Интернетта Мәскәүҙәге башҡорт студенттарының берҙәмлеген күреп хайран ҡалырлыҡ. Улар төрлө тренинг, түңәрәктәргә йөрөй, спорт менән шөғөлләнә, уҡыуҙа ла һынатмай. Шундай шәп хәрәкәтле ҡалала юғалып ҡалмай, үҙ йәмғиәтен булдырып, милләтебеҙҙең булмышын, мәҙәниәтен танытып уҡый, эшләй улар. Бөгөн шундай әүҙем студенттарҙың береһе, башлап яҙыусы блогер ЫНЙЫ ӘБСӘЛӘМОВА менән таныштырырға булдым! Ҡыҫҡа ғына әңгәмәбеҙҙә уның ысынлап шәп ҡыҙ икәнен тойомларға мөмкин.
- Мин – Ынйы Әбсәләмова, Хәйбулла районының Аҡъяр ҡасабаһында донъяға килгәнмен. Аҡъяр тау колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, Мәскәүҙәге ҡорос һәм иретмә институтында ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеү йүнәлеше буйынса инженер-технологҡа уҡып йөрөйөм.
- Ябай итеп әйткәндә, һин – буласаҡ шахтер?
- Эйе.
- Ҡыҙҙарға бындай һөнәр килешәме?
- Мин – тура һүҙле, тәбиғәтем менән сос ҡыҙмын. Бәлки, атайһыҙ үҫкәнгәлер, ағайым менән икебеҙҙе әсәйем аяҡҡа баҫтыра. Ғөмүмән, башҡорттарға хас һыҙаттыр ул тура һүҙле булыу. Ошо һыҙаттың миндә ярылып ятыуы ниндәйҙер кимәлдә роль уйнағандыр. Был һөнәрҙе һайлауым нәҫелдән килмәй, районыбыҙҙа файҙалы ҡаҙылмалар эшкәртеүсе ойошмалар күп булһа ла, туғандарым араһында ундайҙар юҡ. Миңә бик оҡшай. Үҙ юлымды таптым тип уйлайым. Аҡъяр тау коледжында ла руда байыҡтырыу буйынса ҙур теләк менән уҡыным.
- Нисек Мәскәү студенты булып киттең?
- Мине райондан маҡсатҡа ярашлы ҡағыҙ буйынса ебәрҙеләр. Тау колледжындағы уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Шулай уҡ баш ҡалаға уҡырға барырға теләгән уҡыусылар Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларының “Bashstudents” Башҡортостан студенттары берлегенә мөрәжәғәт итә алалар. Һәр районда уларҙың вәкиле бар, яҙын осрашыуҙар үтәсәк, шунда шарттары менән танышырға мөмкин.
- Тәүҙәрәк әсәйеңде һағынып иламаныңмы?
- Юҡ (көлә). Әлбиттә, һағындырҙы. Мәскәүгә 25 август уҡырға барҙым да, ике көндән үк эшкә төштөм. Мәскәү – ҡыйбат ҡала, төндәрен дә эшләргә тура килде, нисек булһа ла өлгөрөргә тырыштым. Ошоларҙы һөйләһәм, ниңәлер йәлләй башлайҙар. Ә был миңә оҡшамай, кешеләрҙең етешһеҙлеге итеп ҡабул итәм. Бында һәр бер студент эшләй, сөнки, мәҫәлән, метрола йөрөү өсөн айына – кәмендә биш мең һум, ашауға һәм ятаҡ өсөн ун мең һум тирәһе аҡса кәрәк. Мәскәүҙә университет юлын ғына тапап, көнө-төнө компьютерҙа ултырған, ваҡытын бушҡа уҙғарған студенттарҙы әйләнә-тирәмдә күргәнем юҡ.
- Бөгөнгө көндә һин университетта әүҙем студент, үҙешмәкәр театрҙа ла шөғөлләнәһең...
- Эйе, университет тормошонда әүҙем ҡатнашып, факультетта профком рәйесе булып киттем. Мәскәүҙә Мәҙинә Илһамова исемле тырыш апай театр ансамбле ойоштороп ебәргән. Аҙнаһына ике-өс мәртәбә йыйылып, һағындырған башҡорт телендә аралашып, спектаклдәр ҡуябыҙ. Яңыраҡ премьерабыҙ булып үтте. “Этнос – 2018” фестивалендә ҡатнашып, 26 милләт вәкиле араһында III урын алыуға өлгәштем. Театр асылырға, үҙ фекереңде белдерергә өйрәтә, ҡыйыулыҡты арттырырға ярҙам итә, тип уйлайым. Әлеге көндә блогерлыҡ менән шөғөлләнәм. Инстаграмдағы сәхифәмә ун меңгә яҡын кеше яҙылған. Рәхәтләнеп кешеләр менән аралашам, серҙәрем менән бүлешәм.
- Мәскәүҙә икенсе милләт вәкиленә кейәүгә сығыу ҡурҡынысы ҙурмы?
- Ниндәйҙер кимәлдә хәүеф бар, урыҫ мөхитендә йәшәгәс, ҡараштар яйлап үҙгәрә башлай. Шулай ҙа милли үҙаңы, рухы булған башҡорттарға бындай мәсьәлә ҡыйынлыҡ тыуҙырмайҙыр. Бында уҡып йөрөгән егеттәр башҡорт ҡыҙҙарын эҙләп, беҙгә театрға киләләр. Танышалар, аралашалар. Беҙҙең театрҙан ғына алты ғаилә барлыҡҡа килде. Шәхсән мин, мәҫәлән, аҫһалар ҙа, киҫһәләр ҙә, башҡорт егетенә кейәүгә сығасаҡмын. Шуға сит илгә стажировкаға ла китергә ҡурҡам хатта. Тыуған Башҡортостаныма сәнәғәтте үҫтереү өсөн ҡайтһам, үтә ҡыуаныслы булыр ине.
- Ынйы, башҡорт телен нисек һаҡлап ҡалырға, нисек уйлайһың?
- Ябай ғына. Мәҫәлән, атай-әсәйҙәр башҡорт телендәге баҫмалар алдырып уҡый. Балалар шунеп үҫә, ҡыҙыҡһына. Шәхсән үҙемдең әсәйем яңғыҙы ике баланы тәрбиәләй ҙә, милли рух һеңдереп тә өлгөргән. Бар нәмә ғаиләнән башлана.
- Студенттарға, журнал уҡыусыларына ниндәй теләктәрең булыр?
- “Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” ти халыҡ мәҡәле. Кешенең теләге булһа, һәр насарлыҡты, етешһеҙлекте бөтөрөп була. Күберәк китаптар уҡыһындар, телдәр өйрәнһендәр. Мәскәүҙәге ҙур ойошмаларҙа телдәрҙе күп белһәң, һине “ҡулдарынан төшөрмәйәсәктәр”. Уҡырға инергә теләүселәр Мәскәү ҙур ҡала тип ҡурҡмаһын ине, документтарын күп вуздарға биреп ҡараһындар. Бында имтихан балдары ныҡ ҙур түгел. Һорауҙар буйынса миңә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ (@anjeabsalyamova). Иң мөһиме, туған телен онотмаһындар, маҡсатлы булһындар!
- Рәхмәт. Үҙеңә лә тормош тигән тауҙы аҡтарыуҙа уңыштар теләйбеҙ!
Ысынлап та, һине уратып алған мөхит тормошоңда ҙур роль уйнай. Ҡасандыр Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафиндар Мәскәүҙә белем алған, хәҙерге бөйөк артистарыбыҙ ГИТИС-ты тамамлаған, республикабыҙ үҫешенә тос өлөшөн индереүселәр ҙә улар булған, әле лә бар улар. Бөгөн дә яңы быуын үҫә. Тап шундай студенттар халҡыбыҙ өсөн яңы юлдар асып, башҡорт илен үҫтереп, алдынғы ҡарашлы, таҙа намыҫлы республикабыҙ зыялылары буласағына иманым камил. Тормош тигән тауҙы аҡтарыуҙа уңыштар һиңә!