Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында “Без башҡортлар” хәрәкәтенең барлыҡҡа килеүе тәбиғи күренеш, әлбиттә. Аңлашыла, был ойошма эшмәкәрлеге ысын башҡорттар беҙ, тип күкрәк һуҡҡан Көньяҡ Урал итәктәрен дә, һәр с-з менән һөйләшкән әҙәм татар булырға тейеш, тип иҫәпләгән ижтимағи ойошмаларҙың лидерҙарының да ҡолағын ҡарп иттерҙе. Халыҡ мәҡәле юҡҡа ғына беҙ ҡапсыҡта ятмай, тимәгән дәһә. Тап шулай.
Йөҙ йыл әүәл генә әле төньяҡ-көнбайыш башҡорттары башҡа төбәк милләттәштәре менән бергә дау ҡубып, автономия яулап, милләтенә иреклек һәм байман киләсәк юрап, айырыуса бер күңел күтәреңкелеге кисергән. Унан инде Оло Башҡортостан ҡырҡҡыланып, көнбайыштағы мул ғына өлөшө Татарстан Республикаһы төҙөгәндә умырып алынып, төньяҡтағы Барҙы һәм башҡа Ғәйнә ерҙәре әлеге Пермь крайына ҡала. Әлбиттә, был аяуһыҙ яҙмыш тик төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына ғына ҡағылмаған, Ялан Ҡатай менән Ырымбур яҡтарын да автономиялы Башҡортостандан айырғандар, Һамар һәм Һарытау яҡтары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Былары майҙан яҡлап айырымланыуға эләгеп, зыян күргән, хатта байтағы ошо йөҙ йыл эсендә үҙ асылын юғалтҡан милләттәштәр булһа, ватан эсендә ҡалып та, телдәрен һәм үҙаңдарын юғалта яҙған, үгәйһетелгән башҡорттарҙың да булыуы уғата ла оло ғәҙелһеҙлек бит. Әммә тарихты юҡҡа ҡуласа тимәйҙәр. Бер әйләнә, бер баҫа ул.
Үҫмер саҡтары уҙған быуаттың һикһәненсе-туҡһанынсы йылдарына тура килгән быуын Кирәй Мәргәндең ул осорҙа уғата популяр булған “Бөркөт ҡанаты”ның ҡалын томдарын яҡшы хәтерләйҙер. Уның биттәренән, шанлы башҡа ырыуҙар менән бер рәттән, Арал менән Урал араһын бер иткән гәрәйҙәр, ирәкте, ҡырғыҙ, йылан, уран һәм ғәйнәләрҙең ғәмле һәм тынғыһыҙ тормошон һүрәтләгән күренештәр араһында, был данлы ҡәбиләләрҙең ғәййәр ҡөҙрәте лә бөркөлөп тора. Тап шул көс уларҙы быуаттар буйы юғалтмай туплап, йәшәтеп килә. Әммә башҡорт әҙәби телен ҡабул иткән болғансыҡ бер осорҙа уларҙың яҙмышы ҡатмарлы боролош ала. Бөгөнгө күпселек ғалимдар ҡыуаҡан диалектын әҙәби башҡорт теленә нигеҙ итеп алыу ул саҡта татар теленән мөмкин тиклем айырымланыу өсөн кәрәккән, тип нигеҙләһә, “Без башҡортлар” хәрәкәте етәксеһе Радик БӘХТИЕВ был ҡарарҙың төбөндә ул саҡтарҙа тормошҡа ашырыла алмай ҡалған Иҙел-Урал республикаһын төҙөргә хыялланыусыларҙың тырышлығы ла бар, тип һанай. “Ул ваҡытта Башҡортостан ғалимдары ла аккредитацияны Ҡазанда үткән, һәм башҡорт теленең ошо яңылышыраҡ юлдан китеүе Иҙел-Уралсылар ҡыҫылышыһыҙ уҙмағандыр, тип уйлайым”, – ти Радик Рәлиф улы Бәхтиев.
Радик Рәлиф улы төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кисергән йөҙ йыллыҡ күҙ бәйләү һәм тел бутау кампанияһынан һуң да үҙаңын юғалтмаған һирәктәрҙең береһе. Барыһына ла шәжәрәләренең һәм ғаилә хәтеренең һаҡланып ҡалыуы “ғәйепле”. Атаһы Рәлиф ағай менән әсәһе Людмила апайҙың хәлдең асылын аңлап, балаларына еткерә алыуы үҙе бер батырлыҡ. Улар аҙашҡан карап хәлендә ҡалған телдәренең, диалекттарының бер саҡ кире үҙ ярына ҡайтырына ышанып йәшәй һәм Радик та ошо ғәҙелһеҙлек менән бөркәндерелгән һүрән өмөттө тойоп үҫә.
Дауамы "Шоңҡар" журналының ноябрь һанында...