Бейеүсе, ҡурайсы, актер...
Әбйәлил районында тыуып-үҫкән Фәдис Иҙрисов Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында белем алғанда уҡ үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарай. Асҡарҙағы музыка мәктәбендә ҡурай кластарын тамамлай. Гимназиялағы “Йәйғор”, “Сулпан”, һуңынан мәҙәниәт һарайында ойошторолған “Йәшлек” бейеү ансамблдәренең солисы була. Юғары уҡыу йортона килгәс тә был шөғөлөн ташламай. Киреһенсә, факультеттағы “Ете ырыу” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең етәксеһе булып китә, һабаҡташтары менән төрлө сараларҙың биҙәгенә әйләнәләр. Был коллектив ошо уҡыу йылында Ҡазан федераль университетында үткән Бөтә Рәсәй фестивалендә Гран-при яулап ҡайта.
Бер мәл өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнаған, дәртле, дарманлы студентты “Ҡорос” халыҡ театрының етәксеһе Илнур Флүр улы Лоҡманов күреп ҡала. Ҡаҙағстанда яһаясаҡ сығыштарында Фәдис кеүек төрлө яҡлап һәләтле кеше кәрәк була уларға. Етәксенең өмөттәрен аҡлап, сит тарафтарҙа йөрөп ҡайтҡас, уны был түңәрәктә ҡалырға димләйҙәр. Башта унда тауыш режиссеры булараҡ сығыш яһай, һуңғараҡ бәләкәй генә ролдәрҙе тәҡдим итәләр. Түңәрәк ағзаларының уйнағандарын ҡарап, театрҙың нескәлектәренә үҙ аллы ла өйрәнә. “Шәхес булараҡ рухи яҡтан сығынырға “Ҡорос” халыҡ театрының да, тормош тәжрибәләре менән дә уртаҡлашҡан, Станиславский методы менән репетициялар уҙғарған Илнур Флүр улының да ярҙамы ҙур булды”, – ти ул.
Ныҡлы ике йыл эсендә театр ҡуйған бихисап спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе лә башҡарып өлгөргән. И. Абдуллиндың “Тиле йәшлег”ендә – Зөлҡәрнәй, М. Кәримдең йөҙ йыллыҡ юбилейы айҡанлы ҡуйылған “Һинһеҙ донъям япа-яңғыҙ”ҙа – төп геройҙың бер туған ағаһы Мортаза, “Аҡмулла” исемле бер актлы сәхнә әҫәрендә – Аҡмулла. Үткән йылы Ижевск ҡалаһында үткәрелгән “Театр һәм балалар” фестивалендә Н. Ғәйетбайҙың “Ике һайыҫҡан” әкиәтендә Өкө ролендә сығыш яһап, “Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһында еңеп сыға.
Балтас районында Фәрдүнә Ҡасимова призына үткәрелгән халыҡ театрҙары фестивалендә “Ҡорос”тар менән сығыш яһағандан һуң, “Нур” халыҡ театрына ла эшкә саҡыралар. Һуңғараҡ киләсәге өмөтлө күренгән актерҙы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының етәкселәре күреп ҡалыуҙары хаҡында тәрбиәләнеүсеһенә Илнур Флүр улы әйтә. Тик Фәдис өсөн сәнғәт тормошонда хобби булараҡ ҡына роль уйнай. “Бәлки, киләсәктә замана талаптарына ярашлы башҡорт музыка мәктәбе асыу тураһында ла уйлармын. Әммә әлегә үҙемде сәйәсәттә, эшҡыуарлыҡ буйынса һынап ҡарағым килә”, – ти ул.
Фәдис спортсы булараҡ та ярайһы ғына ҙур уңыштарға өлгәшкән. Уҡыусы сағында тхэквондо, бокс менән етди шөғөлләнә. БДПУ-ға килгәс, кикбоксинг менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. “Кикбоксинг – ошо ике спорт төрөнөң ҡушылмаһы кеүек. Шуға ла яңынан башлау әллә ни ҡыйынға тура килмәне”, – ти бер нисә йыл ғына шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан Башҡортостан чемпионы исемен алырға өлгөргән егет.
Фәдис шулай уҡ биш йыл дауамында факультетта спорт комитеты рәйесе вазифаһын да башҡара. Ғөмүмән, уҡырға яңы килгән ваҡытта башҡорт филологияһы факультеты студенттарының спорт яғынан ныҡ һүлпән булыуҙарын күреп йәне көйә. Ул саҡта уҡыу йортоноң ун ике факультеты араһында арттан икенсе булып йөрөгәндәр. Әлбиттә, быға филологтар араһында егеттәрҙең әҙ булыуын, ауылдан килгән балаларҙың бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлектәре булмағанлығын да яҡшы аңлай ул. Етмәһә, спорт залы ла аҙнаһына бер тапҡыр, бер нисә сәғәткә генә бирелә...
Йәштәрҙе үҙе артынан әйҙәп, дәртләндереп, сәмләндереп Өфөнөң яҡындағы төрлө белем усаҡтарының етәкселәре менән спорт залдарын биреп тороуҙары хаҡында һөйләшеп, яйлап ҡына уңыштарға ирешәләр. Икенселә уҡығанда – етенсе, өстә – өс, дүртенсе-бишенсе курстарҙа икенсе урынға сығыуҙарында Фәдис Иҙрисовтың үҙенә генә түгел, башҡаларға ла талапсан, ныҡышмал була белеүенең һөҙөмтәһе ул.
Фәдис бала сағында банкир булырға хыяллана. Әммә үҫмер аҡса эшләр өсөн банкта эшләү мотлаҡ түгел икәнен аңлап ала. “Туғыҙынсы класты тамамлаған йәй ине, – тип хәтерләй ул. – Яҡын ғына туған бабай тейешле кеше гаражына нигеҙ һалырға кәрәклеге хаҡында әйтте. Дуҫ егет менән оҙаҡ уйлап торманыҡ, эшкә тотондоҡ. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәре, ысынлап та, дөрөҫ. Белмәгән урындарҙа өлкәндәрҙән һорашып тамамланыҡ. Хужа ла ҡәнәғәт ҡалды. Артабан теге йәки был бинаның нигеҙен эшләргә ҡушып мөрәжәғәт итеүселәр күбәйҙе. Икебеҙ генә өлгөрмәгәндә таныш егеттәрҙе лә саҡыра инек. Мәктәпте тамамлағансы уҡ шулай хәләл көс менән аҡса табырға, уны тоторға өйрәндем”.
Студент булып киткәс тә табыш алыуҙың төрлө юлдарын эҙләй малтабар егет. Башланғыс курстарҙа мохтаж иптәштәренә теге йәки был тауар табырға, интернеттан кеҫә телефондары йә башҡа электрон техника яҙҙырып алырға ярҙам итә, билдәле, хаҡтағы айырма уға килем дә килтерә.
Ғәҙәттә, филолог һөнәренә күпселек гүзәл заттар уҡый. Дөйөм ятаҡта ла улар менән бергә ҡайнап йәшәгән Фәдис нимә менән ҡыҙыҡһыныуҙарын яҡшы белә. Интернет аша ғына һатылған ҡатын-ҡыҙ өсөн кәрәк-яраҡтарҙы табып, уларҙы күмәртәләп алып, иптәш егеттәренә тәҡдим итә, ә улары инде үҙҙәренең һөйгәндәренә “эксклюзив” бүләк эшләй алыуҙарынан ҡәнәғәт ҡала. Әлбиттә, финанс яҡтан нығыныу ул арзанлы әйбер табып уны ҡиммәтерәк хаҡҡа һатыу менән генә сикләнмәгәнлеген яҡшы аңлай. Үҙен киләсәктә иҡтисади яҡтан уңышлы кеше булыуын күҙаллап, ул был өлкәлә теоретик һәм методик яҡтан да үҫешергә тип маҡсат ҡуя. Факультетта оҙаҡ йылдар декан булған, һәр студенты менән яҡындан танышып, икенсе әсәйҙәре кеүек уларҙы хәстәрләгән Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситованың тәҡдиме менән үткән йылда Фәдис Кесе Дәүләт идаралығы академияһына ситтән тороп уҡырға инә. БР хөкүмәте аппаратында стажировка үтеүе лә уның киләсәктә өмөтлө йәштәребеҙҙең береһе булыуына ишаралай. Был өлкәлә миллионер Аяз Шабутдиновтың курстарында белемен камиллаштыра.
Тапҡан-таянғанын ҡайһы бер йәштәштәре кеүек күңел асыуға туҙҙыралыр тип уйлаһағыҙ, төптө яңылышаһығыҙ. Төрлө билдәле компанияларҙан акциялар һатып ала икән. Әлбиттә, бында ла барыһы ла еңелдән түгел. Кәрт уйыны кеүек: йә отаһың, йә отолаһың. Акцияларын һатҡан компания көрсөк хәлендә ҡалһа, һумдарыңдың тингә әйләнеүен көт тә тор. Шунлыҡтан, Фәдис, барыһын да уйлап, алдан күҙаллап эшләргә кәрәк тигән фекерҙә. Әммә яңылышмай, абынмай ғына үҫергә-үҫешергә мөмкин түгеллеген дә яҡшы төшөнә. Был йәһәттән ошо темаға арналған китаптар уҡыуы ла ҙур ярҙам булып торалыр. “Яңы йыл каникулдарында ғына Роберт Кийосакиҙың “Богатый папа и бедный папа” тигән әҫәрен уҡығандан һуң ҡарашым күп нәмәгә үҙгәрҙе, – ти ул. – Балам тыуғас та айырым карта асып, акциялар һатып алырға кәрәк тип, уйлай башланым. Ун һигеҙ йәшенә тиклем 1 – 3 миллион аҡса йыйырға мөмкин”.
“Кеше өйрәнеүҙән туҡтаһа, йәшәүҙән дә туҡтаясаҡ” тигән һүҙҙәрҙе тормош девизы итеп алған егет Мәскәүҙә был өлкәлә белемен камиллаштырып, киләсәктә халҡына хеҙмәт итерҙәй эшҡыуар булырға ла хыяллана.
Уҡыу йортон тамамлағанда эшкә урынлашырға стажың булһын өсөн, башланғыс кластарҙа уҡ хеҙмәт юлын башларға кәрәк, тигән бөгөнгө көндөң талаптарына арналған әсе шаяртыу бар. Егерме ике йәшен саҡ тултырған, уҡыусы сағынан уҡ үҙен төрлө яҡлап күрһәткән Фәдис Иҙрисовты иһә бөгөн ҡулына дипломдарын алыу менән республиканың бер нисә билдәле белем усаҡтарына килеүен ҡуш ҡуллап көтөп, саҡырып торалар. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында белем алыу уның өсөн алдағы уңышлы тормошона ныҡлы әҙерлек этабы булды, тип әйтә ул. Күп милләтле республиканың һәм илебеҙҙең киләсәге һәр телдең үҫеше менән туранан-тура бәйле икәнлеген яҡшы аңлаған кисәге студент, бер юлы бер нисә телде уңышлы үҙләштерә. Башҡорт әҙәби теленең бөтә нескәлектәрен өйрәнә, рус телен һыу кеүек эсә. Дипломында күрһәтелгән икенсе профиле – төрөк теле. Бынан тыш, инглиз телен дә уҡыған. Тап бына ошондай күп телде белгән кешеләр кәрәк тә инде беҙҙең йәмғиәтебеҙгә. Уйлы, маҡсатлы, булдыҡлы йәш геройым ҡайҙа барһа ла һынатмаҫ һәм уның тураһында киләсәктә лә йылы һүҙҙәр ишетеп ғорурланырға тура килер әле.