Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
22 Ғинуар 2020, 21:12

“Яратам яратҡандарҙы, яратыусыларҙы, ярата белелеүселәрҙе...”

Бала саҡта күҙҙәрем күрмәне. Быялаға йығылып йәрәхәтләнгән, баҙға ҡолаған саҡтарым да булды. Тик бирешмәнем. Үҙемде башҡаларҙан кәм тойманым. Һис ниҙән ҡурҡманым. Әле лә шулаймын. Ҡараңғылыҡтан да ҡурҡмайым, ҡарурмандан да...#Шоңҡаржурналы #Шәпзамандаш

Бәләкәй инем әле. Ауылыбыҙға театр килеп “Ғәзизәкәй балдыҙ” тигән спектаклде сәхнәләштерҙе. Ул саҡта театрҙың нимә икәнен аңлап та бөтмәгәнмендер. Тере артистарҙы ла тәүгә күреүем. Әммә ғәжәйеп моңло итеп йырлаған, төп ролде башҡарған йәтеш кенә кәүҙәле, тулҡынланып торған оҙон ҡара толомло актриса күңелемде әсир итте. Артистарҙың бер нисәүһе, шул иҫәптән әлеге сихри тауышлы апай ҙа, өләсәйемдәргә фатирға тәғәйенләнгәйне. Был хәл мине айырыуса ҡыуандырҙы. Ул саҡта әлеге коллективтың Сибайҙан килеүен дә, моңло тауышы менән күңелемде әсир ҡылған актрисаның оло талант эйәһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы Сәлимгәрәева икәнен дә белмәй инем, әлбиттә. Йылдар үткәс, уны шул әйтеп аңлатҡыһыҙ танһыҡ, үҙенә генә хас моңло тауышынан таныным. Актрисаны икенсегә күреүем (телевидениелағы спектаклдәрҙе иҫәпкә алмағанда) студент йылдарында, Башҡорт дәүләт университетының дөйөм ятағында булды. Рәмилә ханымдың Сибайҙан Өфөгә күскән һәм музыка мәктәбендә уҡып йөрөүсе ҡыҙы Айһылыу менән ваҡытлыса ятаҡтың беренсе ҡатындағы бүлмәлә йәшәгән сағы тап шул йылдарға тура килгән икән. Беҙ, студент ҡыҙҙар, ятаҡҡа ингән-сыҡҡан арала актрисаны осратһаҡ, һаулыҡ ҡушмай үтмәйбеҙ. Ә ул ихлас йылмайып, бәрхәт тауышы менән яғымлы итеп иҫәнләшә торғайны.
...Рәмилә ханым менән яҡындан аралашып, уның хаҡта журналға яҙыу теләге күптән йәшәй. Тик ул йә тыйнаҡ ҡына баш тарта, йә ихласлап спектаклгә саҡырыу менән сикләнә. Үҙем дә уны шул тиклем нескә күңелле, аңғармаҫтан ғына һаҡһыҙ ҡағылһаң, селпәрәмә килергә торған гәлсәр һымаҡ ҡаубл итәм дә, ҡыймайыраҡ йөрөйөм. Актриса менән осрашҡас, уның ысынлап “ҡабырсаҡһыҙ” икәненә инандым. Хислелеге, ихласлығы менән арбаны ул. Битараф ҡына тыңлап ултырыу мөмкин түгел уны. Йә илайһың, йә көләһең, йә моңланаһың, йә ҡыуанаһың... Торғаны бер моноспектакль! Ғөмүмән, театрҙа ла актрисаның ошо жанрҙағы эштәренә ғашиҡмын. Шуға бөгөн дә ул һөйләгәндәрҙе тап монолог рәүешендә бирергә булдым.
Йөрәк ҡартаймаһын, тиһәң...
Ғәжәп: һаман да бала саҡтағы кеүекмен. “Эх, Сәлимгәрәева, йөҙгә етеп килһәң дә балалыҡтан сыға алмайһың бит, ә!” – тип үҙемде шелтәләп тә алам ҡайсаҡ. Ысынлап та, холҡом ғәләмәт шул: килеп тороп үсегеп, үпкәләп барам. Берәй эшкә тотондо ниһәм, бәләкәй саҡтағы һымаҡ, сытырман йәбешеп, сәмләнеп китәм. Күңелем тулып илап та алам. Коллегаларымдың эштәрен ҡараһам, ихлас ҡыуанып, һоҡланыуымды белдерәм. “Ай, афарин! Эләктереп алған бит, тимәк, үҙ ҡарашы бар”, – тип уның ниндәй ҙә булһа ыңғай яғын табып ҡыуанам. Ғөмүмән, рациональ аҡылға ғына түгел, йөрәккә, эске тойғоларыма нығыраҡ буйһонам. Сөнки беләм, ул һине һис алдамай.
Бала саҡта күҙҙәрем күрмәне. Быялаға йығылып йәрәхәтләнгән, баҙға ҡолаған саҡтарым да булды. Тик бирешмәнем. Үҙемде башҡаларҙан кәм тойманым. Һис ниҙән ҡурҡманым. Әле лә шулаймын. Ҡараңғылыҡтан да ҡурҡмайым, ҡарурмандан да... Кескенә саҡтан кешеләрҙе, тормошто яраттым. Сөнки ата-әсәмдең йәндәй күргән һөйөклө балаһы булдым. Мөхәббәтле, мәғрифәтле ғаиләлә үҫтем. Атайым аккордеонда уйнап ебәрһә, әсәйем ҡушылып йырлар ине. Кистәрен ғаилә менән урыҫ-башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәрен алмашлап ҡысҡырып уҡып, радиола, патифонда яңғыраған классик музыканы тыңлап, кем нисек аңлай, ниҙәр тоя – шулар хаҡында фекер алышыр инек. Ауылдаштарым да үтһәм дә, һүтһәм дә арҡамдан тупылдатып һөйөп кенә торҙо. Һис тә йәлләп түгел. Ана шул ихласлығым, зирәклегем өсөндөр, күрәһең. Күҙҙәрем асылып китһен тип кемгә генә мөрәжәғәт итмәне ата-әсәм. Данлыҡлы профессор, етмәһә нәҫел дә булған Наил Ғайнатович Ғатауллин ярҙамы менән, хозур донъяларҙы, тасуирлап ҡына ла аңлата алмаҫлыҡ мөғжизәүи яҡтылыҡты күреү бәхете насип булды.
Йылдар үтте. Төрлө йәшкә еттем. Төрлө дәүерҙәр кисерҙем. Ҡайҙа барһам да юлымда яҡшы кешеләр осрап ҡына торҙо. Ни өсөн фәҡәт миңә генә?! Лайыҡлымынмы быға?! Бәлки шуғалыр ҙа бәғзе бәндәләргә ҡарата миһырбанлыраҡ булырға кәрәклеген аңлайым. Шул уҡ ваҡытта кемгәлер оҡшарға тырышмайыммы, үҙем булып ҡала аламмы тигән икеләнеүҙәр ҙә йәнде кимереп ҡуя. Уйлап-уйлап ҡарайым да, шундай һығымтаға киләм: кемгәлер ярҙам итмәһәң, ниндәйҙер яҡшлыҡтар ҡылмаһаң, һинең ихласлығыңдан ни фәтүә?!
Иң ауыры – үҙ-үҙеңде еңеү...
Ауылыбыҙҙа башланғыс мәктәп кенә ине. Шуға ла биш саҡрымдағы рус ауылындағы һигеҙ йыллыҡ белем усағына бирҙеләр мине. Русса һөйләшә белмәһәм дә тиҙ үк өйрәнеп киттем. Интернатта тора башлағайным, атайым менән әсәйемдең урыҫ дуҫтары, бик яҡшы кешеләр, үҙҙәрендә йәшәтергә булды. Уларға рәхмәтем, ихтирамым шул тиклем көслө ине. Бала нимә күрә, шуны эшләй бит ул. Килде бер мәл, мин хатта уларға ҡарап, уларса доға ҡыла башланым. Әммә балалыҡ менән ҡылған ул саҡтағы ғәмәлдәрем гонаһ булғандыр тип иҫәпләмәйем.
Атайымдың атаһы ярлы ғаиләнән сыҡҡан. Нәнәйем иһә – бай ҡыҙы. Ялланып эшләгән ашнаҡсылары ла, үҙенең тәбиәсеһе лә булған. Шуға ла наҙлыҡай ғына ҡыҙ булып буй еткергән. Ә ҡартатайым сәс бөртөктәренәсә коммунист ине. Уларҙың икәү-ара мөнәсәбәтен ныҡ хәтерләйем. Нәнәйемдең тәрбиәлелегенә хайран ҡала торғайным. Ул көн дә иҙәнде һап-һары итеп ҡырып йыуып ҡуя. Ҡартатайым доклад уҡыған һымаҡ, кирза итеге менән шуны тегеләй-былай тапап, партия талаптарын ҡабатлауҙан туҡтамай. Ҡаршы өндәшеүсе табылһа, ҡыҙып китеп, бәхәскә инергә генә тора. Тик нәнәйем аҡыллы, ундай саҡта ауыҙына һыу уртлағандай, ләм-мим...
Йәш-елкенсәккә файҙаһы тейер, бәлки, минән бер лаҡап: “Хужа Насретдинға, көн дә ирем туҡмай, нимә эшләргә лә белмәйем, тип бер йәш ҡатын мөрәжәғәт иткән, ти. Аҡыл эйәһе ябай ғына һиҙәп тоттороп, ирең ҡайтыу менән ошо тылсымлы төймәне теш араңа ҡыҫтыр ҙа, ысҡындырма, тип кәңәш биргән. Һәм ҡатын шулай эшләгән дә. Ире, эй, һүгә икән быны – тегеһе өндәшмәй, тағы ла әшәкерәк һүҙҙәр яуҙыра, яуап биреүсе юҡ, ти. Йорт хужаһы уның һайын нығыраҡ ҡотора, ә ҡатын, шул тиклем яуап биргеһе килһә лә, күҙҙәрнән ут-ялҡындар сәсрәп торһа ла, өнһөҙ килеш ҡала. Шунан ир кеше, кәләшкәйем, һин иҫ киткес ҙур баһаға лайыҡ икәнһең дә, ә мин, ахмаҡ, шуны белмәгәнмен тип, уны ҡосаҡлап алған. Башҡа бер ваҡытта ла рәнйетмәгән. Был ҡатын ғүмеренең ахырынаса иренең ҡәҙер-хөрмәтенә күмелеп йәшәгән...” Бына шулай: иң ауыры – үҙ-үҙеңде еңеү. Телеңде тыя белеү... Һәммәбеҙгә лә кәрәк ул сифат. Юғиһә беҙҙең тел оҙонараҡ шул. Был дәрестең, донъя көтә башлағас, миңә лә кәрәге тейҙе. Өндәшмәгән, иллә-мәгәр аҙаҡтан: “Сәлимгәрәева, сыҙаның бит, ниндәй шәп һин, ә!” – тип үҙемде маҡтаған саҡтарым булғыланы. Хәләл ефетемдең нимәгәлер асыуланып, ҡыҙып ҡайтырын самалаһам, ҡоймаҡ ҡоя һалайым әле тип, йәһәт кенә табаға йәбешә инем. Был хәл ыҙғышты илле процентҡа кәметә.
...Ике нәнәйем дә, ой, шәп булды. Әсәйемдең атаһы ла, әсәһе лә хәлле ғаиләнән. Өйөбөҙ һәр саҡ зауыҡлы итеп йыйыштырылған, тәҙрәләргә, ишеккә затлы тауарҙарҙан тегелгән шаршауҙар эленгән. Ата-әсәм ятып йөрөгән карауатты ҡупшы итеп йыйыштырып ҡуябыҙ ҙа ятып йоҡлар мәл етмәйсә болартмайбыҙ. Элек шифоньер-фәлән булманы бит. Өйҙә ниндәй затлы тауар бар, шуларҙың һәр ҡайһыһын берәр генә буй итеп урҙаға элеп ҡуя торғайнылар. Иҫ киткес матур ине! Ә һике һуң! О, һике!.. Ундағы аҫалы балаҫтар! Минең өсөн үҙе бер донъя булды ул. Бала саҡ майҙансығы...
Туғыҙынсыны Дәүләкәндә тамаланым. Ата-әсәм фажиғәгә тарып, яҡты донъяларҙан китеп барғас, артабан уҡый алманым. Япа-яңғыҙмын, ҡайтыр ерем дә, Һыйыныр кешем дә юҡ. Йортобоҙ бикле тора... Каникулды беҙҙең ауылдан сығып, хәҙер Ҡаҙанғол совхозында йәшәгән туған тейешле кешеләрҙә үткәрҙем дә, улар менән кәңәшләшеп, совхоз директорына барып, мине һауынсы итеп алыуын үтендем. Етәксе ағай хәлемә инде. Килеүен-килдем дә бит, тик үҙемдең быға тиклем һыйыр һауып ҡарағаным да юҡ. Иркә генә үҫтек бит беҙ. Йорт эштәренә бик ҡушмай торғайнылар. Ғөмүмән, ҡәҙерле генә, һөймәлекле генә бала булдым. Ҡурҡа-ҡурҡа эшкә барҙым. Ундағы һауынсылар, төрлө ерҙән йыйылып, дөйөм ятаҡта йәшәгән йәш кенә апайҙар, әрләп тигәндәй һыйыр һауырға өйрәтте. Йәш кешегә нимә инде! Тиҙ генә оҫатрып киттем. Етмәһә ҡул менән һауып ыҙалайһы түгел, аппарат бар. Малҡайҙарға шул тиклем ныҡ эйәләштем, барып, тиҙ генә тамаҡ ялғап алам да, яндарына ашығам. Көндәрем шулар эргәһендә үтте. Һыйырҙарыма йырҙар йырлайым, серҙәремде һөйләйем. Ҡойроҡтарын таҙартып, йыуып ҡуйһам, ҡыҙ-ҡырҡындың сәсе кеүек матур булып ҡабарып китә торғайны. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына ҡараған тәжрибә-сәнәғәт хужалығы ине мин эшләгән урын. Төрлө тарафтарҙан ҙур-ҙур түрәләр, сит ил ҡунаҡтары килһә, күҙ һалығыҙ, беҙҙең малҡайҙарға тип, иң тәүҙә минең ҡупшыҡай-һыйырҙарымды күрһәтәләр. Матур кешеләр эшләне унда. Нимәгәлер йәндәре көйһә, ҡысҡырып әрләшеп тә, һүгенеп тә алалар, әммә күңелдәре саф. Йәшәй-йәшәй шуны белдем: бәғзеләр әллә нисә дипломға эйә, ә күңел тороштары... Ундайҙарҙан Хоҙай һаҡлаһын.
16 йәш тулып, паспорт алыу менән, директор ағайға рәхмәттәр әйтеп, Өфөгә артислыҡҡа уҡрыға киттем. Алмаһалар, кире ҡайт, тип саҡырып ҡалдылар. Килһәм, сәнғәт училищеһының театр бүлегенә студенттар йыйыу тамамланған. Киләһе йылға ла һуңға ҡалыуым бар тип, кире ҡайтып торманым. Минең бит хыялым бар! Маҡсаттарыҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Өфөлә эш эҙләргә булдым. Черниковка биҫтәһенең Орджоникидзе мәҙәниәт һарайында Әхәт Әсләмов етәкселегендәге халыҡ театры барлығын белеп ҡалдым. Уның хәләл ефете күрше ауылдан беҙгә туған тейешле кеше икән. Иң тәүҙә шунда йүгерҙем. Бик теләп халыҡ театрына актриса итеп ҡабул иттеләр. Ул дворецтың киң баҫҡыстарҙан менгәндә шатланыуҙан йөрәгем алҡымыма етә яҙыуы бөгөнгөләй иҫемдә. Был тойғо әле лә үтмәгән. Театрҙа баҫҡыстан күтәрелгәндә һәр саҡ шулай. Бигерәк мөғжизәүи һөнәр шул беҙҙә. Иң мөһиме, уны аң менән, тел менән аңлатып булмай. Шул тиклем күп ҡырлы, сикһеҙ... Шуның менән ҡәҙерле ул. Ысынлап та, терегөмөш һымаҡ ул театр. Тере булыуы менән бәхетле, тере булыуы менән ҡәҙерле. Һәм мәңге үлмәйәсәк. Әлбиттә, әле театрға ҡарата ынтылыш, элекке һымаҡ мөхәббәт һүрелеберәк тора. Әммә барыбер ысынбарлыҡты, хәҙергене генә күрергә, тойорға теләгән кешеләр кәмемәй, иншалла.
Әҙәм тормошо гел төн генә лә, гел көн генә лә түгел...
Өфөгә килгәс, өс ай почтальон булып эшләнем. Был эште шул тиклем яратып башҡарҙым. Аҡса өләшеү ҙә, гәзит-журнал, хат таратыу ҙа минең өҫтә ине. Почта әйберҙәре бушау менән сумкама мул итеп күстәнәс тултыралар. Фатир хужабикәһе янына байып ҡайтып инә торғайным. Һуңынан уның күршеләре ярҙамы менән Өфө нефть эшкәртеү заводына урынлашып, токарь, шлифовщик, фрезировщик һөнәрҙәрен үҙләштерҙем. Эшсе халыҡ булһалар ҙа, унда ал бер-береңә ҡарата матур, ихтирамлы мөнәсәбәт хөкөм һөрҙө. Уларҙан күп нәмәләргә өйрәндем. Ир-аттар минең алда, хатта, тәмәке лә тартмаҫ ине. Коллективтағы үҙешмәкәр түңәрәкте лә етәкләнем. Үҙем шул уҡ ваҡытта халыҡ театрына йөрөргә лә, улар менән гастролдәргә сығырға ла өлгөрәм. Калинин урамындағы дөйөм ятаҡтан урын да бирҙеләр миңә.
Мәле еткәс, йәнә сәнғәт училищеһына килеп, барлыҡ имтихандарҙы ла “бишле”гә тапшырып, еңел генә уҡырға инеп киттем. Тәүге курста ауыр булһа ла, бик тырышып актер һөнәрен үҙләштерҙек. Мәскәүҙә А. С. Станиславскийҙың уҡыусыһы Борис Бибиковта белем алған данлыҡлы педагог (хәҙер профессор) Фәрдүнә Ҡаисмова, күренекле балерина Тамара Хоҙайбиҙина, Башҡорт дәүләт акадмеия драма театрының баш режиссеры Лек Вәлиев беҙҙең остаздарыбыҙ булы. Халыҡ араһында танылыу яулаған Миңдулла Иҙрисов, Илһөйәр Ғизитдиновалар менән бергә уҡыныҡ. Ҡыҙғанысҡа күрә, курсташтарымдың байтаҡ ҡынаһы ваҡытытнан алда баҡыйлыҡҡа күсте.
Ниһайәт, ҡулыма диплом алғас, ижади хеҙмәт юлымды Сибай театрында башланым. Шул тиклем көслө режиссерҙар менән эшләргә насип булды: Фәтхелислам Ғәләүетдинов. Рафаэль Әйүпов, Ким Нәҙершин, Дамир ғәлимов, Байрас Ибраһимов һ.б. Театрҙы, ундағы ижади мөхитте үлеп яраттым мин! Спектакль сыҡҡан мәл – ҙур байрам. Етлегеп бөткән алмалар ергә ҡойолоп төшә бит, сәхнә әҙәрен тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итеү ана шул күренешкә тиң. Ә уға хәтлем алма ағасы күпме матур миҙгелдәр кисерә... Спектакль өҫтөндә эшләү процесын ана шул бөрө төртөп, япраҡ ярып, сәскә атып емеш биргән алма ағасы менән сағыштырырға мөмкин. Актер өсөн ул ҡабатланмаҫ, татлы миҙгелдәрҙең барыһы ла ҡәҙерле.
Бик күп ролдәр ижад итем. Театрыбыҙҙы халыҡ ныҡ яратты. Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан килгән билдәле театр тәнҡитселәре лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Коллективыбыҙ менән оло баһаларға лайыҡ була торғайныҡ. Ә гастролдәр тиһегеҙме?! Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым бер китапҡа торошло... Өфөгә күсеп, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында эш башлағас, оҙаҡ күнегә алмай йонсоном. Байтаҡ ваҡыт үҙемдең театрымды һағынып, юҡһынып йәшәнем. Әммә тора-бара өйрәнеп киттем. Хәҙер унда электән килгән ролдәремде генә барып уйнап ҡайтам. Репетицияларға йөрөүҙән азатмын. Күп ваҡытта ҡыҙым янында Санкт-Петербургта булам. Миңә уңайлы булһын тип ул өс бүлмәле фатир һатып алды. Бәхет ҡапҡаларым асылып китеп, унда ла эш тәҡдим иттеләр. Музейҙарҙа әҙәби әҫәрҙәр уҡыйым. Мөкинлеге булһа, Айһылыу скрипкала уйнап, сығышыма үҙенсәлек өҫтәй. Халыҡҡа оҡшай. Бик яратып, йылы ҡабул итәләр...
“Балаларығыҙҙы нисек тәрбиәләнегеҙ ул, бигерәк аҡыллылар”, – тип йыш һорайҙар минән. Беҙ уларға һәр саҡ ышанып, ысын шәхес итеп ҡараныҡ. Бер ваҡытта ла кеше алдында дәрәжәләрен төшөрмәнек. Ҡысҡырманыҡ. Башҡаларҙы ихтирам итергә өйрәттек. Аталары менән икебеҙ ҙә театрҙа эшләгәс, үҙебеҙ менән гастролдәргә йөрөттөк. Коллектив тик матур кешеләрҙән генә торҙо бит, уларҙың йоғонтолары ла көслө булғандыр тип уйлайым. Шөкөр, бер ваҡытта ла йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәндәре булманы. Икебеҙгә ҡарата ла яратыу-хөрмәттәре сикһеҙ. Улар беҙҙе ғүмер буйы “әссәкәү”, “әттәкәү” тип кенә йөрөттө. Әле лә шулай. “Папочка”, ”мамочка” кеүегерәк наҙлы яңғыраһын тип, Айһылыу уйлап тапты был һүҙҙәрҙе. Улым “Вся Уфа” телерадиокомпаниянияһында баш режиссер вазифаһында уңышлы эшләп йөрөй. Ҡыҙым Санкт-Петербург дәүләт филармонияһында маэстро Юрий Тимеркановтың данлыҡлы оркестрында уйнай. Мин үҙем дә ғүмер буйы классик музыканы яраттым. Әле ошо йүнәлеш менән ныҡ ҡыҙыҡһынам.
Риф Ғәлиевич менән хәҙер күп йылдар айырым йәшәйбеҙ. Әммә арабыҙ татыу. Бер-беребеҙҙе хөрмәт иткән ата-әсә һәм коллегалар булып ҡалабыҙ. Өфөгә килеп төшкәс, ауыр мәлдәр күп булды. Ятаҡтан-ятаҡҡа күсенеп, бер тин аҡсаһыҙ, эшһеҙ интеккән саҡтарымда, ниңә, исмаһам, радиоға булһа ла алмайҙар икән, унда йөҙөм күренмәй бит тип уйлай инем. Миндә, ғөмүмән, йәмһеҙмен тигән комплекс нығынған. Сөнки был хаҡта йөҙгә бәреп әйтә торғайнылар. Ошо тойғо шул тиклем күңелемә инеп ултырған. Ниндәй генә комплимент әйтһәләр ҙә юйып ташлап булмаҫ төҫлө... Мине бала саҡта бик матурһың тип яраттылар былай. Әммә күҙҙәрем күрә башлағас, үҙемә ҡарап, кәйефем төштө: бәләкәй генә буйлымын, ҡап-ҡарамын. Беҙҙең яҡта аҡ йөҙлөләр матур һанала шул...
Донъя шулай ҡоролған: әҙәм тормошо гел төн генә лә, гел көн генә лә түгел. Ауырлыҡтарҙан һуң һәр саҡ еңеллек килә. Уларҙы лайыҡлы күтәрә белергә генә кәрәк. Бөгөн миңә донъям түп-түңәрәк кеүек. Сөнки алдыма ҡуйған маҡсаттарыма ирешә алдым. Әле һаман да матур-матур уй-ниәттәр менән йәшәйем. Һоҡланғыс күңелле дуҫтарым күп. Алтынға тиң балаларым, хәтәр шәп киленем, Ғәлиәскәр менән Айнур исемле бынамын тигән ейәндәрем бар. Бәхет өсөн тағы нимә кәрәк?! Ә инде сабырлыҡ, тырышлыҡ аша яуланған бәхет татлыраҡ та, бәрәкәтлерәк тә була...
Ундағы моң, ундағы нур, ундағы ҡот, ундағы илһам, ундағы матурлыҡ!.. Рәмилә апай менән аралашҡандан һуң байтаҡ ваҡыт тәрән тойғолар шауҡымында йөрөнөм. Ниндәй оло бәхет ул – ярата белеү! Ысынлап та, ошо бәләкәй генә ҡатындың йөрәгенә Хаҡ Тәғәлә мәңге һайыҡмаҫлыҡ мөхәббәт тойғоһо һалған. Һәм уның кисәгеһе лә, бөгөнгөһө лә бары тик мөхәббәттән генә туҡылған...
Читайте нас: