Йырсылар күп бөгөн. Бер ҡараһаң, анау хәтлем моң даръяһында үҙ урыныңды табыу еңел дә түгел һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта әгәр тауышың үҙенсәлекле, моңоң йөрәктәргә барып етә икән, тимәк, борсолорға урын юҡ. Ана шундай йырсыларҙың береһе ул Рәсәй, Башҡортостан кимәлендәге төрлө конкурстар лауреаты Харис ШӘРИПОВ. Моң эйәһе менән әңгәмәбеҙ ҙә ул ғүмерлек юлы тип һайлаған донъя хаҡында. Һәм был хаҡта ғына ла түгел.
– Харис, юл башың тураһында һөйләп китһәңсе.
– Мәләүез районының 30 ғына йортлоҡ тигәндәй Апас ауылынан мин. Башҡортостандың һәр тарафындағы кеүек үк, беҙҙә лә моңға ғашиҡ халыҡ йәшәй. Ғөмүмән, башҡорттар шулай бит инде: эсе бошһа ла, кәйефе күтәрелһә лә, башына хәсрәт килһә лә, шатланһа ла, көйһә лә, көйгә һыйынған. Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған беҙҙең Ағиҙел буйы халҡы ла йыр аша донъя асылын аңларға, тойорға тырышып, ауыр саҡтарында мәғәнә табып көн итә. Өйөбөҙҙә һәр саҡ йыр яңғырап торҙо, башҡорт матбуғатын алдырып уҡынылар. Мин биш баланың иң өлкәне. Шуға күрә йырлай башлауым берәүгә лә ғәжәп тойолмағандыр ул, тим. Кире осраҡта аптырарҙар ине (көлә).
– Һирәк ишетелгән йырҙарҙы башҡарыуыңдың сәбәбе ниҙә?
– Күңел талабым шулай. Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында Джон Мусин класында уҡығанда уҡ халыҡ араһында таралған, әммә ҙур сәхнәләргә сыҡмаған йырҙар менән ҡыҙыҡһына башлағайным. Музыкант, фольклорсы Риф ағай Сөләймәнов менән студент саҡтан уҡ аралашабыҙ. “Беҙҙең ил” йырын уның менән бергә өйрәндем. Зиннур ағай Ураҡсиндың “Мин һиңә ҡайтырмын йыр булып” тигән әҫәрен, “Ҡоҙа менән ҡоҙаса” әйтешен дә шул йылдарҙа йырланым. Һуңғыһын курсташым Резеда Әминева менән бергә башҡарҙыҡ. Риф ағай скрипкала уйнап ебәрһә, йыр күкрәктәрҙе йыртып килеп сыҡҡан кеүек була торғайны. Уҡытыусым Джон Әхмәт улы тауышыма иң ҡәҙерле нәмәгә ҡараған кеүек иғтибар бүлде. “Тенор ҙа, баритон да түгел, тауышың артынан барабыҙ инде!” – тине ул. Остазым сығышы менән – Татарстандың Аҡтаныш районынан. Фән Вәлиәхмәтов, Вахит Хызыров, Венер Камалов, Азамат Тимеров кеүек йырсыларҙы тәрбиәләне ул.
– Яңыраҡ бер журналда студент сағыңда уҡ концерттар менән сығыш яһап йөрөүең тураһында яҙылғайны...
– Эйе, хеҙмәт юлымды Башҡорт дәүләт филармонияһының хор капеллаһында башланым. Башҡорт дәүләт университетына ситтән тороп уҡырға индем. Рөстәм Ҡудашев етәкселек иткән “Илһам” ансамблендә бер йыл эшләнем, алып барыусы ла, йырсы ла булдым.
Халыҡ артисы Нәзифә Ҡадирова менән эшләгән осор ҙа матур тәьҫораттарға бай. Рәсәй буйлап бихисап ҡалала сығыш яһаныҡ. Беҙҙе һәр ерҙә көтөп торалар, яҡшы ҡаршылайҙар, концерттар аншлаг менән үтә... Быға төркөмөбөҙҙөң администраторы, донъяға билдәле мотоциклсы Ғабдрахман Ҡадировтың абруйы ла үҙ өлөшөн индермәй ҡалмағандыр. Ул водитель дә, концерттарҙы ойоштороусы ла ине. Ульяновск, Һамар, Һарытау, Ижау, Ырымбур, Себер ҡалаларында сығыш яһаныҡ, халыҡ менән йыр телендә һөйләштек.
Алып барыусы булып эшләгән осор – үҙе бер миҙгел. Был һөнәрҙе тулыһынса үҙләштерҙем, тип әйтә лә аламдыр. Башҡортостан, Татарстан яҙыусыларының көлкөлө, ҡыҙыҡлы әҫәрҙәренә таянып, халыҡҡа нескә юмор аша заман проблемаларын да еткерҙек. Режиссер Ғабдулла Ғиләжев Өфө дәүләт сәнғәт институтына режиссерлыҡҡа уҡырға алғайны, был да миңә сәхнәгә тамашасы күҙе менән бағырға ярҙам иткәндер. Унда урыҫ төркөмөндә Александр Карякин класында белем алдым. Был урын миңә үҙе бер тел мәктәбе булды: урыҫса йырларға, тамашалар алып барырға өйрәндем. Айырым концерт менән сығыш яһап, диплом яҡланым. Аллаға шөкөр, әлегә ҡәҙәр дүрт аудиодиск, ике компакт-диск сығарҙым. Һәр йырымды рәхәтләнеп, ҙур теләк менән башҡарам.
– Ҡыйын итеп тә йырлап буламы әллә?
– Ниңә булмаһын ти, була! Йырҙы интектергән, үҙе яфаланған, тамашасыны хөрмәт итмәгәндәр күбәйҙе лә инде хәҙер. Мәшһүр Мәғәфүр Хисмәтуллин “Йырлаусылар күп, йырсылар аҙ” тип әйткән бит үҙ заманында. Хәҙер был күренеш күҙгә асығыраҡ салына. Юҡ, кемделер тәнҡитләү, эшен юҡҡа сығарыу өсөн әйтмәйем, әммә йырсы һөнәре – бик етди һәм ижади эш ул.
Фонограммаға йырлағандарҙы бөтөнләй аңламайым, сөнки тауыш өҫтөндә даими эшләргә кәрәк. Бына театр артистары алдан яҙылған текст өсөн ауыҙ асып ҡына баҫып тормай бит сәхнәлә, был да шулай инде. Һис ҡасан фонограммаға йырлағаным булманы. Бер мәл Ейәнсура районында гастролдә йөрәгәндә тауышым бөтөп китте лә, нисек бар, шулай сығып, тамашасы алдында бурысымды үтәнем. Шунан бер ханым килеп: “Бына ошо ихласлығың өсөн яратабыҙ ҙа инде беҙ һине!” – тине. Был минең өсөн әллә ниндәй маҡтау ҡағыҙҙарынан да артыҡ йылы һүҙ булды.
– Сығыштарыңды Үҙәк телевидениенан да күрһәткәндәр түгелме әле?
– Эйе, булды ундай хәл. 1994 йылда Смоленск ҡалаһында “Рәсәй тауыштары” йыр конкурсында ҡатнашырға насип булды. Баһалама рәйесе данлыҡлы Людмила Зыкина ине. Конкурста көмөш миҙал һәм II дәрәжә диплом менән бүләкләндем. Әле уйлаһам, үҙем аптырап китәм – нисек сығыш яһай алдым икән шундай ҙур йырсылар алдында?! Хоҙай биргәндер инде дәрт-ҡөҙрәтен! Һуңынан лауреат булараҡ Мәскәүҙең Колонна залында сығыш яһаным. Тамашасы алҡышлай, башҡорт халыҡ йырҙарын ҡабат-ҡабат башҡарыуымды һорай, ихласлап “Браво!” ҡысҡыра... Ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскә алдым шунда. Бына ошо сығышты бер нисә тапҡыр Үҙәк телевидениенан күрһәттеләр. Был тамашанан һуң мине Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй буйлап гастролгә сыҡҡанда ла таный башланылар.
– Баш әйләнеп китмәнеме һуң?
– Әллә тағы... Юҡ, әлбиттә. Мин һәр саҡ йырлай белеүемә дан-шөһрәт тип түгел, ә эш, бурысҡа бирелгән һәләт тип ҡараным. Таныйҙар, тыңлайҙар икән – рәхмәт. Иң ҡурҡынысы – бер кемгә лә кәрәк булмауың, ижад туҡталыуы, йырың менән тамашасы араһында бәйләнеш өҙөлөүе. Аллаға шөкөр, ул яҡлап зарлана алмайым.
Кеше менән йырың уртаҡ булмаһын тигән прицибым да бар. Әйтәйек, “Сибай”ҙы кем генә һуҙмай, шунлыҡтан йырҙың бәҫе китә. Миңә, бая әйткәнемсә, һирәк ишетелгән йырҙарҙы башҡарыу оҡшай. Мәҫәлән, күрше Миңнулла бабайҙың “Совет Башҡортостаны” гәзитендә баҫылған “Был донъяның ҡәҙерен беләйек” йырын күреп ҡалдым да уны тамашасы хөкөмөнә сығарҙым. “Һылыу ҡыҙ Хәтирә”не “Башҡортостан ҡыҙы” журналынан алып өйрәндем. Ғөмүмән, байтаҡ яңы йыр сығарҙым халыҡҡа. Был минең өсөн ҙур шатлыҡ, ижади ҡаҙаныш! Буш баш менән сығырға ярамай тамашасы алдына.
– Үҙең кемдәрҙең башҡарыу алымын, йырын яратаһың?
– Рамаҙан ағай Йәнбәковтың тауышы миңә бик үҙ. Уның менән аралашып, байтаҡ йырҙы башҡарырға өйрәндем. Үҙе эҙләп табып, йәшерәк быуын йырсыһына – миңә – ихтирамын күрһәтте, бик рәхмәтлемен уға. Рамаҙан ағай бик күп халыҡсан серҙәрҙе белә, йырҙы нисек эшләргә өйрәтә.
Мәшһүр Әлфиә Авзалова ла – минең йырсым. Тауышын ғүмере буйы йәш килеш һаҡлай белде. Бына, исмаһам, ҡаҙаныш!
Һәүәҫкәр йырсылар араһында ла бик матур тауыштар бар. Күрше ауылдан Фәрзәнә инәйҙең моңо иҫ китмәле. Миәкә районынан Мөхәммәт ағай Садиҡовтың тауышы тәндәрҙе семберләтеп ебәрә. Йыр булғас, ана шулай булһын ул!
Йәшерәк быуын йырсыларынан Искәндәр Ғәзизовтың, Рәдиф Зариповтың, Марсель Ҡотоевтың, Рөстәм Шаһыбаловтың тауыштарын яратам. Улар йыр сәнғәтенә бер тулҡын булып килеп инде. Афарин, егеттәр!
– Белеүемсә, Харис, һин артистар хаҡында мәҡәләләр ҙә яҙҙың?
– Был эште бурысым һанап башҡарҙым, сөнки ижадташ дуҫтарымдың эшмәкәрлеге, һөнәри оҫталығы хаҡында яҡшы беләм. Йырсылар Нәзифә Ҡадирова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Әлфиә Кәлимуллина, Нурия Абдуллина, Хима Йәнбирҙина, тауыш операторы Марат Йосопов, бейеүсе Гүзәл Мамина, һүҙ оҫтаһы Гөлсөм Хәбибуллина тураһында һүрәтләмәләрем Башҡортостан матбуғатында донъя күрҙе. Бик теләп, яратып яҙҙым һәр геройым хаҡында. Нәфис әҙәбиәтте ныҡ яратам. Халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәрен ҡыҙыҡһынып уҡыйым: уларҙа бер ниндәй сөсөләнеү юҡ. Бәлки, аяуһыҙыраҡтыр, әммә нигеҙендә дөрөҫлөк ята. Ә был минең өсөн мөһим – ижадта ялғанлыҡ булырға тейеш түгел, йәнә лә ҡулыңдан килгәнде башҡарыу шарт. Күлдәгең үҙеңә таман булырға тейеш.
– Бер нисә тапҡыр ауыҙыңдан ”Аллаға шөкөр” тигән һүҙҙәр яңғыраны...
– Хоҙайҙан юғары көс юҡ. Быны һәр кем ваҡыты етеү менән таный. Һирәкләп булһа ла мәсеткә йөрөйөм. Ҡулымдан килгәнсә дини йолаларҙы үтәйем.
– Ғаиләң ижадыңа нисек ҡарай?
– Бик яҡшы. Ҡатыным Вәлимә – Ырымбур өлкәһе ҡыҙы. Тәнзилә Үҙәнбаеваның туйында танышҡайныҡ. Ике бала үҫтерҙек. Йырҙарыма, эшемә улар ихтирам менән ҡарай. Ижадым өсөн миңә лә ғаиләм алдында оят түгел. Яңыраҡ “Ғүмер” йырын “Ашҡаҙар” каналы аша эфирға сығарҙым. Ғаиләм минең нисек эшләгәнемде, йыл буйына йырға юл һалғанымды күреп торҙо.
– Һинеңсә, йырҙа иң мөһиме нимә?
– Күптәр әйтер был фекерҙе: йырҙың йәне – моң. Ул бит тере. Әлбиттә, шиғыр ҙа, көйө лә бер бөтөн булып йәшәргә тейеш. Йырсының әҫәрҙе насар башҡарырға хаҡы юҡ. Йөрәк һүҙең тамашасыға етһен тиһең икән, йәнең, зауығың менән йырлау кәрәк!
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.