Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
6 Июнь 2020, 00:55

Клубта бейейһегеҙҙер бит, тип ныҡышалар. Киттем үҙемсә көйләп ауылса тыпырлап.

Юҡ, хәҙер халыҡ ҡаты бит ул.

Айгөл Айытҡолова

БР-ҙың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры - Ирек Әлмир улы Булатов.
- Ни өсөн театр?
- Ул хаҡта бик күп һөйләгәнем булды, гәзит-журналдарҙа ла яҙып сыҡҡандары бар. Шулай ҙа райондаштар өсөн тағы берҙе һөйләү яҙыҡ булмаҫ.
Театрҙы атайым яратты. Элек телевизорҙа спектаклдәрҙе һирәк күрһәтә торғайнылар. Ә бына радиопостановкалар йыш була торғайны, әгәр хәтерләһәгеҙ. Атайым ана шул ҡасан, нисәлә, ниндәй яҙманы радио тулҡындарына яңғыраталар – шуны белеп, көтөп торҙо. Бөтә эшен ташлап, тышта булһа – тыштан, ҡырҙа йөрөһә – ҡырҙан йүгереп ҡайта.
Башҡортса концерттарҙы ла ҡалдырманы. Тәүҙә радионы тыңлай, шунан ғына эшенә тотонор ине. Шул, атайымдың спектакль тыңлауҙарының йоғонтоһо булғандыр. Ғөмүмән, театр менән атайым таныштырҙы тип әйтә алам.
- Элек актер, актриса һөнәре лә нисектер абруйлы һымаҡ ине бит ул...
- Ә мин бөтөнләй аңламай инем актерҙарҙы: ҡайҙан ул кешеләр, нисек уйнайҙар, нимә эшләйҙәр...
Бала саҡта бер Мораҡҡа спектаклгә барҙыҡ. Мәжит Ғафури исемендәге театр килгән. Спектаклдең нимә икәнен дә белмәйем, килгән булдыҡ, ултырабыҙ. “Ғәлиәбаныу”ҙы күрһәтәләр. Бер күренештә Хәлилгә (Фидан Ғафаров) Исмәғил ата, шунда мин “Атма!” тип ҡысҡырып һикереп торғанымды хәтерләйем. Атайымдар “терт” итеп ҡалды: “Тсс, ҡысҡырма, ярамай”, - тип мине тынысландыра (рәхәтләнеп көләбеҙ - авт.) Хәҙер көлкө инде. Шул хәтлем бирелеп ҡарап ултырғанмындыр инде.
Ә аңлап, аңлы рәүештә барыуым һуңғараҡ булды. Унды бөткәс, БДУ-ның тарих факультетына уҡырға индем. Көндөҙгөгә үтмәгәс, киске бүлеккә барҙым. Спектаклдәр йыш була. Көнөнә бер нисә рәт. Беҙ, студент булараҡ, экономиялап маташабыҙ: ял көнө иртәнге сеанстарға йөрөйбөҙ (әртистәрсә генә кеҫәһен ҡапшап күрһәтә, йәнәһе арзаныраҡ - авт.). Ә йүнәлеште Дамир ағай Әҙелбаев бирҙе. Клубта йөрөгәндә күрә лә, “Ирек, һиңә бит театрға барырға кәрәк, урының һинең шунда”, тип әйтә торғайны. Бер әйтте, ике әйтте. Мин уны шаярыу һымаҡ ҡына ҡабул итәм.
Ысынлап килеүем былай булды. Тарих факультетында уҡып йөрөйөм. Эй, Хоҙайым, шул ҡәҙәре оҡшамай (йөҙөнә сығып китә хатта, “әртисләнә” тип кенә әйтеп булмай, ысындыр - авт.) Атай-әсәй әйткәнгә генә барғайным, һүҙҙәрен йыҡмайым тип. Беренсе курсты бөтөүгә шул ҡәҙәре биҙҙерҙе. Был минеке түгел икәнлеген тоям. Ҡыйын инде прәме, эс боша, күңелгә ятмай. Ташла ла ҡайт шунан...
Атайым ныҡ үсекте, рәнйене. Кеше унда инә алмай, ә һин БДУ хәтлем БДУ-ны ташлап ҡайтҡанһың, тип орошто-орошто ла, ферма яғына ымлап (беҙҙең баҡсанан күренеп кенә тора ул): “Ярар, ана, мал туҡ булыр”. Бер шулай йоҡлап ятам иҙәндә. Иртәнсәк уянып китһәм, бәләкәй генә журнал өҫтәленән район гәзите шыуып төшкән дә, өҫтәлдең аяғына һөйәүле тора. Шунда рамкаға алынған бер иғлан яҙылған: “Объявляется дополнительный набор на театральные курсы Олега Ханова...”. Оҙаҡ итеп текләп яттым. Үҙем уйлайым: һуң бына бит, әллә барып ҡарарға микән? Проза, басня тип яҙғандар. Улары аңлайым. Этюд тигән нәмә лә тора. Уныһы нимә була икән ул? Башҡа һыймай, төшөнә алмайым, ауыл балаһы бит инде мин...
“Ошонда барһам, инһәм...ҡыуып сығармаҫтар әле, исмаһам, ҡарап булһа ла, сығырмын...”
Район гәзитен тотоп алдым да, әсәйемә киттем (атайға яҡын барып булмай, рәнйегән). “Әсәй, бына, ней...Барып ҡарайым микән әллә?” тием. Әсәй кеше - әсәй кеше инде, бар,тип рөхсәт бирҙе.
Беренсе көндә үк этюдтың нимә икәнен аңланым. Ишектән башты тығып ҡына ҡарайым, әллә нимәкәй күрһәтәләр, тегеләй-былай йөрөйҙәр. Минең сират етте. Үҙ белдегем менән генә әҙерләндем. Проза тигәненә Зәйнәб Биишеваның бер әҫәренән өҙөк һөйләнем, русса басня ла ишеттерҙем. Хәҙер этюд күрһәт, тиҙәр. Этюдтың нимә икәнен белмәйем. Ҡабул итеү сәнғәт училищеһының ҙур залында бара. Мөйөштә генә ҙур ҡара рояль тора. Ханов: “Ошо рояль аҫтына инеп ултыр әле”. “Был нишләп минән улай мыҫҡыл итә икән?” - тип уйлайым, шулай ҙа инеп ултырҙым. Көтөп ултырам (хәҙер берәй этлек-ғәләмәт килтереп сығарыр тип уйлайым эстән). Ханов көр тауыш менән: “Бына һин йомран ( мейене ғәрлек телеп үтте – нисек инде мин – йомран?!). Күҙ алдына килтер: һин үҙеңдең ояңда ултыраһың. Һинең ғаиләң ҙур, балаларың күмәк. Уларҙы ашатырға кәрәк. Ә иген баҫыуы – юл аша. Юлда машиналар мыжғып тора...” тип һүрәтләп тә бирҙе...
Үҙ белдегем менән фантазиямды эшкә егеп, “юл аша” сыҡҡан булып, ике сикәмә иген тултырып алып ҡайтҡан булып, күрһәттем шунда этюд тигәндәрен. Йығылып ятып көләләр, бик тиҙ алып ҡайттың, тиҙәр. Ярар, быныһы булды. Йыр һорайҙар, ниндәй йыр әҙерләнең тип. Бер йыр ҙа белмәйем “Зәңгәр томандар артында”нан башҡаны. Давай, йырла, тиҙәр. Йырланым. Бейеү ҙә кәрәк икән. Бейей белмәйем. Клубта бейейһегеҙҙер бит, тип ныҡышалар. Киттем үҙемсә көйләп ауылса тыпырлап. Тәгәрәшеп көләләр һаман (актерҙың килештереп һөйләгәненә беҙ ҙә көләбеҙ - авт.). Икенсе көнөнә килһәм, беренсе турҙы үткәнмен, икенсе турҙа тағы шул “Зәңгәр томандар артында”ны йырлаттылар, шунан өсөнсөһөн дә үттем нисектер һәм төркөмгә ҡабул ителдем.

Олег Хановтың һүҙҙәрен һаман хәтерләйем: “Вы представляете из себя нечто, из чего можно слепить что-то” тигән булды.
Шулай итеп, театр тормошона килеп индем. Үҙемдең мөхит икәнлеген шунда уҡ аңланым.
- Атайың нимә тине?
- Ул бер нәмә лә өндәшмәне. Уҡып бөтөп, эшләй башлағас, Мәҡсүткә спектакль менән килдек. Көндөҙ балаларға әкиәт ҡуйҙыҡ, кисен ололар өсөн. Сәхнәлә йөрөйөм уйнап, залға ҡараһам, иң артта атайым баҫып тора (кәүҙәгә дәү генә, әллә ҡайҙан күренә). Күҙен ҡыҫа биреңкерәп, башын күтәреңкерәп ҡарап тора.
Киске спектаклгә лә килде. Шунан һуң ғына минең менән кешесә һөйләшә башланы.
- Тәүге ролең?
- Беҙҙе беренсе курстан уҡ массовкаға индерә башланылар. Ә бына роль тип әйтерлеге - Фәтхи Бурнаштың “Таһир-Зөһрә”һендәге Шаһзада.
- Ә ролдәрҙе ҡайһылай бүләләр? Һин бына шул персонажға оҡшағанһың, һин, әйҙә, шул бул типме?
- Төрлөсә. Режиссерҙан тора. Тулыһынса. Әгәр актерҙың ысын актер булараҡ асам тип тотона икән, ул һинең ете ҡат тиреңде лә сығарыр.
Иң ауыр бирелгән роль – “Әхмәтзәки Вәлиди Туған”дағы Әбделҡадир инан образы. Туғыҙ ай буйына эшләнек уны Айрат Әбүшахманов менән.
-Роль уңышлы булһын өсөн ул һинең булмышыңа тап килергә, күңел кисерештәреңә ауаздаш булырға тейешме икән?
- Уны бер ҡасан да белеп булмай. Һинең күңелеңә бөтөнләй ятмаған ролдәреңде лә халыҡ йылы ҡабул итеүе ихтимал. Киреһенсә булыуы ла мөмкин. Ҡайһы бер сәхнә әҫәрҙәрен яртышар йыллап ентекләп, етди итеп, еренә еткереп әҙерләйһең, ә тамашасы уны аңламай, йөрөмәй, зал тулмай, халыҡ һанламай ҙа ҡуя. Бер нимә лә эшләтеп булмай. Ә эш араһында ғына эшләнгән еңел-елпе спектаклдәр, киреһенсә, ҙур аншлаг менән йылдар буйы барыуы ихтимал.
- Ә ниндәй жанрҙар халыҡ тарафынан яҡшыраҡ ҡабул ителә?
- Комедия, әлбиттә.
- Ә ни өсөн икән?
- Рәсәйҙә йәшәйбеҙ бит. Дөрөҫөн әйткәндә, кеше комедияны тормоштоң ығы-зығыһынан арынып, яңы һулыш алыр өсөн ҡарайҙыр тип уйлайым. Рәхәтләнеп көлөп, эмоциональ яҡтан ял итеп алыр өсөн. Сит илдә генә яраталар ул ҡатмарлы спектаклдәрҙе. Шуға күрә фестиваль кеүек нәмәләргә әҙерләнгәндә классик йүнәлештәге тамашалар әҙерләп алып барырға тырышабыҙ.
- Спектаклдәрҙең кеше тормошона ниндәйҙер йоғонтоһо тип әйтәйемме, тәрбиәүе әһәмиәтеме, буламы?
- Һис шикһеҙ, тип әйтер инем. Бер хәлде генә бәйән итәм. Сираттағы спекталдә уйнап, ҡайтырға автобус көтөп туҡталышта торам. Шунда минең актер икәнлегемде танып, бер ҡатын яныма килеп баҫты. Спектаклегеҙҙә булдым, оҡшаны, тип һөйләшеп киттек тә, был:“Һеҙ бит мине үлемдән ҡотҡарҙығыҙ”, - ти.
“Терт” итеп ҡалдым. Минең украт шул мәлдә әллә дөрөҫ юлды һайламаным микән, әллә театрҙан китәйемме икән тип уйланым йөрөгән сағым ине.
“Йәшәү менән үлем араһының сигендә генә тора инем. Йәшәүҙән туйып, тәҙрәне асып баҫып торҙом. Шул мәл радионан “шул-шул спектакль премьераһы була” тигән иғланды ишетеп ҡалдым да, туҡтаным, төштөм, уйлана-уйлана урам буйлап киттем һәм шул тамашаға индем. Шунан сыҡҡандан һуң тормошҡа ҡарашым үҙгәреп, йәшәүгә дәрт-дарманым ҡайтып, был донъяның матурлығын, кеше ғүмеренең ҡәҙерен аңлай башланым”, - тип рәхмәттәрен әйтеп (әлбиттә, шәхсән миңә генә түгел, тотош театр актерҙарын күҙ уңында тотоп) хушлашты. Минең дә күңелемдә шул мәл ниндәйҙер аңлатып бирә алмаҫлыҡ хис-тойғолар уянып, эшемдең, һөнәремдең кеше өсөн әһәмиәтле икәнлегенә төшөндөм...
- Кире ролдәрҙе уйнарға тура килгәндә нмәләр кисерәһең? Күңелең ҡабул итә алмай йонсомайһыңмы?
- Әлбиттә, кире ролдәрҙе лә күп уйнарға тура килә. Әммә театр ул шуның өсөн дә театр, унда кире образдың да яңғай яҡтарын күрһәтә белергә кәрәк. Мәҫәлән, көн дә айныҡмай эскән ир, ти. Уның ғауғалап, һуғышып, йә урам буйында аунап ятҡан итеп бер нисек тә күрһәтеп булмай сәхнәлә. Ярар, эскән ти, иҫерек ти. Әммә ул да бит кеше, уның да күңеле, йөрәге бар. Ул да үҙенсә нимәнелер нескә тоя, үҙенсә ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы торорға ынтыла. Ошо кире ролдәргә бәйле бер ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булғылап тора ул.
Элек гастролгә сыҡһалар, әртистәр ауылда кешегә өйгә төшә торғайны. Бына шулай бер актерҙарҙы ауыл халҡы һәр кемеһе тигәндәй бүлешеп алып, ҡунаҡ итеп, кискеһен тамашаға әҙерләнеп тороп барғандар. Бер хужаға төшкән апай спектаклдә кире ролдә булған. Тамаша бөткән, былар һәр береһе үҙе төшкән өйгә ашыҡҡан. Апай барһа, ишек бикле, дөм ҡараңғы, ут һүнгән, ти. Әллә уларҙан алдараҡ ҡайттым микән тип, көтөп ултырған. Бер сәғәт үткән, ике сәғәт, тегеләр юҡ, ти һаман. Аптырағас, ишек шаҡып ҡараған. Шунан бер ваҡыт өйҙән әрләшә-әрләшә хужалар килеп сыҡҡан, һин фәлән дә төгән, һын былай, һин тегеләй, тип тегене әрләп, өйгә индермәй, ҡыуып сығарған...
- Роле буйынса кешенең үҙен ҡабул иткән дә ҡуйғандар инде.
- Үәт! Көлһәң дә, илаһаң да, тигәндәй... Ауылда халыҡ та ихлас бит ул, бирелеп китеп тамаша ҡыла, апай ҙа оҫта уйнағандыр.
- Тамашасы бөтә ерҙә лә шулаймы?
- Юҡ, хәҙер халыҡ ҡаты бит ул. Бына шундай залды ла актер яндырып, тоҡандырып, геүләтеп ебәрә икән, спектакль уңышлы була.
- Ә тыуған яҡтарыңа йыш ҡайтаһыңмы?
- Форсат сыҡҡан һайын ҡайтып әйләнергә тырышам, әммә бик уңайы тура килмәй. Отпуск кеүек оҙайлы ялды, әлбиттә, ауылда үткәрәм.
- Теләктәрең?
- Теләктәрем бер: һаулыҡ булһын, ғүмер булһын, театрҙарҙа йышыраҡ күрешергә, осрашырға яҙһын! Тормошто ҡатмарлы тип ваз кисмәйек, рухи яҡтан үҙебеҙҙе үҙебеҙ күтәрәйек, үҫтерәйек, һәм, әлбиттә, кеше булып ҡалайыҡ!
- Матур теләктәрең, йөкмәткеле әңгәмә, ваҡыт бүлеп редакцияға килеүең өсөн ҙур рәхмәт һиңә лә! Сәхнәгә сыҡҡан һайын алҡыштарға күмелер, тамашасы күңеленә уйылып ҡалырлыҡ мәңгелек ролдәр!
- Рәхмәт!
Читайте нас: