Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
25 Май 2020, 15:20

Рәмил бер йәштә генә була

Бынау егет бигерәк әҙәпһеҙ, һаулыҡ та һораша белмәй

Бесән мәле. Был миҙгелдә Белорет яҡтарының хозурлығын әйтеп аңлатҡыһыҙ. Тик Рәмил генә ошо күркәмлеккә һоҡланыр хәлдә түгел. Үлтереп теше һыҙлай уның. Әсәһенең ҡапыл ғына дауаханаға алып барыр әмәле юҡ. Бесәнде йәһәтерәк өҙөргә кәрәк. Бөткөһөҙ донъя мәшәҡәтен үҙҙәре генә тарта шул. Атайҙары мәрхүм булғанда алты баланың иң кескәйе Рәмил бер йәштә генә тороп ҡала.
Тау араларында көндәр бер ямғырға китһә, оҙаҡҡа һуҙыла бит ул. Фәүзиә апай улына:
– Мә, ошоно өрһәң, баҫылыр, – тип ҡурай үләнен һындырып алып бирә.
Үҙе тоҫмаллағанса тишек­тәр уйып ҡурайын быжылдатҡан ма­лай­ҙың теш һыҙлауы баҫылғандай булһа, икенсенән, өлкәндәр кеүек, ысын ҡурай тауышын сығара алыуы дәрт­ләндерә. Ошо ябай ғына көпшә артабан ғүмерлек юлдашына әүе­релер ҙә донъя буйлап сәфәрҙәргә алып сығыр, әллә күпме кеше менән осраштырыр, дуҫлаштырыр тигән уй башына ла инеп сыҡмай.
Аҙаҡ дүртенсе класҡа Белорет интернат-мәктәбенә барғас, Мөхәррәм Сәлимов етәкселе­гендәге түңәрәктә ҡурайҙа уйнау нескәлектәрен үҙләштерә үҫмер. Татлы ауылы клубында беренсе тапҡыр “Азамат” көйөн башҡарып, халыҡтың гөрләтеп ҡул сабыуын да бөгөнгөләй хәтерләй. Һигеҙен­сене бөткәс, сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә инә, Ришат Рәхимовта уҡый.
Үҙенең йәмәғәте Ирина ханым менән дә халҡыбыҙҙың изге уйын ҡоралы осраштыра егетте. Уҙған быуаттың 90-сы йылдар башы. “Йәдкәр” фольклор төркөмө Ҡа­ҙағстанға гастролгә йыйына, әммә Ишморат Илбәков ауырып киткән. Ғәли Хәмзин йәш ҡурайсыға:
– Ҡустым, ярҙам ит, әйҙә, беҙҙең менән бараһыңмы? – тип мөрә­жә­ғәт иткәс, бер һүҙһеҙ риза була Рәмил.
Аҡтау ҡалаһында аэропортта уларҙы башҡорт мәҙәни үҙәге вәкилдәре ҡаршы ала.
– Иринаға шунда уҡ күҙ төштө лә хатта һаулыҡ һорашырға оноттом, – ти бөгөн был осрашыу хаҡында Рәмил ағай.
– Ә мин эстән генә, бынау егет бигерәк әҙәпһеҙ, һаулыҡ та һораша белмәй, тип уйланым, – тип хәтер­ләй ул мәлде Ирина апай.
Ансамбль Ҡаҙағстанда бер аҙна була, концертта Ирина баяғы үпкә­һен онотоп, егеткә гөлләмә бүләк итә. Йәштәр телефондарын алмашып, хәбәрләшеп тора. Бер айҙан Башҡортостанға әхирәтенең туйына килгән Иринаға тәүәккәл егет тәҡдим яһай.
– “Йәдкәр” ансамбле менән барып, Йәдкәр исемле уҙамандың ҡыҙын алдым, – тип йылмая ҡурайсы.
Баҡтиһәң, ғаилә бығаса Учалы райо­нының Ураҙ ауылында йәшә­гән. Ирина өсөнсө класты бөткән йылда улар Ҡаҙағстанға күсенгән була.
Айырылмаҫ юлдашына әүерел­гән ҡурайы менән илдең, донъяның ниндәй генә төбәктәрендә булырға, халҡыбыҙҙың мәҙәни байлығын күрһәтергә насип булмай Башҡорт­ос­тандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡа­ҙанған артисы Рәмил Мәүлит улына. Төрлө халыҡтарҙың үҙҙәренең милли оркестры булыуына, эх, беҙ­ҙә лә ойошто­рорға ине, тип көн­лә­шеп ҡарай. Егеттең был ниәтен республика етәкселеге хуплап ҡаршы ала һәм уның фиҙакәрлеге менән 2001 йылда Халыҡ ҡорал­дары милли оркестры ойошторола.
Коллективҡа 40-тан ашыу музы­кант эшкә алынып, йылдан-йыл ре­пертуарҙы байытып, 300-ҙән ашыу әҫәр туплана. 15 йыл оркестр­ҙы етәкләгән осорҙа коллектив, бихисап урындарҙа рес­публикабыҙҙың мәҙәни йөҙөн күрһәтеп, данға күмелә. Рәсәйҙең беренсе Президенты призына лайыҡ булыу, ике тапҡыр халыҡ-ара конкурста, Рәсәй конкурсында Гран-при яулау – өҙлөкһөҙ хеҙмәт һөҙөмтәһе. Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка акаде­мияһында, Глинка исемендәге музейҙа яҙмаларын ҡалдыралар. Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Калинин коллективты “донъялағы берҙән-бер оркестр” тип атай. Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары мәлендә Рәсәй Президенты Владимир Путин, коллективтың сығышына һоҡланып, “уникаль оркестр” тип Рәмил Мәүлит улының ҡулын ҡыҫа.
– Бөтә илдә лә ҡурайҙы ихлас ҡабул итәләр, – ти Рәмил Мәүлит улы. – Эксклюзив ҡоралды күреп, мөкиббән китеп, таң ҡалып тыңлайҙар.
Бер нисә йыл элек ул саҡтағы Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Виктор Зубков етәксе­легендәге делегация менән Делиға барыуы ла күңеле түрендә матур хәтирә булып һаҡ­лана. Тамаша ҡылырға ун меңләп халыҡ йыйылған. Бөгөн Рәсәйҙә йондоҙ булып йөрөгән Дима Биланды халыҡ әллә ни хупламаһа ла, Редик Фәсхетдинов менән Рәмил Ғәйзуллинды алҡыш­тарға күмәләр. Береһе баянда һыҙҙырһа, икенсеһе – ҡурайҙа.
Һуңғы ике йыл ярым арауы­ғын­да 25-ләгән сәфәрҙә була та­нылған музыкант. Йыр-моң донъя­һына бар булмышы менән бирел­гән шәхескә йыш ҡына үҙ аҡсаһына ла йөрөргә тура килә. Башҡорт сәнғәтен таратыуға көс һалған ҡурайсы төркмән, ҡаҙаҡ, үзбәк оркестрҙары менән сығыш яһаған­да мотлаҡ башҡорт компози­тор­ҙары әҫәрҙәрен уйнай, икенселәрен рус оркестрына һалдыра. Былтыр Төркмәнстанда беренсе тапҡыр дәүләт симфоник оркестрына дирижерлыҡ итә. Ошо көндәрҙә генә танылған музыкант Рәсәйҙең Николай Осипов исемендәге Милли академия халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының “Донъя турнеһы” проектында сығыш яһап ҡайтты. Бында Рәмил Ғәйзуллин дирижер­лыҡ итергә, шул арала ҡурайҙа ла уйнарға өлгөрә. Был уның П. Чайковский залында һи­геҙенсе тапҡыр сығыш яһауы. Икенсе йылға ла саҡырып ҡуйғандар. Шулай уҡ Санкт-Петербургка ике сәфәр планлаш­тырылған. Смоленск, Ҡаҙағстандың Чимкент, Астана тарафтарында, икенсе йылға Ҡалмыҡ Республикаһында ла көтәләр.

Шулай ҙа үҙе ойошторған оркестрҙа ниәт иткән уйҙары теүәлләнмәүенә борсола ҡурайсы.
– Эшләнеп бөтмәгән әйберҙәр ҡалды, – ти ул. – Ундай оркестр Ер шарында юҡ. Ҡурайҙарҙы оҫта менән оркестрға барырлыҡ итеп эшләй башлағайныҡ, өс этап үттек, тағы өсәүһе ҡалды. Шуларҙы урынына еткереп ҡуймаһаҡ, уның ысын милли йөҙө боҙолоуы бар.
Ҡаҙағстан, Татарстан… Бөгөн Рәмил Мәүлит улы республиканан ситтә лә оҫталыҡ дәрестәре алып бара.
– Был юҫыҡта бәғзе бер ха­лыҡтар беҙҙең ҡурайҙы үҙләштерә тигән кире ҡараш йәшәй, – ти ул. – Ҡаҙағстанға барып өйрәткәнем бар. Улар барыбер беҙҙән шәп уйнай алмаясаҡ. Ҡаҙаҡтар ҡурайҙы күпләп уйнай башлаһа, беҙҙе­келәргә эш буласаҡ.
Ҙур идеялар, хыялдар менән йәшәй Рәмил Мәүлит улы. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер идеяларҙың үҙебеҙҙә хуплау тапмауына борсола. Мәҫәлән, 2005 йылдарҙа бөтә донъя төрки халыҡтарының оркестрын төҙөү хаҡында ниәт ҡора башлай. Бының өсөн сығым да талап ителмәй. Анкарала үткән бер кәңәшмәлә “ТӨРКСОЙ” халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеиновҡа шәхсән теләген белдерә. Һөҙөмтәлә былтыр ул азербайжан оркестры нигеҙендә ойошторола. Төрлө яҡтан йыйылған музыканттар унда башҡорт көйҙәрен дә башҡара.
Ҡасандыр тамашасылар эркелеп йөрөгән “Йәдкәр” фольклор ансамблен бәғзе берәүҙәрҙең тарҡатыуға юл ҡуйы­уына күңеле һыҙлай. Халҡыбыҙ һандуғас­тары Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Ғәли Хәм­зин, Тәнзилә Үҙәнбаева кеүек йырсыларҙы берләштергән төркөмдө бөтә ерҙә ихлас ҡаршы алғандар, алҡышлап оҙатҡандар. Тап шуға ла бөгөн ошо бушлыҡты тултырыу йәһәтенән фольклор ансамбль төҙөү хаҡында хыяллана талантлы шәхес.
– Сит илдәргә күп йөрөгәс, уның нескә­лектәрен яҡшы беләм, – тип уй-хистәре менән уртаҡлаша ул. – Фольклорҙы бөтә ерҙә барса халыҡ ҡабул итерлек юғары кимәлдә ойошторорға кәрәк. Бының өсөн артыҡ сығым да талап ителмәй. Беҙҙең филармонияла талантлы артистар етерлек. Бары уларҙы йыйып, халыҡты йәлеп итерлек зауыҡлы, фәһемле программа төҙөү мөһим.
Әҙәм балаһы ниндәй генә дан-шөһрәткә күмелмәһен, халыҡ алдында уны шәхес булараҡ билдә­ләгән төп уңышы – тәр­биәләп үҫтергән балаларылыр, моғайын. Был юҫыҡта ла йөҙө яҡты шөһрәт­ле ҡурайсының. Ҡасандыр сәхнә тултырып “Любезники-любизар, маладис, маладис!” тип йырлап йөрөгән малайҙар бөгөн барыһы ла яҙмышын сәнғәт менән бәй­ләгән.
– Сәнғәткә килеүҙәре үҙҙәренең телә­геме? – тигән һорауыма Рәмил Мәүлит улы былай тип яуап бирҙе:
– Бәләкәй саҡта балаларға йүнәлеш бирергә кәрәк. Мәҫәлән, Японияла етенсе класҡа тиклем бөтәһе лә мотлаҡ музыка буйынса белем алырға тейеш. Нобель премияһына лайыҡ булғандарҙың күпсе­леге бала саҡтарында музыка менән шөғөлләнгән. Алты айлыҡ сағында мин уландарымдың музыкаль һәләтен тикшер­ҙем. Көн һайын ҡурайҙы уйнағас, атлай башлағас, эштән ҡайтһам, һөйөнөп китеп ҡурайҙы күрһәтәләр ине. Өс улым да музыка мәктәбендә белем алды.
Бөгөн Айтуған ретро, халыҡ йырҙарын да оҫта баш­ҡарыуы менән алдыра. Шамил сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлап, хәҙер уҡырға инергә әҙерләнә. Иҡсан сәнғәт институтында уҡый, һуҡма ҡоралдарҙа уйнай.
– Иҡсан диплом алғанда үҙе айырым концерт бирҙе, бик талантлы кеше, – тип һүҙгә ҡушыла әсәһе. – Бындай хәл булғаны юҡ ине әле, тип уҡытыусылар һоҡлана. Иң тырышы ул. Таңғы алтынан-етенән тороп институтҡа шөғөл­ләнергә китә, класс буш ваҡытта. Вуздан ҡыуып сығарғас ҡына ҡайта.
– Балаңды иң тәүҙә үҙ һөнәреңә мөхәб­бәт уятырға, ошо юҫыҡта тәрбиә­ләргә кә­рәк тип уйлайым, – ти егеттәрҙең атаһы. – Уртансы улыбыҙ әле эшҡыуарлыҡ хаҡында уйлай башланы. Бәлки, икенсе юлды һайлар, әммә барыбер сәнғәтте, йырҙы ташламаясаҡ. Күптәр сәнғәт кешеләренең эш хаҡы аҙ тиһә лә, минеңсә, ул – ваҡытлы күренеш. Икенсенән, улар хеҙмәт хаҡына ғына ҡарап ятмай. Мәҫәлән, Иҡсан – универсаль егет, Ҡазанда ла уға эш тәҡдим итәләр. Шул уҡ Мәскәүгә барһа ла, урамда ҡалмаясаҡ.
Байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ Ғәйзул­линдарҙың уңайлы фатирында. Йорт хужаһына ихтирам ҙур бында. Атайҙары аш бүлмәһенә ингәндә өс улы ла уны баҫып ҡаршы ала. Әсә тәрбиәһе шулай. Стенала шәжәрә эленеп тора. Фатир төрлө музыка ҡоралдары менән тулған, уларҙың күбеһен алтын ҡуллы йорт хужаһы үҙе эшләгән. “Кеше-оркестр” программаһын төҙөп алған Рәмил Мәүлит улын төрлө урындарға, белем усаҡтарына өҙлөкһөҙ саҡыралар. Полиэтилен тоҡсайҙы ауыҙға ҡабып, стаканға һыу тултырып та көй сығара ул. Бер үк мәлдә әллә нисә төрлө музыка ҡоралында уйнаған музыкант алдында иң киҫекһеҙ балалар ҙа тынып ҡала.