Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
13 Ғинуар 2020, 20:48

Бөгөнгөңдө иртәгәгә ҡалдырма!

Бөгөн журнал уҡыусыларын “Ғүмер ике генә кис ул, ике генә кис ул, и, кешем” республика видеоконкурсында I урын яулаусы Венер Фәйзуллин менән яҡындан таныштырырға ниәт иттек.

Бөгөн журнал уҡыусыларын “Ғүмер ике генә кис ул, ике генә кис ул, и, кешем” республика видеоконкурсында I урын яулаусы Венер Фәйзуллин менән яҡындан таныштырырға ниәт иттек.
Венер Фәйзуллин – “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Тамыр” балалар каналдарының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, Башҡорт асыҡ КВН лигаһы чемпионы. Ҡара күҙле, олпат кәүҙәле, әүҙем Бөрйән егете Өфөгә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ға уҡырға килеү менән “Тамыр” каналында “Тау-тау хәбәр” тапшырыуының алып барыусыһы булып эшләй башлай. Эйе-эйе, ул мәктәп йылдарынан КВН менән янып йәшәй, VIII кластан шаян уйындар менән ҡыҙыҡһына. Тәүҙә Иҫке Собханғол мәктәбе ҡатнашыусылары составында, артабан Өфөлә үҙе ойошторған “Бер минут” командаһында сығыш яһай һәм бер нисә миҙгел рәттән чемпион исеменә лайыҡ була. Шул уҡ ваҡытта уның алыштырғыһыҙ капитаны ла. Әлеге ваҡытта Венер әрмегә китергә йыйына. Әрмегә барыу – ир-егет өсөн изге эш. Шуның өсөн еңеүсебеҙ менән тиҙ генә блиц-һораулама ойошторорға булдыҡ:

Бөгөнгөңдө иртәгәгә ҡалдырма!

– Рәйес Түләктең ижадына бағышлаған бәйге ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
– Бик шәп, Рәйес Түләктең тыуған яғын – Баймаҡты барып күрергә насип булды. Шиғриәткә битараф булмағанлыҡтан, айырыусы йәштәштәремдең ялҡынланып шиғыр ятлауы был бәйгелә ҡатнашырға дәртләндерҙе.
– Еңеү ауыр бирелмәнеме?
– Дөрөҫөн әйткәндә, еңелдән булманы. Ҡатнашыусылар барыһы ла еңеүгә лайыҡ ине. Миңә йыш сығыш яһап йөрөүем, бәлки, ара-тирә ҡәләм тибрәтеүем дә ярҙам иткәндер, тим. Киләсәктә лә ошондай конкурстар йышыраҡ үткәрелһә ине.
– Шағирҙың исемен мәңгелләштереү буйынса тағы ла ниндәй саралар күрергә мөмкин?
– Рәйес Түләктең хәтер кисәһендә әйтеп үтеүҙәренсә, уға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырылһа, тыуған яғында, йә баш ҡалабыҙҙа һәйкәл йә бюст ҡуйылһа, бик шәп булыр ине.
Венер, һине КВН-да уйнаусы, оҫта алып барыусы булараҡ та беләбеҙ. Ҡайһыныһы күңелеңә яҡыныраҡ: КВН-мы, телевидениемы, әллә радиомы?
– Шаян кеше булараҡ, КВН-һыҙ тормошомдо күҙ алдына килтерә алмайым. Тимәк, ул – минең хобби, ә алып барыусы булыу – минең бала саҡ хыялым.
– Башҡортса КВН-ға нимә хас?
– Әҙәплелек, ихласлылыҡ, эскерһеҙлек.
– КВН-да уйнау өсөн етди булмау ҙа етә, тиҙәр.
– Килешә алмайым, унда башты ныҡ эшләтергә кәрәк.☺
– Ижадта иң мөһиме нимә?
– Үҙ-үҙең булып ҡала белеү, барыһын да ысын күңелдән һәм күңел өсөн башҡарыу. КВН-да яһалма йөҙ менән сығыш яһау мөмкин түгел.
– Илһам – ул...
– Ижад, яңынан-яңы үрҙәр яулау. Ә илһам сығанағы – тыуған яғым, Бөрйән урмандары.
– Башҡорт КВН-ның киләсәге бармы?
– Бар, әлбиттә. Башҡорттар, ғөмүмән, шаян халыҡ. Ауыҙ-тел ижадында ныҡ үҫешкән көләмәс жанры шуға ишара бит.
– Ниндәй башҡорт командаларын яратып ҡарайһың?
– “Кәкре сүкеш”те атап әйтер инем, тик ул әлегә ҡатнашмай.
– Кем менән сығыш яһарға теләр инең?
– “Камызяки”, Пятигорск ҡалаһы командалары менән.
– КВН-да уйнауың алып барыусы эшмәкәрлегеңә ярҙам итәме?
– Әлбиттә. Эфир мотлаҡ шаяртыуҙар менән байытылырға тейеш.
– Ниндәй шаяртыуҙарға халыҡ нығыраҡ көлә?
– Ғәҙәттә, ауыл мәрәкәләренә. Әммә беҙ уларҙан йырағыраҡ китергә тырышабыҙ, бөгөнгө сәйәсәттән көләбеҙ, аҡыллы шаяртыуҙар уйлайбыҙ.
– КВН-сылар тормошта ла сәхнәләге кеүекме?
– Әлбиттә, улар һәр ваҡыт эргә-тирәләге кешеләрҙең кәйефен күтәрә.
– Күҙ алдыңа килтер, капитандар конкурсы, үҙ-үҙеңдән көлөргә кәрәк икән, ти?
– Был минең өсөн бик еңел булыр ине. Үҙ-үҙеңдән көлә белеү – һәйбәт һыҙат.
– Михаил Задорновҡа сығыш яһай башламаҫ борон атаһы: “Бер ҡасан да сәхнәлә ҡатын-ҡыҙ булып кейенмә һәм бер ҡасан да әсәйең алдында оялырҙай һүҙ әйтмә”, – тип кәңәш бирә.
– Ысынлап та, шулай. Сәхнәләге әҙәпһеҙлеккә, ғөмүмән, тел боҙоуға ҡаршымын.
– Ниндәй күренеш, хәл-ваҡиға һинең өсөн башҡа һыймаҫлыҡ кеүек?
– Яғыулыҡҡа хаҡ артыуы.☺
– Нимә һинең кәйефеңде төшөрә ала?
– “Эшкә бер сәғәткә иртәрәк йөрөй башлайбыҙ!” тигән хәбәр генә☺.
– Үҙең сығыш яһаған саҡта жюри составында кемде күрергә теләр инең?
– Мортаза Рәхимовты! ☺
– Һин БДПУ магистранты ла бит. Юғары уҡыу йортон тамамлаған егет буласаҡ ниндәй эш хаҡына риза булыр инең?
– Әгәр тырыш булмаһаң, ниндәй генә университетты тамамлама, 15 мең һумға бил бөгәсәкһең. Барыһы ла үҙеңдән тора!
– Көн фразаһы:
– Бөгөнгөңдө иртәгәгә ҡалдырма!