Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
7 Июнь 2020, 00:00

Йөрәк ҡартаймаһын, тиһәң...

Күңелем тулып илап та алам.

Ғәжәп: һаман да бала саҡтағы кеүекмен. “Эх, Сәлимгәрәева, йөҙгә етеп килһәң дә балалыҡтан сыға алмайһың бит, ә!” – тип үҙемде шелтәләп тә алам ҡай саҡ. Ысынлап та, холҡом ғәләмәт шул: килеп тороп үсегеп, үпкәләп барам. Берәй эшкә тотондо ниһәм, бәләкәй саҡтағы һымаҡ, сытырман йәбешеп, сәмләнеп китәм. Күңелем тулып илап та алам. Коллегаларымдың эштәрен ҡараһам, ихлас ҡыуанып, һоҡланыуымды белдерәм. “Ай, афарин! Эләктереп алған бит, тимәк, үҙ ҡарашы бар”, – тип уның ниндәй ҙә булһа ыңғай яғын табып ҡыуанам. Ғөмүмән, рациональ аҡылға ғына түгел, йөрәккә, эске тойғоларыма нығыраҡ буйһонам. Сөнки беләм, ул һине һис алдамай. Шулай ти үҙе хаҡында талант әһеле.
Ошо көндәрҙә яратҡан, һөйкөмлө артисыбыҙ күркәм юбилейын билдәләй. Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы, һеҙҙе оло байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлек, йән тыныслығы, балаларығыҙҙың ҡыуаныстарын күреп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, талантығыҙға һоҡланабыҙ.
Читайте нас: