Гәүһәр Байбулдина 20 йылдан ашыу Сәйетбаба мәҙәниәт йортонда эшләй. Талантлы ханым тыуған яғының мәҙәниәтен, халыҡ ижадын үҫтереү, ауылдаштарының ялын файҙалы һәм күңелле үткәреү өсөн ҙур көс һала. 2013 йылда өлкәндәрҙән генә торған "Асанай” халыҡ фольклор ансамблен булдыра ул. Хаҡлы ялда булһалар ҙа, ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән, йыр-бейеүгә, төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға маһир, йәштәргә өлгө булырҙай бер төркөм апай-ағайҙарҙы йыйып, ең һыҙғанып эш башлайҙар.Ансамбль тәүҙә ауылда ойошторолған йыйындарҙа, шәжәрә байрамдарында, һуңынан республикала йыл һайын үтеп килгән "Яратам һине, тормош!” оло кешеләр фестивалендә сығыш яһап, районда ғына түгел, зона, республика кимәлендә еңеүҙәр яулай.
"Байыҡ” республика телевизион бейеү бәйгеһендә лә Гәүһәрҙең бейеүселәре лайыҡлы рәүештә тәүге урынды яуланы. Былтыр Татарстандың Аҙнаҡай районында төрки телле халыҡтарҙың "Сатыр тауҙағы йыйын" тигән йыйында «Мырҙаҡай» фольклор ансамбле (етәксеһе – Гәүһәр Байбулдина) IX Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып I дәрәжә Дипломға лайыҡ булды.