Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шәп замандаш
16 Июль 2020, 00:10

Әмир Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә

Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ егеттең Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә башлауына ата-әсәһе, туғандары ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерә.

Башҡортостанда армияға яҙғы-йәйге саҡырылыш тамамланды. Республиканан биш меңдән ашыу егет Калининградтан Владивостокка тиклем Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә оҙатылды. Беҙҙең егеттәр ракета һәм һауа-десант ғәскәрҙәренән алып ғилми роталарҙа һәм милли гвардия ғәскәрҙәрендә лә хеҙмәт итәсәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” селтәрендә был саҡырылыш буйынса Үҙәк хәрби округ төбәктәре араһында беҙҙең күрһәткестәр бик яҡшы булыуын билдәләп, хәрбиҙәргә һәм уларҙың атай-әсәйҙәренә, туғандарына уңыштар, айырылышып торған бер йыл тиҙерәк һәм яҡшы үтеүен теләне.
Әйткәндәй, һалдатҡа китеүселәр араһында Баймаҡ егете Әмир Байраҡаев та бар. Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ егеттең Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә башлауына ата-әсәһе, туғандары ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерә. Армияға тиклем Әмир Сибай күп профилле һөнәри колледжын тамамлаған. Яҡшы уҡығаны, колледж тормошонда, төрлө спорт сараларында әүҙем ҡатнашыуы менән ул хөрмәт ҡаҙанған. Баймаҡ егете ғәскәри бурысын үтәгәндә лә гел яҡшылар рәтендә булыр тип ышанабыҙ.
Читайте нас: