Кемгәлер уның йырҙары оҡшай, кемдер уларҙы өнәп бөтмәй, һәр хәлдә, башҡорт эстрадаһы менән ҡыҙыҡһынғандар араһында ижадына бөтөнләй битараф ҡалғандар юҡ. 16-17 йәшенән урыҫса-башҡортса, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, “сейле-бешле” йырҙары менән танылһа ла, егет ҡорона ингәс, РАДИК ЮЛЪЯҠШИН (Элвин Грей) шоу-бизнесҡа оҙайлы пландар менән килеүен иҫбатланы. Башта яҡшы аранжировкалаусы булараҡ, ә артабан, яҡшы текст авторҙары менән эшләй башлағас, тәүге альбомынан ҡырҡа айырылып торған яңы йырҙары аша халыҡ күңелен яуланы. Башҡорт поп башҡарыусылары араһында танылыу буйынса уға еткәндәр юҡ тиһәм дә, яңылышмаҫмын.
Бына инде йыл ярым йәш, әммә арыу уҡ тәжрибәле йондоҙ Мәскәү сәхнәләрен “штурмлай”. Апрель айында Өфө ҡалаһында үткән концерты уңайынан Башҡортостанға ҡайтыуынан файҙаланып, Радик менән әңгәмә ҡорорға булдыҡ.
– Хәйерле көн, Элвин! Һиңә хәҙер ошолай өндәшергә лә мөмкин бит инде.
– Хәйерле көн! Эйе, был исемгә хәҙер мин генә түгел, күптәр өйрәнде.
– Һиңә тиклем башҡорт йәштәре араһында Рәсәй эстрадаһын яуларға баҙнат итеүселәр табылманы. Бындай теләк нисек барлыҡҡа килде һәм нимә этәргес булды?
– Әллә ҡасандан мотлаҡ Мәскәүгә күсеп китәсәкмен, Рәсәй сәхнәһе өсөн ижад итәсәкмен, тигән теләк йәшәй торғайны. Бының өсөн тәүҙә башҡорт эстрадаһында тәжрибә тупланым. Барыһы ла ҡурай түңәрәгенә йөрөүҙән башланды. Юғарыраҡ синыфтарҙа әсәйемде музыка яҙыр өсөн кредитҡа компьютер алырға күндерҙем. Яратҡан шөғөлөм арҡаһында дәрестәрҙе күп ҡалдыра торғайным. Дәрескә тип сығып һыҙам да, әсәйем эшкә киткәс, кире ҡайтам (йылмая). Шул сәбәпле, тәүҙә мәктәптән, аҙаҡ Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфөләге филиалынан ҡыуыла яҙҙым.
Төп хыялыма күп баҫҡыстар аша килдем – башҡортса төрлө проекттар өҫтөндә эшләү, йырҙар ижад итеү эҙһеҙ үтмәне, тип иҫәпләйем. 2008 йылдан алып Мәскәү продюсерҙары эшмәкәрлегем менән ҡыҙыҡһына башланы. Хеҙмәттәшлек тәҡдим итеүселәрҙең араһында билдәле йырсы Юрий Шатунов булыуы минең өсөн ҙур ҡыуаныс ине. Ябай, пафосһыҙ кеше, уның кеүектәр тураһында “ер өҫтөнән йөрөй” тиҙәр. Юра менән бергә эшләүе ҙур кинәнес. Әле Интернет селтәре ярҙамында аралашып торабыҙ, оҙаҡламай, бәлки, ҡунаҡҡа ла барып сығырмын.
Әлеге ваҡыттағы продюсерым – Мәскәүҙә төпләнгән Сибай егете Александр Слюсаренко. Дүрт йыл элек Башҡортостанға ҡайтҡан сағында дуҫы минең йырымды тыңлатҡан. Шул ваҡыттан ижадым менән ҡыҙыҡһынған. Ике йылдан һуң баш ҡалаға саҡырҙы. Уның менән уртаҡ тел табыуы, аралашыуы еңел, сөнки беҙҙең милләтте яҡшы белә.
Мәскәү провинциянан килеүселәрҙе ҡолас йәйеп көтөп тормай. Минең кеүек үҙ урынын эҙләүселәрҙән ғәскәр йыйырға мөмкин. Һорауҙар ҙур күләмдәге аҡса ярҙамында хәл ителә. Рәсәйлеләргә билдәле икенсе вариант аша ла эшләнелә, әммә был юл минең өсөн түгел. Ғөмүмән, әгәр ҙә үҙеңде күрһәтә алһаң, күп аҡса түкмәйенсә лә Рәсәй эстрадаһында танылыу яулап булыуына ышанам. Килеп тыуған мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ғына кәрәк.
– “Элвин Грей” проектында ысын йәшеңдән күпкә бәләкәйерәк егет образында сәхнәгә сығаһың. Тормошҡа ҡараштарың формалашҡан кеше булараҡ, үҫмерҙе һынландырыуы ҡыйын түгелме?
– Дөрөҫөн әйткәндә, үҙемде әле лә егермеһе тулмаған малай кеүек һиҙәм. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, төҫ-ҡиәфәтемә ҡарап йәшемде билдәләүе ҡыйын. Йыш ҡына автомобиль йөрөтөп китеп барғанда юл хәрәкәте хеҙмәткәрҙәре туҡтатып, паспортымды һорай. Улар һәм, ғөмүмән, күптәр өсөн мин мәктәп уҡыусыһы. Шунлыҡтан, был проектты “йәшһеҙ” тип атарға булдыҡ. Бер ҡайҙа ла ысын йәшемде белгертмәйбеҙ.
Ғөмүмән, шоу-бизнеста йырсы башҡарыусы ғына булып ҡала алмай. Ул актер ҙа. Яҡшы шоу өсөн имиджды үҙгәртеүгә ыңғай ҡараштамын. Әйтәйек, Иван Дорн сәхнәгә бейек үксәле аяҡ кейемендә сыҡты. Нормаль күренешме ни был? Юҡ. Ләкин матур шоу. Әйткәндәй, башҡорт эстрадаһы шоу яһай белмәй.
Продюсер менән килешеү төҙөгән саҡта, ниндәй темалар миңә ҡағылмаҫҡа тейешлеген аныҡлап күрһәттем. Мәҫәлән, Моисеев кеүек “зәңгәр аҡсалар” эшләргә теләмәйем.
– Шоу-бизнестың төп маҡсаты аҡса эшләүгә ҡоролған. Әммә сәхнә кешеһе ниндәй генә йүнәлеш һайламаһын – профессионаллек күҙгә салынмайынса ҡалмай. Башҡорт поп йырсылары араһында һин шуларҙың береһе, үҙ өлкәңдә өлгө булырлыҡ егет. Ә Элвин Грей өсөн кем үрнәк?
– Донъя кимәленән сығып һүҙ йөрөткәндә, бихисап исемдәр атарға мөмкин. Рәсәй, башҡорт эстрадаһынан… Мәктәптә уҡыған осорҙа “Араз” төркөмөнөң, Рөстәм Ғиззәтуллиндың йырҙары оҡшай торғайны. Хәҙер Айҙар Ғәлимов кеүектәргә тиңләшергә тырышам.
Моңло попсаны төрлө йәштәге кешеләр яратып тыңлауы ихтимал. Мәҫәлән, Юра Шатуновтың концертына кемдәр генә килмәй! Әлбиттә, йырҙарҙың үтә примитивтары ла осрай – “Краски” төркөмөң репертуарынан миҫал килтерергә мөмкин. Мин дә тәүге йылдарҙа шундай йырҙар менән мауығып алғайным. Хәтерләйһегеҙҙер – “Һине хочу…”, “Выходи за меня…”, “Самый шулай”… Хәҙер текст һәм көйгә ҡарашым етди, мәғәнәле йырҙар ижад итергә тырышам. Күп авторҙар хеҙмәттәшлек тәҡдим итә, әммә барыһына ла ыңғай яуап бирмәйем. “Тыуған яҡ”, “Ҡыҙыл розалар” кеүек ваҡыт һынауын үткән йырҙар авторы Гөлнара Рәшитованың тексттары оҡшай, һуңғы ваҡытта уның менән генә тиерлек эшләйем.
– Был һорауҙы йыш бирәләрҙер, шулай ҙа: ни өсөн тап Элвин Грей тигән псевдоним һайларға булдың?
– Был проектта мин башҡортса, русса, татарса ғына түгел, башҡа телдәрҙә лә йырлаясаҡмын. Шуның өсөн һәр милләт кешеһенең дә ҡолағына ятышлы уңайлы исем табырға кәрәк ине. Радик Юлъяҡшинды урыҫтар ҡабул итмәһә, рус исемен башҡорттар оҡшатмаясаҡ. Шунлыҡтан, европасараҡ яңғыраһын өсөн, ошондай ҡушамат алдым. Тәүҙәрәк, фанаттарым ҡаршы сыҡһа ла, торараҡ өйрәнеп киттеләр, хәҙер тыныс ҡабул итәләр.
Проект булғас, унда мин генә түгел, бер нисә кешенән торған команда эшләй. “Сәхнәлә – “Элвин Грей” төркөмө!” тип иғлан итһәләр ҙә, әйтәйек, мин – Радик, гитарасы – Андрей, саксофонист – Артур булып ҡала килә. Артабан төркөмдөң составына тағы ла бейеүселәр, йырсылар, музыканттар йәлеп итергә ниәт бар.
20 апрель Рәсәй һәм Башҡортостан йондоҙҙарынан торған беренсе ҙур шоу-программабыҙ үтте.
– Һинең клиптарыңды федераль каналдарҙан ҡасан күрә алырбыҙ?
– Әлбиттә, иң тәүге маҡсат – Рәсәй каналдарына сығыу, әммә, уйлауымса, әлегә иртәрәк. Сөнки халыҡҡа тәҡдим итәсәк материал өҫтөндә эшләйһе эштәр бар. Бер альбомлыҡ йыр тупланған. Хит яҙып, видеоклиптарҙы әҙерләп бөткәс, Алла бойорһа, ошо йылдың аҙағында барыһы ла буласаҡ: музканалдар, радио, “Comedy club” кеүек тапшырыуҙар…
– Алена Высотская кеүек йәш йырсылар менән дуэттарыңды ишетеп торабыҙ. Билдәле йондоҙҙар менән йырҙар яҙыу планлаштырылғанмы?
– Эйе, бындай ниәттәр бар. Әммә ҡабатланырға мәжбүрмен, әлегә иртәрәк. Рәсәй эстрадаһында тәүге аҙымдарымды ғына эшләйем, баш ҡала музыканттары менән яҡындан танышам, ижадымды камиллаштырам. Бер көн килеп мине билдәле йырсылар ҙа күреп ҡалыр тигән өмөттәмен.
Альбина Хәкимова менән башҡарған “Ашҡына ғүмер” дуэты хит булып китер тип көтмәгәйнем. Музыкаһын үҙем яҙҙым, һүҙҙәренең авторы Миҙхәт Әбделмәнов клипта ҡарт ролен башҡарҙы.
– Татарса йырлауыңды башҡорттар ауыр ҡабул итте, Интернет селтәрендә әле булһа бәхәстәр бара. Шуға күрә, был темаға айырым туҡталып үтәйек. Һиңә эйәреп, Матео (Ильяс Кинйәбулатов), Таһир Әсәҙуллин кеүек йәш башҡарыусылар ҙа ҡәрҙәш милләт телендә йырҙар яҙҙырырға тотондо. Татарса йырлай башлауың нимә менән бәйле һәм башҡорт эстрадаһындағы был тенденцияға ниндәй ҡараштаһың?
– Был һорау менән минең иң ауыртҡан ергә тейәһегеҙ (йылмая). Эйе, татарса йырлауыма башҡорттарҙың күпселеге ҡаршы сыҡты. Ләкин, төптән уйлап ҡарағанда, бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйем. Милләтемдән баш тартҡаным юҡ, татар концерттарында сығыш яһағанда “башҡорт егете Радик Юлъяҡшин” тип иғлан итәләр. Күреп тораһығыҙ, башҡортса яҡшы һөйләшәм, ә татарса белмәйем тиерлек. Йырҙарҙы был телдә башҡарыр өсөн тәүҙә байтаҡ шөғөлләнеп алырға тура килә, сөнки башҡортлоғом әллә ҡайҙан һиҙелеп тора. Әгәр ҙә мөмкинлек сыҡһа, хиттарымды ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ телдәрендә лә яҙҙырыр инем. Башҡорт егетен тағы ла күберәк кешеләр тыңлауы насармы ни? Ни тиһәң дә, төрки халыҡтар бит, телдәр яҡын.
Мин – башҡорт һәм милләтем менән ғорурланам. Рәсәй эстрадаһы өсөн тәғәйенләнгән тректарҙа мотлаҡ ҡурай моңон ҡулланырға тырышам. Мәскәүҙәге концерттарҙа минең менән бергә сығыш яһаған артистарға башҡорт түбәтәйен бүләк итәм. Башҡорттарға үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнауҙан туҡтарға кәрәк. Татарса, русса сығыш яһауым – был юҫыҡтағы эшемдең башы ғына.
Сәхнәгә яңы аяҡ баҫҡан талантлы башҡорт йырсыларына ярҙам ҡулы һуҙа алһам, шатмын. Аранжировкалар эшләйем, Мәскәүгә күсеп киткәндән һуң, үҙебеҙҙең егет-ҡыҙҙар менән Интернет ярҙамында аралашабыҙ, кәңәш һораусыларҙы кире ҡаҡҡаным юҡ. Тик бына бер генә хит яҙып, “йондоҙ ауырыуы” менән сирләүселәрҙе яратмайым. Минең таныштарым араһында ла ундайҙар етерлек. Был ауырыуға дауа юҡ тиерлек, шуға күрә йәштәргә һаҡ булырға, үҙеңә, ижадыңа тәнҡит менән ҡарап өйрәнергә кәрәк. Юғиһә, халыҡ ихласлыҡтың етмәүен тиҙ һиҙәсәк. Эшләргә һәм эшләргә! Әле бер кем дә үҙ өҫтөндә яҡшылап тир түкмәйенсә, сәхнә йондоҙо булып китә алғаны юҡ. Үҫеш бер ҡасан да туҡталырға тейеш түгел.
Үкенес, әммә башҡорт эстрадаһында әле торғонлоҡ осоро күҙәтелә. Яңы исемдәр, йөҙҙәр, йырҙар күренмәй. Башҡортостанға ҡайтып, шоу-бизды ҡуҙғытып алғы килә, сөнки талантлы йәштәребеҙ бар. Йәш йырсылар араһынан әле бер кемде лә айырып әйтә алмайым. Иҫ-һуш китерлектәрен әлегә тап итмәнем.
– Модала үҙең яҡшы “йөҙәһеңме”, әллә кемдер ярҙам итәме?
– Артист кеше төҫ-башына ҙур иғтибар бүлергә тейеш. Минең образым менән стилист шөғөлләнә. Унһыҙ булмай ҙа, сөнки төп эшем мода яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһыныу түгел, ә йырҙар ижад итеү.
– Социаль селтәрҙәрҙә фанаттарың менән үҙең яҙышаһыңмы, әллә һинең исемеңдән икенсе берәү ултырамы?
– Ялған “биттәр” күп, әммә ысын “битем” аша – үҙем. Мин һәр ваҡыт тиерлек online, сөнки аралашырға яратам. Һәр кемгә мөмкин ҡәҙәре тиҙ яуап ҡайтарырға тырышам. Хатта эш урынымда Интернетҡа инер өсөн айырым компьютер тора. Әйткәндәй, “Сәләм! Хәлдәр нисек?” кеүек һорауҙар ебәреүселәрҙе аңлап етмәйем. Таныш түгел кешегә нисек шулай яҙырға мөмкин?..
Фанаттарымдың береһе “Элвин Грей FM” Интернет-радиоһын булдырырға тәҡдим итте. Миңә был ниәт оҡшаны һәм оҙаҡҡа һуҙмай, тормошҡа ашырҙыҡ. Хәҙер радио аша йырҙарымды тыңлау ғына түгел, үҙем менән дә аралашыу мөмкинлеге бар.
– Сәхнә образын алып ташлаһаҡ, ысын Радик ниндәй ул?
– Бүтәндәр кеүек үк ябай егет! Башҡалар кеүек үк ғишыҡ тота, күңел аса, ҡыуана, ҡайғыра… Тик кешеләргә күренмәҫкә тырыша.
Йортомда алты аквариум бар, балыҡтарҙың тормошон күҙәтергә яратам. Марфуша исемле бесәйем, айғолаҡлылар – сәхнәләге шау-шыуҙан һуң улар янында рәхәт. Һуңғы осорҙа күп ваҡыт Таиландтамын. Унда студиям бар, телефонды һәм Интернетты һүндереп ял итәм, йырҙар яҙам. Атай-әсәйемдең тыуған яғы Ғафури районында булырға ла яратам.
Ҡыҙҙарға килгәндәме… Әлегә кәләш алырға ҡабаланмайым. Ваҡыты еткәс, рухташ мосолман ҡыҙына өйләнермен тип уйлайым.
– Шаулы йылғаға ҡушылған шишмә шикелле юғалып ҡалырмы Рәсәй эстрадаһында Элвин-Радиктың ижады, әллә үҙенсәлекле тулҡын булып ағырмы – күҙәтербеҙ.
Ихлас яуаптарың өсөн ҙур рәхмәт! Киләһе әңгәмәне тотош ил күләмендә танылған йондоҙ менән эшләрбеҙ тип ышанабыҙ!
Әңгәмәне А. САЛАУАТОВА ҡорҙо (2013, май).