Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
5 Июнь 2020, 21:50

Машинаға һыймаған артист

Бындай хәлде беренсе тапҡыр күреүем.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин республикабыҙҙа ғына түгел, хатта Рәсәйҙә иң оҙон буйлы актерҙарҙың береһе. Буйы ике метр булһа, ауырлығы 140 килограмм.

– Күптәр оҙон булып үҫергә теләй. Ә мин шул оҙонлоғом арҡаһында күрмәгән михнәт ҡалманы, – тип һөйләй был хаҡта артист. – Бәләкәй саҡта күҙ төбөнән күк китмәне, һарай эсенә инһәм, тегендә төртөләм, бында бәреләм. Берәй ергә барам тиһәң, мең бәлә. Поезда йөрөгәндә өҫкө ҡатҡа ята алмайым, мине күтәрә алмаҫ, ҡутарылып төшөр тип ҡурҡам. “ГАЗель”, “Мерседес”тарҙың ултырғыстары араһына аяғым һыймай, шуға иң алда, шофер янында ғына ултырырға тырышам. Бер нисә йыл элек репетиция һуң ғына бөттө лә, мин сығыуға ҡала транспорты йөрөмәй. Тора торғас, “Ока” килеп туҡтаны. Күпме генә маташһам да, машинаға һыймайым бит, ә ҡайтырға кәрәк. Шунан шофер алғы ултырғысты йәйеп һалғас, мин нисек кәрәк шулай машина эсенә һуҙылып ятып, аяғымды алғы тәҙрәгә терәнем. Таксистың юл буйына, егерме йыл эшләйем, бындай хәлде беренсе тапҡыр күреүем, тип көлә-көлә хәле бөттө.

Фото:артистың шәхси сәхифәһенән.

Читайте нас: