар ҙа үҙҙәренең сафтарына алдылар. Бер аҙна эсендә эштең нескәлектәренә өйрәттеләр. Ауыр булды тип әйтә алмайым. Сөнки эске эштәр органдарында эшләгәс, юридик мәсьәләләрҙе яҡшы беләм. Ноябрь баштарында уҡырға ингәйнем, ай аҙағында бер килешеү ябып, аҙмы-күпме аҡса эшләнем. Ә декабрҙә дүрт фатир һатып ташланым. Шулай әллә ни ауырлыҡһыҙ ғына эшкә инеп киттем. Шәхси үҫеш буйынса төрлө треннингтар үтеүем дә булышлыҡ иткәндер, үҙ-үҙемә ышанысым артты.
– Һәм тора-бара үҙ аллы булып киттегеҙ инде?
– Баяғы агентлыҡта ике йыл эшләнем. Ике йөҙ риелтор араһында һәр ваҡыт иң яҡшы унау иҫәбенә индем. Ҡулымда балам булғас, мин нәҡ бизнес, башҡаларҙы эшкә өйрәтеү хаҡында уйландым. Тик ни өсөндөр ул агентлыҡта мине үрләтмәнеләр. Шуға ла унан китергә тура килде. Хәйер, ул агентлыҡҡа бер үпкәм дә юҡ. Ҙур бер ғаилә кеүек йәшәнек беҙ. Эшкә өйрәтеүҙәре өсөн рәхмәт уларға! Һуңынан, минең үҙ аллы эш асҡанды белгәс, ундағы етәксем: “Дөрөҫ иткәнһең, бик көслө холоҡлоһоң, ҙур ойошмаларҙа һинең кеүек кешеләрҙе үрләтмәйҙәр ул”, – тине. Эштән киткәс, бик ҡыйын булды, әлбиттә. Үҙемде яңғыҙ ҡалғандай тойҙом. Артабан бизнес-тренер булып, йәш агенттарҙы эштең нескәлектәренә өйрәтеп йөрөнөм. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Рөстәм исемле ғаилә дуҫым бергәләп ошо өлкәлә бизнес асырға тәҡдим итте. Һәм мин бик ҡыуанып ризалаштым. Сөнки бизнеста икәү булыу яҡшы. Берәүең туҡтауһыҙ ниндәйҙер идеялар менән янһа, икенсең тынысыраҡ булырға, һине тыңлап, дөрөҫөрәк йүнәлеш күрһәтергә тейеш.

Дауамы "Шоңҡар"ҙың октябрь һанында...

Читайте нас: