Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
10 Февраль 2020, 21:59

Быуаттың лайыҡлы улы

Отставкалағы подполковник, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты, яҙыусы, журналист Рамазан Нурғәле улы Ҡотошовтың хеҙмәт биографияһына күҙ һалһаң, был ағай яҙмышының иркәһе икән тигән фекер килә башта. Бығаса бик таныш булмаған яугир менән осрашыуға барыр алдынан биографияһын уҡып, мин дә ниндәйҙер тәңгәлдә шундайыраҡ уйҙар менән барҙым. Өфө ситендә генә урынлашҡан Чесноковка ҡасабаһындағы ҡупшы йортта 95 йәшендә булһа ла әле төҫ ташламаған, теүәл зиһенле, төҙ, баһадир кәүҙәле олатай ҡаршы алды.#БөйөкЕңеүгә75 #Шоңҡаржурналы

Отставкалағы подполковник, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты, яҙыусы, журналист Рамазан Нурғәле улы Ҡотошовтың хеҙмәт биографияһына күҙ һалһаң, был ағай яҙмышының иркәһе икән тигән фекер килә башта. Бығаса бик таныш булмаған яугир менән осрашыуға барыр алдынан биографияһын уҡып, мин дә ниндәйҙер тәңгәлдә шундайыраҡ уйҙар менән барҙым. Өфө ситендә генә урынлашҡан Чесноковка ҡасабаһындағы ҡупшы йортта 95 йәшендә булһа ла әле төҫ ташламаған, теүәл зиһенле, төҙ, баһадир кәүҙәле олатай ҡаршы алды.
Ҡапылдан һуғыш темаһына күсмәнек, Рамазан Нурғәле улы оло ихласлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта тулҡынланыу менән ата-әсәһенең яҙмышы, үҙенең үтә лә ҡатмарлы бала саҡ йылдары һәм үҫмерлек осорон байҡаны. 1924 йылда тәүге уртаҡ балалары тыуғанға ҡәҙәр, әсәһе Сәлимә менән атаһы Нурғәлегә “әсе һурпаларҙы” арыу татырға тура килә. Ике йәшендә генә әсәйһеҙ ҡалған Ҡанаҡай ауылы ҡыҙы иҫ киткес ҡаты үгәй әсә ҡулында үҫмер ҡорона инә. Атаһы Стәрлегә йөрөп эшләгәс, бик өйҙә лә тормай. Йорттарына төшкәс, алты бала тапҡан үгәй әсәйҙең барса йомоштарын йомошлап йүгереп йөрөһә лә, уға ярай алмай. Хатта бер юлы ашына тараҡан ағыуы һалып та ҡарай яуыз, әммә ҡыҙ бер нисә ҡалаҡ ҡапҡандан һуң, һиҙенеп ҡалып, сығарып түгә. Бынан һуң оторо көн бөтә ун өс йәшлек ҡыҙға, бер көнө атаһы юҡта үгәй әсәһе уны бер ят иргә тоттороп ебәрә. Ҡай тарафта, ниндәй ауылда ла икәнен белмәйенсә меҫкен ҡыҙ ер иҙәнле бәләкәй бүлмәлә көн итә. Теге ир ярайһы бай булып сыға, ике ҡатыны була. Күпме генә ҡыр талашып, ике тапҡыр башын яра һуҡһа ла, тал сыбығындай йәш бала әзмәүергә ҡаршы тора аламы, тиҙҙән ҡыҙы тыуа. Сабыйының теле асылғас ҡасып ҡарай, тик яңылыш Стәрлегә түгел, Белорет яғына барған бер урыҫтың өс атлы (тройка) арбаһына ултырып киткәндәр икән. Ярты юлда аңғарып ҡалып, ҡара урманда төшөп ҡалырға мәжбүр була. Кире яҡҡа тағы бер урыҫ кырандасына эләгәләр ҙә, хәйерһеҙ сәфәр булғандыр инде, баяғы ауылдан үтеп барғанында, теге ир хеҙмәтселәре менән юл быуып, туҡмап алып ҡайта. Тағы ҡыҙы тыуа. Урамға ла сығып йөрөй алмаған йәш ҡатын бер көндө, ни мөғжизә менәндер, һыу буйына төшә. Унда бер егет атына һыу эсереп тора. Баҡтиһәң, ауылдашы. Атайыма еткер, егет, мине ҡотҡарып алып ҡайтһын тип әйтеп өлгөрә. Ә атаһы Кинйәбай ҡыҙын ҡайҙан ғына эҙләмәгән була, инде табыуҙан өмөт өҙҙөм тигәндә хәбәр ала. Тик уны хужаһы атаһына еңел генә тоттороп ебәрмәй, һуғышып, төрлөсә ҡаңғыра торғас, ярар, ал ҡыҙыңды, ә балаларымды бирмәйем тип, яңғыҙын ғына ҡайтара.
Рамазан бабайҙың атаһы, Ҡарайған ауылы кешеһе Нурғәленең дә тәүге ҡатыны ике бәләкәс малайын ҡалдырып үлә лә китә. Унан алдараҡ баш балалары Мәғәфүрә лә Ағиҙелгә бата. Ошо ҡайғыларҙан бөгөлгән йәш ирҙең әсә йылыһына зар булған улдарына ҡарап күңеле тағы нығыраҡ төшә, тирә-яҡтан уларға әсәй булырҙай ҡатын эҙләй. Әммә граждандар һуғышы шауҡымы тынмаған, аслыҡ мәлендә барса гүзәл зат йәшеренеп ята, берәйһен табырмын тимә. Сәлимә хаҡында ишетеп Ҡанаҡайға бара, атаһы ҡыҙым миктәп ҡайтҡан, ғүмерҙә тормошҡа сыҡмайым, ти, ир заттарына нәфрәт менән ҡарай, тиеүенә лә ҡарамай ныҡыша. Кинйәбай уның кемлеген һорашып, заманында атаҡлы волость старшинаһы булған Ғәлиәхмәттең улы булыуын белгәс, ҡыҙы менән һөйләшеп ҡарарға була. Бер нисә тапҡыр барғас, йәш ҡатын, балаларың мине үҙ итерме, барып донъяңды ҡарайым әле, тип кенә килә лә, әсәй тип ҡосағына һыйынған кескәйҙәрҙе йәлләп, тора ла ҡала. Сәлимә менән Нурғәленең уртаҡ балалары тиҙ генә тыумай. Хафаға төшкән ир ҡатынын Стәрлегә табиптарға күрһәтеп, дауалап алғас ҡына, байтаҡ михнәттәр аша үткән, ике ҡыҙынан айырым йәшәргә мәжбүр булған һылыуҙың Рамаҙан исемле улы тыуа. Һуңынан Сәлимә йәмғеһе ун бер бала таба. Рамазан иһә Мөхәмәҙғәли һәм Муллағәлиҙең икенсе әсәйҙән икәнен белмәй ҙә үҫә.
Ғәжәп, ауыр һәм фажиғәле йылдарҙа тыуғандарға әллә йәшәү көсө күмәртәләп биреләме? Рамазандың һәм уның туғандарының үткән һынауҙары хаҡында тыңлап, ирекһеҙҙән шундай уйға ла киленә. Мөхәмәҙғәли ағаһы бәләкәйҙән ҡылауыр (үпкә туберкулезы) сиренә дусар була. Өфөлә дауалай алмағастары, ете йәшлек улын атаһы Мәскәүгә алып бара. Унда бер ғалим-табип малайҙы аяҡҡа баҫтыра алам ти, шунан ат ҡарай беләме, тип һорай. Әрһеҙ баланы аттарын тәрбиәләп тороу шарты менән алып ҡала, ул оҙаҡ йылдар дауаланып, 13-14 йәше тулғас ҡына ауылға ҡайтҡан. 1930 йылдарҙа Ишембай нефте асылғас, Ҡарайған тирәһенә лә тәүге вышкалар ултырталар. Ағаһы шулай нефтсе булып китә. Ә Муллағәле ағаһын атаһы ауылда башланғыс мәктәпте тамамлағас, Стәрлегә Ленин исемендәге мәктәпкә алып бара. Тиҙҙән Беренсе донъя һуғышынан яраланып ҡайтып, ауылда донъя көткән аталары Нурғәлене кулак тип табып, малдарын, бар мөлкәтен, хатта кейемдәренә тиклем тартып алалар. 1934 йылда береһенән-береһе бәләкәй биш балаһы менән ҡыш көнө урамда тороп ҡала ғаилә. Кеше өҫтөндә йәшәргә мәжбүр осорҙа балаларҙың дүртәүһе үлеп ҡала. Стәрлелә һигеҙенсе класта уҡып йөрөгән ағаһына ла кулак балаһы совет мәктәбендә белем ала тип ялыу барғас, ауылға ҡайтаралар. Тик ике-өс айҙан отличникһыҙ тороп ҡалдыҡ, кире бар тип, Ленин мәктәбе директоры Муллағәлене үҙе эҙләп килә. Тағы ялыу алһағыҙ, йәнә ҡайтарырһығыҙ бит тип, атаһы ебәрмәҫкә лә итеп ҡарай. Тик ағаһы унда оҙаҡ уҡый алмай, “Мәктәп батыры” исеме өсөн барған көрәштә, барыһын да еңеп, иң аҙаҡҡы егет менән алышҡанда, уныһы үтә кәүҙәле баһадир булып сыға, бот төбөнән аяғын һындыра. Ярты йылдан аяҡҡа баҫып уҡырға бара ла, йәнә мәктәп ишеге эргәһендә тайып, шул уҡ ерҙән ҡазалана. Шулай йылға яҡын уҡымай ятһа ла, аҙаҡ класташтарын ҡыуып етеп, мәктәпте Маҡтау ҡағыҙы менән тамамлай. Ленинградҡа Геология институтына инә, тик фин һуғышы арҡаһында стипендия бөтөрөлгәс, Өфөгә ҡайта. Педагогия институтының тарих факультетында уҡып бөтөп барғанда, 1941 йылда һуғышҡа алына. Йәрәхәттәр алып, көнбайышта ла, көнсығышта ла һуғышып, 1946 йылда ғына ауылына ҡайта. Оҙаҡ йылдар төрлө мәктәптәрҙә уҡытыусы була.
Төп геройыбыҙ Рамазан Ҡотошовтың үҙенә килгәндә, уның да балалыҡ тарихы бормалы-бормалы. Яңы атлай ғына башлаған мәлендә юғалып та ала ул. Һыйыр ҡыуған әсәһен тыҡрыҡта күреп артынан йүгерә лә, бер ерҙә яңылыш борола. Шунан аҙашып балалары булмаған бер ғаиләнең өйөнә барып инә. Яңғыҙ йөрөгән малайҙы саҡырып индереп, перәник менән һыйлайҙар ҙа, ала ла ҡалалар. Малай уларға күнегеп китә. Туғандары Ағиҙел буйын, ялан-ҡырҙы бер итеп эҙләп тә, таба алмай уны. Юғалыуы шулдыр тип, өмөттәрен өҙәләр. Берҙән-бер көндө күршеләре, Миңлеғәлиҙәрҙә бер бала күрҙем, ти. Әсәһе йүгереп барып инһә, улы ят кешене әсәй тип ҡосаҡлап, үҙ әсәһен танымай ҡасып тора. Саҡ алып ҡайта ул малайын. Рамазанға ике йәш самаһында ата-әсәһе уны Мөхәмәҙғәле ағаһына ҡалдырып, яланға эшкә китә. Яңыраҡ ҡына күрше апай кейәүгә сыҡҡанда кейәү егет малайҙарға бәке таратҡан була. Ағаһы шул бәке менән ниндәй генә уйын уйлап сығармай. Әле лә ҡустыһын эйәртеп Ағиҙелгә төшөп барышлай, ағас олононда ултырған ҡышлау умартаны ҡужғытып ҡарамаҡ була. Ҡустыһын олон төбөнә ултыртып, менеп китә лә баяғы бәке менән туҡылдата. Өйөр бал ҡорто уға ла, ҡустыһына ла һөжүм итә. Үҙе ярай ҡыуа-ҡыуа ҡаса, ә тәнтерәкләгән бәләкәс ни эшләй алһын, уны тулыһынса һырып алалар. Рамазан шундуҡ шешенә. Ағаһы ярҙам эҙләп ауылға йүгерә, унда кеше тапмағас, яланға саба, шунан миңә эләгәсәк тип ҡурҡып тауға уҡ менеп китә. Тора торғас, тағы ҡустыһын йәлләп эҙләп килә лә, тапмай ҙа ҡуя. Баҡтиһәң, малайҙы эштән ҡайтып барған ҡыҙҙар юл ситендә нимә ҡыбырлай икән тип кенә күреп алып ҡайталар. Күҙе лә күренмәгән бүрәнәләй күпкән иҫһеҙ малай һикелә ята. Шул мәлдә төпкөл Ишем ауылынан имсе Әбелхан бабай килеп инә. Атаһында өмөт уяна. Тик ҡарт, барыбер кеше булмай, ғүмере бөткән тип, өшкөрөүҙән дә баш тарта. Йәне сыҡмағас нишләһендәр, иҫһеҙ килеш ята бирә. Күпмелер ваҡыттан, барыһын да аптыратып, терелеп китә. “Аҙаҡ һуғышта ауыр йәрәхәттәрҙән дә бирешмәй, кире йүнәлеп киткәндә гел ошо ҡорт ваҡиғаһын иҫләп, әллә тәнем шунда сынығып ҡалғанмы икән, тип уйлана инем”, – ти Рамазан Нурғәле улы.
Үҙен “кулак балаһы” тигән тиҫтерҙәре менән һуғыша-һуғыша бешеккән буйсан малайҙы алты йәшендә мәктәпкә бирәләр. Ул заманда программаны тиҙ үҙләштергәндәрҙе йыл уртаһында ла киләһе класҡа күсереү була. Теремек һәм зиһенле Рамазан, шулай итеп, кластан-класҡа күсеп башланғыс мәктәпте туғыҙ йәшендә тамамлай. Тик күрше ауылдағы йәштәр мәктәбенә уны йәше етмәгән тип алмайҙар. Шунда ул хеҙмәт юлын башлап, урта кластарға йәше еткәнсе өс йыл атаһына ярҙам итеп, алебастр яғыусы булып эшләй. 1935 йылдың декабрендә, йәше үтеп бара тип, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылына алып бара атаһы. Кем йыл уртаһында уҡырға килә, бер айға һынау мөҙҙәтенә алып ҡалабыҙ, ти директор. Тәүге дәрестә үк үҙен күрһәтә бәләкәй Ҡотошов. Башҡорт теле бара, уҡытыусы һөйләмдә эйә менән хәбәрҙе табырға ҡуша, тик бер кем дә белмәй. Шунан ҡыйыуһыҙ ғына ошо һүҙ бында хужа һымаҡ, ә быныһы уның ни эшләгәнен күрһәтә тип терминдарҙы белмәһә лә фекер йөрөткән яңы уҡыусыға хайран ҡала мөғәллим. Буласаҡ ҡәләм оҫтаһының телде тойоу һәләте, күрәһең, бала саҡтан килә. Стена газетаһы мөхәррире, төркөм старостаһы, уҡыу комитеты ағзаһы, отличник егеттең алтынсы класты бөткән йылда “Йәш төҙөүсе” газетаһында фотоһы баҫылып сығыуы бар туғандар өсөн оло ваҡиға була. Етенсене Ишәй ауылында уҡый, комсомолға алына. Ун өс йәшендә Өфөгә барып геология техникумына инә. Көҙ уҡырға барһа, ятағы ла, ашханаһы ла юҡ икән. Улай уҡый алмаҫын аңлаған Рамазан эсе бошоп урамда китеп барһа, ике башҡорт егете осрай. Танышалар, беҙҙә ятаҡ та, ашау ҙа бар тип, үҙҙәренә саҡыралар. Шулай итеп, тиҙҙән Юл техникумында уҡый башлай. Тик был бәхет тә оҙаҡҡа бармай, фин һуғышы сығып, стипендия өҙөлә. Колхоздан бер нәмә лә ала алмаған атаһы ярҙам итә алмағас, ауылға ҡайта. Күп тә тормай, уны колхоз рәйесе көслөк менән Свердловск өлкәһенә ФЗО-ға оҙата. Көн дә ауыр шпалдарҙы яурынға һалып ташыйҙар. Ҡот осҡос ауыр эш. Һуғыш башланғас уларҙы Төмән өлкәһенең Ялуторовск ҡалаһына күсереп, Тубыл буйлап ағып килгән бүрәнәләрҙе өйөүгә ҡушалар. Тауҙай өйөлгән ағас өҫтөнә яңыларын тарттырыр кәрәк. Бүрәнәнең ике осона арҡан эләктереп, тәгәрәп килгән ағастың икенсе яҡҡа шылып төшөүен булдырмаҫҡа тейеш була Рамазан. Тағы бер ФЗО егете менән багор тотоп йүгерешәләр. Ун-ун биш мертлыҡ ағастарҙы, тайып китһә, тартҡансы эсең өҙөлөр. Береһе әйләнеп китеп егетте үҙе менән аҫҡа тәгәрәтә. Дауаханала иҫенә килә ул. Башы әйләнә, ауыҙ-танауынан ҡан килә. Йүнәлгәс, уны хәрби заводҡа эшкә ебәрәләр. Чертеждар буйынса ниндәйҙер ағас деталдәр эшләйҙәр. Ашауға кәбеҫтә һыуы ла өс йөҙ грамм икмәк. Ун һигеҙе тулып килгән егет аслыҡтан бигерәк, һуғышҡа алып китһәләр, шунда атай-әсәйҙе күреп өлгөрмәй һәләк булһам тип өҙгөләнә. Һорап та ҡарай, ҡайтарырға уйламайҙар ҙа. Цехта бергә эшләгән милләттәше Ғәзизә апайҙан аҡса һорап тора ла, ҡаса егет. Мең мажара менән, документһыҙ, вагон баштарында саҡ тыуған ауылына ҡайтып етә. Улдарын иҫән күргән ата-әсә шатланһа ла, ҡасып ҡайтҡан кешене ябып ҡуймаһындар тип, йәһәтләп тракторсылар курсына оҙата. Уҡытыусы ауырып киткәс, курсанттарға трактор төҙөлөшөн аңлата ул. Быға тиклем аңламаған техниканы бер дәрестә төшөндөк тип ҡыуана ҡыҙҙар. Ауылда тракторист, учетчик булып ике ай эшләп өлгөрә, повестка килеп төшә. Әсәһе тотторған көлсәне тешләп, ҡалғанын кире ҡайтарып, атаһы биргән бетеүҙе һәм доға тәфсирен кеҫәһенә һалып, “Шахта”ны көйләп ҡуҙғала егет. Өфөгә Севастополдән күсеп килгән зенит-артиллерия училищеһын биш-алты айҙа тамамлап, лейтенант дәрәжәһендә һуғыш уртаһына барып инә.
Һуғыш тураһында һөйләгеҙ әле тигәс, Рамазан Нурғәле улы ул мәхшәрҙе һүҙ менән һөйләп, тел менән генә аңлатып булмай шул, тип кенә ҡуйҙы. Һәр яугир һымаҡ, ул да башта һуғыштың ниндәйҙер яҡты иҫтәлектәрен йә үҙҙәрен аптыратҡан, бик үк ҡурҡыныс булмаған хәлдәрҙе теҙеп алып китте. Күрәһең, әҙәм күңеле шулай ҡоролғандыр: дәшһәтте оноторға тырыша, ә матур хәтирәләр менән йәнен йылыта ул. Быйыл Рамазан бабайҙың кесе улы Заһир Ҡотошовтың атаһының ғүмер юлы хаҡындағы “Яугир тәҡдире” исемле документаль повесы “Китап” нәшриәтендә, үтә бәләкәй тираж менән булһа ла, айырым баҫма булып донъя күргән. Ҡаһарман командирҙың яу юлдары һәм күрһәткән батырлыҡтары менән тап шул китап аша танышырға мөмкин.
Беренсе Белоруссия ғәскәрҙәре эсендә Орел-Курск дуғаһында дошманды тар-мар итеүҙә әүҙем ҡатнашҡандан һуң Рамазан Ҡотошов взводы ярты йылға яҡын Калинковичи-Жлобин ҡалаларынан алыҫ түгел немецты яңынан көнсығышҡа ебәрмәү өсөн һаҙлыҡлы урында оборона тотоп, ауыр окоп тормошо менән көн күрә. Һаҙ шарттарында ҡышын ер ҡаҙып төшөп ятыу бер ни тиклем мөмкин әле. Ә бына күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: көн имшеткәс, бер терһәк тәрәнлегендәге соҡор ҡаҙһаң да, эсенә субырлап һыу йыйылған саҡта ни эшләргә? Һыулы соҡорға шыршы ботаҡтары тултырып, өҫтөнә һике ултыртып, өҫ яғына уба һымағыраҡ итеп ҡалҡытып тупраҡ өйә инек, ти Рамазан бабай. Ә инде дымлы урында тутығып барған ҡоралды рәттә тотоу, йәшелләнергә торған граната, патрондарҙы һаҡлау ҙа оло мәшәҡәткә әүерелә. Ҡояш ҡыҙҙырып, йәйгә табан киткәндә эре серәкәй һәм башҡа төрлө ҡанэскестәр шаша. Ҡасып землянкаға төшөп ятыр инең, унда һыу тулған, усаҡ яғыр инең, хәҙер төтөнгә ҡарап дошман ҡайҙалыҡты аңғарасаҡ... Мунса төҙөп булмау сәбәпле беттәр шаша. Ашау-эсеү ҡаты-ҡото, инде балтырған, кесерткән баш ҡалҡытҡандыр ҙа, бар урман һыу эсендә. Ошо хәлдәрҙән йонсоған һалдаттар тиҙерәк ут эсенә инергә ашҡына. Һуғыш булғас ул көнө лә һуға. Белоруссияны азат итеү хәрәкәте ҡапыл башлана. Ҡотошовтың взводы беҙҙекеләргә ябырылған дошман истребителдәрен бәреп төшөрөп дан ҡаҙана. Унан инде алға ынтылаһы төп юлды дошман яңынан яулап алып, тарлауыҡтан үткәрмәй ут яуҙырып торғас, һаҙлыҡ аша яңы һуҡмаҡ табып, совет ғәскәрҙәренә юл асыу операцияһы ла тап улар өлөшөнә төшә. Бәхеттәренә күрә, юлдарына ошо ерҙәргә тыуып үҫкән ун туғыҙ ғына йәшлек белорус ҡыҙы, партизан Елена Монархович осрап, уның ярҙамында оло бурысты уңышлы атҡарып, һаҙ аша үткән һуҡмаҡты табып, киңәйтеп, танктар үтер юл һалалар. Дошман менән күҙмә-күҙ осрашыуҙар, ғүмеренең ҡыл өҫтөндә ҡалған мәлдәре лә етерлек була. Рамазан Нурғәле улы һәр ваҡыт һалдаттарының ғына түгел, хатта үҙенән юғары торған хәрби етәкселекте лә ҡайғырта белеүе менән оло ихтирам яулай. Ялан түрбаштары бомба аҫтында ҡалған генералдарға һалдат бутҡаһы ебәртһенме, асыҡлыҡта тәгәрәп ятҡан һалдат мәйеттәрен әҙәмсә төрөп күмергә ситса табыуҙы ойошторһонмо – ул һәр ваҡыт һуғышсыларҙың да тәү сиратта ябай кеше булыуын онотмауы, хәстәрләргә ынтылыуы менән айырыла. Үҙе нужа күреп үҫкән яугир башҡаса булыуҙы күҙ алдына ла килтермәй.
1945 йылдың май айын Берлинда ҡаршылай ул саҡтағы өлкән лейтенант Ҡотошов. Бығаса бай, төҙөк ҡала емерек, хатта ҡайһы урамдан туҙып ятҡан таш-кирбестәр өйөмө аша техника ла үтерлек түгел. Етмәһә, сигенгән саҡта байтаҡ урамдарҙы һыу аҫтына ҡалдырған дошман. Тәҙрәләрҙән баш һалыу билдәһе итеп аҡ байраҡтар елберләй. Алам-һалам кейемле, ас немец балалары уларҙың ялан кухняһында бутҡа бешеүен көтөп, тәрилкәләрен тотоп ураланып йөрөй. Һалдаттары яңылыш Гитлерҙың шарап складына барып сығып, һауыттары булмағас, мискәләргә атып, сәптергән тишектәр аша төрлө ил шараптарын тәмләп ҡарауын ҡыҙыҡ итеп һөйләй. Үҙенең дә “Сименс” оптик ҡорамалдар етештереү заводына барып инеүе ғәжәйеп мажара булып хәтерендә ҡалған. Шунан төшкән трофей фонарь менән бинокль уға Германия эсендә хәрәкәт иткәндә көтөлмәгән бәрелештәр ваҡытында ҙур ярҙам итә. Берлиндан барлыҡ полк көнбайышҡа юлланырға бойороҡ ала. Уларҙың взводы аръегард булып арттан барырға тейеш. Шулай бара торғас, полуторкаларының бензины бөтөп туҡтай. Бактағы яғыулыҡ күләмен күрһәткән прибор боҙолоп, тулы бак бензин күрһәткәс, заправкаламағандар икән. Хәл юҡ, төнгөлөккә туҡтайҙар. Төндә уйламаған ерҙән бер машина юғары чинлы немец яугирҙарын ҡулға алалар. Бензиндары ла бар икән тегеләрҙең. Иртәгәһенә бер ауылға етәрәк юл айырсаһында беҙҙекеләр ҡайһы яҡҡа киткәнен аңлай алмай торалар. Шул саҡ уларға немец һалдаттары ташлана. Бөтә Германия капитуляция иғлан иткәндә сыҡҡан мәғәнәһеҙ атышта Рамазан бабай менән бергә бар яуҙы үтеп дошман еренә еткән яҡын взводташтарының байтағы баш һала. Шоферы Хафизовтың икенсе полкта хеҙмәт иткәндә йәлләп аттырмаған, аҙаҡ шул немец арҡаһында командиры һәләк булған һалдаттың осрауы, был юлы инде шоферының дошманды ниндәй йәш йә йәлләүес булыуына ҡарамай дөмөктөрөргә кәрәк, юғиһә ул һине әрәм итәсәк тип, атып китеүе лә әллә осраҡлы хәл, әллә яҙмыш һынауы булғандыр, кем белә инде. Уларҙы фашист ерендәге хаҡ үлемдән ҡапыл беҙҙекеләрҙең килеп сығыуы ҡотҡара.
Дүрт йыл дауамында һуғышта йөрөп, был хәлгә күнегеп киткән һалдаттар өсөн, еңеү ҡыуанысы үткәс, хәрби хеҙмәтте дауам итеү мәлдәре еңел булмай. Бығаса еңгәс тә тыуған яҡҡа атлығасаҡбыҙ тип ашҡынып йәшәгәндәр өсөн һоро, ялыҡтырғыс көндәр башлана. Фалькензее тигән ерҙәге хәрби казармаға урынлашырға ҡушалар уларға. Һуңынан Шпандау (Берлиндың бер биҫтәһе), Эссен, Шверин, Виттенберг ҡалаларында йәшәргә насип була. Ҡайҙа йөрөһә лә Ҡотошов немец халҡының сымыры уңғанлығына, бөтә нәмәне теүәл, һәйбәт итеп эшләргә ынтылғанына иғтибар итә. Юлдар мәңге таралмаҫлыҡ итеп нығытып төҙөлгән, йорттары бик уйлап һалынған, уңайлыҡтары ла бар. Тик ер генә ташлы, һоро бында. Бығаса Украина, Белоруссияла ҡара тупраҡ тейәлгән дошман эшелондарын күреп аптыраһа, уның нимәгә хәжәт булыуын немец ерендә торғанда ғына аңлай ул. Аҡылһыҙ етәкселәренең оҙаҡ йылдар алып барған һуғышы арҡаһында бөлгән немец халҡының инде үҙҙәренә һис нәфрәтһеҙ ҡарауын күреп, был халыҡ үтә лә бойороҡҡа буйһоноусан икән тип уйлана. Германияла шулай ике йыл да үтеп китә. 1947 йылдың яҙында уны дивизия штабына саҡыралар. Тыуған яҡҡа отпускыға ҡайтып ҡына килергә лә, артабан хәрби хеҙмәтте дауам итергә тәҡдим яһап, һин генерал булаһы кеше, тиҙәр. Әммә Рамазан Нурғәле улы был юлдан баш тартып, ауылына ҡайтып төшә. Башҡортостанда уны емереклек, етешһеҙлек ҡаршы ала. Еңеп ҡайтып килгән һалдат өсөн ошоноһо бигерәк ауыр була. Аслыҡтан шешенгән әсәһе менән Маһира һеңлеһен ҡайтып ҡотҡарып өлгөрөүе өсөн яҙмышына мәңге рәхмәтле. Ҡайтҡас та йорт-ҡура тирәһен рәтләргә тотона. Атаһы ғына улын һуғыштан көтөп ала алмай. 1943 йылда һыйырҙары ҡазалана, төпсөк һеңлеһе Кинйәбикә вафат була. Шешенеп, шул йылдың июнь баштарында Нурғәле ағай ҙа үлеп ҡала. Уны ерләргә ауылда ир-егет табылмағас, ҡыҙ туғандары күмә. Әммә һуғыш бөткән мәлдәрҙә Ишембай нефтселәре ауыл зыяратының Ҡотошовтар ерләнгән тирәһенә вышка ҡуйған, барса ҡәберлектәрҙе пыран-зыран иткәндәр. Нәҫел ырыуының ятҡан ере шулай туҙҙырылыуы йәш яугирға мәңгелек йән яраһы һала.
Әсәһенең тыуған ереңдә генә донъя көт инде тип инәлеүенә ҡарамай, Өфөгә юллана ул. Бығаса үткән ҡатмарлы юлында ул был ерҙә белемле кешеләрҙең генә көслө булыуын аңлап өлгөргән була. Ике туған Әхмәт ағаларында йәшәп тора. Эш эҙләп йөрөп, башҡорт, татар, рус телдәрен һәйбәт белгән кеше талап ителә тигән иғланды күргәс, шул зат мин түгелме ни тип, тәүәккәлләп бара. Шулай уйламағанда БАССР-ҙың Юғары Совет Президиумының протоколдар бүлеге етәксеһе булып китә. Киске мәктәптә урта белем тураһында аттестат алғас, Өфөләге педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә. Әхмәт ағаһы аша танышып Жәлил Кейекбаев менән дуҫлаша. Тиҙҙән медицина институтында уҡып йөрөгән, Башҡортостанда тыуып, Ҡырғыҙстанда үҫкән Ғәлиә исемле ҡыҙ (яҙыусы Ғәзим Шафиҡовтың бер туған апаһы) менән танышып ғаилә ҡоралар. 1951 йылда уны Юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Ә инде ике йылдан Башҡортостан өлкә комитетына эшкә алалар. Юғары урында башта ул үҙен бик ситен тоя. Был хаҡта документаль повеста улы Заһир: “Һуғышта һәр күренештең асылын аңларға тырышып, аңлағанын ярып һалып әйтергә өйрәнгән яугир ярамһаҡланырға, сит кешенең уй-фекерен үҙенеке кеүек итеп һөйләргә өйрәнә алманы. Шуның арҡаһында үҙе буйһонорға тейешле дәрәжәле заттар менән уның араһында ҡаршылыҡтар һиҙелә башланы”, – тип яҙа. Шулай ҙа тырышып эшләргә тырыша ул, китеп кенә барыр ине, бында фатир мәсьәләһе тиҙерәк хәл ителерен белә. Шәхси биҫтәлә бүлмә табып, ҡуртымға алып йәшәй бит йәш ғаилә. Һәҙиә Дәүләтшинаның тибелеп йөрөгән осоро. Романын ҡалдырып китә, фән һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире лә, идеология буйынса секретарь ҙа уҡырға ашыҡмай. Ята бирһен дә кире ҡайтарырһың тип кенә ҡуялар. Намыҫы улай ҡушмағас нишләһен, аптырап үҙе уҡып сыға ла, рецензия яҙып һалып ҡуя. Һәҙиә апай СССР-ҙың Яҙыусылар берлегенә хат яҙғас, КПСС үҙәк комитетынан кеше килә. Ни әйтергә белмәй ағарынған түрәләр романды ошо кеше уҡыны тип Рамазанға күрһәтә. Әҙер рецензияһы булғас, тиҙ генә сығарып биреп, юғары художестволы стилдә яҙылған, хәлемдән килһә бөгөндән баҫтырыу яғын ҡарар инем, тигән һүҙе оло дәлил була. Романға ыңғай ҡараш тыуып, тиҙҙән баҫылып сыға. Рамазан Нурғәле улын йәй һайын, йәш командирҙарҙы өйрәтергә тип, хәрби сборҙарға саҡыралар, шулай подполковник дәрәжәһенә етә. Төп эшенән тыш тағы бер яратҡан мауығыуы – республика матбуғатына даими мәҡәләләр яҙыу була. Ошо һәләтен иҫәпкә алып, уны тиҙҙән “Агитатор блокноты” редакцияһына яуаплы сәркәтип итәләр. 1960 йылдан “Ҡыҙыл таң”да баш мөхәррир урынбаҫары була, күп тә тормай “Совет Башҡортостаны”на шул уҡ вазифаға күсә. 1963 йылда Н.С. Хрущев илдә төрлө үҙгәрештәр үткәрә башлай, милли матбуғатты бөтөрөп, рус теленән дубляждар ғына ҡалдырырға тип ҡарар сығара. Бөтә милли республикаларҙа туған телдәге гәзит-журналдар ябылып, рус телендәгеләре генә ҡала. Шул саҡта бер төркөм башҡорт зыялылары, Рәми Ғариповтың тәҡдиме менән, баш күтәрә. Ошо эште ойоштороуҙа төп ролдәрҙең береһен Рамазан ағай башҡара. Өлкә комитет алдында митинг үткәреүҙәре Үҙәк секретариатҡа мәғлүм була. Бер айҙан теге ҡәһәрле ҡарарҙы юҡҡа сығарыу тураһында хәбәр килә. Инде төрлө ергә таратылған журналистарҙы кире йыялар, гәзиттәр Башҡортостанда ғына түгел, барлыҡ милли төбәктәрҙә лә яңынан асылып эшләй башлай. “Китап” нәшриәтендә эшләп йөрөгән Ҡотошовты иһә Өфө дәүләт авиация институтына эшкә саҡыралар. Философия фәндәре кандидаты булып китә. Докторлыҡ диссертацияһын яҡлап өлгөрмәй, донъялар үҙгәрә. Рамазан ағай әүҙем рәүештә “Аҡ тирмә”, Башҡорт халыҡ үҙәге кеүек милли ойошмаларҙа эшләй, уларҙың етәксе органдарына һайлана. Суверенитет, башҡорт теленә дәүләт теле талап итеп халыҡ менән митингыларға сыға. Республика ветерандар комитетының етәксе органдарына ағза итеп һайлана. Бер-бер артлы үҙенең әҙәби китаптарын сығара. Һуғыш хәтирәләре менән йыш ҡына йәштәр алдында сығыш яһай. Тормош иптәше менән ике ул, бер ҡыҙ үҫтереп, оло юлға сығара. Ҡыҙының ике улы Мәхмүт менән Шамил медицина фәндәре докторҙары, профессор булып китәләр, кесе улы Заһирҙың улы Ғәзиз, уның ҡатыны Вәлиә тарих фәндәре кандидаттары, ҡыҙы Асия – педагогия фәне кандидаты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер йыл элек ҡәҙерле ҡатыны яҡты донъяларҙан китеп бара.
Әсеһен дә, сөсөһөн дә күргән 95 йәшлек олатай менән күҙгә-күҙ ҡарашып дүрт сәғәттән ашыу һөйләштек. Ғәжәп, ниндәй ғәрәсәттәр аша үтеп, тормоштоң иң түбән, ҡараңғы сөңгөлдәрен күрһә лә, һуғыштан аҙаҡ шундай ҙур урындарҙа эшләргә насип булһа ла, ул халҡымдың барса матур һыҙаттарын, бигерәк тә ябайлығын, ихласлығын үҙендә һаҡлай алған. Телмәре ауылда ғына һаҡланып ҡалған боронғо һүҙҙәргә бай, йор. Әммә сикһеҙ хәсрәтле хәтирәләрен дә, айырата ҡыуаныслы мәлдәрен дә берҙәй тыныслыҡ һәм тигеҙлек менән бәйән итеп ултыра. Был кешенең эске һынмаҫ көсө, ҡаҡшамаҫ ныҡлы үҙбаһаһы менән бәйле сифат.
Ваҡыт барыһын да дауалайҙыр, тием. Әңгәмәсем килешмәй. Уның өсөн барыһы ла әле генә булған кеүек. Бына ул атаһы ла беренсе донъя һуғышында саҡта булған, ике туған ағаһы ла ятып ҡалған Варшавала уйланып тора, шул саҡ үҙенә саҡ ҡына пуля теймәй. Бына ауыр йәрәхәтләнеп госпиталгә эләккән дә, оҙаҡ хат яҙа алмай, ә аслыҡтан шешенгән атаһы уның тере икәнлеген белмәй китеп барған. Бына уларҙың зыяраты, ә ҡәбер өҫтөндә нефть вышкаһы ултыра. Бына ул әсәһе Ғүмәр ауылында ҡалдырып киткән ике сабыйҙы юллап йөрөй, эҙҙәренә төшә алмай бөгөнгәсә билдәһеҙлек менән йәшәй. Әле ул йәшләй генә ҡоллоҡта булған әсәһенең яҙмышын һөйләп үҙенең йәнен аҡтара. Йә Йыһангир бабаһының уландары һуғышта вафат булғас, уның ҡулына ҡалған ейән-ейәнсәрҙәрен интернаттарға урынлаштырыуҙы юллай. Хәтеренең ҡайһылыр өлөшөндә кулак балаһы тип йәберләгәндәргә ҡаршы йәнтәслим һуғышҡан малай тауыш бирә. Бына ФЗО егетен бүрәнә баҫа. Бына ул поезд башында Себерҙән ҡасып ҡайтып килә. Шунда уҡ бер мөйөштә һуғышҡа тиклем дуҫлашҡан ҡыҙының хаттары өҙөлөүе, аҙаҡ уны юллап табыуы, әммә заводта ҡулын өҙҙөргән һылыуҙың уның хаҡына унан баш тартыуынан тетрәнеүе. Германиянан әсәһенә ебәреп торған эш хаҡын почта хеҙмәткәре үҙләштереп тороуын, ә ҡәҙерле кешеләренең шуны белмәй мохтажлыҡта көн итеүҙәре лә йөрәген ярһытып ала. Бына ул ауылында мәктәп ябылмаһын өсөн көрәшә. Барыбер барса ошо эргәһендә барған оло юғалтыуҙар һәм көрәш араһында уның ниндәй генә ғәрәсәттән дә имен сыға барыуы аптыратмай ҡалмай.
Теге атаһы тотторған бетеүҙе юғалтмай үҙе менән һуғыштан кире алып ҡайта ул. Яуҙа ҡайҙа ғына туҡтаһалар ҙа, гел иң тәүҙә ҡаҙынып, үҙе һыйырлыҡ, йәшенерлек ер уйып ала. Ер ҡаҙмаһаң, һин һуғышта сәп кенә, ти. Сос булырға кәрәк, һаҡланғанды һаҡлармын тигән, ти, Хоҙай ҙа. Шул ҡаҙған урынын уратып атаһы өйрәтеп ебәргән “Аятел Көрси”ҙе уҡып әйләнеү ҙә уның ҡалдырмаған ғәҙәте булған.
Бала саҡтарында үҙ ғаиләләренә күрһәтелгән йәберләүҙәрҙе, дәһшәтле һуғыш осоронда күргән ауырлыҡтарҙы кисергән уҙаман ысын батырлыҡ – ул яуызлыҡҡа юл ҡуймауҙы һәйбәт аңлаған. Башҡорт яугирҙары араһында бер генә һатлыҡ йәндең дә булмауы, илен, телен, ерен, тимәк, халыҡ киләсәген ҡурсалауҙы үҙ ғүмерҙәренән өҫтөн ҡуйыуҙары менән аңлатып ҡына ҡалмай, әммә ошо ҡағиҙәләрҙе ғәмәлгә ашырыуға бөтә көсөн һалған ир-аттары ул.
Юрматының данлы улдарының береһе. Бер әр ҙә, зар ҙа юҡ хәбәрендә. Оҙон, ҡатмарлы, болғансыҡ быуатты лайыҡлы үтеп барған һирәктәрҙең береһе ул Рамазан Ҡотошов.
Читайте нас: