Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
4 Март 2020, 11:20

Ит алырға килегеҙ!

Ул беҙгә итте яңы килеш халыҡҡа еткерергә булышлыҡ итәсәк.

Республикала ауыл хужалығы кооперциялары тотороҡло үҫешә. Уларға төрлө дәүләт программалары ҡаралған. 2018 йылда “Әбйәлил” ауыл хужалығы кооперативы 3 миллион һум күләмендә грант отҡайны. Кооператив рәйесе Илгизәр Ишбаев әйтеүенсә, дәүләт ярҙамы алғандан һуң уларҙың эше тағы ла йәнләнгән, мал аҙығы етештереү, ашлыҡ үҫтереү өсөн махсус ҡоролмалар алғандар. Быйыл иһә улар “Шаман” кооперативы рәйесе Алмаз Дауытов менән урындарға сығып сауҙа итер өсөн махсус машина һатып алған.
  • Беҙ ит һатыу менән шөғөлләнәсәкбеҙ, хәҙер бының өсөн барлыҡ мөмкинлек бар, – ти Илгизәр Ишбаев. – Бынан тыш, махсус һыуытҡыс та алдыҡ. Ул беҙгә итте яңы килеш халыҡҡа еткерергә булышлыҡ итәсәк.
  • Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.

    #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
    #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
    Читайте нас: