Тормошта үҙ урынын табыу өсөн кемдер йылдар буйы эҙләнә, хәйер, ғүмеренең аҙағынаса туҡтамай, үҙ-үҙендә соҡона, булмышын табырға тырыша. Икенселәре иһә тормошта үҙең булып ҡалыу ҙа етә тип һанай. Тап икенселәр рәтенәндер билдәле актер, Шәһит Хамматов – Ҡорҙаш. Ул үҙенең бала саҡ булмышына тоғро ҡалған да, шулай йәшәүен, ижад итеүен дауам итә. Тулыраҡ был хаҡта һәм уның үҙе менән киләһе әңгәмәлә танышайыҡ.
“Әсәй, мин Митхун Чакраборти булам!”
– Һүҙҙе танышыуҙан башлайыҡ!
– Тыумышым менән Америка ҡушма штаттарынан түгел… ☺ Әбйәлил районы Буранғол ауылынанмын, үҙемде ябай ауыл малайы тип атайым, әммә ауылда буй еткерергә тура килмәне. Бәлки, бәхеткәлер, йә киреһенсә, яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде: беренсе класты тыуған ауылымда тамамланым да, шунан һуң вәссәләм, китте интернат тормошо. 94–95-се йылдарҙа Сибай лицей интернатында уҡыным, һуңынан 1996 йылдан Өфөләге музыкаль мәктәптә. Бына пощти сирек быуат мин баш ҡала юлдарын тапайым.
– Өфөнө яулау процесы нисек бара?
– Аллаға шөкөр, һәйбәт бара. Нимәһенә бик ныҡ ҡыуанам – үкенес юҡ. Уңышһыҙлыҡтарыма, хаталарыма ла үкенмәйем, хатта улар өсөн ҡайһы саҡ ҡыуанып ҡуям, сөнки хаталар арттан этәреп тороусы бер әйбер ул. Ә уңыштар кешене ҡанатландыра һәм ул аяҡ аҫтында ғына ятҡан мөмкинлектәрҙе күрмәй башлай.
– Мәктәптән ниндәй билдәләр тейәп ҡайта инең?
– Һәр хәлдә биш тейәп ҡайтҡанымды хәтерләмәйем ☺. Минең иң яратҡан дәресем физик культура һәм башҡорт теле ине. Ә бына физика, геометрия кеүек фәндәрҙе бөтөнләй аңламай торғайным. Класта дүрт егетбеҙ, бигерәк ныҡ шаян, шуҡ булдыҡ. Ни хәл итәһең, тәбиғәт шулай ҡушҡандыр инде. VIII кластан беҙҙе сәнғәт училищеһына ебәрҙеләр. Әле лә иҫемдә, мәктәп директоры беҙгә: “Ребята, вы болота, дүртәүләп мәктәпте артҡа һөйрәйһегеҙ”, – тип беҙҙе этеп-төртөп тигәндәй сығарып ебәрҙе. Ысынлап та, уҡыу яғынан да, тәртип яғынан да билдәләр насар ине. Бер һүҙ менән әйткәндә, хулиган булдым.
– Ә бала саҡта кем булырға хыяллана инең?
– Митхун Чакраборти булырға… Ул ваҡытта телевизорҙар барыһында ла юҡ. Беҙҙә “Весна” тигәне булды, таҡ-таҡ тип тыҡылдап эшләгәнен хәтерләйем. Ә үр яҡтағы бер инәйҙәрҙә (беҙҙә атай-әсәйҙән оло кешене шулай тиҙәр) ҡайҙандыр видеомагнитофон бар. Әсәйем мине шунда етәкләп алып йөрөй. Урындыҡта күмәк инәйҙәр ултыра, мин иҙәндән урын алам. Һинд киноһын ҡарайбыҙ, ҡайтышлай муйыныма аҡ шарф урайым да, әсәйемдән алда төшөп урам буйлап йырлап барам: “Джянейка, джянейка! Әсәй, мин йырсы булам!” – тип ҡысҡырам! Шунан тағы бер хыялым – археолог булыу. Бер ваҡыт ҡапҡа эсендәге ерҙе ҡаҙып ташлағанмын ☺. Шунан бесәндә йөрөгәндә ағас пистолет табып алдым, ҡыуанып ағайымдарға күрһәтәм, туғандарым көлә. Уны алып ҡайтып сервантҡа һалып ҡуйған булдым ☺.
“Старшактар”ға рәхмәтлемен!”
– Ә ҡасан актер булырға ҡарар иттең?
– Ғөмүмән, мин бәләкәйҙән артист инем, урындыҡҡа баҫып йырлайым, үҙемсә спектаклдәр күрһәтәм. Сәнғәткә баш көллө ғашиҡмын, әммә актер булам тигән уй башыма ла инеп сыҡмай ине.
Шулай итеп, мәктәпте тамамлағас, Сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Өлкән курс ағайҙарының әрменән ҡайтҡан сағы, ул ваҡытта телефондар әле сыҡмаған, һәр бер мөйөштә видеокамералар тормай. Беҙҙе тегендә-бында йүгертәләр генә: йә магазинға барып киләһең, йә башҡа эш эшләйһең. Мин бар нәмәнең ыңғай яҡтарын күреп өйрәнгәнмен. Шул “старшактар”ға әле булһа ла рәхмәтлемен, улар булмаһа, беҙ дөйөм ятаҡта ҡул ҡаушырып тик ултырыр инек. Бер көндө дуҫ егетем менән ҡасып сыҡтыҡ та, театрға барырға булдыҡ. Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Нәркәс” спектакленең премьераһы бара, мин уны ҡарағас, шаҡ ҡаттым. Матросов паркынан илай-илай ҡайтып барғаным әле лә хәтерҙә. Шунда артист булыу теләгенең осҡондары күңелемдә баҙлай башлағандыр.
– Актер булараҡ сынығыуыңда кемдәрҙең өлөшө бар?
– Иң беренсе – үҙемдең, уҡытыусыларымдың. Өфө дәүләт сәнғәт академияһына әҙер булып барҙым, сөнки бынан алда училищела ҙур тормош мәктәбе үтелгән. Тегендәге уҡыуым да шәптән түгел ине бит инде, ә бында ҙур яуаплылыҡ, беҙҙе Милли йәштәр театрында эшләйәсәк курс итеп алдылар. Ундағы тормошто бер нәмә менән дә сағыштырып булмай, беҙ төнгә тиклем уҡыйбыҙ, шунда аш бешерәбеҙ, шунда йоҡлайбыҙ тигәндәй, шаярабыҙ, көләбеҙ. Миңә уҡыуы оҡшай торғайны. Минең стихиям ине ул.
– Тимәк, тормошта үҙ урының тапҡанһың?
– Әлеге көндә күңелем ҡәнәғәт. Әлбиттә, ҡайҙалыр сығып китергә, нимәлер татып ҡарарға башҡа уйҙар килә. Ә бөгөнгө минең аҙымдарым, эштәрем туғандарыма, дуҫтарыма, яҡын кешеләремә позитив бирә икән, тимәк, мин үҙ юлымда. Үҙ һуҡмағымдан атлап барам…
“Бөгөн эшләмәһәң, иртәгә һуң буласаҡ!”
– Ә бөгөн театрҙа ниндәй ролдәреңде яратып башҡараһың?
– Нисек кенә булмаһын, һәр спектаклде яратып, күңелде һалып уйнарға кәрәк. Шулай ҙа күңелемә яҡыныраҡ образдар бар – академиянан алып барған диплом спектаклебеҙ “Донъяның ярҙары икәү” һәм Сыңғыҙ Айытматовтың “Диңгеҙ буйын иңләй ала эт” спектаклдәрен яратып башҡарам.
– Бына инде ун йыл театрҙа эшләйһең, спектакль уйнаған мәлдә көлкөлө хәлдәргә тарығаның булдымы?
– Әлбиттә, ундай осраҡтар булғылай ☺. Ғөмүмән, актер эше үҙенсәлекле, ул ниндәй генә хәлдә булмаһын, бәлки, уның ҡайғыһы, проблемаһы барҙыр, әммә ул сәхнәгә тейешенсә сығып баҫырға тейеш. Күптәр беҙҙе һәр ваҡыт күтәренке кәйеф менән, ыҫпай ғына йөрөй тип уйлай, әммә беҙ ҙә шул уҡ кеше затын. Мин дә гел позитив түгел, йоҡлағанда, мәҫәлән ☺. Әлбиттә, видеоларҙа һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә. Позитив булыу өсөн шөкөр итеп йәшәү кәрәктер, һәр мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышам. Аяҡ-ҡулым бар, кемдәндер нимәлер көтөп ултырмайым. Иң яратҡан һүҙҙәрем – “Мыжымаҫҡа, зарланмаҫҡа!”.
– Бөгөн интернет буйлап тиҫтәләрсә көлкөлө видеоларығыҙ таралған. Бына шул “Ҡорҙаштар” проекты нисек барлыҡҡа килде? Шул хаҡта һөйләп үтһәңсе.
– Элегерәк Милли йәштәр театрында “Дүшәмбе” башҡорт ижадхана клубы бар ине. Дүшәмбе актер өсөн ял көнө һанала. Һәр аҙна һайын унда төрлө саралар, концерттар үтә. Әйтәйек, бер аҙна унда шағирҙар осрашыу үткәрә, икенсеһендә гитарала уйнап йырлаусылар йыйыла, йә эшҡыуарҙар оҫталыҡ дәрестәре бирә, шуларҙың араһында беҙҙең миниатюралар, концерт номерҙары ла була ине. Күп ижад кешеләре өсөн яҡшы башланғыс булды ул. Бер аҙ ваҡыт үткәс, “Ҡорҙаштар” ултыра-төш шоу проектын булдырҙыҡ, әммә бер ниндәй ҙә финанс ярҙам булмау сәбәпле, ул да йәшәүҙән туҡтаны. Шулай мин Зөлфәргә ҡыҙыҡлы видеолар төшөрөргә тәҡдим иттем. Ул ҡуш ҡуллап риза булды, беренсе видеояҙманы төшөргәс, урыҫса әйтмешләй “Пошло, поехало”. Күп хат-хәбәрҙәр алдыҡ, халыҡ ҡыуанып ҡараны. Әйтеп үтеүемсә, был вайндарҙың тарихы ана шул “Дүшәмбе” нән башлана.
– Әле Рәсәйҙә, Ҡаҙағстанда вайндар төшөрөп миллиондар эшләүселәр бихисап. Ә һеҙҙең урыҫса вайндар төшөрөргә теләгегеҙ юҡмы?
– Бар, әлбиттә, әммә нисек кенә матур итеп русса һөйләшмәйем, мин бер нисек тә Стефаний, Игорь булып китә алмайым, минең йөҙөмдә башҡорт икәнлегем яҙып ҡуйылған. Беҙ ҡаҙаҡ вайнерҙарын ҡарап барабыҙ, улар ҡаҙаҡ халҡын, телен бөтә Рәсәйгә, БДБ илдәренә танытып ята. Беҙҙең дә шундай хыял бар, әлеге ваҡытта команда тупланып килә: операторҙар, монтажерҙар кәрәк. Заказдар ҙа булып тора, Аллаға шөкөр.
– Ҡыҙыҡлы итеп вайн (видео) төшөрөргә һеҙҙең актерлыҡ һәләттәрегеҙ ярҙам итәлер?
– Донъяға ҡараштыр тип уйлайым… Ғөмүмән, мин тирә-йүнгә ирония менән ҡарарға үҙемде көйләп өйрәнгәнмен. Һәр бер нәмәгә аптырап, һағайып бармайым.
– Актерҙар кеше алдында үҙҙәрен бик иркен тота. Ә шәхсән һинең ниндәй кәңәштәрең булыр ошо юҫыҡта?
– Бөгөн эшләмәһәң, иртәгә һуң буласаҡ, шундай уй миндә. Мәҫәлән, мин берәй спектаклгә барҙым да, тамаша бөткәс, “Браво” тип залды яңғыратып ҡысҡырғым килде һәм мин кешенән оялып ҡайтып киттем. Аҙаҡтан үкенәсәкмен. Әгәр шунда ҡысҡырһам, күңелемдәге йоҙаҡтың береһен булһа ла асыр инем. Шул кәйефте, әйтәйек, тулҡынды тотоп өйрәнергә кәрәк һәм үҙенән-үҙе килеп сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡаласаҡһың. Ә бына тыйылып, боҫоп ҡалған һайын, нығыраҡ бикләнәһең. Академияла уҡығанда беҙгә быны күп өйрәттеләр, үҙ-үҙеңде асыу серҙәренә шунда төшөндөм.
– Ә һинең тормошта нимәгә ҡыйыулығың етмәй?
– Ҡайһы саҡта кешегә дөрөҫөн әйтергә ҡыймайым. “Бына һин шунда дөрөҫ эшләмәнең бит әле”, – тип әйтергә көтөп торам-торам да, эргәгә шул кеше килеп етһә, “Сәләм, хәлдәр нисек?” – тиеү менән генә сикләнәм☺.
– Тормошта иң ҙур бүләгең нимә булды?
– Минең өсөн һәр көнөм – ҙур бүләк. Бына һинең менән һөйләшеп ултырыу ҙа – бүләк. Минең менән булған һәр хәл-ваҡиға, кисерештәр минең өсөн бүләк. Ауылға ҡайтып берәй инәй менән ҡапҡа алдында һөйләшеп ултырыу ниндәйҙер депутат йә түрә менән әңгәмә ҡороуға ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ бүләк.
– Киләсәктә ҙур шәхсиконцертығыҙҙы үткәрергә теләгегеҙ юҡмы?
– Буласаҡ, Алла бирһә, шундай матур ғына сара үткәрергә тип янып йөрөйбөҙ. Урыны һәм ваҡыты ғына билдәле түгел әлегә.
– Журнал уҡыусыларына ниндәй теләктәрең булыр?
– Мыжымаҫҡа, зарланмаҫҡа… Һәм милли матбуғатты уҡырға! Бер мәл барыһы ла интернеттан сығышмай ине, ICQ, “Бәйләнештә” селтәрҙәре барлыҡҡа килгән саҡта айырыуса, әммә уның әһәмиәте юғала бара, халыҡ яңынан гәзит-журнал уҡый башланы. Театрҙарҙа ла шундай уҡ хәл, кешеләр рухи аҙыҡҡа сарсаған.
– Изге теләктәреңә рәхмәт, үҙеңә матур ролдәр, яңынан-яңы еңеүҙәр, Шәһит!
Шәһит, ысынлап та, һинд актеры Митхун Чакрабортиҙы хәтерләтте. Ул тәбиғәте менән – ысын актер, үҙе әйтмешләй, был уның стихияһы. Ябайлығы, балаларса эскерһеҙ күңеле менән тамашасыны үҙенә йәлеп итә, ылыҡтыра. Интернеттағы көйәрмәндәре тарафынан яҙылған фекерҙәр, баһалар ҙа ошо хаҡта һөйләй. Бына шундай кешеләр тормошона йән өрөүсе, йәм биреүсе шәхес ул – билдәле актер, “Ҡорҙаштар” проекты авторы Шәһит Хамматов.
Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ әңгәмәләште.
Бишкәктә Мәҙәниәт көндәрендә ҡатнашҡайныҡ, шунда Сыңғыҙ Айытматовтың “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт” спектаклен уйнап йөрөйбөҙ, барыһы ла бөйөк яҙыусының әҫәрен хөрмәт итеп килгән, уның ҡыҙы ла бар, шундай яуаплылыҡ бит инде. Бер ҡыҙғаныс мәлендә (атаһы малайы менән хушлашҡан урында) “домб” итеп ут һүнде лә ҡуйҙы. Дөм-ҡараңғы. Мин малай ролендә, атайҙың алдына ятҡанмын, ярты минут самаһы үткәндер, тынлыҡ… Нимә эшләргә, тороп сығып китәйекме икән тип уйлайым, күҙҙе аҡайтып тик ятам. Шунан бер кеше килде лә фонарь яҡтыртып: “Дальше играйте, дальше”, – тигән була. Шунан ут тоҡанып китте нисектер һәм, Аллаға шөкөр, яҡшы тамамланыҡ.
Милли йәштәр театрында социаль темаға “Автобус” тигән шундай етди спектакль бар. Бер мәл шуны уйнап йөрөйбөҙ. Шунан бер артисыбыҙҙың йәбештерелгән мыйығының яртыһы ысҡынды ла ҡуйҙы, теге монологын һөйләй башлағайны, инде көлкө килә, түҙеп торорлоҡ түгел ☺. Ә был спектаклдә хатта йылмайырға ла ярамай. Аҙаҡтан сәхнә артына сығып һын ҡатҡансы шарҡылданыҡ.
Бер мәл камералы сәхнәлә спектакль уйнағанда (унда тамашасы актерҙан бер метр арала ғына ултыра), мин “тимәк, Аллаһы Тәғәлә ысынлап та бар” тип әйткәс, оҙон пауза булырға тейеш ине, һәм шул урында бер хеҙмәттәшебеҙҙең эсе “боғорлап” ебәрмәһенме. Тағы рәхәтләнеп көлдөк ☺.