Һәр кем өсөн тыуған яғы ҡәҙерле, яҡын. Кеше тәпәй баҫҡан ерендә буй ғына еткермәй, шәхес булараҡ та үҫешә. Һәләттәр өсөн илһам инешенең башы ла тап шунан башлана... Рәфис Ҡуйбағаров та тыуған яғы тәбиғәтенә бәләкәстән ғашиҡ була. Оло Эйек йылғаһының ҡушылдығы ғына булыуына ҡарамаҫтан, мул һыулы Өҫкәлек йылғаһының ағышына ҡарап сәғәттәр буйы уйҙарға сумып ултырырға, йә Өрпәк тауына текәлеп хыялдарға сорналырға ярата ул. Һәр нәмәгә ижади күҙлектән ҡараған үҫмер өсөн хатта Ейәнсура районының Мәзит ауылы өҫтөндә ҡояш сығышы-байышы ла икенсерәк, Башҡортостандың Урал аръяғы тәбиғәтенә хас булғанса, һирәк кенә килеп сыҡҡан болоттарҙа ла ниндәйҙер мәғәнә һалынған кеүек күренә.
Тап ошо хыялый күңеле юғары класта уҡып йөрөгән уҡыусыны тыуған ауылы тураһында фильм төшөрөргә этәрә лә инде. Буй етмәгән ергә уй етә тигәндәй, ярҙамсылары ла табыла, аулдаштары ла ихлас теләк белдерә. Апаһы, ул ваҡытта БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы студенты Фәниә Юланова сценарий яҙһа, яңы ҡабынған йондоҙ йырсы Риф Бикбаев төп ролдә уйнарға ризалаша. Шулай итеп, ун биш минутлыҡ “Йөрәгемдә - ауылым” тип аталған фильм күмәк ролдәрҙә ауылдаштарының ҡатнашлығы менән донъя күрә.
Быға тиклем дә Күмертау ҡалаһындағы лицей-интернатта уҡып йөрөгән үҫмер ҡыҙыҡлы видео мәғлүмәттәрен “Тамыр” студияһына ебәреп, тәжрибә туплаған, был өлкәлә тәрәндән йөҙгән белгестәр менән таныш була. Шуға ла күп уйлап тормай тәүге фильмы менән район хакимиәтенә барып, кинофестиваль ойошторорға тәҡдим итә. Шуныһы ғәжәп: баш тартыусы булмай. Әллә Рәфис тәҡдимен ышаныслы итеп еткерә белә, әллә Ейәнсурала һәр саҡ шулай йәштәрҙең һәр башланғысын хуплап, ыңғайҙарына торалар. “Тамыр” телеканалы хеҙмәткәрҙәре, республикала билдәле режиссер Айсыуаҡ Йомағолов, хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе Фәрзәнә Аҡбулатова, йырсы Лиана Хәбибуллина ла ярҙам ҡулы һуҙырға теләк белдергәс, Рәфистең түбәһе күккә тейгәндәй була. Шулай итеп тиҙ арала үҫмер егеттең хыялы артынан маҡсаттары ла тормошҡа аша.
Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ойошторолған был кинофестивалгә “Аҡбуҙат” тип исем ҡушырға уйлаған мәлендә туҡталып ҡала. Сөнки Халыҡ-ара “Көмөш Аҡбуҙат” тигән ошондай уҡ фестиваль бар бит. Халыҡ буталмаҫмы? Шуға ла башҡорт халыҡ ижадында киң таралған образдарҙың береһе, Аҡбуҙаттың ише Толпарға туҡтала. Һәм беренсе йыл район кимәлендә генә үтһә, икенсе, өсөнсө йылдарҙа республика буйынса ойошторола. Ә аҙаҡҡы дүртенсе-бишенсе тапҡыр үткәндә Халыҡ-ара кимәленә сыға. Эйе, эйе, һеҙ яңылышманығыҙ, унынсы класс уҡыусыһы башлап ебәргән эш менән өс йылдан ете диңгеҙ аръяғында йәшәгән, кино төшөрөү сәнғәтенә ғашиҡ булған 23 йәшкә тиклемге йәштәр ҙә ҡыҙыҡһына башлай, улар ҙур теләк менән үҙ эштәрен ебәрә. Былтыр, мәҫәлән, ун ил ҡатнаша. Ҡырҡ минутҡа хәтлем төшөрөлгән был фильмдарҙың сифаты бер-береһенән ныҡлы айырылһа ла, йәштәрҙең маҡсаты бер. Улар киләсәк быуынды насар ғәҙәттәрҙән арынырға, сәләмәт тормош алып барырға һәм телефон, гаджеттарға бәйлелекте туҡтатып, виртуаль донъяла йәшәүҙән арынырға саҡыра.
“Был фильмдарҙың һәр береһе аша милли сифаттарҙы, урындағы халыҡтың йәшәйешен дә күререгә була, - ти Рәфис. – Мәҫәлән, Ирандан килгән фильмдар ябайлығы менән башҡа илдәрҙең эштәренән айырылып тора - шул уҡ ваҡытта уларҙың йөкмәткеһенә бик тәрән мәғәнә һалынған. Был илдең авторҙары ябай сюжет аша ҙур фәлсәфәүи һорауҙарҙы күтәрәләр. Шулай уҡ иран фильмдары изгелек, матурлыҡ һәм ихласлыҡ менән тулып ята. Уларҙы ҡарағандан һуң ябай ғына нәмәләрҙең дә ҡәҙерен белә башлайһың. Шулай уҡ Ирандан килгән бер эш "Анимацион фильм" номинацияһында еңеүгә өлгәште. Был фильмда диалогтар юҡ. Ул шуныһы менән үҙенсәлекле һәм көслө.
Һиндостан фильмдары ла башҡаларҙан һәр ваҡыттағыса айырылып тора. Йыр һәм бейеү аша улар актёрҙың тойғоларын һәм теләктәрен күрһәтергә тырыша. Ә аудитория барыһын да тура мәғәнәлә аңламаһын өсөн авторҙар музыкаль кадрҙарҙы махсус рәүештә ысын түгелгә оҡшатып эшләй. Болливуд фильмдарында визуаль эффектар һәм һуғыш сәхнәләре лә махсус рәүештә реаль тормоштағы күренеш менән тап килмәҫлек итеп төшөрөлеүе ошо маҡсаттан сығып эшләнеүгә ҡоролған. Хәҙерге фильмдарҙа музыкаль элементтар кәмей барһа ла, улар бөгөн дә иң популярҙан һанала. Бигерәк тә Азия һәм Африка илдәрендә уны яратып ҡарайҙар.
Ҡырғыҙстандан килгән "Баҡыт" фильмы фестивалдә гран-при яулауға өлгәште. Был фильм ауыл берейторы Баҡыт менән 10 йәшлек малай тураһында. Мәктәптән һуң Баҡыт ваҡытын аты менән бергә үткәрә, далалар буйлап йөрөй. Ике малайға ла бер ҡыҙ оҡшай. Баҡытты атаһы ярышҡа әҙерләй. Тик ваҡыты еткәс, ат юғала. Бынан һуң Баҡыт өсөн йәшәүҙең мәғәнәһе юғала. Сөнки ат - уның үҙенең бер өлөшө... Ҡырғыҙ фильмдары башҡорт, ҡаҙаҡ фильмдарына яҡын, минеңсә, беҙҙең ҡараштар күп ерҙәрҙә тап килә һәм дә ниндәйҙер трагизм, драматизм көслө. Ғөмүмән, 2018 йылда гран-приға эйә булған был фильмдың режиссеры Меерим Догдурбековтың фильмдары Франция, Германия, Төркиә һәм башҡа илдәрҙең кинофестивалдәрендә ҡанташып еңеүҙәр яулауы беҙҙең өсөн дә оло мәртәбә.
Әйтеп китеүемсә, донъяға етди ҡараш, фәлсәфәүи уйланыуҙар буйынса, ҡырғыҙ фильмдары ҡаҙаҡтарҙыҡына яҡын. Шулай ҙа уларҙа комедия жанрына иғтибарҙы ныҡ үләләр. Ил эсендә был фильмдар аҡса күп эшләй. Сөнки артхаус йәки етдирәк фильмдарға кеше йөрөп бармай. Фәлсәфәүи яҡтан көслө фильмдар күберәк кинофестивалдәрҙә уңышҡа өлгәшеүсән”.
Һуңғы ваҡытта башҡорт фильмдарының күпләп төшөрөлә башлауына ла ҡыуана. Был йәһәттән “Толпар” кинофестивале лә һәләттәрҙе асырға этәргес булып тора икән. Мәҫәлән, беренсе еңеүсе Диана Ейәнғолова кино төшөрөү, һәр нәмәгә образлы ҡарарға өйрәнеү башҡа йүнәлештә эшләгәндә лә ҙур ярҙам булып тора тип, иҫәпләй. Ул Ҡытайға барып уҡып ҡайтҡан, телдәр өйрәнеү менән мауыға. Ике йыл рәттән гран-при алған Илназ Мостафин иһә бөгөн дә кино сәнғәтендә эшләүҙән, үҫешеүҙән туҡтамай. Бөгөн ул башҡа Халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә лә ҡатнашып, үҙенең эшен күрһәткән егет. “Шулай ҙа, башҡорт кино сәнғәтен үҫтерер өсөн, алһыҙ-ялһыҙ эшләргә лә эшләргә кәрәк. Беҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә кеүек үк, улар ҙа трагизм, драматизм менән солғанып алынған. Был жанр төрлөлөгө етмәүҙән киләлер”, - ти.
Бөгөн Рәфис БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиялының башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты студенты. Быйыл ҡулына диплом алырға йөрөгән егет беренсе курстан уҡ башҡорт теле, әҙәбиәте менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, төрлө йыйынтыҡтарҙа төрлө темаларға арналған егермегә яҡын ғилми мәҡәләләр авторы. Буласаҡ уҡытыусы шулай уҡ илдәге мәғариф системаһының төҙөлөшө тураһында ла йыш уйлана. “Белем биреүҙең сифатын күтәреү өсөн иң тәү сиратта уҡытыусының баһаһын күтәреү мөһим. Мәҫәлән, Финляндия кеүек илдәр менән сағыштырып ҡараһаң, беҙҙә хәлдәр ултырып иларлыҡ бит. Эш хаҡы тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәй. Уҡытыусы ҡағыҙ менән булышып ваҡыт уҙғарырға түгел, балаларға белем бирергә тейеш”, - тигән фекерҙә.
Рәфис Ҡуйбағаров исеме шулай уҡ “Аманат” журналын уҡыусыларына ла яҡшы таныш. 2013 йылда “Йәш хәбәрсе” исеменә лайыҡ булған егет балалар һәм үҫмерҙәр өсөн нәшер ителгән был баҫмала бөгөн дә “Йондоҙло “Аманат” рубрикаһын даими алып бара.
Шундай шәп замандаш булып сыҡты бөгөнгө геройым. “Үҙең менән сағыштырырлыҡ кеше – ул һинең үткәнең” тигән девиз менән йәшәгән егеттең хылдары, уй-маҡсаттары тағы ла юғары. Иртәгәгә бөгөнгөһенән тағы ла яҡшыраҡ булырға, үҫешергә ынтылған егет киләсәктә милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булырҙай уҡыусылар тәрбиәләһә лә, Санкт-Петербургта кинорежиссура буйынса белемен камиллаштырып ҡайтып сәнғәттең был төрөн үҫтереүгә тотонһа ла юғалып ҡалмаҫына шик юҡ.